Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СОЛТАНҒОЛ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

СОЛТАНҒОЛ, Н а ҙ ы й ы л ғ а, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Мораҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 7 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 73 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 268 кеше; 1920 — 317; 1939 — 241; 1959 — 213; 1989 — 106; 2002 — 117; 2010 — 86 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер- акушерлыҡ...

СОЛТАНМОРАТ ЯНЫШЕВ

СОЛТАНМОРАТ ЯНЫШЕВ (?— 1777), Крәҫтиәндәр һуғышын (1773— 75) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Капитан (1776). Янышевтар нәҫеленән. Мырҙа. Себер даруғаһының мишәр старшинаһы. 1765 й. алып Өфө провинцияһының почта комиссары, 1768—72 йй. йылҡы м‑н сауҙа итеүселәрҙән һалым йыйыусы. Тирмәндәр һәм тире иләү заводтары...

СОЛТАНМОРАТ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл

СОЛТАНМОРАТ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Солтанморат а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 15 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 45 км алыҫлыҡта Түрһәгәҙе й. (Ауырғазы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1382 кеше; 1920 — 1999; 1939 — 1839; 1959 — 1361; 1989 — 714; 2002 — 721; 2010 — 706...

СОЛТАНОВ Абдулла (Ғабдулла) Афзал улы

СОЛТАНОВ Абдулла (Ғабдулла) Афзал улы [25.9.1928, БАССР‑ҙың Тамъян‑Ҡатай кантоны Ҡобағош а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны)], халыҡ йырсыһы. БР‑ҙың халыҡ артисы (1996), БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1986). Учалы р‑нының Байрамғол совхозында эшләгән. Үҙешмәкәр йырсы (ҡара: Үҙешмәкәр сәнғәт ижады). Бай тембрлы...

СОЛТАНОВ Альберт Хан улы

СОЛТАНОВ Альберт Хан улы [20.6. 1950, БАССР‑ҙың Боҙаяҙ р‑ны Боҙаяҙ а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны)], электр элемтәһе инженеры. Техник ф. д‑ры (1996), проф. (1998). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2002), РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (2016). Ново‑ сибирск электротехник элемтә ин‑тын тамамлағандан һуң (1973)...

СОЛТАНОВ Байраҡ Зәки улы

СОЛТАНОВ Байраҡ Зәки улы (21.9. 1933, Бөрө ҡ. — 24.10.2012, Өфө), тау инженеры. БР ФА‑ның почётлы акад. (2002). Техник ф. д‑ры (1984), проф. (1986). РФ‑тың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1995), БАССР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1988). Свердловск тау ин‑тын тамамлағандан һуң (1955) Урта Азияның геол. ойошмаларында...

СОЛТАНОВ Барый Муллағәли улы

СОЛТАНОВ Барый Муллағәли улы [13.10.1907, Пермь губ. Шадринск өйәҙе Хәлит а. (Силәбе өлк. Ҡоншаҡ р‑ны) — 21.1.1945, Залендже а. (Польша) ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1929—41 йй. “Донбасс” к‑зында (Силәбе өлк.) эшләй. 1942 й. ғин. алып Калинин, Брянск һәм 2‑се Белоруссия...

СОЛТАНОВ Вәсим Мөхәмәтхафиз улы

СОЛТАНОВ Вәсим (Мөхәмәтвәсим) Мөхәмәтхафиз улы [22.8.1887, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Шабай а. (БР‑ҙың Борай р‑ны) — 1977 й. июне, Сәмәрҡәнд ҡ.], яҙыусы. Тыуған ауылындағы мәҙрәсәлә, “Ғосмания” (1903 й. алып), “Ғәлиә” (1906—09) мәҙрәсәләрендә, Ҡазан татар уҡытыусылар мәктәбендә (1911—14) уҡыған. 1909 й. алып...

СОЛТАНОВ Зөфәр Хәбир улы

СОЛТАНОВ Зөфәр Хәбир улы [12.3. 1927, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Түб. Маншыр а. (БР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны) — 28.11.2012, Дүртөйлө ҡ.], режиссёр. РСФСР‑ҙың (1985) һәм БАССР‑ҙың (1967) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Башҡ. респ. мәҙәни‑ағартыу уч‑щеһын тамамлаған (Стәрлетамаҡ ҡ., 1968). 1947...

СОЛТАНОВ Илдар Мәхмүт улы

СОЛТАНОВ Илдар Мәхмүт улы (19.3. 1952, БАССР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны Исмаил а.), кларнетсы, педагог. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2002). ӨДСИ‑не тамамлаған (1978; Г.М.Багдасарян класы), Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тында (Мәскәү, 1982; етәксеһе М.П. Мозговенко) стажировка үтә. 1977 й. алып ӨДСА‑ла эшләй: 1980...

СОЛТАНОВ Искәндәр Мөхәмәтйәр улы

СОЛТАНОВ Искәндәр (Искәндәрбәк) Мөхәмәтйәр улы (1872, Өфө губ. Минзәлә өйәҙе — ?), Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Солтановтар нәҫеленән. М.М.Солтановтың улы. Ҡазан ун‑тының юридик ф‑тын тамамлаған. Өфөлә суд палатаһында присяжный вәкиле. 1917 й. дек. алып Кесе ҡоролтай һәм Башҡорт хөкүмәте ағзаһы....

