Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СИРКӘҮҘӘР

СИРКӘҮҘӘР, христиандарҙың культ биналары. Башҡортостанда иң тәүҙә православие ҡорамдарына нигеҙ һалына. С. 16 б. 2‑се ярт. — башлыса Өфө тирәләй һәм Ағиҙел й. үҙәнендә (ҡара: Богородский‑Өфө сиркәүе, Николай сиркәүе, Троица сиркәүе), 18 б. уртаһынан — тау заводтары торамаларында (ҡара: Воскресение сиркәүе);...

СОЛТАНАЙ АУЫЛЫ МӘҘРӘСӘҺЕ

СОЛТАНАЙ АУЫЛЫ МӘҘРӘСӘҺЕ, 19 б. 1‑се ярт. Пермь губернаһының Уҫы өйәҙе Солтанай а. (Пермь крайының Барҙы р‑ны) мәсете эргәһендә асыла, тип фараз ителә. Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарамағында булған. Айырым шәхестәр аҡсаһына тотолған. Ир балалар ҡабул ителгән. Уҡыу программаһына дини предметтар...

СӨННИСЕЛЕК

СӨННИСЕЛЕК, исламдағы төп (шиғисылыҡ м‑н бер рәттән) йүнәлештәрҙең береһе. Мөхәммәт пәйғәмбәр вафат булғандан һуң 7 б. 2‑се ярт. барлыҡҡа килә, 10—11 бб. тулыһынса формалаша. С. эйәреүселәре тәүге дүрт хәлифәнең (Әбү Бәкер, Ғүмәр, Ғосман, Ғәли) идара итеүенең законлы булыуын таный, Ғәлиҙең айырым урын...

СПАС СИРКӘҮЕ

СПАС СИРКӘҮЕ. Өфөлә урынлашҡан. 1824 й. рухани И.Г.Несмелов һәм мәхәлләселәрҙең аҡсаһына 1773 й. Пресвятая Богородица Благовещениеһы һәм 1779 й. Спас Нерукотворный хөрмәтенә ҡоролған, 1821 й. янған 2 ағас сиркәү урынында төҙөлә һәм 1844 й. изгеләндерелә. Бер көмбәҙле, 3 ярусы булған ике манаралы, 7...

СТӘРЛЕТАМАҠ ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ

СТӘРЛЕТАМАҠ ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ, С т ә р л е т а м а ҡ  б е р е н с е  й ә м и ғ  м ә с е т е, 1823—25 йй. сауҙагәр Ғ.Ғ.Ибраевтың аҡсаһына 1823 й. янған ағас мәсет (1800 й. сауҙагәр Ш.Урманцев аҡсаһына һалынған) урынында төҙөлә. Бина таштан, манаралы. 1861 й. яна; тергеҙелә. Ырымбур мосолман диниә назараты...

СУФЫЙСЫЛЫҠ

СУФЫЙСЫЛЫҠ, исламдағы мистик ағым. 8 б. аҙ. сөнниселектә барлыҡҡа килә, 10–12 бб. тулыһынса формалаша. Дини аскетизм таратыуға, рухи таҙарыныуға, Алланы интуитив һәм рухи яҡтан танып белеүгә өндәй. Ғилемгә эйә булыр өсөн мистик юл (тәриҡәт) аша үтергә кәрәк; үтә нескә тойғоло танып белеү (кәшеф) һәм...

ТАУЛЫҠАЙ МӘҘРӘСӘҺЕ

ТАУЛЫҠАЙ МӘҘРӘСӘҺЕ, “И м а н и с т и”, урта уҡыу йорто. 19 б. уртаһында Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Түб. Таулыҡай а. (хәҙ. БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) мәсет эргәһендә асыла. Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарамағында була. Хәйриә аҡсаһына тотола. Уҡытыу‑тәрбиә эшенә мөҙәрис, мәсеттең имам‑хатибы етәкселек...

ТӘРЕ ЙӨРӨШТӘРЕ

ТӘРЕ ЙӨРӨШТӘРЕ, христиандарҙың (протестанттарҙан башҡа) дини йолаһы; руханиҙарҙың һәм диндарҙарҙың ҡорамдар, монастырҙар тирәләй, бер ҡорамдан икенсеһенә йәки берәй билдәләнгән урынға, тәреләр, иконалар һәм дини байраҡтар (ҡара: Православие) йәки статуялар (ҡара: Католицизм) һ.б. изге әйберҙәр күтәреп,...

ТРОИЦА СИРКӘҮЕ

ТРОИЦА СИРКӘҮЕ, С м о л е н с к с о б о р ы. Өфөлә урынлашҡан. 1586 й. Өфө кремле терр‑яһында 1584 й. Ҡазан Божья Матерь иконаһы хөрмәтенә төҙөлгән ағас сиркәү урынында нигеҙләнә, 1616 й. төҙөлә һәм Смоленск (Йәмиғ) сиркәүе булараҡ изгеләндерелә, 1799 й. алып Смоленск кафедраль соборы, 1842 й. Воскресение...

ТУШҠЫР МӘСЕТЕ

ТУШҠЫР МӘСЕТЕ, Себер даруғаһы Танып улусы Тушҡыр а. (хәҙ. БР‑ҙың Балтас р‑ны) 17 б. аҙ. төҙөлгән, тип фараз ителә, 1805 й. алып беренсе йәмиғ мәсете. Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарамағында була. Мәсет ағастан, бер ҡатлы, тура дүртмөйөш рәүешендә, төньяғынан күтәрмәле һәм көньяҡтан михраблы (намаҙ...

