Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СОЛОДИЛОВА Наталья Зиновьевна

СОЛОДИЛОВА Наталья Зиновьевна (3.2.1960, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Шишмә ҡсб), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1998), проф. (2000). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2010), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2006). Мәскәү технология ин‑тының Өфө филиалын тамамлағандан һуң (1982) ӨДИСУ‑ла эшләй: 1991 й. алып...

СОЛОҠСОЛОҠ

СОЛОҠСОЛОҠ, с о л о ҡ у м а р т а с ы л ы ғ ы, бал ҡорттарын тәбиғи йә махсус соҡоп эшләнгән ағас (солоҡ) ҡыуыштарында бал, бал ҡорто балауыҙы, прополис һ.б. алыу өсөн тотоуға тәғәйенләнгән умартасылыҡтың башланғыс формаһы. Башҡорттарҙың традицион кәсебе. Солоҡто 4—12 м бейеклектәге ағаста (ғәҙәттә,...

СОЛОМЕЩ Айзик Израйлевич

СОЛОМЕЩ Айзик Израйлевич (20.10. 1962, Уржум ҡ.), ботаник, эколог. Биол. ф. д‑ры (1995). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1984) 2002 й. тиклем Биология ин‑тында эшләгән (1994 й. алып лаб. мөдире), бер үк ваҡытта 1997—2001 йй. БР‑ҙың Йәшәйеш хәүефһеҙлеге ҒТИ‑нда лаб. мөдире, 2002 й. башлап Калифорния ун‑тының...

СОЛОНИН Василий Степанович

СОЛОНИН Василий Степанович (25.12.1914, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Яңы Михайловка а. — 2.12.1980, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Йылайыр с‑зының Үҙәк усадьбаһы ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Урғаҙа а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1948). 1932 й. алып Баймаҡ р‑нының “Йылайыр” с‑зында тракторсы‑комбайнсы, 1945 й. — комбайнсы‑звено...

СОЛОНЧАНКА I

СОЛОНЧАНКА I, 5—6 бб. археологик ҡомартҡыһы. Ырымбур өлк. Кваркен р‑ны Красный Огородник ҡасабаһынан төньяҡ‑көнсығышҡа табан 2,7 км алыҫлыҡта Һөйөндөк й. (Урал й. ҡушылдығы) һул ярында урынлашҡан. И.М.Батанина тарафынан асыла, 1993 й. А.Д.Таиров өйрәнә. Ҡурғанлы ҡәберлектәргә ҡарай. Балсыҡ урҙары—“мыйыҡтары”...

СОЛТАН, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл

СОЛТАН, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл, Кандаковка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 19 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 62 км алыҫлыҡта Ҡыйғы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 118 кеше; 1939 — 165; 1959 — 265; 1989 — 239; 2002 — 254; 2010 — 242 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп...

СОЛТАНАЕВ Йәүҙәт Тәлғәт улы

СОЛТАНАЕВ Йәүҙәт Тәлғәт улы (19.7.1948, Орск ҡ.), математик. Физика‑математика фәндәре докторы (1990), профессор (1991). РФ‑тың (2010) һәм БР‑ҙың (1997) атҡаҙанған фән эшмәкәре, РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2001). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1971) шунда уҡ эшләй: 1990 й....

СОЛТАНАЕВ Хәмит Рахман улы

СОЛТАНАЕВ Хәмит Рахман улы [31.5.1900, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Ниғмәтулла а. (БР‑ҙың Әлшәй р‑ны) — 26.4.1994, Өфө], зоотехник. А.х. ф. кандидаты (1940). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1960). “Ғәлиә” мәҙрәсәһен (1918), К.А.Тимирязев ис. Мәскәү а.х. акад. (1928) тамамлаған. 1929 й. башлап ТАССР‑ҙың Игенселек...

СОЛТАНАЙ АУЫЛЫ МӘҘРӘСӘҺЕ

СОЛТАНАЙ АУЫЛЫ МӘҘРӘСӘҺЕ, 19 б. 1‑се ярт. Пермь губернаһының Уҫы өйәҙе Солтанай а. (Пермь крайының Барҙы р‑ны) мәсете эргәһендә асыла, тип фараз ителә. Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарамағында булған. Айырым шәхестәр аҡсаһына тотолған. Ир балалар ҡабул ителгән. Уҡыу программаһына дини предметтар...

СОЛТАНАЙ, Асҡын р‑нындағы ауыл

СОЛТАНАЙ, Асҡын р‑нындағы ауыл, Яубүләк а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 9 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 117 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 94 кеше; 1939 — 202; 1959 — 242; 1989 — 203; 2002 — 237; 2010 — 243 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ...

