Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БИРЮКОВ Владимир Павлович

БИРЮКОВ Владимир Павлович (10.7.1888, Пермь губ. Першино а. — 18.6.1971, Свердловск ҡ.), тыуған яҡты өйрәнеүсе, диалектолог, фольклорсы. “Уралда революцияға тиклемге фольклор” (“Дореволюционный фольклор на Урале”; 1936) һәм “Урал үҙенең тере һүҙендә” (“Урал в его живом слове”; 1953) йыйынтыҡтарында...

БИСЕРТ ЗАВОДЫ

БИСЕРТ ЗАВОДЫ, 1760 й. Себер даруғаһы Ҡатай улусы башҡорттарынан ҡуртымға алынған (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, һатып алынған) ерҙәрҙә Бисерт й. (Ҡариҙел й. ҡушылдығы) буйында Г.А.Демидов (ҡара: Демидовтар) тарафынан тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: 1760—1805 йй., 1829—35 йй., 1843—73 йй....

БИСУРА, миф. персонажы

БИСУРА, башҡ. мифологияһында иң түбән рух. Хөрәфәти хикәйәләр, әкиәттәр (“Үгәй ҡыҙ менән бисура” һ.б.) персонажы. Ҡыҙыл кейемдәге бәләкәй кеше образында күҙалланған яуыз һәм хәйләкәр йән эйәһе. Һил урманда, талаш күп булған йортта йәшәй. Төрлө йән эйәләренә — мыраулаған бесәйгә, өргән эткә, илаған балаға...

БИСЯРИН Василий Григорьевич

БИСЯРИН Василий Григорьевич (1893, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ҡытау‑Ивановка Заводы а., хәҙ. Ҡытау‑Ивановка ҡ. — 13.4.1949, Мәскәү), совет партия‑дәүләт эшмәкәре. 1914 й. алып РСДРП ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Ҡыҙыл профессура тарих‑партия ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1932). 1919 й. февр.—мартында,...

БИҪТӘ

БИҪТӘ, 12—18 бб. Рәсәйҙә торамаларҙың бер төрө. Билдәле бер ваҡытҡа һалым һәм йөкләмәләрҙән азат ителгән күсеп килеүселәр урынлашҡан. Ҡайһы ведомствоға, ҡатламға һәм этник төркөмгә ҡарауы (монастырь, немец, пушкарҙар, стрелецтар, татар, батша һарайы Б. һ.б.), урыны [ҡала, ҡала яны; өйәҙ (уларға ауылдар...

БИТУМДАР

БИТУМДАР (лат. bitumen — тау ыҫмалаһы), юғары молекуляр углеводородтар (майҙар), ыҫмалалар һәм асфальтендарҙың ҡатмарлы күп компонентлы ҡатнашмалары. Тәбиғи һәм яһалма (техник) Б. айыралар. Тәбиғи Б. ғәҙәттә органик сығышлы, янар файҙалы ҡаҙылмалар (каустобиолиттар) һәм ултырма тау тоҡомдары составына...

БИШ ЙӨҘ ҺИКҺӘН ЕТЕНСЕ ГАУБИЦА АРТИЛЛЕРИЯ ПОЛКЫ

БИШ ЙӨҘ ҺИКҺӘН ЕТЕНСЕ ГАУБИЦА АРТИЛЛЕРИЯ ПОЛКЫ, 1943 й. февр.—апр. Көньяҡ Урал хәрби округы командующийы бойороғо б‑са БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Алкин а. төҙөлә. Полк составына 3 дивизион, махсус подразделениелар ингән. Полк майҙан — Калинин фронтының 22‑се, нояб. — 39‑сы армиялары, окт. — 1‑се Балтик буйы...

БИШ ЙЫЛЛЫҠ ПЛАНДАР

БИШ ЙЫЛЛЫҠ ПЛАНДАР, СССР халыҡ хужалығын үҫтереүҙең биш йыллыҡ пландары, биш йыллыҡтар, команда иҡтисады шарттарында илдең соц.‑иҡт. үҫешен планлаштырыуҙың төп формаһы. Һәр Б.й.п. фән һәм техника ҡаҙаныштары иҫәпкә алынған конкрет осорҙоң үҙенсәлектәренә тап килгән билдәле иҡт. бурысы була, директив...

БИШ УБА I

БИШ УБА I, Сармат мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 4 б. ҡарай. Хәйбулла р‑ны Петропавловка а. төньяҡ‑көнсығышҡа 5 км һәм Йылайыр р‑ны Суртанүҙәк а. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 3 км алыҫлыҡта бейек Биш Уба һыртында урынлашҡан. 1970 й. Н.А.Мәжитов тарафынан асыла, 1992—93 йй. Б.Б.Агиев тикшерә. Көнсығыштан...

БИШАУЫЛ‑УҢҒАР УРТА МӘКТӘБЕ

БИШАУЫЛ‑УҢҒАР УРТА МӘКТӘБЕ, Ҡырмыҫҡалы р‑ны. 1911 й. башҡа милләттәр өсөн мәктәп (урыҫ-башҡ.) булараҡ нигеҙ һалына. 1917—20 йй. эшләмәй, 1920 й. алып 1‑се баҫҡыс, 1929 й. — 2‑се баҫҡыс дөйөм хеҙмәт мәктәбе, 1930 й. — колхоз йәштәре мәктәбе, 1937 й. — урта, 1965 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1990 й....

