Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МЕХАНИКА

МЕХАНИКА (гр. mēhanikēј — машиналар эшләү‑етештереү оҫталығы), матди есемдәрҙең механик хәрәкәт итеүе һәм төрлө физик ҡырҙар м‑н тәьҫир итешеүе т‑дағы фән. Механик хәрәкәт — есемдәрҙең йәки уларҙың өлөшсәләренең арауыҡтағы торошоноң үҙгәреүе. Классик М. матди есемдәр өсөн булған Ньютон закондарына нигеҙләнә,...

МЕТРОЛОГИЯ

МЕТРОЛОГИЯ (гр. meјtron — үлсәү һәм …логия), үлсәүҙәр, уларҙың берҙәмлеген тәьмин итеү ысулдары һәм саралары, талап ителгән теүәллеккә өлгәшеү алымдары т‑дағы фән. 3 бүлекте үҙ эсенә ала: теоретик, закон сығарыу һәм практик (ғәмәли). Теоретик М. берәмектәр системаһын, эталондарҙы, үлсәү һөҙөмтәләрен...

МЕТЕОРОЛОГИЯ СТАНЦИЯҺЫ

МЕТЕОРОЛОГИЯ СТАНЦИЯҺЫ, гидрометеорология хеҙмәтенең атмосфераның Ер йөҙө м‑н тәьҫир итешеүе ваҡытында унда барған физик процестарҙың торошон һәм үҙгәреүен билдәләү өсөн тәғәйенләнгән күҙәтеү бүлексәһе. Метеорологик шарттарҙың бөтә төрҙәре б‑са прогноз әҙерләү өсөн мәғлүмәт алыу, насар һауа торошо т‑да...

МЕТЕОРИТТАР

МЕТЕОРИТТАР, йыһан арауығынан Ер өҫтөнә килеп төшкән есемдәр. М. — Ерҙең атмосфераһында тулыһынса янып бөтмәгән метеор ҡалдыҡтары. 3 төп класҡа бүленә: тимер (сидериттар), тимер‑таш (сидеролиттар йәки литосидериттар) һәм таш М. (аэролиттар). М. исемде улар төшкән урынға иң яҡын торама йәки геогр. объект...

МЕТЕОРҘАР

МЕТЕОРҘАР (гр. meteјōros — һауала кәйелеп осҡан), йыһан матдәһе өлөшсәләре Ер атмосфераһының өҫкө ҡатламдарына ингәндә күҙәтелгән күренеш. Метеор есеменең атмосфера м‑н тәьҫир итешеүе һөҙөмтәһендә ут балҡып китә, ул ҡыҫҡа ваҡытлы ионлашҡан газ эҙе ҡалдыра, шуға күрә М. “атылған йондоҙ” тип атайҙар....

МЕТАЛЛОФИЗИКА

МЕТАЛЛОФИЗИКА, физиканың металл һәм иретмәләрҙең структураһын, уларҙа барған процестарҙы, физик һәм химик үҙенсәлектәрен өйрәнгән бүлеге. М. ҡаты есемдәр физикаһы составына инәһәм материалдарҙы өйрәнеү ғилеменең физик нигеҙе булып тора. М. металдарҙың, иретмәләрҙең төҙөлөшөһәм уларҙыңүҙенсәлектәре араһындағы...

МЕТАЛЛ ЭШКӘРТЕҮ

МЕТАЛЛ ЭШКӘРТЕҮ, металдарҙы әҙер изделие килеп сыҡҡанға тиклем эшкәртеү һәм яңынан эшкәртеү ысулдары. Эшкәртелә торған металға тәьҫир итеү төрөнә ҡарап металдарҙы термик эшкәртеү, металдарҙы баҫым ярҙамында эшкәртеү, ҡойоу, иретеп йәбештереү һәм паять итеү, металдарҙы ҡырып эшкәртеү, электрофизик‑химик...

