Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БИЛСӘН

БИЛСӘН (Cirsium), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 200 төрө билдәле, Евразияла, Төньяҡ Америкала һәм Африкала таралған. Башҡортостанда 9 төрө үҫә. Ике һәм күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, тармаҡлы, йыш ҡына сәнскәкле, 50—200 см бейеклектә. Япрағы бөтөн йәки ҡауырһын һымаҡ бүлемле,...

БИЛЬЯРД СПОРТЫ

БИЛЬЯРД СПОРТЫ, спорт төрө, бортлы өҫтәлдә шарҙар һәм кий м‑н уйын. Урыҫ бильярды, пул, снукер һ.б. айырып йөрөтөлә. Башҡортостанда 20 б. 30-сы йй. алып үҫешә. 1935 й. өфөлө Ф.М.Чемтанов бильярд б‑са 1‑се СССР чемпионатында ҡатнаша. 40—50‑се йй. Б.с. үҙәге булып “Динамо” ДСО‑һының бильярд клубы тора....

БИМЕТАЛЛ СЫМ

БИМЕТАЛЛ СЫМ, механик һәм физик үҙенсәлектәре төрлө булған ике металл йәки иретмә (баҡыр—ҡорос, баҡыр—алюмин, еҙ—ҡорос һ.б.) ҡатламынан торған сым. 20 б. 50‑се йй. алып Башҡортостанда Белорет металлургия комбинатында өҙлөкһөҙ эшләүсе стандарҙа һуҙыу юлы м‑н башлыса автомобиль тәгәрмәстәре покрышкаларының...

БИНДИЧЕНКО Евгений Васильевич

БИНДИЧЕНКО Евгений Васильевич (16.6.1944, Өфө), социолог, философ. Филос. ф. канд. (1983), социол. ф. д‑ры (2001). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2003). Велоспорт б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры (1967). П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын (1973), ӨАИ‑ны (1992) тамамлаған. 1968 й. алып Өфөнөң сәнәғәт...

БИО...

БИО... (гр. bios — тормош), ҡушма һүҙҙәр өлөшө: 1) тормошҡа бәйләнеше булғанлыҡты аңлата (мәҫ., биогенез); 2) “биологик” һүҙенең аңлатмаһына ярашлы (мәҫ., биогеография, биотехнология, биохимия). Тәрж. Р.М.Шәрипова

БИОГЕОГРАФИЯ

БИОГЕОГРАФИЯ (био... һәм география), төрлө биоценоздарҙың, ш. уҡ хайуандар, үҫемлектәр һәм микроорганизмдарҙың (төрҙәре, заттары йәки башҡа таксономик категориялары) Ер шарында таралыу һәм урынлашыу законлыҡтары т‑дағы фән. Биология һәм география сигендә барлыҡҡа килә. Организмдар географияһына, үҫемлектәр...

БИОКОММУНИКАЦИЯ

БИОКОММУНИКАЦИЯ (био... һәм лат. сommunico — дөйөм яһайым, бәйләйем, аралашам), бер йәки бер нисә төр организм заттары араһында сигнал ярҙамында информация тапшырыу. Химик Б. аррестанттар (заттарҙың агрегацияһын тыуҙыра), репелленттар (хайуандарҙы ҡурҡыта), аттрактанттар һ.б. матдәләр ярҙамында тормошҡа...

БИОЛОГИК АКТИВ МАТДӘЛӘР

БИОЛОГИК АКТИВ МАТДӘЛӘР, тере организмдарҙың физиол. процестарына йоғонто яһай алыусы химик берләшмәләр (күберәк органик). Б.а.м. антибиотиктар, витаминдар, гормондар, феромондар, пестицидтар һ.б. инә. Башҡортостанда 20 б. 70‑се йй. уртаһынан Химия ин‑тында (ҡара: Органик химия институты) Г.А.Толстиков...

БИОЛОГИК БЫСРАТЫУ

БИОЛОГИК БЫСРАТЫУ, тирә‑яҡ мөхиттә кешелә, хайуанда һәм үҫемлектәрҙә ауырыу тыуҙырыусы микроорганизм, талпан, бөжәктәрҙең һ.б. булыуы. Шулай уҡ зарарһыҙландырылмаған көнкүреш, а.х. ҡалдыҡтары, органик сәнәғәт ташландыҡтары Б.б. сығанаҡтары булып тора. Башҡортостанда бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк...

БИОЛОГИК ИГЕНСЕЛЕК

БИОЛОГИК ИГЕНСЕЛЕК, химиялаштырыу сараларын (минераль ашламалар, пестицидтар) кәметеп йәки бөтөнләй ҡулланмай а.х. биологик факторын интенсификациялауға нигеҙләнгән игенселек системаһы. Б.и. органик ашламаларҙың (ш. иҫ. йәшел ашлама, һалам, үҫемлек ҡалдыҡтары), бактериаль ашламаларҙың бөтә төрөн ҡулланыуҙы;...

БИОЛОГИК ИНГИБИТОРҘАР

БИОЛОГИК ИНГИБИТОРҘАР, ферменттарҙың әүҙемлеген (тере организмда ла, күҙәнәкһеҙ системаларҙа ла) туҡтатыусы йәки ҡатмарлы биол. процестарҙы тотҡарлаусы тәбиғи һәм синтетик матдәләр. Б.и. абиотик (натрий азиды, углерод оксиды һ.б.) һәм биол. (антибиотиктар, гормондар, токсиндар) сығышлы түбән молекуляр...

БИОЛОГИК ИНДИКАЦИЯ

БИОЛОГИК ИНДИКАЦИЯ, биоиндикация, биоиндикаторҙар (бөтә ойоштороу кимәлдәрендәге биол. объекттар) ҡулланыу ярҙамында тирә‑яҡ мөхиттең экологик торошон интеграль баһалау ысулы. Актив һәм пассив Б.и. айырыла. Пассив Б.и. оҙайлы һәм масштаблы процестарҙың ретроспектив экологик мониторингын (хайуандарҙы,...

БИОЛОГИК КАДАСТР

БИОЛОГИК КАДАСТР, биологик ресурстар торошо т‑да төп мәғлүмәттәрҙең системалаштырылған йыйылмаһы. Биол. ресурстарҙың үҙ-ара бәйләнешен, уларҙы файҙаланыуҙағы сикләүҙәрҙе, проблемалы ситуациялар барлыҡҡа килеү шарттарын һәм уларҙан сығыу юлдарын билдәләй; экологик мониторинг үткәреү өсөн нигеҙ булып...

БИОЛОГИК НОМЕНКЛАТУРА

БИОЛОГИК НОМЕНКЛАТУРА, үҙ‑ара дөйөм сығышы менән бәйле тере организмдарҙың (хайуандар, үҫемлектәр, бәшмәктәр һәм микроорганизмдар) систематик төркөмдәренең фәнни атамалар системаһы. Хәҙерге Б.н. нигеҙҙәре төрҙәрҙең латин телендәге атамалары өсөн беренсе булып бинар комбинациялар тәҡдим иткән К.Линней...

БИОЛОГИК ПРЕПАРАТТАР

БИОЛОГИК ПРЕПАРАТТАР, ауыл хужалығында: ветеринарияла һәм үҫемлекселектә ҡулланылған биол. сығышлы матдәләр. Ветеринар практикала ҡулланылыусы Б.п. ддиагностик (аллергендар, антигендар, диагностик сывороткалар), дауалау (гаммаглобулиндар, специфик гипериммун сывороткалар һ.б.), иҫкәртеү (анатоксиндар,...

БИОЛОГИК РЕСУРСТАР

БИОЛОГИК РЕСУРСТАР, кешенең матди һәм рухи ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүсе йәнле тәбиғәт объекттары. Үҫемлек, хайуандар донъяһы ресурстарын һ.б. айырып йөрөтәләр; генетик ресурстар айырыуса әһәмиәткә эйә. Башҡортостандың үҫемлек ресурстары 2,2 меңдән ашыу төр ябай төҙөлөшлө үҫемлекте һәм яҡынса 1,7 мең...

БИОЛОГИК ТАҘАРТЫУ

БИОЛОГИК ТАҘАРТЫУ, ағынты һыуҙарҙы биологик таҙартыу, микроорганизмдар ярҙамында таҙартыу ҡоролмаларында башҡарыла. Көнкүреш һәм сәнәғәт ағынты һыуҙарын органик бысратыусыларҙан таҙартыуҙың һөҙөмтәле ысулы. Беренсел тондороу бассейндарында механик ҡушылмаларҙы бөтөргәндән һуң, ағынты һыуҙар актив ләмле...

БИОЛОГИК ТӨРЛӨЛӨК

БИОЛОГИК ТӨРЛӨЛӨК, билдәле бер экосистемалағы, терр‑ялағы йәки бөтә планеталағы тере организм төрҙәренең дөйөм һаны. Ерҙә яҡынса 2,5 млн төр билдәле, ләкин күп умыртҡаһыҙҙар, бәшмәктәр, бактериялар тулыһынса асыҡланмаған, шуға күрә, төрлө ғалимдарҙың фекеренсә, 5 млн алып 30 млн тиклем тәшкил итә. Экосистеманың...

БИОЛОГИЯ

БИОЛОГИЯ (био... һәм ...логия), йәнле тәбиғәттең барлыҡҡа килеүе, үҫеше һәм ойоштороу формалары т‑дағы фәндәр комплексы. Биол. фәндәр системаһы тикшеренеү объекттарына (ботаника, зоология, кеше һәм хайуандар анатомияһы һәм физиологияһы, тупраҡ ғилеме һ.б.), биол. процесс механизмдарына һәм уларҙың организм...

БИОЛОГИЯ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ

БИОЛОГИЯ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ, биология өлкәһендә урта һәм юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү системаһы. Башҡортостанда үҙ аллы тармаҡ булараҡ революциянан (1917) һуң формалаша башлай. Биол. уҡытыу 1920 й. Халыҡ мәғарифы ин‑тында (ҡара: Уҡытыусылар институты) индерелә. Ошо ин‑т базаһында асылған...