БИШАУЫЛ‑УҢҒАР, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

БИШАУЫЛ‑УҢҒАР, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Һәүәләй а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 15 км һәм Ҡарлыман т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 2 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 945 кеше; 1920 — 1080; 1939 — 1017; 1959 — 790; 1989 — 630; 2002 — 672; 2010 — 573 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Бишауыл‑Уңғар...

БИШӘҮҘӘР, Салауат р‑нындағы ауыл

БИШӘҮҘӘР, Салауат р‑нындағы ауыл, Арҡауыл а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 32 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т. табан 61 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 334 кеше; 1920 — 354; 1939 — 348; 1959 — 303; 1989 — 238; 2002 — 265; 2010 — 220 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

БИШБАРМАҠ

БИШБАРМАҠ, ҡуллама, башҡорт аш‑һыуының традицион аҙығы. Яңы һуйылған һимеҙ һарыҡ йәки йылҡы итенән (ҡайһы берҙә ҡаҙы өҫтәп) әҙерләнә. Итте бешереп, киҫәктәргә турайҙар. Тоҙлоғон айырып алғандан һуң, һурпаһында һалма бешерәләр. Ит м‑н һалманы табаҡҡа һалып, өҫтөнә тоҙлоҡ ҡоялар, һуңынан касаларҙа ҡорот...

БИШБҮЛӘК ЗАКАЗНИГЫ

БИШБҮЛӘК ЗАКАЗНИГЫ. 1989 й. һыуыр һәм башҡа һунар йәнлектәре популяцияһын тергеҙеү маҡсатында зоол. заказник булараҡ ойошторола. Бишбүләк р‑ны Михайловка а. көнсығышҡа табан 5 км алыҫлыҡта Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында урынлашҡан. Сиктәре: төньяҡта һәм көнсығышта — Бишбүләк р‑нының адм. сиктәре, көньяҡта...

БИШБҮЛӘК МУЗЕЙЫ

БИШБҮЛӘК МУЗЕЙЫ. Бишбүләк р‑ны Бишбүләк а. урынлашҡан. Тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы 1935 й. алып эшләп килгән йәмәғәт музейы (тыуған яҡты өйрәнеүсе П.Н.Кудряшов нигеҙ һалған) нигеҙендә 1994 й. Милли музей филиалы (2006 й. тиклем) булараҡ ойошторола. 1940 й. экспонаттарының бер өлөшө Бәләбәй р‑ны...

БИШБҮЛӘК РАЙОНЫ

БИШБҮЛӘК РАЙОНЫ, БР‑ҙың көнбайышында урынлашҡан. Төньяҡта — Бәләбәй, көнсығышта Әлшәй һәм Миәкә р‑ндары, көньяҡта һәм көньяҡ‑көнбайышта — Ырымбур өлк., көнбайышта Йәрмәкәй р‑ны м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола, район составына Бәләбәй кантоны улустары инә (ҡара: Административ район). 1963 й. 1...

БИШБҮЛӘК УРТА МӘКТӘБЕ №1

БИШБҮЛӘК УРТА МӘКТӘБЕ №1, Бишбүләк р‑ны. 1868 й. башҡа милләттәр өсөн мәктәп (урыҫ-сыуаш) булараҡ нигеҙ һалына, 1923 й. алып 2‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1932 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1935 й. хәҙ. статусын ала, 1982 й. хәҙ. исемен йөрөтә. Музейы, уҡытыу оҫтаханалары, умарталығы бар. Урта...

БИШБҮЛӘК, ауыл, Бишбүләк р‑ны үҙәге

БИШБҮЛӘК, ауыл, Бишбүләк р‑ны (1930—63 йй. һәм 1965 й. алып), Бишбүләк а/ с үҙәге. Өфөнән К.‑Көнб. 230 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 40 км алыҫлыҡта Ҡорған й. (Мәнәүез й. ҡушылдығы) буйында, Ҡырғыҙ‑Миәкә—Бишбүләк автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1906 й. — 1,2; 1920 — 1,5; 1939 —...

БИШЕК ТУЙЫ

БИШЕК ТУЙЫ, 1) башҡорттарҙа бала тыуыуға бәйле йола, яңы тыуған сабыйҙы йәмғиәткә ҡабул итеүҙе һәм уға торлаҡ (сәңгелдәк) биреүҙе кәүҙәләндергән. Ғәҙәттә бала тыуғандың 40‑сы көнөнә үткәрелгән. Ҡатын‑ҡыҙ һәм балалар саҡырылған. Кендек әбейе сабыйҙы, иҫәнлек‑һаулыҡ теләп, сәңгелдәккә һалған; балаға мул...

БИШЕНСЕ АРМИЯ

БИШЕНСЕ АРМИЯ, РККА‑ла. 1918 й. июлендә Көнсығыш фронт командующийы М.А.Муравьёв директиваһы б‑са Ҡыҙыл Армияның Ҡазан янында хәрәкәт иткән айырым отрядтарынан ойошторола. 5‑се, 24—27‑се, 29‑сы, 30‑сы, 35‑се, 62‑се уҡсылар, 1‑се Себер уҡсылар, 4‑се Петроград пехота, 5‑се кавалерия див. торған. Көнсығыш...