Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ПАТИЯ...

ПАТИЯ... (гр. paЈthos — ғазапланыу, ауырыу), ҡушма һүҙҙәрҙең ауырыуҙы, ғазапланыуҙы аңлатҡан өлөшө (мәҫ., аллелопатия, гомеопатия). Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

ПАСХА

ПАСХА (гр. páscha), йәһүд һәм христиан байрамдарының береһе. Тәүҙә П. боронғо йәһүд ҡәбиләләренең байрамы була. Иудаизмда йәһүдтәрҙең Мысырҙан сығып китеүе хөрмәтенә билдәләнә, Мессияның килерен көтөү м‑н бәйле, христианлыҡта — Иисус Христостың терелеүе иҫтәлегенә арналған байрам. Тәүҙә йәһүд һәм христиан...

ПАСТУШЕНКО Евгений Валерьевич

ПАСТУШЕНКО Евгений Валерьевич (21.6.1950, Өфө — 20.12.2011, шунда уҡ), химик‑органик. Химия ф. д‑ры (1985), проф. (1985). В.М.Пастушенконың улы. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1972) Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда эшләй. 1974 й. алып ӨНИ‑лә (1980 й. башлап тармаҡ лаб. етәксеһе), 1983—2011 йй. БДМУ‑ның дөйөм...

ПАСТУШЕНКО Валерий Михайлович

ПАСТУШЕНКО Валерий Михайлович (4.1.1928, Украина ССР‑ы Амвросиевка ҡсб — 23.6.2003, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. канд. (1968), проф. (1988). СССР‑ҙың халыҡ хужалығын планлаштырыу отличнигы (1977). Львов политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1949) ӨМЭЗ‑дә эшләй, 1954 й. алып ВЛКСМ-дың Черниковка ҡала ком‑тының...

ПАСОВ Николай Трофимович

ПАСОВ Николай Трофимович (6.12. 1914, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Мәләүез а., хәҙ. Мәләүез ҡ., — 8.6. 1978, Өфө), өлкән лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ташкент финанс‑иҡт. ин‑тын (1940), Сухуми хәрби пехота уч‑щеһын (1942), “Выстрел" РККА‑ның команда составын камиллаштырыу...

ПАРФЮМЕРИЯ-КОСМЕТИКА СӘНӘҒӘТЕ

ПАРФЮМЕРИЯ‑КОСМЕТИКА СӘНӘҒӘТЕ, парфюмерия‑косметика изделиелары, һабын, эфир майҙары, синтетик, ароматик матдәләр етеште‑ реү б‑са аҙыҡ‑тәм сәнәғәте тармағы. Башҡортостанда 20 б. 70‑се йй. аҙ. “Чародейка” Өфө косметика ф‑каһы төҙөлөү м‑н үҫешә башлай. 90‑сы йй. башында “Авангард” ПБ‑нда лосьон‑дезодоранттар,...

ПАРФЁНОВ Пётр Семёнович

ПАРФЁНОВ Пётр Семёнович, П ё т р  А л т а й с к и й [29.6. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 31.5.) 1894, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Никольский а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) — 29.7.1937, Мәскәү], яҙыусы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. 1922 й. алып Коминтерн, “Советский путь” (“Совет юлы”) ж., “Коллективист”...

ПАРФЁНОВ Евгений Владимирович

ПАРФЁНОВ Евгений Владимирович (19.7.1975, Өфө), инженер‑электроник. БР ФА проф. (2016), техник ф. д‑ры (2012). ӨДАТУ‑ны тамамлаған (1997), 2000 й. алып шунда уҡ эшләй: 2002— 09 йй. халыҡ‑ара бәйләнештәр бүлеге нач. урынбаҫары, 2011 й. башлап Күмертау авиация производство пр‑тиеһы, 2014 й. — Шеффилд...

ПАРТИЗАН МУЗЕЙЫ

ПАРТИЗАН МУЗЕЙЫ, Мәләүез р‑ны Дарьино а. урынлашҡан (Партизан а/с ҡарай, исеме шунан алынған). 1987 й. йәмәғәтселек башланғысында ойошторола, 1994 й. алып Милли музей, 2002 й. — Милли әҙәби музей филиалы, 2006 й. башлап Партизан тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы. Музей фондында 3,9 меңдән ашыу һаҡлау...

ПАРСА

ПАРСА (фарсы — өҙөк, өлөш), миниатюра, ҙур булмаған художестволы деталгә нигеҙләнеп төҙөлгән һәм композицион, тематик бөтөнлөк м‑н характерланған, күләме б‑са ҙур булмаған шиғри йәки прозаик әҫәр. П., ғәҙәттә, фәлс. һәм өгөт-нәсихәт бирелә; афористик фекерҙе үҙ эсенә ала. 19—20 бб. башы башҡорт әҙәбиәтендә...

ПАРОТИТ

ПАРОТИТ (гр. paraј — эргәһендә, янында, тышында һәм uјs — ҡолаҡ), эпидемик паротит, ҡабаҡҡолаҡ, киҫкен инфекцион ауырыу. Paramyxoviridae ғаиләһенә ҡараған РНК‑лы вирус тыуҙыра. П. бигерәк тә мәктәп йәшендәге балалар бирешә. Ауырыу башлыса һауа аша йоға. Инкубация осоро — 18 (11—21) көн. Төп билдәләре:...

