Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СОЛТАНГӘРӘЕВ Рәшит Ғимран улы

СОЛТАНГӘРӘЕВ Рәшит Ғимран улы (15.12.1935, БАССР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны Таймаҫ а. — 5.11.2000, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), яҙыусы. РФ‑тың (1996) һәм БАССР‑ҙың (1985) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1971). БДУ‑ны (1958), СССР Яҙыусылар союзы эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы (Мәскәү, 1975)...

СОЛТАНБӘК, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

СОЛТАНБӘК , Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Таймырҙа а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 8 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 109 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 378 кеше; 1920 — 487; 1939 — 561; 1959 — 473; 1989 — 188; 2002 — 172; 2010 — 182 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ...

СОЛТАНБӘК, Асҡын р‑нындағы ауыл

СОЛТАНБӘК, Асҡын р‑нындағы ауыл, Солтанбәк а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 55 км һәм Чернушка т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 148 км алыҫлыҡта Сарыс й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 776 кеше; 1920 — 682; 1939 — 704; 1959 — 695; 1989 — 522; 2002 — 493; 2010 — 459 кеше. Башҡорттар йәшәй...

СОЛТАНБАЕВА Хәҙисә Вәли ҡыҙы

СОЛТАНБАЕВА Хәҙисә Вәли ҡыҙы (27.1.1950, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Бикбау а.), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (2009). БР‑ҙың атҡ. мәғариф хеҙм‑ре (2008). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1972) Буранғол урта, 1973— 75 йй. Дәүләт тулы булмаған урта мәктәптәрендә (икеһе лә — Әбйәлил р‑ны), 1976 й. алып Үрген урта...

СОЛТАНБАЕВ Иншар Әхмәҙулла улы

СОЛТАНБАЕВ Иншар Әхмәҙулла улы (15.8.1931, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Башҡ. Үргене а. — 7.11.2006, БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Асҡар а.), халыҡ йырсыһы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1964; Р.Л.Фишер класы) Ейәнсура р‑ны Иҫәнғол а., 1968 й. алып Әбйәлил р‑ны Асҡар а. музыка мәктәптәре, 1971 й. — Ейәнсура...

СОЛТАНАЙ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл

СОЛТАНАЙ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Иҫке Ғүмәр а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 38 км һәм Өфө т. юл ст. Көнб. табан 52 км алыҫлыҡта Шемәк й. (Ҡармасан й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1896 й. — 700 кеше; 1920 — 1039; 1939 — 622; 1959 — 519; 1989 — 506; 2002 — 510; 2010 — 463 кеше. Татарҙар...

СОЛТАНАЙ, Асҡын р‑нындағы ауыл

СОЛТАНАЙ, Асҡын р‑нындағы ауыл, Яубүләк а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 9 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 117 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 94 кеше; 1939 — 202; 1959 — 242; 1989 — 203; 2002 — 237; 2010 — 243 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ...

СОЛТАНАЙ АУЫЛЫ МӘҘРӘСӘҺЕ

СОЛТАНАЙ АУЫЛЫ МӘҘРӘСӘҺЕ, 19 б. 1‑се ярт. Пермь губернаһының Уҫы өйәҙе Солтанай а. (Пермь крайының Барҙы р‑ны) мәсете эргәһендә асыла, тип фараз ителә. Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарамағында булған. Айырым шәхестәр аҡсаһына тотолған. Ир балалар ҡабул ителгән. Уҡыу программаһына дини предметтар...

СОЛТАНАЕВ Хәмит Рахман улы

СОЛТАНАЕВ Хәмит Рахман улы [31.5.1900, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Ниғмәтулла а. (БР‑ҙың Әлшәй р‑ны) — 26.4.1994, Өфө], зоотехник. А.х. ф. кандидаты (1940). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1960). “Ғәлиә” мәҙрәсәһен (1918), К.А.Тимирязев ис. Мәскәү а.х. акад. (1928) тамамлаған. 1929 й. башлап ТАССР‑ҙың Игенселек...

СОЛТАНАЕВ Йәүҙәт Тәлғәт улы

СОЛТАНАЕВ Йәүҙәт Тәлғәт улы (19.7.1948, Орск ҡ.), математик. Физика‑математика фәндәре докторы (1990), профессор (1991). РФ‑тың (2010) һәм БР‑ҙың (1997) атҡаҙанған фән эшмәкәре, РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2001). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1971) шунда уҡ эшләй: 1990 й....

СОЛТАН, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл

СОЛТАН, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл, Кандаковка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 19 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 62 км алыҫлыҡта Ҡыйғы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 118 кеше; 1939 — 165; 1959 — 265; 1989 — 239; 2002 — 254; 2010 — 242 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп...