СОЛТАНАЙ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл

СОЛТАНАЙ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Иҫке Ғүмәр а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 38 км һәм Өфө т. юл ст. Көнб. табан 52 км алыҫлыҡта Шемәк й. (Ҡармасан й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1896 й. — 700 кеше; 1920 — 1039; 1939 — 622; 1959 — 519; 1989 — 506; 2002 — 510; 2010 — 463 кеше. Татарҙар...

СОЛТАНБАЕВ Иншар Әхмәҙулла улы

СОЛТАНБАЕВ Иншар Әхмәҙулла улы (15.8.1931, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Башҡ. Үргене а. — 7.11.2006, БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Асҡар а.), халыҡ йырсыһы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1964; Р.Л.Фишер класы) Ейәнсура р‑ны Иҫәнғол а., 1968 й. алып Әбйәлил р‑ны Асҡар а. музыка мәктәптәре, 1971 й. — Ейәнсура...

СОЛТАНБАЕВА Хәҙисә Вәли ҡыҙы

СОЛТАНБАЕВА Хәҙисә Вәли ҡыҙы (27.1.1950, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Бикбау а.), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (2009). БР‑ҙың атҡ. мәғариф хеҙм‑ре (2008). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1972) Буранғол урта, 1973— 75 йй. Дәүләт тулы булмаған урта мәктәптәрендә (икеһе лә — Әбйәлил р‑ны), 1976 й. алып Үрген урта...

СОЛТАНБӘК, Асҡын р‑нындағы ауыл

СОЛТАНБӘК, Асҡын р‑нындағы ауыл, Солтанбәк а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 55 км һәм Чернушка т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 148 км алыҫлыҡта Сарыс й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 776 кеше; 1920 — 682; 1939 — 704; 1959 — 695; 1989 — 522; 2002 — 493; 2010 — 459 кеше. Башҡорттар йәшәй...

СОЛТАНБӘК, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

СОЛТАНБӘК , Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Таймырҙа а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 8 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 109 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 378 кеше; 1920 — 487; 1939 — 561; 1959 — 473; 1989 — 188; 2002 — 172; 2010 — 182 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ...

СОЛТАНГӘРӘЕВ Рәшит Ғимран улы

СОЛТАНГӘРӘЕВ Рәшит Ғимран улы (15.12.1935, БАССР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны Таймаҫ а. — 5.11.2000, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), яҙыусы. РФ‑тың (1996) һәм БАССР‑ҙың (1985) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1971). БДУ‑ны (1958), СССР Яҙыусылар союзы эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы (Мәскәү, 1975)...

СОЛТАНГӘРӘЕВТАР

СОЛТАНГӘРӘЕВТӘР, цирк артистары ғаиләһе, һыбайлылар. Миҙхәт Сәйфулла улы С. (17.2.1952, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Юлыҡ а.), РФ‑тың атҡ. артисы (2002), БАССР‑ҙың халыҡ (1984) һәм атҡ. (1979) артисы. Өфө циркы эргәһендәге Башҡ. цирк студияһын тамамлағандан һуң (1973) “Башҡортостан егеттәре” атлы цирк труппаһында...

СОЛТАНҒӘЛИЕВ Мирсәйет Хәйҙәрғәли улы

СОЛТАНҒӘЛИЕВ Мирсәйет Хәйҙәрғәли улы [13.7.1892, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Йәлембәт а. (БР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны) — 28.1.1940, Мәскәү], сәйәси эшмәкәр. 1917 й. алып РСДРП(б) ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Ф.Х.Солтанғәлиевтең ағаһы. Ҡазан татар уҡытыусылар мәктәбен тамамлағандан һуң (1911) Стәрлетамаҡ...

СОЛТАНҒӘЛИЕВ Фәрит Хәйҙәрғәли улы

СОЛТАНҒӘЛИЕВ Фәрит Хәйҙәрғәли улы [20.12.1920, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Ҡырмыҫҡалы а. (БР- ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 7.8.1990, Нефтекама ҡ.], хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1976), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1978), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1971). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. М.Х.Солтанғәлиевтең...

СОЛТАНҒӘЛИЕВ ЭШЕ

СОЛТАНҒӘЛИЕВ ЭШЕ, “с о л т а н ғ ә л и е в щ и н а”, 1920—30‑сы йй. Эске эштәр ХК органдары тарафынан М.Х.Солтанғәлиевкә, авт. һәм союздаш республикаларҙың ҡайһы бер сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренә ҡаршы ойошторолған енәйәт эше. РКП(б) етәкселәренең һәм И.В.Сталиндың милли дәүләт төҙөү өлкәһендә үткәрелгән...