Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЭЛЕКТР ЯРҘАМЫНДА УЛТЫРТЫУ

ЭЛЕКТР ЯРҘАМЫНДА УЛТЫРТЫУ, электр‑химик ҡайтарыу һөҙөмтәһендә электрод өҫтөндә фазаның барлыҡҡа килеүе. Ябай тоҙло һыу эретмәләренән металдарҙы (алтын, көмөш, баҡыр, ҡурғаш, кадмий, тимер, цинк, марганец һ.б.); юғары кире электрод потенциалы булған һыуһыҙ эретмәләрҙән йәки тоҙҙар иретмәһенән (алюмин,...

ЭКСТРАКЦИЯ

ЭКСТРАКЦИЯ, һайланма эреткестәр (экстрагенттар) ярҙамында шыйыҡ йәки ҡаты матдәнең ҡатышмаһын айырыу процесы. Ҡаты есемдән һыу м‑н Э. —һелтеһеҙләндереү. Экстрагент м‑н бүленә торған ҡатышманың үҙ‑ара тәьҫир итешеүе һөҙөмтәһендә алынған матдә эреткескә күсә; яңынан барлыҡҡа килгән фазалар тондороу, фильтрлау,...

ЭКСТРАКТИВ ДИСТИЛЛЯЦИЯЛАУ

ЭКСТРАКТИВ ДИСТИЛЛЯЦИЯЛАУ, экстрактив ректификация, ҡайнау т‑раһы яҡын булған, сағыштырмаса түбән осоусан (азеотроп аналогы) компоненттарҙың углеводород ҡатышмаларын (башлыса газ) бүлеү процесы. Селектив эреткестә (ҡара: Экстрагенттар) компоненттарының төрлөсә эреүенә нигеҙләнә, унда уларҙың сағыш­тырмаса...

ЭКСТРАГЕНТТАР

ЭКСТРАГЕНТТАР, экстракция өсөн һайланма эреткестәр. Э. нейтраль — алифатик спирттар, һыу, карбониллы берләшмәләр, нефть сульфоксидтары, фосфиноксидтар, фосфорорганик берләшмәләр, эфирҙар һ.б.; әсе — алкилфенолдар, нафтен, фосфорорганик, карбон кислоталары, сульфокислоталар, хелат барлыҡҡа килтергән...

ШӘКӘРҘЕ АЛМАШТЫРҒЫСТАР

ШӘКӘРҘЕ АЛМАШТЫРҒЫСТАР, аҙыҡҡа татлы тәм биргән матдәләр. Төп (ксилит, маннит, сорбит) һәм интенсив (аспар­там, ацетосульфам К, сахарин) төрҙәргә бүленә. Маннит һәм ксилит һыуҙа — яҡшы, сахарин насар эрей; tиреү – 93°С алып (ксилит) 226°С тиклем (сахарин). Төп Ш.а. — юғары калориялы матдәләр, интенсив...

ШАРТЛАУСАН МАТДӘЛӘР

ШАРТЛАУСАН МАТДӘЛӘР, тышҡы тәьҫир аҫтында (бәрелеү, ышҡылыу, йылытыу һ.б.) күп миҡдарҙа йылылыҡ бүлеп сығарған һәм газ хәлендәге продукттар барлыҡҡа килтергән химик реакцияға һәләтле айырым матдәләр йәки ҡатышмалар. Уларға ҡайһы бер ароматик нитроберләшмәләр (тринитротолуол, тринитроксилол), нитраминдар...

ШАРАПОВА Лиана Ишмөхәмәт ҡыҙы

ШАРАПОВА Лиана Ишмөхәмәт ҡыҙы (29.1.1969, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Илсе а.), физик. БДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1989) 20‑се урта мәктәп, 1990 й. алып 119‑сы урта мәктәп (икеһе лә — Өфө) уҡытыусыһы. 1995 й. башлап БР ФА‑ның Не­фтехимия һәм катализ ин‑тында ғилми хеҙм‑р. 1999 й. алып “Башҡорт энциклопедияһы”...

ЦИРКОНИЙОРГАНИК БЕРЛӘШМӘЛӘР

ЦИРКОНИЙОРГАНИК БЕРЛӘШМӘЛӘР, составында “цирконий—углерод” бәйләнеше булған органик берләшмәләр. Ц.б. цирконий 0, +2, +3, +4 окисланыу дәрәжәһендә булыуы мөмкин. Комплекстарҙың күпселеге гетеролиганд типҡа ҡарай, 1—3 циклопентадиенил лигандлы комплекстар айырыуса күберәк өйрәнелгән. Составында η3-аллил,...

ЦЕТАН ҺАНЫ

ЦЕТАН ҺАНЫ, эске яныулы двигателдең цилиндрында дизель яғыулығының үҙенән- үҙе янып китеүенең шартлы һанса күрһәткесе, ул стандарт һынау шарттарында тоҡаныусанлығы б-са цетан (Ц.һ. 100-гә тигеҙ) м-н α-метилнафталиндың (0-гә тигеҙ) тикшерелгән яғыулыҡҡа эквивалент булған ҡатышмаһындағы цетандың күләмен...

ЦЕРЕЗИН

ЦЕРЕЗИН (лат. сera — балауыҙ), С36—С55 составлы ҡаты хәлдәге туйындырылған (күбеһенсә тармаҡлы алифатик) углеводородтарҙың ҡатышмаһы. Аҡтан алып көрәнгә тиклем төҫлө балауыҙ һымаҡ матдә; мол. массаһы 500—700, tиреү 65—85°С; һыуҙа һәм спирттарҙа эремәй, бензинда яҡшы эрей, минераль майҙарҙа эреүе сикләнгән....

ЦАДКИН Михаил Авраамович

ЦАДКИН Михаил Авраамович (18.2.1959, Салауат ҡ.), химик-технолог. Техник ф. д-ры (2006). ӨНИ-не тамамлағандан һуң (1983) БДУ-ла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге углеводород сеймалын деструктив каталитик эшкәртеүҙе тикшереүгә, изобутанды олефиндар м-н көкөрт к-таһы булғанда алкиллаштырыу ҡоролмаһы өсөн реакция...

ҺЫУ ТАҘАРТЫУ

ҺЫУ ТАҘАРТЫУ, хужалыҡты һәм сәнәғәтте һыу менән тәьмин итеү өсөн тәбиғи сығанаҡтарҙың һыуын таҙартыуҙағы технологик процестар йыйылмаһы. Һ.т. төп стадиялары: һыуҙы тондороу һәм төҫһөҙләндереү (ваҡ онтаҡ хәлендәге һәм коллоид өлөшсәләрҙе бөтөрөү), зарарһыҙландырыу (төрлө микроорганизмдарҙы, ш. иҫ. ауырыу...

ҺЕЛТЕЛЕ МЕТАЛДАР

ҺЕЛТЕЛЕ МЕТАЛДАР, Д.И. Менделеевтың периодик системаһындағы I төркөмдөң төп төркөмсәһенең химик элементтары: калий, литий, натрий, рубидий, франций, цезий. Көмөш төҫлө (цезий — алтынһыу һары); еңел иреүсән металдар. Шыйыҡ аммиакта, ҡайһы бер алкиламиндарҙа һәм полиэфирҙарҙа эрей; химик активлығы юғары;...

ХУШ ЕҪЛЕ МАТДӘЛӘР

ХУШ ЕҪЛЕ МАТДӘЛӘР, парфюмерия һәм косметика изделиеларын, ҡайһы бер аҙыҡ продукттарын һәм көнкүреш химияһы тауарҙарын етештереүҙә ҡулланылған хуш еҫле органик берләшмәләр. Тәбиғи (үҫемлектәрҙән алынған – эфир майҙары, хуш еҫле ыҫмалалар, бәлзәм һ.б.; хайуандарҙан алынған – ғәмбәр, мускон һ.б.) һәм синтетик...

ХРОМАТОГРАФИК АНАЛИЗ ЫСУЛДАРЫ

ХРОМАТОГРАФИК АНАЛИЗ ЫСУЛДАРЫ, газ, шыйыҡса йәки эрегән матдәләрҙең ҡатышмаларын айырыу ысулдары йыйылмаһы, уларҙың компоненттарын үҙгәрмәй торған (өҫкө йөҙө үҫешкән сорбент,ҡаты есем, шыйыҡса) һәм үҙгәреүсе (элюент – газ, пар, флюид, шыйыҡса ағымы; үҙгәрмәй торған фаза аша үтә) фазалар араһында бүлеүгә...

ХРОМ

ХРОМ (Chromium), Сr, Д.И.Менделеев периодик системаһының VI төркөм химик элементы. Тәбиғәттә 4 тотороҡло изотобы бар. Х. 70-тән ашыу минералы билдәле (хромиттар, крокоит, волконскоит һ.б.); Х. сульфидтары — метеориттарҙа, ҡатышмалары дунитта, слюдаларҙа һ.б. табылған. Көмөш төҫлө металл; tиреү 1890°С,...

ХЛОРОРГАНИК БЕРЛӘШМӘЛӘР

ХЛОРОРГАНИК БЕРЛӘШМӘЛӘР, хлор атомы углерод атомы м-н туранан-тура (хлоруглеводородтар, ҡара: Галоген‑углеводородтар) йәки азот (органик хлораминдар, хлоримидтар), кремний (хлорсиландар, оксафен, силафен), фосфор (органик хлорфосфаттар, -тиофосфаттар, -фосфиндар) атомдары аша берләшкән органик берләшмәләр....

ХЛОРАМИНДАР

ХЛОРАМИНДАР, молекулаларында N—Cl бәйләнеше булған берләшмәләр. Улар эсенә аммиактың(дөйөм формулаһы NH3-xClx, бында x=1—3; органик булмаған Х.), аминдарҙың(RNHCl йәки RNCl2, бында R – органик ҡалдыҡ; органик Х.), карбон һәм сульфокислоталар амидтарының (дөйөм формулалары ярашлы рәүештә RCONHCl , RSONHCl...

ХЛОР

ХЛОР (Chlorum), Сl, Д.И.Менделеев периодик системаһының VII төркөм химик элементы, галогендарға ҡарай. 2 тотороҡло һәм 7 радиоактив изотобы бар. Минералдар (галит, карналлит, сильвин, сильвинит, бишофит һ.б.), метеориттарҙағы тимер хлориды, Донъя океанында һәм ер аҫты тоҙло һыуҙарында хлорид-ион рәүешендә,...

ХИММОТОЛОГИЯ

ХИММОТОЛОГИЯ (химия һәм лат. motor – хәрәкәткә килтереүсе һәм …логия), яғыулыҡ-майлау материалдарының, махсус шыйыҡсаларҙың үҙсәнлектәрен, сифатын һәм уларҙы техникала рациональ файҙаланыуҙы өйрәнгән фән. Х. термины тәүге тапҡыр 1964 й. СССР-ҙа тәҡдим ителә. Органик химия, физик химия, коллоидтар химияһы,...