СОЛОНЧАНКА I

СОЛОНЧАНКА I, 5—6 бб. археологик ҡомартҡыһы. Ырымбур өлк. Кваркен р‑ны Красный Огородник ҡасабаһынан төньяҡ‑көнсығышҡа табан 2,7 км алыҫлыҡта Һөйөндөк й. (Урал й. ҡушылдығы) һул ярында урынлашҡан. И.М.Батанина тарафынан асыла, 1993 й. А.Д.Таиров өйрәнә. Ҡурғанлы ҡәберлектәргә ҡарай. Балсыҡ урҙары—“мыйыҡтары”...

СОЛОНИН Василий Степанович

СОЛОНИН Василий Степанович (25.12.1914, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Яңы Михайловка а. — 2.12.1980, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Йылайыр с‑зының Үҙәк усадьбаһы ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Урғаҙа а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1948). 1932 й. алып Баймаҡ р‑нының “Йылайыр” с‑зында тракторсы‑комбайнсы, 1945 й. — комбайнсы‑звено...

СОЛОМЕЩ Айзик Израйлевич

СОЛОМЕЩ Айзик Израйлевич (20.10. 1962, Уржум ҡ.), ботаник, эколог. Биол. ф. д‑ры (1995). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1984) 2002 й. тиклем Биология ин‑тында эшләгән (1994 й. алып лаб. мөдире), бер үк ваҡытта 1997—2001 йй. БР‑ҙың Йәшәйеш хәүефһеҙлеге ҒТИ‑нда лаб. мөдире, 2002 й. башлап Калифорния ун‑тының...

СОЛОҠСОЛОҠ

СОЛОҠСОЛОҠ, с о л о ҡ у м а р т а с ы л ы ғ ы, бал ҡорттарын тәбиғи йә махсус соҡоп эшләнгән ағас (солоҡ) ҡыуыштарында бал, бал ҡорто балауыҙы, прополис һ.б. алыу өсөн тотоуға тәғәйенләнгән умартасылыҡтың башланғыс формаһы. Башҡорттарҙың традицион кәсебе. Солоҡто 4—12 м бейеклектәге ағаста (ғәҙәттә,...

СОЛОДИЛОВА Наталья Зиновьевна

СОЛОДИЛОВА Наталья Зиновьевна (3.2.1960, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Шишмә ҡсб), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1998), проф. (2000). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2010), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2006). Мәскәү технология ин‑тының Өфө филиалын тамамлағандан һуң (1982) ӨДИСУ‑ла эшләй: 1991 й. алып...

СОЛОГУБ Наталья Александровна

СОЛОГУБ Наталья Александровна (3.10.1977, Стәрлетамаҡ ҡ.), балет артисы. БР‑ҙың атҡ. артисы (1997). Өфө хореография уч‑щеһын тамамлаған (1994; педагогы Л.С.Ҡыуатова). 1992 й. алып БДОБТ, 1998 й. — Мариин театры (С.‑Петербург), 2006 й. — Дрезден ҡ. (Германия) балет труппаһы солисы. Лирик‑драматик амплуалағы...

СОЛИТОН, тулҡын

СОЛИТОН, хәрәкәт итеү һәм үҙенә оҡшаш тулҡындар м‑н бәрелешеү ваҡытында үҙенең формаһын һәм тиҙлеген һаҡлаған тура һыҙыҡлы булмаған тотороҡло тулҡын; үҙен массаһы, энергияһы һәм импульсы үҙгәрмәй торған һығылмалы өлөшсә кеүек итеп тота. С. бер‑береһе м‑н йәки икенсе болартыуҙар м‑н тәьҫирләшеү ваҡытында...

СОЛДАТОВ Юрий Фёдорович

СОЛДАТОВ Юрий Фёдорович (9.3. 1940, Асбест ҡ.), скульптор. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (1999). Рәссамдар союзы ағзаһы (1977). И.Е.Репин ис. Һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура ин‑тын тамамлағандан һуң (Ленинград, 1975) Өфөлә йәшәй һәм эшләй. С. ижадында төрлө жанрҙар, темалар, материалды эшкәртеү ысулдары...

СОҠСОН ТАУ ЗАВОДТАРЫ АКЦИОНЕРҘАР ШИРҠӘТЕ

СОҠСОН ТАУ ЗАВОДТАРЫ АКЦИОНЕРҘАР ШИРҠӘТЕ, 1848 й. С.‑Петербургта Эҫем тау округы (ҡара: Тау округтары) базаһында ойошторола. Акцияларҙың төп өлөшө (3000) Демидовтарҙың кредиторҙары ҡулында булған, улар директорҙар советын (А.М.Борх, А.А.Гитшов, П.Г.Демидов, Г.В.Лерхе, И.А.Фуллон) барлыҡҡа килтергән....