Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БАЛАҪ ҺУҒЫУ

БАЛАҪ ҺУҒЫУ, ҡул м‑н туҡыу (ҡара: Туҡыусылыҡ) техникаһын ҡулланып художестволы әйберҙәр әҙерләү. Башҡорттарҙа традицион шөғөл, ваҡыт үтеү м‑н кустарь кәсепкә әүерелгән; биҙәү-ҡулланма сәнғәте төрҙәренең береһе. Һарыҡ йөнөнән һәм кәзә дебетенән иләнгән еп файҙаланғандар, ҡайһы ваҡыт кизе-мамыҡ еп ҡушҡандар....

БАЛАТАУ

БАЛАТАУ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Ишембай р‑ны буйлап меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 5 км, киңлеге 2,5—3 км тиклем, абс. бейеклеге 639 м. Юғалыусы һыу ағымдары (Үрек й. ҡушылдыҡтары) аҡҡан һай карстлы уйһыулыҡтар м‑н бүленгән 5 айырым тау массивынан тора. Б. көньяҡ һәм төньяҡ...

БАЛАУЫҘҘАР

БАЛАУЫҘҘАР, майға оҡшаш, үҙле органик матдәләр. Тәбиғи (йәнлек Б. — бал ҡорто балауыҙы, ланолин, шеллак, спермацет һ.б.; үҫемлек — кандель, карнауб һ.б.; ҡаҙылма — тау Б., йәки озокерит; һоро күмер Б., йәки монтан-Б.; торф Б.), яһалма йәки өлөшләтә синтетик (монтан‑Б. окисландырыу юлы м‑н, ш. уҡ нефть...

БАЛАХОНЦЕВ Сергей Петрович

БАЛАХОНЦЕВ Сергей Петрович (1857, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Илек Һаҡлауы ҡәлғәһе, хәҙ. Соль‑Илецк ҡ., — 16.5.1914, Ырымбур ҡ., Өфөлә ерләнгән), Өфө губернаһынан 1‑се Дәүләт думаһы (1906) депутаты. Дворяндарҙан. 1906 й. алып Халыҡ азатлығы партияһы ағзаһы. С.‑Петербург ун‑тының физика‑матем. ф‑тын...

БАЛАШОВТАР

БАЛАШОВТАР, Балашевтар, завод хужалары. Дворяндарҙан. Билдәлеләре: Александр Дмитриевич Б. (13.7.1770, Мәскәү — 8.5.1837, Кронштадт ҡ.), ген.‑адъютант (1809), инфантериянан ген. (1823). Дәүләт советы ағзаһы (1810 й. алып). Паж корпусын тамамлаған (С.‑Петербург, 1791). 1791—1834 йй. рус армияһында. Лейб‑гвардия...

БАЛҒАЖЫ, Әлшәй р‑нындағы ауыл

БАЛҒАЖЫ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Никифар а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 57 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 24 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 584 кеше; 1920 — 430; 1939 — 426; 1959 — 251; 1989 — 96; 2002 — 129; 2010 — 95 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Никифар...

БАЛҒЫУАҠ

БАЛҒЫУАҠ, талүлән (Genista), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 75 төрө билдәле, Европала, Көнбайыш Азияла, Урта диңгеҙҙә таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә. Ҡыуаҡ һәм ярым ҡыуаҡ. Һабағы күтәрелеүсән йәки төҙ, ҡуйы төклө йәки төкһөҙ, бейеклеге 60—150 см тиклем. Буяу Б. япраҡтары ланцет...

БАЛДАҠЛЫ СЕЛӘҮСЕНДӘР

БАЛДАҠЛЫ СЕЛӘҮСЕНДӘР, аннелидтар (Annelides), умыртҡаһыҙҙар тибы. 6 класы, яҡынса 8 мең төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа аҙ төклө селәүсендәр (олигохеттар) класына ҡараған 34 төрө һәм һөлөктөң 13 төрө асыҡланған. Күп күҙәнәкле, башлыса ирекле йәшәгән хайуандар. Б.с. ҙурлығы бер нисә мм...

БАЛЕЗИН Степан Афанасьевич

БАЛЕЗИН Степан Афанасьевич (4.1.1904, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Володинский утары — 23.1.1982, Мәскәү), химик. Химия ф. д‑ры (1943), проф. (1943). РСФСР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1964), СССР‑ҙың мәғариф (1970) һәм РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1957). Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. А.И.Герцен ис. Ленинград...

БАЛЕТ

БАЛЕТ (фр. ballet), йөкмәткеһе муз.-хореографик образдарҙа асылыусы сәхнә сәнғәте төрө. Хореографик сәнғәттең юғары формаһы булараҡ, Б. үҙендә бейеү, музыка, драматургия, сценографияны берләштерә. Башҡ. Б. 20 б. 40‑сы йй. барлыҡҡа килә. Урыҫ классик балетының акад. мәктәбенә таянып, ул башҡ. халыҡ...

