Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СУД СИСТЕМАҺЫ

СУД СИСТЕМАҺЫ, дәүләттең суд ғәмәле б‑са бер‑береһе м‑н бәйләнгән бөтә судтар йыйылмаһы. БР‑ҙа С.с. РФ Конституцияһы, БР Конституцияһы, “Рәсәй Федерацияһында суд системаһы тураһында” законына (1996) ярашлы эш итә; суд власының респ. органдарынан — БР Конституция Судынан, мировой судьяларҙан (ҡара: Мировой...

СУД‑МЕДИЦИНА ЭКСПЕРТИЗАҺЫ

СУД‑МЕДИЦИНА ЭКСПЕРТИЗАҺЫ, үлем сәбәптәрен, тән йәрәхәттәренең характерын һәм ауырлығын, зыян күргән, хоҡуҡ боҙған кешенең хәл‑торошон һ.б. асыҡлау өсөн суд йәки тәфтиш органдары ҡарары б‑са эшләнә торған фәнни‑практик тикшеренеү. Мәйетте, тере кешеләрҙе, матди дәлилдәрҙе һәм биол. объекттарҙы тикшереү...

СУДАН ҮЛӘНЕ

СУДАН ҮЛӘНЕ, судан соргоһы (Sorghum Sudanense), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек. Бер йыллыҡ үлән. Һабағы цилиндр формаһында, тигеҙ япраҡланған, шыма, быуындары яҡшы үҫешкән, бейеклеге 1,8—3 м. Япрағы ланцет формаһында, шыма, сите бер аҙ ҡытыршы, оҙонлоғо 40—65 см, киңлеге 2,5—4,0 см. Сәскәлеге —...

СУДНО

СУДНО, транспорт, промысла һәм хәрби маҡсаттар, ғилми тикшеренеүҙәр һ.б. өсөн тәғәйенләнгән йөҙөү ҡоролмаһы. Диңгеҙҙә йөрөй торған, эске (йылғаларҙа, һыуһаҡлағыстарҙа, ҙур күлдәрҙә, диңгеҙ ҡултыҡтарында) һәм ҡатнаш йөҙөү С.; үҙйөрөшлө (газотурбоходтар, пароходтар, теплоходтар, электроходтар) һәм үҙе...

СУДНО ЯҒЫУЛЫҒЫ

СУДНО ЯҒЫУЛЫҒЫ, судноларҙың энергетик ҡулайламаларында, ш. иҫ. газ турбиналы ҡулайламаларҙа, яғыулыҡ сифатында ҡулланылған углеводородтар ҡатышмаһы. Агрегат хәленә ҡарап ҡаты (сеймал — антрацит, ядро яғыулығы), шыйыҡ (нефть, һәүерташтар, һоро күмер һ.б.), газ хәлендәге (углеводород газдар, водород һ.б.)...

СУДНОЛАР РЕМОНТЛАУ-ЭШЛӘҮ ЗАВОДЫ

СУДНОЛАР РЕМОНТЛАУ-ЭШЛӘҮ ЗАВОДЫ, ЯСЙ. Өфөлә урынлашҡан. Составына механика (1932 й. нигеҙ һалына), ағас эшкәртеү (1934), корпуслы (1971), энергомеханика, урман цехы (икеһе лә — 1985), судно ҡорамалдарын ремонтлау (1998) цехтары; слип (1960) һ.б. инә. 2009 й. 192 кеше эшләгән. 1918 й. Старицкий ҡултығының...

СУДТАР

СУДТАР, енәйәт, граждандар һ.б. эштәрҙе ғәмәлдәге закондар һәм билдәләнгән процессуаль ҡағиҙәләр нигеҙендә ҡараусы дәүләт органдары. С. суд власын ғәмәлгә ашыра. Башҡорттарҙа хөкөм йола хоҡуғы нигеҙендә аҡһаҡалдар йыйыны, Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң — бей, тархан һәм кенәздәр, һуңыраҡ...

СУЗДАЛЬЦЕВ Александр Иванович

СУЗДАЛЬЦЕВ Александр Иванович [12.10.1937, БАССР‑ҙың Красноусол р‑ны ш. уҡ исемле ҡсб (БР‑ҙыңҒафури р‑ны)], Соц. Хеҙмәт Геройы (1977). 1956—58 йй., 1961 й. алып һәм 1980—98 йй. “Октябрьскнефть”, 1964—80 йй. “Нижневартовскнефть” НГДУ‑һында нефть һәм газ сығарыу б‑са оператор. Башҡортостандың (Илькин,...

СУЗДАЛЬЦЕВ Виктор Иванович

СУЗДАЛЬЦЕВ Виктор Иванович (20.1.1940, Чкалов өлк. Хәлил ҡсб), рәссам. РФ‑тың (2011) һәм БР‑ҙың (2001) атҡ. рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1989). Пенза художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1964; педагогтары Ю.К.Бельдюсов, В.М.Валукин) 2‑се Өфө пед. уч‑щеһында уҡыта, 1969—90 йй. Башҡ‑н ижади- производство...

СУЙЫН

СУЙЫН, тотороҡло ҡушылмалар (марганец, кремний, көкөрт, фосфор һ.б.), ҡайһы берҙә легирлау элементтары (никель, хром, баҡыр, алюмин, титан һ.б.) булған тимерҙең углерод м‑н (2,14—6,67%) иретмәһе. Ҡорос С. (4%‑тан артыҡ углерод инә, ҡоросҡа эшкәртелә) һәм ҡойоу С. (2,4— 3,8%‑тан артыҡ углерод, суйын...

СУЙЫНСЫ УРТА МӘКТӘБЕ

СУЙЫНСЫ УРТА МӘКТӘБЕ, Дәүләкән р‑нында урынлашҡан. 1901 й. урыҫ‑башҡорт халыҡ училищеһы булараҡ асыла, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1932 й. — колхозсы йәштәр мәктәбе, 1934 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1940 й. хәҙ. статусын ала. Хотимля а. филиалы эшләй. Компьютер класы, китапханаһы,...

СУЙЫНСЫ‑НИКОЛАЕВКА, Дәүләкән р‑нындағы ауыл

СУЙЫНСЫ‑НИКОЛАЕВКА, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Суйынсы а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. К.‑Көнс. табан 40 км алыҫлыҡта Суйынсы й. (Өршәк й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 519 кеше; 1920 — 599; 1939 — 699; 1959 — 581; 1989 — 524; 2002 — 506; 2010 — 558 кеше. Сыуаштар йәшәй...

СУЙЫНСЫ‑СУПАН, Йылайыр р‑нындағы ауыл

СУЙЫНСЫ‑СУПАН, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Дмитриевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 43 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 153 км алыҫлыҡта Кесе Һүрәм й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 176 кеше; 1920 — 528; 1939 — 709; 1959 — 523; 1989 — 247; 2002 — 232; 2010 — 137 кеше. Татарҙар...

СУЙЫНСЫ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл

СУЙЫНСЫ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Суйынсы а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. К.‑Көнс. табан 37 км алыҫлыҡта Суйынсы й. (Өршәк й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 3822 кеше; 1920 — 3131; 1939 — 1563; 1959 — 960; 1989 — 472; 2002 — 473; 2010 — 475 кеше. Татарҙар йәшәй (2002)....

СУКОВАТОВ Николай Иванович

СУКОВАТОВ Николай Иванович (20.6.1921, Томск губ. Осиновка а. — 24.5.1992, Өфө), Советтар Союзы Геройы (1943). Подполковник. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Боровичи хәрби уч‑щеһын тамамлаған (1956). Менделеево т. юл ст. (Пермь өлк.) эшләгән. 1940 й. алып Совет Армияһында. 1941 й. нояб. башлап Үҙәк, 1‑се...

СУҠБАЕВ Сәләхетдин Хөсәйен улы

СУҠБАЕВ Сәләхетдин Хөсәйен улы (10.6.1935, БАССР‑ҙың Өфө районы Нөрлө а. — 17.2.2021, Өфө ҡ., тыуған яғында ерләнгән), журналист. БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1974), ТВ һәм радио отличнигы (1984). Журналистар союзы ағзаһы (1964). БДУ‑ны тамамлаған (1960). 1962 й. алып “Башҡортостан” ДТРК‑ның...

СУҠМАРБАШ, күк сәскә

СУҠМАРБАШ, к ү к с ә с к ә (Centaurea), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 550‑нән ашыу төрө билдәле, Евразияла, Америкала, Африкала, Австралияла таралған. Башҡортостанда 12 төрө үҫә: болон С., ҡытыршы С., рус С., тарҙаҡай С., тартәңкә С. һәм башҡалар. Бер, ике йәки күп йыллыҡ үлән. Һабағы...

СУҠМЫЙЫҠ МЕЛИТТУРГА

СУҠМЫЙЫҠ МЕЛИТТУРГА (Melitturga clavicornis), яры ҡанатлылар отрядының андренидалар ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Евразияның уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә (Көньяҡ Европанан алып Монголияға тиклем) таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 1,3—1,5 см, ҡара төҫтә, ҡыҫҡа һорғолт‑һары төҫтәге төктәр менән ҡапланған. Башы...

СУҠРАҠЛЫ ҠАЛАСЫҒЫ

СУҠРАҠЛЫ ҠАЛАСЫҒЫ, 8 б. 2‑се ярт. — 9 б. археологик ҡомартҡыһы. Шишмә р‑ны Суҡраҡлы а. көнсығышҡа ҡарай 1,5 км алыҫлыҡта Дим й. уң ярында урынлашҡан. 1973 й. С.М.Васюткин, В.С.Горбунов тарафынан асыла һәм өйрәнелә. Ҡаласыҡ 2 ур м‑н һаҡланған. Керамика муйындары соҡорло биҙәк, ҡыя һыҙыҡтар, тамсы рәүешендәге...

СУҠРАҠЛЫ, Шишмә р‑нындағы ауыл

СУҠРАҠЛЫ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Дурасов а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 31 км һәм Шөңгәккүл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 7 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 271 кеше; 1959 — 233; 1989 — 150; 2002 — 129; 2010 — 130 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡырҡ-Өйлө- Мең улусы...