Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҒӘЛИЕВ Ғатаулла Фәсхетдин улы

ҒӘЛИЕВ Ғатаулла Фәсхетдин улы [16.9.1861, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Яйыҡ‑Ҫыбы‑Мең улусы Ниғмәтулла а. (БР‑ҙың Әлшәй р‑ны) — 1939, шунда уҡ], шағир-импровизатор. Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһендә(1881—86), Троицк ҡ. мәҙрәсәлә (1886—92) уҡыған. Ғәрәп һәм фарсы телдәрен белгән. 1892—1929 йй. тыуған ауылында мөҙәрис,...

ҒӘЛИЕВА Гүзәл Ғабдуллайән ҡыҙы

ҒӘЛИЕВА Гүзәл Ғабдуллайән ҡыҙы (1.3.1955, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Иманғол а.), шағирә. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1987). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1979) “Серп и молот” (“Ураҡ һәм сүкеш”) гәз., 1981 й. алып “Авангард” гәз. бүлек мөдире; 1983 й. башлап БАССР Мәҙәниәт министрлығы инспекторы, 1985 й. — БАССР...

ҒӘЛИМОВ Зиннәт Абдулхаҡ улы

ҒӘЛИМОВ  Зиннәт Абдулхаҡ улы [10.9.1922, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Буҙат а. (БР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны) – 13.8.1983, Алма-Ата ҡ., БР‑ҙың Стәрлебаш р‑нының ш. уҡ исемле ауылында ерләнгән], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1973). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1953 й. алып Стәрлебаш район мәҙәниәт һарайында; 1958—82 йй....

ҒӘНИЕВА Тамара

ҒӘНИЕВА Тамара (Тимербикә Әхмәтшәриф ҡыҙы) (25.1.1951, БАССР-ҙың Көйөргәҙе р-ны Кинйәбай а.), шағирә. БР‑ҙың халыҡ шағиры (2019), БР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1993). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1986). Стәрлетамаҡ пед. ин‑тын тамамлаған (1978). 1970 й. алып Стәрлетамаҡ мәктәп-интернатында, 1978 й. — Респ....

ҒИЗЗӘТУЛЛИН Ибраһим Ғәзизулла улы

ҒИЗЗӘТУЛЛИН Ибраһим Ғәзизулла улы [15.9.1918, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Түбәнге Әрмет а. (БР-ҙың Ишембай р-ны) – 13.5.1992, шунда уҡ], яҙыусы. БАССР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1988). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1965). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941 й. ауыр яраланыу арҡаһында паралич һуға. “Яңынан сафта”...

ҒИЗЗӘТУЛЛИНА Гөлсирә Мирза ҡыҙы

ҒИЗЗӘТУЛЛИНА Гөлсирә Мирза ҡыҙы (4.7.1957, Ҡаған ҡ.), яҙыусы, тәржемәсе. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2009). Яҙыусылар союзы (1996), Журналистар союзы (2004) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1979) “Башҡортостан” гәз. хеҙм‑ре (1993 й. башлап бүлек мөдире), 1996 й. алып “Китап” нәшриәтенең сектор мөдире,...

ҒИЛӘЖЕВ Мансаф Тажетдин улы

ҒИЛӘЖЕВ Мансаф Тажетдин улы (17.5.1933, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Яңы Йомран а.), яҙыусы. БАССР- ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1990). Журналистар союзы (1962), Яҙыусылар союзы (1986) ағзаһы. БДУ‑ны (1960), Ленинград юғары партия мәктәбен (1969) тамамлаған. 1960—67 йй. һәм 1969 й. алып БАССР‑ҙың ТВ һәм радиотапшырыуҙар...

ҒИЛӘЖЕВ Хәким

ҒИЛӘЖЕВ Хәким [Ғиләжев Лоҡман-Хәким Ғабдрахман улы; 1.3.1923, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Ҡаңны-Төркәй а. (БР-ҙың Бүздәк р-ны) — 14.11.1997, Өфө], яҙыусы. РСФСР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1983). Яҙыусылар союзы ағзаһы(1950). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ғ.Ғ.Ғиләжевтең ағаһы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед....

ҒИНИӘТУЛЛИН Талха Йомабай улы

ҒИНИӘТУЛЛИН Талха Йомабай улы [(урыҫса баҫмаларҙа псевдонимы: Анатолий Генатулин) 20.4.1925, БАССР-ҙың Тамъян‑Ҡатай кантоны Ураҙ а. (БР‑ҙың Учалы районы) — 7.11.2019, шунда уҡ], яҙыусы. БР-ҙың халыҡ яҙыусыһы (2010). БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1978). Б.В....

ҒИРФАНОВ Агиш Шәйех улы

ҒИРФАНОВ Агиш Шәйех улы [14.4.1928, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Таймый а. (БР‑ҙың Салауат р‑ны) — 8.11.1999, Өфө], яҙыусы. РСФСР‑ҙың (1988) һәм БАССР‑ҙың (1978) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1971). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1950) Учалы р‑ны Наурыҙ урта мәктәбендә...

ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы

ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы (14.10.1945, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Мәзит а.), яҙыусы. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2011), РФ‑тың халыҡ мәғарифы отличнигы (1993). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1996). Стәрлетамаҡ пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1972) “Октябрь байрағы” (ҡара: “Зианчуринские зори”) гәз....

ҒҮМӘР (Ғүмәров) Ғариф Мортаза улы

ҒҮМӘР (Ғүмәров) Ғариф Мортаза улы [10.12.1891, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Ҡырғыҙ‑Миәкә а. (БР‑ҙың Миәкә р‑ны) — 18.8.1974, Өфө], яҙыусы, тәржемәсе. РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1971). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1934). Беренсе донъя һәм Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. “Хөсәйениә” мәҙрәсәһендә уҡый (1904—...

ҒҮМӘРОВ Фәйзи Муллағәли улы

ҒҮМӘРОВ Фәйзи Муллағәли улы (3.3.1926, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Иҫке Хәлекәй а., хәҙ. БР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Хәлекәй а. — 27.7.2002, ш. уҡ р‑ндың Стәрлебаш а.), шағир. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1986). Журналистар союзы (1957), Яҙыусылар союзы (1971) ағзаһы. Б.В. һуғышында, 1945 й. совет-япон...

ҒҮМӘРСКИЙ Ғиләж

ҒҮМӘРСКИЙ Ғиләж [ысын исеме Миңлебаев Ғиләжетдин Фәсхетдин улы; 1.4.1890, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Иҫке Этекәй а. (БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны) — 26.11.1967, Өфө], драматург. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. “Ғосмания” мәҙрәсәһендә уҡый (1903–07). 1917 й. алып Өфө, Стәрлетамаҡ ҡҡ. төрлө ойошма һәм учреждениеларында...

ДАНИЛОВ-ЧАЛДУН Максим Николаевич

ДАНИЛОВ-ЧАЛДУН Максим Николаевич [18.1.1894, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Уҫылыбаш а. (БР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны) – 2.3.1944, Кувшиновка ҡ.], яҙыусы. Беренсе донъя, Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Томск совет‑партия мәктәбен (1921), ВКП(б) ҮК эргәһендәге партия хеҙм‑ре курстарын (Мәскәү, 1926)...

ДӘМИНЕВ Дим Абдрахман улы

ДӘМИНЕВ Дим Абдрахман улы (19.6.1942, Чкалов өлк. 2-се Зубочистка а. ‒– 23.4.1994, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), шағир, тәржемәсе. БР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1992). Яҙыусылар союзы (1982), Журналистар союзы ағзаһы. Ырымбур пед. ин‑тын тамамлаған (1964). 1965— 74 йй. Ырымбур өлк. район һәм өлкә гәз....

ДӘҮЛӘТБИРҘИНА Тәнзилә Сәлих ҡыҙы

ДӘҮЛӘТБИРҘИНА Тәнзилә Сәлих ҡыҙы [3.8.1964, БАССР‑ҙың Белорет р‑ны Тимер а. (БР‑ҙың Бөрйән р‑ны)], шағирә, драматург. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2014). Яҙыусылар союзы (1992), Журналистар союзы (2006) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1986) Респ. халыҡ ижады һәм мәҙәни-ағартыу эше ғилми-методик үҙәгендә,...

ДӘҮЛӘТШИНА Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы

ДӘҮЛӘТШИНА Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы [21.2.1905, Һамар губ. Николаевск өйәҙе Хәсән а. (Һамар өлк. Оло Чернигов р‑ны) — 5.12.1954, Бөрө ҡ.], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1935). Редакция-нәшриәт ин‑тында (Мәскәү, 1932), К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тында (1935—37) уҡыған. 1920 й. Һамар губ. Диңгеҙбай а....

ДЕНИСОВ Владимир Владимирович

ДЕНИСОВ Владимир Владимирович (10.4.1953, Свердловск ҡ.), шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1988). М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1987). 1994 й. алып Өфөлә йәшәй һәм эшләй. 1997—99 йй. һәм 2011—13 йй. “Истоки” гәз. баш мөхәррир урынбаҫары, 1999—2010 йй. “Нефть Башкортостана” гәз. мөхәррире....

ДИМ Баязит

ДИМ Баязит [ысын исеме Баянов Баязит Фәтхелислам улы; 24.1.1909, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Айыухан а. (БР‑ҙың Дәүләкән р‑ны) — 10.10.1945, Өфө], яҙыусы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1928 й. алып “Яңа авыл” (“Яңы ауыл”; ҡара: “Кызыл таң”) гәз. эшләй. 1929—32 йй. “Ленин юлы” (ҡара: “Туймазинский вестник”)...