БАЛЕТ ҒИЛЕМЕ

БАЛЕТ ҒИЛЕМЕ, балет т‑дағы фән, үҙ эсенә хореография теорияһын, тарихын һәм балет тәнҡитен ала. Башҡортостанда балет ғилеме проф. муз.-театр сәнғәте м‑н бер осорҙа барлыҡҡа килә һәм, нигеҙҙә, балет тәнҡите булараҡ үҫешә. Опера һәм балет театрында сәхнәләштерелгән спектаклдәргә яҙыусылар Б.Бикбай, Ә.Һ.Бикчәнтәев,...

БАЛЕТ МУЗЫКАҺЫ

БАЛЕТ МУЗЫКАҺЫ, хореографик кәүҙәләнеште иҫәпкә алып, сценарий планы нигеҙендә ижад ителеүсе, балет спектаклен оҙатып барған һәм уның художестволы идеяһын һәм образлы драматик йөкмәткеһен асып биргән музыка. Б.м. үҙ эсенә масштабы һәм драматургия функциялары б‑са төрлө булған традицион классик формаларҙы —...

БАЛКАШИН Николай Васильевич

БАЛКАШИН Николай Васильевич (1805 —2.7.1859, Санкт‑Петербург ҡ.), дәүләт эшмәкәре. Действительный статский советник (1846), генерал‑лейтенант (1856). Дворяндарҙан. 1821—45 йй. һәм 1851 й. алып рус армияһында. 1829 й. башлап Ырымбур айырым корпусының штаб начальнигы адъютанты, 1832 й. — өлкән адъютанты,...

БАЛКОВ Владимир Александрович

БАЛКОВ Владимир Александрович (31.3.1921, Көңгөр ҡ. — 3.9.2009, Өфө), географ-гидролог. Геогр. ф. д‑ры (1966), проф. (1968). Пермь ун‑тын тамамлағандан һуң (1946) Кама басс. йылға юлдары идаралығының йылға үҙәне партияһы нач., 1951 й. алып Пермь ун‑ты уҡытыусыһы, 1969—90 йй. БДУ‑ның физик геогр. һәм...

БАЛҠАНТАУ

БАЛҠАНТАУ, ҡалдыҡ тау, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Дәүләкән р‑ны Киров а. көньяҡ-көнбайышҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Абс. бейеклеге 319,6 м. Конус рәүешендә. Түбәнге өлөшөндәге битләүҙәре һөҙәк, юғарылары текә. Өҫкө пермдең өфө ярусы (ҡомташ, алевролит, аргиллит, эзбизташ, мергель, мергель...

БАЛЛАДА

БАЛЛАДА (фр. ballade), 1) лиро‑эпик шиғриәт жанры. Көслө драматик характерҙағы, легендар, героик йә тарихи йөкмәткеле сюжетлы шиғыр. Б. нигеҙен ғәҙәттән тыш сағыу ваҡиға тәшкил итә. Жанр проблематикаһы милли‑тарихи һәм романтик булырға мөмкин. Б. композицион һәм стилистик саралары: ваҡиғаларҙың тиҙ...

БАЛЛЫ БӘШМӘК

БАЛЛЫ БӘШМӘК, төпһәғолаҡ 1) армиллариелла (Armillariella), базидиомицеттар класының пластинкалы бәшмәктәр тәртибенә ҡараған бәшмәктәр заты. 17 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа ысын, йәки көҙгө, Б.б. үҫә. Эшләпәһенең диам. 5—10 см, йәш бәшмәктең эшләпәһе ҡабарынҡы, төрөлгән ситле, һуңыраҡ...

БАЛЛЫ ҮҪЕМЛЕКТӘР

    БАЛЛЫ ҮҪЕМЛЕКТӘР, сәскәләренән бал ҡорттары нектар һәм һеркә йыйған үҫемлек төрҙәре. Бал ҡорттары нектарҙарынан — бал, һеркәләренән һитә эшләй. Нектарҙы сәскәләрҙең таждарында, каса япрағында, сәскә төбөндә, емшән ситендә, һирәгерәк вегетатив ағзаларҙа (япраҡ ҡолаҡсынында, сәскә яны япрағында...

БАЛСЫҠ

БАЛСЫҠ, башлыса балсыҡлы минералдарҙан торған ултырма тау тоҡомо. Б. мөһим үҙенсәлектәре минераль, гранулометрик һәм химик составына бәйле. Б. төп химик компоненттары булып кремний окисы (30—70%), алюмин (10—40%) һәм һыу (5—10%) тора. Минераль составы буйынса — полиминераль һәм мономинераль (каолинитлы,...

БАЛСЫҠЛЫ, Баҡалы р‑нындағы ауыл

БАЛСЫҠЛЫ, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Иҫке Ҡорос а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 25 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 104 км алыҫлыҡта Балсыҡлы й. (Сөн й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 259 кеше; 1920 — 331; 1939 — 304; 1959 — 294; 1989 — 244; 2002 — 242; 2010 — 192 кеше. Мариҙар йәшәй...