УН ИКЕ БАЙРАМ

УН ИКЕ БАЙРАМ, Иисус Христостың (8 Раббы байрамы) һәм Божья Матерҙың (4 Богородица байрамы) ерҙәге тормошо ваҡиғаларына арналған 12 иң мөһим (Пасха м‑н бер рәттән) православие байрамы. Дин хеҙмәте айырыуса тантаналығы м‑н айырыла; күсмәй торған (тәғәйен даталы) һәм күсә торған (датаһы Пасхаға бәйле)...

УЧАЛЫ ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ

УЧАЛЫ ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ, 1994 й. Учалы ҡ. Мосолман дини ойошмаһы инициативаһы м‑н Учалы тау‑байыҡтырыу комбинаты, Учалы р‑ны пр‑тиелары һәм айырым кешеләрҙең хәйриә аҡсаһына төҙөлә. БР Диниә назараты ҡарамағында була. Мәсет 2 ҡатлы, ҡатмарлы планлы. Манараһы (көмбәҙе м‑н бергә бейеклеге — 27 м) бер яруслы,...

ФЕТИШИЗМ

ФЕТИШИЗМ (фр. feјtichе – табыныу әйбере, талисман), ҡөҙрәтле көсө бар тип һаналған матди әйберҙәргә (фетиштарға) табыныу. Диндең иртә формаларына хас. Фетиш төрҙәре: таштар, ағас киҫәктәре һәм уларҙан эшләнгән һындар; хайуандың кәүҙә өлөштәре, һынташтар һ.б. Ҡайһы бер халыҡтарҙа фетиштарға рәхмәт әйтеү,...

ФИКҺ

ФИКҺ (ғәр. — төшөнөү), Ҡөрьән һәм Сөннәне файҙаланыу принциптарын, уларҙың һығымталарын мосолмандар тормошонда ҡулланырлыҡ итеп асып биргән мосолман хоҡуҡиәте. 7 б. аҙ. формалаша. 9 б. уртаһына Ф. мәктәптәре (мәҙһәбтәр) барлыҡҡа килә: мәлики, хәнбәли, хәнифи (ҡара: Хәнифиҙәр), шәфиғи. Ф. сығанаҡтары:...

ХАЛИҠОВ Мөхәмәтсабир Абдулхалиҡ улы

ХАЛИҠОВ Мөхәмәтсабир Абдулхалиҡ улы, С а б и р х ә ҙ р ә т [1854, Ырымбур губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Кесе Табын улусы (БР-ҙың Ғафури р-ны) Оло Үтәш а. — 1931, БАССР-ҙың Ғафури р-ны Сәйетбаба а.], дин әһеле, мәғрифәтсе. Тыуған ауылында мәҙрәсә тамамлаған, Ҡарғалы мәҙрәсәләренең береһендә уҡыған. 1904 й....

ХӘҘЕРГЕ ДИНИ ХӘРӘКӘТТӘР

ХӘҘЕРГЕ ДИНИ ХӘРӘКӘТТӘР, 20 б. 60—70‑се йй. барлыҡҡа килгән дини берекмәләр һәм төркөмдәр. Көнбайыш христиан йүнәлешендәге (“Христос сиркәүе”, “Ғаилә” һ.б.), көн­сығышта (Трансценденталь медитация, Халыҡ‑ара Кришна аңы йәмғиәте һ.б.), беҙҙең илдә (“Державная” Божья Матерь православие сиркәүе, “Алтай...

ХӘЙРИӘ

ХӘЙРИӘ, айырым шәхестәрҙең, дәүләт учреждениеларының, йәмәғәт һәм дини ойошмаларҙың мохтажлыҡта йәшәүселәргә ярҙам күрһәтеүе. Х. мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау һ.б. үҫешенә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән булырға мөмкин. Христианлыҡта Х. традициялары иң тәүге осорҙарҙан уҡ үҫешә, православиела ярлыларҙы ҡарау...

ХӘКИМ ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ

ХӘКИМ ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ, дүртенсе йәмиғ мәсете. 1908 й. мосолмандар юлламаһы б‑са Өфө сауҙагәре А.Ә.Хәкимов (ҡара: Хәкимовтар) аҡсаһына Өфөлә Бекетов урамында (хәҙ. М.Кәрим урамы) төҙөлә. Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарамағында була. Мәсет 2 ҡатлы, ҡыйығы 2 яҡлы; стеналары ҡыҙыл кирбестән һалына. 2 манараһы...

ХӘНИФИҘӘР

ХӘНИФИҘӘР, сөнниселектәдүрт дини‑хоҡуҡи мәктәптең (мәҙһәбтең) береһенә эйәреүселәр. Х. мәҙһәбе 8 б. Иранда барлыҡҡа килгән, нигеҙ һалыусы Әбү Хәнифә исеме м‑н аталған. Төп принциптары: ожмах (шәхси фекер), ҡыяс (оҡшашлыҡ б‑са фекер йөрөтөү), истихсан (өҫтөнлөк биреү). Башҡа төрлө фекер йөрөтөүселәргә,...

ХЕДЕРҘАР

ХЕДЕРҘАР (боронғо йәһүдсә — бүлмә), йәһүдтәрҙең дини башланғыс уҡыу йорттары. Яҡынса 13 б. барлыҡҡа килә. 3—5 йәшлек малайҙар ҡабул ителә. Уҡыу түләүле була. Дәрестәр уҡытыусының (меламед, ребе) өйөндә үтә. Түбәнге төркөмдә (3 йәштән) әлифба һәм иврит телендә текстар уҡырға (тәржемәһеҙ) өйрәтәләр, урта...