Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БАЛЫҠЛЫ АУЫЛЫ МӘҘРӘСӘҺЕ

БАЛЫҠЛЫ АУЫЛЫ МӘҘРӘСӘҺЕ, 1771 й. Нуғай даруғаһы Юрматы улусы Балыҡлы а. (хәҙ. БР‑ҙың Фёдоровка р‑ны) 1‑се йәмиғ мәсете эргәһендә асыла. Нигеҙ һалыусы — Б.Ғүмәров. Ырымбур мосолман дини йыйылышы ҡарамағында була. Уҡытыу‑тәрбиә эше м‑н мәсеттең имам‑хатибы һәм мөҙәрис етәкселек иткән. 7—10 йәшлек (ҡайһы...

БАЛЫҠЛЫ

БАЛЫҠЛЫ, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Балыҡлы а/ с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 15 км һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 51 км алыҫлыҡта Оло Балыҡлы й. (Ашҡаҙар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1493 кеше; 1920 — 1778; 1939 — 1202; 1959 — 1090; 1989 — 845; 2002 — 754; 2010 — 677 кеше....

БАЛЫҠ СӘНӘҒӘТЕ

БАЛЫҠ СӘНӘҒӘТЕ, балыҡ, диңгеҙ хайуаны, киттар, диңгеҙ умыртҡаһыҙҙары һәм ылымыҡтарҙы тотоу, уларҙы аҙыҡ-түлек, мед., мал аҙығы һәм техник продукция итеп эшкәртеү б‑са аҙыҡ-түлек сәнәғәте тармағы. БР‑ҙа балыҡ эшкәртеү тармағынан һәм балыҡсылыҡтан тора. Башҡортостанда етештереү эшмәкәрлегенең иң тәүге...

БАЛЪЯ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл

БАЛЪЯ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Ленин а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 25 км һәм Күмертау т. юл ст. Көнс. табан 15 км алыҫлыҡта Балоя й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 268 кеше; 1959 — 205; 1989 — 111; 2002 — 153; 2010 — 142 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп,...

БАЛХИ

БАЛХИ (Әбү Зәйд Әхмәт ибн Сәхл әл‑Балхи; яҡынса 850—934 йй.), ғәрәп сәйәхәтсеһе, географ. Бағдадта уҡый. 10 б. башында Волга буйы Болғарында һәм башҡорттар ерендә була. Истахри һәм Д.А.Хвольсон әҫәрҙәре б‑са билдәле “Илдәрҙең географик карталары” (“Географические карты стран”; яҡынса 921—22) хеҙмәте...

БАЛТЫРҒАН

БАЛТЫРҒАН (Heracleum), сатыр һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 70 төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә, Төньяҡ Америка һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда себер Б. үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы ҡырлы‑бураҙналы, тармаҡлы, 60—200 см бейеклектә. Япрағы ҡауырһын формаһында, эре....

БАЛТИНА Лидия Әшрәф ҡыҙы

БАЛТИНА Лидия Әшрәф ҡыҙы (18.10.1947, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Туймазы ҡсб, хәҙ. Туймазы ҡ.), химик-органик. Химия ф. д‑ры (1995), проф. (2002). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2003). Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1971) Органик химия ин‑тында эшләй (1980—84 йй. ғилми секретарь, 1996 й. алып төп ғилми хеҙм‑р),...

БАЛТИКА, Иглин р‑нындағы ауыл

БАЛТИКА, Иглин р‑нындағы ауыл, Балтика а/ с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Иглин т. юл ст. К.‑Көнс. табан 13 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 195 кеше; 1920 — 655; 1939 — 669; 1959 — 601; 1989 — 665; 2002 — 722; 2010 — 719 кеше. Белорустар, урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ...

БАЛТАСИЕВА Нәймә Вәли ҡыҙы

БАЛТАСИЕВА Нәймә Вәли ҡыҙы (8.3.1915, Петроград — 18.1.1984, Ленинград), балет артисы, педагог. РСФСР‑ҙың (1967), БАССР‑ҙың (1955), ТАССР‑ҙың (1965) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Ленинград хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1935; педагогы А.Я.Ваганова) 1956 й. тиклем С.М.Киров ис. Ленинград опера һәм балет...

БАЛТАС РАЙОНЫ

БАЛТАС РАЙОНЫ, БР‑ҙың төньяғында урынлашҡан. Төньяҡта — Тәтешле, көнсығышта — Ҡариҙел һәм Асҡын, көньяҡта — Мишкә, көнбайышта Борай р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. Иҫке Балтас р‑ны булараҡ ойошторола, район составына Бөрө кантоны улустары инә, 1933 й. 20 сент. алып хәҙ. исемен йөрөтә (ҡара: Административ...

БАЛТАЙ, Туймазы р‑нындағы ауыл

БАЛТАЙ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Ҡарамалы‑Ғөбәй а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 37 км һәм Ҡандра т. юл ст. К. табан 30 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1156 кеше; 1920 — 1277; 1939 — 1083; 1959 — 903; 1989 — 329; 2002 — 339; 2010 — 377 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп...

БАЛСЫҠЛЫ, Баҡалы р‑нындағы ауыл

БАЛСЫҠЛЫ, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Иҫке Ҡорос а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 25 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 104 км алыҫлыҡта Балсыҡлы й. (Сөн й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 259 кеше; 1920 — 331; 1939 — 304; 1959 — 294; 1989 — 244; 2002 — 242; 2010 — 192 кеше. Мариҙар йәшәй...

БАЛСЫҠ

БАЛСЫҠ, башлыса балсыҡлы минералдарҙан торған ултырма тау тоҡомо. Б. мөһим үҙенсәлектәре минераль, гранулометрик һәм химик составына бәйле. Б. төп химик компоненттары булып кремний окисы (30—70%), алюмин (10—40%) һәм һыу (5—10%) тора. Минераль составы буйынса — полиминераль һәм мономинераль (каолинитлы,...

БАЛЛЫ ҮҪЕМЛЕКТӘР

    БАЛЛЫ ҮҪЕМЛЕКТӘР, сәскәләренән бал ҡорттары нектар һәм һеркә йыйған үҫемлек төрҙәре. Бал ҡорттары нектарҙарынан — бал, һеркәләренән һитә эшләй. Нектарҙы сәскәләрҙең таждарында, каса япрағында, сәскә төбөндә, емшән ситендә, һирәгерәк вегетатив ағзаларҙа (япраҡ ҡолаҡсынында, сәскә яны япрағында...

БАЛЛЫ БӘШМӘК

БАЛЛЫ БӘШМӘК, төпһәғолаҡ 1) армиллариелла (Armillariella), базидиомицеттар класының пластинкалы бәшмәктәр тәртибенә ҡараған бәшмәктәр заты. 17 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа ысын, йәки көҙгө, Б.б. үҫә. Эшләпәһенең диам. 5—10 см, йәш бәшмәктең эшләпәһе ҡабарынҡы, төрөлгән ситле, һуңыраҡ...

БАЛЛАДА

БАЛЛАДА (фр. ballade), 1) лиро‑эпик шиғриәт жанры. Көслө драматик характерҙағы, легендар, героик йә тарихи йөкмәткеле сюжетлы шиғыр. Б. нигеҙен ғәҙәттән тыш сағыу ваҡиға тәшкил итә. Жанр проблематикаһы милли‑тарихи һәм романтик булырға мөмкин. Б. композицион һәм стилистик саралары: ваҡиғаларҙың тиҙ...

БАЛҠАНТАУ

БАЛҠАНТАУ, ҡалдыҡ тау, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Дәүләкән р‑ны Киров а. көньяҡ-көнбайышҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Абс. бейеклеге 319,6 м. Конус рәүешендә. Түбәнге өлөшөндәге битләүҙәре һөҙәк, юғарылары текә. Өҫкө пермдең өфө ярусы (ҡомташ, алевролит, аргиллит, эзбизташ, мергель, мергель...

БАЛКОВ Владимир Александрович

БАЛКОВ Владимир Александрович (31.3.1921, Көңгөр ҡ. — 3.9.2009, Өфө), географ-гидролог. Геогр. ф. д‑ры (1966), проф. (1968). Пермь ун‑тын тамамлағандан һуң (1946) Кама басс. йылға юлдары идаралығының йылға үҙәне партияһы нач., 1951 й. алып Пермь ун‑ты уҡытыусыһы, 1969—90 йй. БДУ‑ның физик геогр. һәм...

БАЛКАШИН Николай Васильевич

БАЛКАШИН Николай Васильевич (1805 —2.7.1859, Санкт‑Петербург ҡ.), дәүләт эшмәкәре. Действительный статский советник (1846), генерал‑лейтенант (1856). Дворяндарҙан. 1821—45 йй. һәм 1851 й. алып рус армияһында. 1829 й. башлап Ырымбур айырым корпусының штаб начальнигы адъютанты, 1832 й. — өлкән адъютанты,...

БАЛЕТ МУЗЫКАҺЫ

БАЛЕТ МУЗЫКАҺЫ, хореографик кәүҙәләнеште иҫәпкә алып, сценарий планы нигеҙендә ижад ителеүсе, балет спектаклен оҙатып барған һәм уның художестволы идеяһын һәм образлы драматик йөкмәткеһен асып биргән музыка. Б.м. үҙ эсенә масштабы һәм драматургия функциялары б‑са төрлө булған традицион классик формаларҙы —...