Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КОНОНОВ Андрей Николаевич

КОНОНОВ Андрей Николаевич (14.10.1906, Санкт‑Петербург ҡ. — 28.10.1986, Ленинград ҡ.), тел белгесе. СССР ФА академигы (1974), филология фәндәре докторы (1948), профессор (1950). Ленинград көнсығыш институтын тамамлағандан һуң (1930) шунда уҡ эшләй; 1934—80 йй. ЛДУ‑ла: 1949—72 йй. төрки филологияһы кафедраһы...

КОНОВАЛОВА Оксана Викторовна

КОНОВАЛОВА Оксана Викторовна (11.2.1972, Өфө), биолог. БДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1995) «“Алексеевка” совхозы» ДУАХП‑нда эшләй: 1996 й. алып биолог, 1998 й. — лаб. мөдире, 2002—11 йй. төп белгес. К. ҡатнашлығында ябыҡ грунт шарттарында йәшелсә культуралары уңдырышлылығын күтәреү маҡсатында иңкештәрҙе...

КОНОВАЛОВ Владимир Фёдорович

КОНОВАЛОВ Владимир Фёдорович (15.8.1948, БАССР‑ҙың Белорет р‑ны Үрге Әүжән ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ районы Үрге Әүжән а.), урман белгесе. А.х. ф. д‑ры (2004), проф. (2004). БР‑ҙың атҡ. урман белгесе (2008). Мари политехник ин‑тын тамамлаған (Йошкар‑Ола, 1975). 1966—67 йй. Стәрлетамаҡ химия з‑дында эшләй....

КОНКУРЕНЦИЯ

КОНКУРЕНЦИЯ (лат. concurrentia, concurrere — бәрелешәм), иҡтисадта: билдәле бер тауарҙы йәки хеҙмәтте баҙарҙа һатыу күләме өсөн фирмалар араһындағы ярыш. Камил һәм камил булмаған К. айырыла. Камил К. фирмалар баҙар власына (етештереүсенең баҙар хаҡына йоғонто яһай алыуы) эйә булмай. Уларҙың табышы тик...

КОНИГ, Яңауыл р‑нындағы ауыл

КОНИГ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Шүдек а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 7 км алыҫлыҡта Шүдек й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 298 кеше; 1920 — 243; 1939 — 225; 1959 — 199; 1989 — 152; 2002 — 144; 2010 — 142 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Ауылға 1683 й....

КОНЕСЕВ Геннадий Васильевич

КОНЕСЕВ Геннадий Васильевич (17.11.1938, Ырымбур өлк. Медный разъезы ҡсб, хәҙ. Медногорск ҡ.), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1987), проф. (1989). СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1988), РФ‑тың почётлы нефтехимигы (1998). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1964) шунда уҡ эшләй (1988—2004 йй. нефть һәм газ сәнәғәтенең...

КОНДРАШКОВ Виктор Антонович

КОНДРАШКОВ Виктор Антонович (19.1.1924, Орёл губ. Спасский а. — 5.5.2005, Өфө), архитектор. Архитекторҙар союзы ағзаһы (1965). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү архитектура ин‑тын тамамлағандан һуң (1953) Волгоград, Өфө ҡҡ. проект ойошмаларында, 1956 й. алып “Башкиргражданпроект” ин‑тының 1‑се оҫтаханаһында...

КОНДРАШЁВА Наталья Константиновна

КОНДРАШЁВА Наталья Константиновна (22.1.1954, Сталинград өлк. Весёлое а.), химик‑технолог. Техник ф. д‑ры (1997), проф. (2002). БР‑ҙың атҡ. химигы (2002). М.К.Рогачёвтың һеңлеһе. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1976) шунда уҡ эшләй (1986 й. алып төп ғилми хеҙм‑р). 2012 й. башлап “Горный” Милли минераль‑сеймал...

КОНДРАШЕВ Олег Фёдорович

КОНДРАШЕВ Олег Фёдорович (27.2.1949, Порт-Артур ҡ., Ҡытай), физик. Техник ф. д‑ры (2005). Томск политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1971) ӨДНТУ‑ла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге дисперслы системаларҙың һәм нефть ҡатламының физик-химик механикаһына арналған. К. тарафынан ҡатлаулы флюидтарҙың тоҡомдар м‑н...

КОНДРАТЬЕВ Михаил Леонидович

КОНДРАТЬЕВ Михаил Леонидович (24.12.1905, Пермь ҡ. — 18.9.1984, Өфө), актёр. РСФСР‑ҙың (1957), БАССР‑ҙың халыҡ (1955) һәм атҡ. (1949) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1937). А.В.Луначарский ис. Ҙур драма театры эргәһендәге театр студияһын тамамлағандан һуң (Ҡазан, 1927) Ҡазан, Түб. Новгород,...

КОНДРАТЬЕВ Алексей Александрович

КОНДРАТЬЕВ Алексей Александрович [18.5.1930, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Дүртөйлө а. (БР‑ҙың Шаран р‑ны) — 17.1.2012, Өфө, тыуған ауылында ерләнгән], инженер‑технолог. Техник ф. д‑ры (1974), проф. (1977). Сыуашстан Респ. Милли фән һәм сәнғәт акад. почётлы ағзаһы (2001). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1993),...

КОНДРАТЕНКО Римма Миңлебай ҡыҙы

КОНДРАТЕНКО Римма Миңлебай ҡыҙы (1.2.1951, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Стәрлетамаҡ с‑зының Үҙәк усадьбаһы ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ районы Октябрьский а.), химик. Химия ф. д‑ры (2006). БДУ‑ны тамамлаған (1973). 1974 й. алып БДМУ‑ла эшләй. Фәнни хеҙмәттәре тритерпеноидтар һәм гликозидтар химияһы өлкәһендәге...

КОНДИТЕР СӘНӘҒӘТЕ

КОНДИТЕР СӘНӘҒӘТЕ, аҙыҡ-тәм сәнәғәте тармағы, шәкәрле (кәнфит, шоколад, мармелад, хәлүә һ.б.) һәм ҡамырҙан (печенье, торт, кекс, рулет һ.б.) кондитер изделиелары етештерә. Башҡортостанда 19 б. 2‑се ярт. үҫешә башлай, 1882 й. Өфө губ. 2 патока, 6 перәник һәм 1 керәндил ярым һөнәрселек биналары эшләй....

КОНДЕНСИРЛАНҒАН АРОМАТИК БЕРЛӘШМӘЛӘР

КОНДЕНСИРЛАНҒАН АРОМАТИК БЕРЛӘШМӘЛӘР, молекулалары үҙ-ара тәьҫир итешеүсе бәйләнештәрҙең берҙәм системаһы булған 2 һәм унан күберәк быуынланған планар циклдан торған тәбиғи һәм синтетик органик берләшмәләр. Полициклик К.а.б. бер төрлө йәки төрлө карбо‑ (нафталин, пирен, азулен) һәм гетероциклдары (пиридопиридин,...

КОНДАКОВ Дмитрий Иванович

КОНДАКОВ Дмитрий Иванович (8.4.1933, БАССР‑ҙың Черниковка эшселәр ҡсб, хәҙ. Өфө эсендә, — 7.4.2001, Мәскәү), инженер‑технолог. Техник ф. канд. (1975). СССР‑ҙың почётлы нефтехимигы (1983), СССР-ҙың Нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте министрлығы отличнигы (1967). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1955) Яңы...

КОНГРЕСС‑ХОЛЛ

КОНГРЕСС‑ХОЛЛ, архитектура комплексы. Өфөлә урынлашҡан. 2007 й. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуының 450 йыл тулыуына әҙерләнгән ваҡытта Р.У.Муллагилдин (“RAUM Architects” ЯСЙ) һәм Киоказу Араи (“Arai Architects”) проекты б‑са төҙөлә. Ижт., сәйәси, эш килешеүҙәрен, фәнни һәм тамаша‑күңел асыу сараларын...

КОНГЛОМЕРАТ

  КОНГЛОМЕРАТ (латинса conglomeratus — тығыҙ), ултырма тау тоҡомо. Цементланған, әүәләнгән киҫәктәрҙән (ҡырсынташтарҙан) тора, уларҙың үлсәме диаметры 10 мм артыҡ. Структураһы псефитлы, текстураһы тарҡау йәки тупаҫ ҡатламлы. Төрлө төҫмөрлө, сыбар. К. менән һибелмә ятҡылыҡтар бәйле. БР‑ҙа К. ҡатламдары...

КОНВЕРТ Мария Васильевна

КОНВЕРТ Мария Васильевна (1.8.1915, Ҡазан — 30.10.2004, Өфө), рәссам. 1939—48 йй. һәм 1958 й. алып Өфөнөң еңел сәнәғәт пр‑тиеларында эшләй, 1962 й. башлап 80‑се йй. уртаһына тиклем «“Ағиҙел” башҡорт сәнғәт әйберҙәре кәсебе» ПБ рәссамы. Респ. туҡымаға художестволы биҙәк төшөрөү б‑са тәүге оҫталарҙың...

КОНВЕРСИЯ

КОНВЕРСИЯ (лат. conversio — үҙгәреү, әүерелеү), хәрби-сәнәғәт комплексын үҙгәртеп ҡороу, оборона заказы кәмеү сәбәпле сәнәғәтте демилитаризациялау һәм үҙгәртеп ҡороу, хәрби производство потенциалын граждандар продукцияһы һәм ике төр тәғәйенләнешле продукция сығарыу өсөн файҙаланыу. Тулы һәм өлөшләтә...

КОНАШОВА Светлана Ивановна

КОНАШОВА Светлана Ивановна (8.9.1950, Воронеж өлк. Расстрижено а.), урман белгесе. А.х. ф. д‑ры (2001), проф. (2003). Урал урман-техника ин‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1973) 1978 й. тиклем һәм 1981—83 йй. “Леспроект” Башҡ‑н аэрофото‑урман төҙөүселек экспедицияһы инженеры, 1978—81 йй. Башҡ‑н...