ПАРОНИМДАР

ПАРОНИМДАР (гр. paraЈ – эргәһендә, янында, тыш һәм оЈnyma — исем), морфема структураһы һәм яңғырашы б‑са яҡын, әммә мәғәнәләре б‑са айырылған бер тамырлы һүҙҙәр. Башҡорт телендә паронимик рәттәрҙең күбеһен бер үк һүҙ төркөмөнә ҡараған һүҙҙәр: “ҡорал” – “ҡорамал”, “һөйөклө” – “һөйкөмлө”, “тәгәрлә-” –...

ПАРОДОНТИТ

ПАРОДОНТИТ (гр. pará — эргәһендә, янында, тышында һәм odús, odóntos — теш), теш тамырын уратып алған тоташтырғыс туҡыманың һәм яңаҡтың альвеоляр үҫентеһе һөйәк туҡымаһының көсәйгән деструкцияһы. Киң таралыш алған (ысын), системалы (аутоиммун ауырыуҙар ваҡытында) һәм локаль (пародонттың сикләнгән бер...

ПАРОДИЯ

ПАРОДИЯ ә ҙ ә б и ә т т ә, әҫәрҙән йәки авторҙан көлөү маҡсаты м‑н уны юмористик йәки сатирик юҫыҡта әйләндереү. П. танылырға тейеш. Художестволы ижадтың етешһеҙлектәренән көлөп, П. үҙ өҫтөнә әҙәби тәнҡит бурыстарын ала. П. үҫеше, ғәҙәттә, күсеү осорона тура килә, был ваҡытта әҙәби йүнәлештәр, төркөмдәр...

ПАРЛАМЕНТ ТАРИХЫ МУЗЕЙЫ

ПАРЛАМЕНТ ТАРИХЫ МУЗЕЙЫ. Өфөлә урынлашҡан. 2002 й. БР парламенты тарихы музейы булараҡ ойошторола. Музей фондында 2 меңгә яҡын һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. С.П. Балахонцев, Ш.Ә.Ҡолбәков, М.М. Рәмиев, Ғ.Ш.Сыртланов, М.М.Туҡаев һ.б. т‑да, Башҡорт мәркәз шураһы, Башҡортостан хәрби‑революцион комитеты эшмәкәрлегенә...

ПАРКТАР ҺӘМ БАҠСАЛАР

ПАРКТАР ҺӘМ БАҠСАЛАР, махсус ултыртылған йәки тәбиғи йәшеллектәре, аллеялары, күлдәре, махсус ҡоролмалары булған, саф һауала йөрөү, ял итеү, уйындар һ.б. өсөн тәғәйенләнгән ер биләмәләре. Өфөлә П.һ.б. үҫтереү ҡаланың губерна үҙәгенә әүерелеүе м‑н бәйле. 1883 й. сауҙәгәр Н.К.Блохин (ҡара: Блохиндар)...

ПАРИКМАХЕРСКИЙ

ПАРИКМАХЕРСКИЙ, б ө ҙ р ә х а н а, сәсте (сәс алыу, йыуыу, буяу, бөҙрәләтеү), тырнаҡты (маникюр, педикюр), бит һәм тән тиреһен ҡарау б‑са хеҙмәттәр күрһәткән, сәстән изделиелар яһау эше (парик, яһалма мыйыҡ, һаҡал эшләү һәм йүнәтеү) м‑н шөғөлләнгән предприятие. Матурлыҡ салоны, салон‑П. һәм П. айырыла....

ПАРАЩЕНКО Владимир Михайлович

ПАРАЩЕНКО Владимир Михайлович (16.10.1936, Невель ҡ. — 23.9.2021, Өфө ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. Техник фәндәр кандидаты (1989). БР‑ҙың атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (1994). ӨАИ‑ны тамамлаған (1966). 1960 й. алып ӨНИ‑лә. 1962 й. башлап ӨМЭПБ‑ла эшләй: 1965 й. — өлкән мастер, 1967 й. — цех начальнигы урынбаҫары,...

ПАРАШЮТ СПОРТЫ

ПАРАШЮТ СПОРТЫ, авиация спорты төрө, осоу аппараттарынан (самолёт, аэростат һ.б.) яңғыҙ һәм төркөмдә парашют м‑н һикереү. П.с. парашют классикаһы, пара‑ски, парашют‑атлетик күпбәйге, төркөм һәм көмбәҙле акробатика һ.б.инә. Башҡортостанда 20 б. 30‑сы йй. башынан үҫешә (ҡара: Авиация‑техник спорт клубтары)....

ПАРАФИНҺЫҘЛАШТЫРЫУ

ПАРАФИНҺЫҘЛАШТЫРЫУ, ҡатыу т‑раһы түбән булған нефть продукттарын алыу өсөн туйынған алифатик углеводородтарҙы (углерод атомы һаны 10 йәки унан күберәк) нефть фракцияларынан алып ташлау. Физик, химик һәм микробиологик ысулдар м‑н башҡарыла. П. физик ысулдарына карбамид П. (карбамидтың клатрат барлыҡҡа...