СОЛТАНОВ Йыһат Әҙеһәм улы

СОЛТАНОВ Йыһат Әҙеһәм улы (3.12. 1932, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Сәнкем‑Биктимер а.), яҙыусы. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1993). Журналистар союзы (1967), Яҙыусылар союзы (1971) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлаған (1969). 1965 й. алып — “Һәнәк” ж., 1968 й. башлап “Башҡортостан ҡыҙы” ж. эшләгән, 1969—86 йй. “Ағиҙел”...

СОЛТАНОВ Мансур Ислам улы

СОЛТАНОВ Мансур Ислам улы (25.4.1875, Өфө губ. Минзәлә өйәҙе Мәстәй а. — 1919, Һарытау ҡ.), флейтасы, фольклорсы. Солтановтар нәҫеленән. Мәскәү консерваторияһын тамамлаған (1903; В.В.Кречман класы). 1906 й. алып Ҙур театр оркестры, Ҡырым симфоник оркестрҙары музыканты, 1912 й. башлап Һарытау консерваторияһында...

СОЛТАНОВ Марат Хәтмулла улы

СОЛТАНОВ Марат Хәтмулла улы [2.7.1952, БАССР‑ҙың Ҡандра р‑ны Әтек ҡсб (БР‑ҙың Туймазы р‑ны)], физик. Техник ф. д‑ры (2005), проф. (2008). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2010). Х.А.Солтановтың улы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1974) эшсе йәштәр мәктәбендә (Дәүләкән ҡ.) уҡытҡан. 1977 й. алып ИПТЭР‑ҙа эшләй: 1984...

СОЛТАНОВ Мостафа Кәрим улы

СОЛТАНОВ Мостафа Кәрим улы (8.2.1912, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе 1-се Яңы Ҡунҡаҫ а., хәҙ. БР-ҙың Миәкә р-ны Ҡаран-Ҡунҡаҫ а., – 18.2.2009, Күмертау ҡ. БР-ҙың Көйөргәҙе р-ны Ҡансыра а. ерләнгән), журналист. БАССР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм-ре (1977). Журналистар союзы ағзаһы (1960). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы....

СОЛТАНОВ Мөхәмәтйәр Мөхәмәтшәрип улы

СОЛТАНОВ Мөхәмәтйәр Мөхәмәтшәрип улы (1837 — 12.6.1915, Өфө, Беренсе йәмиғ мәсете терр‑яһында ерләнгән), дин әһеле, Ырымбур мосолман диниә назараты мөфтөйө (1886—1915). Солтановтар нәҫеленән. Ҡазан ун‑тында уҡыған (1856). 1857—59 йй. Башҡорт ғәскәренең командующийы һыҙма бүлегендә хеҙмәт итә, 1861 й....

СОЛТАНОВ Ринат Ишбулды улы

СОЛТАНОВ Ринат Ишбулды улы (9.5.1954, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Сибай ҡсб, хәҙ. Сибай ҡ.), философ. Филос. ф. д‑ры (1993), проф. (1992). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1976) БДПИ‑ла уҡыта. 1990 й. алып СССР ФА‑ның Философия ин‑тында, 1992 й. — Маймонид ис. Дәүләт классик акад. (икеһе лә — Мәскәү), 1995—96 йй....

СОЛТАНОВ Ринат Ишбулды улы

СОЛТАНОВ Ринат Ишбулды улы (9.5.1954, БАССР‑ҙың Баймаҡ районы Сибай эшселәр ҡсб, хәҙер Сибай ҡ., — 26.5.2021, Мәскәү ҡ.), философ. Философия фәндәре докторы (1993), профессор (1992). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1976) БДПИ‑ла уҡыта. 1990 й. алып СССР ФА‑ның Философия институтында, 1992 й. — Маймонид исемендәге...

СОЛТАНОВ Рифҡәт Мөхәтйәр улы

СОЛТАНОВ Рифҡәт Мөхәтйәр улы (7.4.1955, БАССР‑ҙың Балтас р‑ны Иҫке Янбай а.), химик. Химия ф. д‑ры (2002). ӨНИ‑не тамамлаған (1978). 1981 й. алып Химия ин‑тында эшләгән (1988 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р). 1992 й. башлап Нефтехимия һәм катализ ин‑тында: өлкән ғилми хеҙм‑р, 1996 й. алып лаб. мөдире. Фәнни...

СОЛТАНОВ Сәғәҙей Әхмәҙиә улы

СОЛТАНОВ Сәғәҙей Әхмәҙиә улы (15.3.1922, БАССР‑ҙың Үҫәргән кантоны Түб. Ғәле а., хәҙ. БР‑ҙың Йылайыр р‑ны Үрге Ғәле а., — 25.5.1992, Өфө), инженер‑геолог. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1966), проф. (1969). РСФСР‑ҙың (1976) һәм ТАССР‑ҙың (1966) атҡ. фән һәм техника эшмәкәре, СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы...