Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АЛЛИЛ СПИРТЫ

АЛЛИЛ СПИРТЫ, 2‑пропен‑1‑ол, CH2=CHCH2OH, иң ябай туйындырылмаған спирт. Төҫһөҙ, еңел тоҡаныусан зәһәр еҫле шыйыҡса; tиреү –129°С, tҡайнау 96,9°С, тығыҙлығы 852 кг/м3; тоҡаныу концентрацияһы сиктәре 2,5—18%. Һыу һәм органик эреткестәр м‑н ҡатнаша. Тирене, тын алыу һәм күреү ағзаларының лайлалы тиресәһен...

АЛЛЕРГОЛОГИЯ

АЛЛЕРГОЛОГИЯ (алло..., гр. ergon — тәьҫир һәм ...логия), аллергия ауырыуҙарының һәм реакцияларының барлыҡҡа килеү сәбәптәрен, үҫеш механизмдарын һәм клиник барышын өйрәнеүсе, уларҙы иҫкәртеү, диагностикалау һәм дауалау алымдарын эшләүсе медицина фәнебүлеге. Башҡортостанда А. б‑са тикшеренеүҙәр 1934 й....

АЛЛЕРГИЯ АУЫРЫУҘАРЫ

АЛЛЕРГИЯ АУЫРЫУҘАРЫ, организмдың аллергендар тәьҫиренә яуап биреү һәләтлеге үҙгәргәндә барлыҡҡа килә. А.а. поллиноз, атопик дерматит, бронхиаль астма, кесерткән биҙгәге, Квинке шешенеүен һ.б. индерәләр. А.а. барлыҡҡа килеү сәбәптәре: тире ҡатламдарының һәм лайлалы тиресәләрҙең үткәреүсәнлеге артыуы,...

АЛЛЕЛОПАТИЯ

АЛЛЕЛОПАТИЯ (гр. аllelon — үҙ‑ара һәм ...патия), төрлө органик матдәләр (антибиотиктар, колиндар, фитонцидтар һ.б.) бүлеп сығарыу һөҙөмтәһендә үҫемлектәрҙең, микроорганизмдарҙың бер‑береһенә тәьҫире. А. үҫемлек бергәлектәренең барлыҡҡа килеүенә, үҫешенә һәм алмашыныуына тәьҫир итә, тупраҡ барлыҡҡа килеү...

АЛЛАЯРОВА Нажиә Һибәт ҡыҙы

АЛЛАЯРОВА Нажиә Һибәт ҡыҙы (15.7.1936, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Яңы Байрамғол а.), йырсы (лирик‑колоратуралы сопрано). РСФСР‑ҙың атҡ. (1982), БАССР‑ҙың халыҡ (1977) һәм атҡ. (1971) артисы. Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тын (Мәскәү, 1967; М.Л.Переверзева класы) тамамлаған. 1961—62 йй. Башҡ. филармонияһы, 1967—91 йй....

АЛЛАЯРОВ Ричард Хәйрулла улы

АЛЛАЯРОВ Ричард Хәйрулла улы [5.6.1927, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Дыуан-Мәсетле а. (БР‑ҙың Мәсетле р‑ны) — 1988, Нефтеюганск ҡ.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1959). СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1959). 1945 й. алып “Ишимбайнефть” тресының быраулаусы ярҙамсыһы, быраулаусыһы; 1948 й. башлап “Туймазабурнефть” тресының...

АЛЛАЯРОВ Ғәзим Закир улы

АЛЛАЯРОВ Ғәзим Закир улы [19.12.1912, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Ураҙ а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны) — 24.12.1993, Өфө], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1973). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. КПСС ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен тамамлаған (Мәскәү, 1960). 1934—35 йй. Учалы МТС‑ының сәйәси бүлеге секретары,...

АЛЛАЯРОВ Алик Рәшит улы

АЛЛАЯРОВ Алик Рәшит улы (3.7.1973, Өфө), тележурналист. Журналистар союзы ағзаһы (1995). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1997) “Башҡортостан” ДТРК-нда эшләй: махсус хәбәрсе, “ТВ студияһының мәғлүмәт программалары” ижади берекмәһе етәкс., сәйәси күҙәтеүсе, Мәғлүмәт программалары хеҙмәте нач. урынбаҫары, продюсер....

АЛЛАЯР СУФЫЙ

АЛЛАЯР СУФЫЙ (1616, Бохар ханлығы Кәттәҡурған ҡ. — 1713), суфый шағир. Ишан. Дини йөкмәткеле “Мәсләҡ әл‑муттакин” (“Алланан ҡурҡҡандар юлы”), “Морат әл‑ғарифин” (“Яҡтылар маҡсаттары”) шиғри-сәсмә әҫ. авторы. Фарсы телендә яҙылған, аҙаҡтан автор тарафынан Урта Азия төрки теленә тәржемә ителгән “Ҫабат...

АЛЛАБИРҘИН Ирек Латип улы

АЛЛАБИРҘИН Ирек Латип улы (29.5.1940, БАССР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны Тарҡаҙы а.), зоотехник. А.х. ф. д‑ры (1999). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1964) Йәрмәкәй р‑ны хужалыҡтарында зоотехник, 1970 й. алып Баҡалы р‑нының “Волга” к‑зы баш зоотехнигы. 1972—2010 БНИИСХ‑ла эшләгән: 1977 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р,...

АЛЛА

АЛЛА (фараз б‑са, ғәр. әл-илаһ — илаһи зат), исламда берҙәм һәм берҙән‑бер, бөтә булғанды (күкте, ерҙе, кешеләрҙе, фәрештәләрҙе, шайтандарҙы, үҫемлектәрҙе, хайуандарҙы) бар итеүсе илаһи зат. Мосолман тәғлимәтенә ярашлы, донъяла бөтәһе лә уға хеҙмәт итә һәм буйһона; ул бөтәһе өҫтөнән хакимлыҡ итә һәм...

АЛКОГОЛҺЕҘ ЭСЕМЛЕКТӘР ПРОИЗВОДСТВОҺЫ

АЛКОГОЛҺЕҘ ЭСЕМЛЕКТӘР ПРОИЗВОДСТВОҺЫ, кеүәҫ, емеш-еләк, газлы һәм минераль һыуҙар сығарыу б‑са аҙыҡ-тәм сәнәғәте тармағы. Башҡортостанда 20 б. башында барлыҡҡа килә. 1913 й. Өфөлә минераль һыуҙар ҡойоу һәм шыжлап торған эсемлектәр етештереү б‑са 4 ф‑ка (ш. иҫ. береһе пар двигателе м‑н) эшләй, Өфө губ. —...

АЛКОГОЛИЗМ

АЛКОГОЛИЗМ, спиртлы эсемлектәрҙе даими ҡулланыу арҡаһында барлыҡҡа килгән хроник ауырыу. А. өс үҫеш стадияһы бар. Беренсе стадияһына спиртлы эсемлектәрҙе даими арта барған миҡдарҙа ҡулланғанда алкоголгә толерантлыҡ артыуы, уға психик бәйләнгәнлек барлыҡҡа килеүе хас; икенсе стадияһы абстинент (эскелек...

АЛКИН, Шишмә р‑нындағы ауыл, Алкин а/с ҡарай

АЛКИН, Шишмә р‑нындағы ауыл, Алкин а/с ҡарай; т. юл станцияһы. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. табан 22 км алыҫлыҡта Уҙы й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында, Куйбышев т. юлында (Дим—Шишмә участкаһы), Һамар—Өфө—Силәбе автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 105 кеше; 1939 — 105; 1959 — 1101; 1989 — 250; 2002 —...

АЛКИН Мәжит Сәмиғулла улы

АЛКИН Мәжит Сәмиғулла улы [15.2.1940, БАССР‑ҙың Малаяҙ р‑ны Әлкә а. (БР‑ҙың Салауат р‑ны)], йырсы (тенор), педагог. Проф. (1992). БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1977). Сәнғәт ф. канд. (2011). Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1971; С.М.Хромченко класы) ӨДСА‑ла уҡыта, бер үк ваҡытта 1992—95 йй....

АЛКИН Илиас Сәйетгәрәй улы

АЛКИН Илиас (Ильяс) Сәйетгәрәй улы (28.11.1895, Ҡазан — 27.10.1937, Мәскәү), сәйәси эшмәкәр. Проф. (1931). Дворяндарҙан. 1919 й. алып РКП(б) ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Г.В.Плеханов ис. Мәскәү халыҡ хужалығы ин‑тын тамамлаған (1925). 1915—17 йй. рус армияһында, подпоручик (1917); 1919 й....

АЛКИН 6-сы, Благовар р‑нындағы ауыл, Дмитриевка а/с ҡарай

АЛКИН 6-сы, Благовар р‑нындағы ауыл, Дмитриевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 61 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 22 км алыҫлыҡта Иҙәш й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 110 кеше; 1939 — 147; 1959 — 97; 1989 — 147; 2002 — 150; 2010 — 148 кеше. Татарҙар, урыҫтар...

АЛКИН 2‑се, Алкин гарнизоны, Шишмә р‑нындағы ауыл

АЛКИН 2‑се, Алкин гарнизоны, Шишмә р‑нындағы ауыл, Лесной а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 24 км һәм Алкин т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 3 км, Һамар—Өфө—Силәбе автомобиль юлынан 1,5 км алыҫлыҡта Уҙы й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 2002 й. — 5020; 2010 — 4996 кеше. Урыҫтар, татарҙар, башҡорттар...

АЛКИЛЛАШТЫРЫУ

АЛКИЛЛАШТЫРЫУ, органик берләшмә молекулаһына алкил төркөмдәрен индереү. Термик (юғары т‑ра һәм баҫым аҫтында) һәм каталитик (көкөрт, фосфор һ.б. к‑талар, бор фториды, алюмин һәм цинк хлоридтары, цеолиттар һ.б. ҡатнашлығында) А. айыралар. Башҡортостанда А. сәнәғәт ысулы 20 б. 40‑сы йй. аҙ. алып — Өфө...

АЛКИЛАТ

АЛКИЛАТ, ҡара: Бензиндар