Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ХЕҘМӘТ РЕСУРСТАРЫ

ХЕҘМӘТ РЕСУРСТАРЫ, хеҙмәткә яраҡлы йәштәге халыҡ (эшләмәгән инвалидтарҙан һәм льготалы шарттарҙа пенсия алған шәхестәрҙән тыш), пенсия йәшендәге эшләп йөрөгән граждандар һәм үҫмерҙәр, эшләп йөрөгән сит ил мигранттары. РФ-та хеҙмәткә яраҡлылыҡ ир-егет өсөн 16—59 йәш, ҡатын-ҡыҙ өсөн 16—54 йәш (ҡара: Халыҡтың...

ХЕҘМӘТ ТЕРАПИЯҺЫ

ХЕҘМӘТ ТЕРАПИЯҺЫ, хеҙмәт процестарын дауалау маҡсатында ҡулланыу. Формаһы б-са түбәндәге төрҙәргә айырыла: аяҡҡа баҫтырыусы хеҙмәт эшмәкәрлеге (хәрәкәт боҙолоштарын иҫкәртеүгә йәки боҙолған функцияларҙы тергеҙеүгә йүнәлтелә), дөйөм нығыныу (ауырыу оҙаҡҡа һуҙылған осраҡта функциональ хәлде һәм хеҙмәткә...

ХЕҘМӘТ ХОҠУҒЫ

ХЕҘМӘТ ХОҠУҒЫ, граждандарҙың хеҙмәткә хоҡуғын һәм иреклеген, хеҙм-рҙәрҙең һәм эш биреүселәрҙең хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен дәүләт тарафынан яҡлау маҡсатында хеҙмәт һәм уға бәйле мөнәсәбәттәрҙе көйләгән хоҡуҡ тармағы. 1882 й. 1 июнендәге “Заводтарҙа, фабрика­ларҙа һәм мануфактураларҙа эшләүсе балалар...

ХЕҘМӘТ ҺӘМ СОЦИАЛЬ МӨНӘСӘБӘТТӘР АКАДЕМИЯҺЫ

ХЕҘМӘТ ҺӘМ СОЦИАЛЬ МӨНӘСӘБӘТТӘР АКАДЕМИЯҺЫ. Мәскәүҙә урынлашҡан. Башҡ-н соц. технологиялар ин-ты (филиалы) 1963 й. Өфөлә уҡыу-консультация пункты булараҡ асыла, 1998 й. алып Башҡ-н филиалы, 2004 й. башлап хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә (БСТИ). Ин-т составына 3 ф-т (финанс-иҡт., юридик, ситтән тороп...

ХЕҘМӘТЛЕ КЕШЕЛӘР

ХЕҘМӘТЛЕ КЕШЕЛӘР, 14—18 бб. Рәсәйҙә дәүләт файҙаһына адм. йәки хәрби хеҙмәт үтәргә тейешле кешеләр. Нәҫелдән килгән Х.к. (хеҙмәт башлыса атаһынан улына күскән) [баярҙар, дворяндар (ҡара: Дворянлыҡ), баяр балалары, окольничийҙар, стольниктар аҫабалыҡ йәки поместье хоҡуғында ер һәм крәҫтиәндәргә хужа...

ХЕҘМӘТТЕ ҺАҠЛАУ

ХЕҘМӘТТЕ ҺАҠЛАУ, хеҙмәт итеү процесында хеҙм-рҙәрҙең ғүмерен һәм һаулығын һаҡлау системаһы; хоҡуҡи, соц.-иҡт., ойоштороу, техник, санитария-гигиена, дауалау-иҫкәртеү, реабилитациялау сараларын һ.б. үҙ эсенә ала. Х.һ. хәүефһеҙлек техникаһы, хеҙмәт гигиенаһы, хеҙмәтте фәнни яҡтан ойоштороу һ.б. айырыла....

ХЕМИЛЮМИНЕСЦЕНЦИЯ

ХЕМИЛЮМИНЕСЦЕНЦИЯ, ҡуҙғытылған хәлдә химик реакцияларҙың продукттары килеп сығыуға бәйле барлыҡҡа килгән тигеҙләнешмәгән нурланыш. Ҡуҙғытыу энергияһы молекула тәүге хәленә квантлы күсеүе ваҡытында фотондар рәүешендә бүленеп сыға (ҡара: Люминесценция). Тәбиғәттә яҡтылыҡ атмосфераның юғары ҡатламдарында,...

ХИЗБУЛЛИН Фәйез Фәрүәз улы

ХИЗБУЛЛИН Фәйез Фәрүәз улы (22.9.1956, БАССР-ҙың Дыуан районы Мәсәғүт а.), физик. Химия фәндәре докторы (2006). БДУ-ны тамамлағандан һуң (1978) шунда уҡ эшләй. 1980 й. алып ӨНИ-лә, 1981 й. – Бөтә Союз гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми-тикшеренеү технология институтында (1990 й....

ХИКӘЙӘ

ХИКӘЙӘ, бәләкәй эпик жанр, ҡағиҙә булараҡ, герой тормошоноң бер йәки бер нисә ваҡиғаһы һүрәтләнгән, күләме б-са ҙур булмаған сәсмә әҫәр. Х. ҡатнашыусылар даирәһе сикле, тасуирланған ваҡиғаның ваҡыты ҡыҫҡа. Башҡорт Х. көләмәс, легенда, риүәйәт, хикәйәт, әкиәт һ.б. сәсмә фольклор жанрҙары нигеҙендә үҫешә....