МЕТАЛЛ ТӨҘӨЛӨШӨ

МЕТАЛЛ ТӨҘӨЛӨШӨ, айырым кристаллиттарҙың кристалл рәшәткәһе ориентацияларының өлгө күсәрҙәренә ҡарата законлы рәүештә бүленеүе. М.т. аксиаль, конус һәм сикләнгән төрҙәрен айыралар. Поликристаллы өлгөлә бер кристалл ориентацияһы күберәк булған осраҡта анизотропия барлыҡҡа килә (ҡара: Анизотроп материалдар)....

МЕТАЛЛ ҠЫРҠЫУ СТАНОГЫ

МЕТАЛЛ ҠЫРҠЫУ СТАНОГЫ, әҙерләмәләрҙе металл ҡырҡҡыс инструмент ярҙамында юныу юлы м‑н үлсәмләп эшкәртеү машинаһы. Эшкәртеү, ҡулланылған ҡырҡҡыс инструменттың төрө б‑са ҡырыу, быраулау һәм ҡырғыс, шымартыу һәм еренә еткереп шымартыу, ҡатнаш, теш һәм һырҙарҙы эшкәртеү, фрезерлау, юныу, соҡоу һәм һуҙыу,...

МЕТАЛЛ КОНСТРУКЦИЯЛАР

МЕТАЛЛ КОНСТРУКЦИЯЛАР, металдарҙан (формалы һәм табаҡлы) яһалған терәк һәм кәртәләй торған төҙөлөш конструкциялары. Файҙаланылған материалдарына ҡарап — ҡорос һәм еңел иретмәләрҙән яһалған, элементтары үҙ‑ара болттар м‑н тоташтырылған, беркетелгән, иретеп йәбештерелгәндәргә айыралар. М.к. өҫтөнлөктәре:...

МЕТАЛДАРҘЫ ЮҒАРЫ ЭНЕРГИЯ МЕНӘН ЭШКӘРТЕҮ

МЕТАЛДАРҘЫ ЮҒАРЫ ЭНЕРГИЯ МЕНӘН ЭШКӘРТЕҮ, металдарҙың файҙаланыу үҙенсәлектәрен яҡшыртыу өсөн уларға концентрациялы энергия ағымдары м‑н тәьҫир итеү. Вакуум ҡулайламаларын, лазер техникаһын һ.б. махсус ҡорамалдарҙы файҙаланып башҡарыла. М.ю.э.м.э. төп ысулдары: металдарға лазер нурланышы, электр тогының...

МЕТАЛДАРҘЫ ЭРОЗИОН‑ХИМИК ЭШКӘРТЕҮ

МЕТАЛДАРҘЫ ЭРОЗИОН‑ХИМИК ЭШКӘРТЕҮ, эшкәртелеү зонаһында ҡалған материалды бөтөрөүгә йүнәлтелгән комплекслы физик‑химик тәьҫир. Электродлы инструмент һәм сәғәт м‑н программалаштырылған идара итеү системаһы булған махсус станоктарҙа башҡарыла. Эшкәртеүҙең электрохимик (анодта эретеү) һәм электроэрозион...

МЕТАЛДАРҘЫ ТЕРМИК ЭШКӘРТЕҮ

МЕТАЛДАРҘЫ ТЕРМИК ЭШКӘРТЕҮ, металл һәм иретмәләрҙең структураһын һәм үҙенсәлектәрен бирелгән йүнәлештә үҙгәртеү өсөн уларға йылылыҡ ярҙамында тәьҫир итеү; материалдарҙы термик ысул менән эшкәртеүҙең бер төрө. Металдың технологик үҙенсәлектәрен (баҫым, ҡырҡыу һ.б. ярҙамында эшкәртеү) яҡшыртыу өсөн —...

МЕТАЛДАРҘЫ БАҪЫМ ЯРҘАМЫНДА ЭШКӘРТЕҮ

МЕТАЛДАРҘЫ БАҪЫМ ЯРҘАМЫНДА ЭШКӘРТЕҮ, металл эшкәртеүҙең изделиелар яһағанда әҙерләмәләрҙе пластик юл м‑н формалаштырыуҙа ҡулланылған технологик процестары. М.б.я.э. металлургияла (һуҙыу, преслау, прокатлау) һәм машиналар эшләүҙә (сүкеү, штамплау, формалау) ҡулланылған төрҙәрен айыралар. М.б.я.э. һөҙөмтәһендә...

МӘҒЛҮМӘТТӘР БАЗАҺЫ

МӘҒЛҮМӘТТӘР БАЗАҺЫ, объекттар (уларҙың үҙенсәлектәре) һәм улар араһындағы мөнәсәбәттәр т‑да компьютерлаштырылған мәғлүмәт, ҡуйылған мәсьәләне иң уңайлы юл м‑н хәл итеү өсөн ойошторолған. Ҡулланыусыларҙың һаны б‑са бер һәм күп ҡулланыусылар өсөн төҙөлгән М.б. айыралар. Күп ҡулланыусылар өсөн булғандарҙы...

МӘҒЛҮМӘТИ ҮЛСӘҮ СИСТЕМАҺЫ

МӘҒЛҮМӘТИ ҮЛСӘҮ СИСТЕМАҺЫ, контролдә тотолған объекттан тейешле мәғлүмәтте автоматик рәүештә туранан-тура алыу, күҙгә күренерлек итеү, уны теркәү һәм электрон хисаплау машиналарында эшкәртеү өсөн булған үлсәү, хисаплау саралары һәм тейешле матем. тәьминәт комплексы. Башҡа үлсәү сараларынан үлсәнә торған...

МӘҒЛҮМӘТ ТЕХНОЛОГИЯЛАРЫ

МӘҒЛҮМӘТ ТЕХНОЛОГИЯЛАРЫ (ингл. information technology), 1) программа‑аппарат комплексы нигеҙендә мәғлүмәтте йыйыу, теркәү, туплау, эшкәртеү, тапшырыу һәм яңынан тергеҙеү операцияларын тормошҡа ашырыу ысулдары һәм саралары йыйылмаһы, 2) мәғлүмәтте эшкәртеү һәм һаҡлау м‑н шөғөлләнгән кешеләрҙең хеҙмәтен...

МӘҒЛҮМӘТ ТЕОРИЯҺЫ

МӘҒЛҮМӘТ ТЕОРИЯҺЫ, ғәмәли матем. файҙалы мәғлүмәтте кодлау, тапшырыу һәм айырып алыуҙы һанса ысулдар ярҙамында өйрәнгән бүлеге. М.т. 2 төп йүнәлеште айыра‑ лар: мәғлүмәт тапшырыу теорияһы, оптималь кодлау һәм декодлау; хәбәрҙәрҙәге билдәһеҙлек м‑н мәғлүмәттең логарифмик үлсәмдәренеңүҙенсәлектәрен тикшереү....

МӘҒЛҮМӘТ СЕЛТӘРҘӘРЕ

МӘҒЛҮМӘТ СЕЛТӘРҘӘРЕ, алыҫлашҡан мәғлүмәт сығанаҡтарын (мәғлүмәттәр базаһы, мәғлүмәттәр сайты һ.б.) үҙ‑ара бәйләгән һәм ҡулланыусыларға уларға инеү мөмкинлеген биргән селтәрҙәр. Мәғлүмәтте үҙәкләштерелгән юл м‑н һаҡлау, эшкәртеү, тапшырыу һәм мәғлүмәт технологияларын ҡулланыу өсөн тәғәйенләнгән. Абонент...

МАШИНАЛАРҘЫ ӨЙРӘНЕҮ ҒИЛЕМЕ

МАШИНАЛАРҘЫ ӨЙРӘНЕҮ ҒИЛЕМЕ, машиналар һәм механизмдар т‑дағы фән. М.ө.ғ. төп маҡсаты: яңы физик эффекттар һәм күренештәр нигеҙендә машиналарҙы, механизмдарҙы эшләү һәм камиллаштырыу. М.ө.ғ. материалдарҙы өйрәнеү ғилеме, металлофизика, конструкция материалдары, материалдар ҡаршылығы, машиналар һәм механизмдар,...