ХИКӘЙӘТ

ХИКӘЙӘТ (ғәр.), Яҡын, Урта Көнсығыш һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азия халыҡтарында теләһә ниндәй ҙур сюжетлы сәсмә йәки шиғри әҫәрҙе аңлатҡан әҙәби термин. Тар мәғәнәлә — күләме б-са хикәйә һәм новелла м-н тиң булған бәләкәй эпик жанр. Романтик стиль, тарихи ваҡиғаға йәки легендаға нигеҙләнгән хикмәтле сюжет...

ХИКМӘТ

ХИКМӘТ (ғәр.), көнсығыш әҙәбиәте жанры, күләме б-са ҙур булмаған, күпселек осраҡта фәлс. йәки тормош тәжрибәһен, фәһемле һығымтаны үҙ эсенә алған шиғри әҫәр. Ҡайһы берҙә ҙур әҫәрҙәрҙә (мәҫ., С.Сараиҙың “Гөлөстан бит‑төрки” дастанында) структура яһаусы элемент булып тора. Башҡорттар араһында С.Баҡырғани,...

ХИЛАЖЕВ Мәүлит Хилаж улы

ХИЛАЖЕВ Мәүлит Хилаж улы [5.5. 1916, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Мансур а. (БР-ҙың Учалы р-ны) — 30.8.1997, шунда уҡ], Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1928 й. алып “Башзолото” тресының алтын приискыларында эшләй. 1941 й. окт. башлап Ленинград фронтының 14-се атлы артиллерия полкында...

ХИМИК АНАЛИЗ

ХИМИК АНАЛИЗ, матдәнең химик составын (элемент, изотоп, молекуляр һәм фаза) асыҡлау өсөн ҡулланылған ысулдар һәм принциптар йыйылмаһы. Х.а. фәнни нигеҙе – аналитик химия. Сифат (компоненттарын – атомдарын, иондарын, молекулаларын, функциональ төркөмдәрен билдәләү) һәм һан б-са (уларҙың һанын иҫәпләү)...

ХИМИК АНАЛИЗ ЫСУЛДАРЫ

ХИМИК АНАЛИЗ ЫСУЛДАРЫ, химик реакцияларҙы ҡулланыуға нигеҙләнгән. Һан һәм сифат б-са Х.а.ы. айырыла. Һан б-са Х.а.ы. реакция продуктының массаһы (гравиметрия), билдәләнә торған компонент м-н реакцияға ингән матдә эретмәһенең һан б-са күләме (титриметрия), реакция һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән газдың...

ХИМИК БЫСРАНЫУ

ХИМИК БЫСРАНЫУ, тирә‑яҡ мөхиттә химик матдәләрҙең (органик берләшмәләр, пестицидтар, ауыр металдар, радионуклидтар, пластик массалар, өҫкө йөҙҙә актив матдәләр, нефть продукттары һ.б.) норманан артыҡ йәки уға хас булмаған концентрацияларҙа тупланыуы. Х.б.–биосфера процестарының тигеҙләнеше боҙолоуҙың,...

ХИМИК КИНЕТИКА

ХИМИК КИНЕТИКА, физик химия бүлеге, ваҡыт эсендә химик реакциялар барышы законлыҡтарын, уларҙың тиҙлегенә һәм йүнәлешенә тышҡы факторҙарҙың тәьҫирен өйрәнә. Кинетик тикшеренеүҙәр (ваҡыт эсендә реагенттарҙың, аралыҡ матдәләрҙең һәм реакция продукттары үҙгәреүенең законлыҡтары) химияның күп бүлектәре...

ХИМИК МУТАГЕНДАР

ХИМИК МУТАГЕНДАР, мутациялар тыуҙырыу һәләтенә эйә булған матдәләр. Тура тәьҫирле (ДНК, РНК һәм ҡайһы бер аҡһымдарҙы модификациялай) һәм тәьҫире тура булмаған (промутагендар – аҙаҡҡы инерт матдәләр, микросомалы оксидазалар системаһы м-н ферментатив окисланыу һөҙөмтәһендә организмда Х.м. әүерелә) Х.м....

ХИМИК СҮСТӘР

ХИМИК СҮСТӘР, сүс барлыҡҡа килтергән полимерҙарҙыңэретмәләренән һәм иретмәләренән формалана. Башланғыс сеймалдың төрөнә бәйле яһалма (ацетат, вискоза, баҡыр-аммиак сүстәр – тәбиғи полимерҙарҙан, башлыса целлюлозанан алына), синтетик (синтетик полимерҙарҙан – полиамид, полиэфир, полиакрилонитрил, полиолефин...

ХИМИК ТЕРМОДИНАМИКА

ХИМИК ТЕРМОДИНАМИКА, химик системаларҙың (газ хәлендәге, шыйыҡ һәм ҡаты матдәләр, эретмәләр һ.б.) һәм процестарҙың (реакциялар, фаза үҙгәрештәре һ.б.) термодинамик үҙсәнлектәрен өйрәнгән физик химия бүлеге. Х.т. һығымталары һәм ысулдары сиктәш белем тармаҡтарында (физика, йылылыҡ энергетикаһы, геология,...

ХИМИК ТЕХНОЛОГИЯ

ХИМИК ТЕХНОЛОГИЯ, сеймалды ҡулланыу продукттарына һәм етештереү сараларына химик эшкәртеүҙең (матдәнең үҙсәнлектәрен, составын һәм төҙөлөшөн үҙгәртеү) аҙ сығымлы һәм экологик яҡтан маҡсатҡа ярашлы ысулдары һәм процестары т-дағы фән. Дөйөм (тигеҙләнеш хәлендәге химик әүерелеүҙәр, матдәләрҙең физик-химик...