Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МИҢЛЕБАЕВ Руфил Ғафар улы

МИҢЛЕБАЕВ Руфил Ғафар улы (18.9.1931, БАССР‑ҙың Яңауыл р‑ны Айбүләк а. — 20.6.2013, Өфө), ботаник, эколог. БР ФА‑ның почётлы акад. (1998), биол. ф. д‑ры (1969), проф. (1970). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1977), СССР‑ҙың юғары белем биреү отличнигы (1981), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре...

МИҢЛЕБАЕВ Ринат Йәғәфәр улы

МИҢЛЕБАЕВ Ринат Йәғәфәр улы (24.1.1964, Өфө), график. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2006), ТР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2010). Рәссамдар__союзы ағзаһы (1995). БДПИ‑ны тамамлаған (1986). 1988 й. алып Өфө сәнғәт уч‑щеһында уҡыта. Уралдың тарихи образдары, боронғо Евразия мәҙәниәте м‑н ҡыҙыҡһына; төп график техникалары...

МИҢЛЕБАЕВ Радик Абдулхай улы

МИҢЛЕБАЕВ Радик Абдулхай улы (19.8.1941, БАССР‑ҙың Мәсетле р‑ны Аҡа а.), тупраҡ белгесе. А.х. ф. д‑ры (2005), проф. (2006). К.А.Тимирязев ис. Мәскәү а.х. акад. тамамлағандан һуң (1968) Башҡ‑н ер төҙөлөшө экспедицияһының инженер‑тупраҡ белгесе. 1969 й. алып “ВолгоНИИгипрозем” ин‑тының Башҡ‑н филиалында:...

МИҢЛЕБАЕВ Евгений Ҡадир улы

МИҢЛЕБАЕВ Евгений Ҡадир улы (8.11.1946, Өфө), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1990), проф. (1991). БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (2006). БДУ‑ны тамамлаған (1970), 1974 й. алып шунда уҡ уҡыта. 1975 й. алып БДПИ‑ла: 1980 й. тиклем тарих‑инглиз теле ф‑ты деканы, бер үк ваҡытта 1976—77 йй. һәм 1989—99 йй....

МИҢЛЕБАЕВ Ғүмәр Хажинур улы

МИҢЛЕБАЕВ Ғүмәр Хажинур улы [22.10.1923, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Урҙайбаш а. (БР‑ҙың Бүздәк районы) — 19.11.1999, Геленджик ҡ.], лётчик, майор. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Молотов пилоттар хәрби мәктәбен (Пермь ҡ., 1942), Өфө Юғары партия мәктәбен (1959) һәм Алма-Ата халыҡ...

МИҢЛЕӘХМӘТОВ Нурлы Миңлеәхмәт улы

МИҢЛЕӘХМӘТОВ Нурлы Миңлеәхмәт улы [15.6.1914, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Асҡыш а. (хәҙ. БР‑ҙың Ҡариҙел р‑ны) — 9.9.1989, шунда уҡ], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1930 й. алып Байҡыбаш р‑нының “Ҡыҙылъяр” к‑зында эшләй (1940 й. башлап рәйес). 1936— 39 йй. һәм 1941 й. башлап Ҡыҙыл Армияла....

МИҢЕШТЕ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

МИҢЕШТЕ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Миәҙәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 19 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 105 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 850 кеше; 1920 — 1073; 1939 — 1115; 1959 — 1067; 1989 — 610; 2002 — 569; 2010 — 561 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002)....

МИҢГӘРӘЕВ Рәфхәт Шаһимәрҙән улы

МИҢГӘРӘЕВ Рәфхәт Шаһимәрҙән улы (3.10.1917, Дәүләкән ҡ. — 24.10. 1990, Мәскәү), хужалыҡ эшмәкәре. Техник ф. канд. (1970), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1977). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлағандан һуң (1941) 1943 й. тиклем “Калининнефть” тресында (Үзбәк ССР‑ы) эшләй; 1945 й. алып “Татнефть”...

МИНЦЛОВ Сергей Рудольфович

МИНЦЛОВ Сергей Рудольфович (1.1.1870, Рязань ҡ. — 18.12.1933, Рига), яҙыусы, тарихсы, библиограф. 1910—11 йй. Өфө губернаһының Богоявленск округында земство нач. булып хеҙмәт итә. М. Стәрлетамаҡ өйәҙенең тәбиғи һәм тарихи ҡомартҡылары, башҡорттарҙың һәм төбәктә йәшәгән башҡа халыҡтарҙың этнографияһы,...

МИНҺАЖЕТДИНОВА Мәфзифә Мәғәфүр ҡыҙы

МИНҺАЖЕТДИНОВА Мәфзифә Мәғәфүр ҡыҙы [6.9.1901, Ырымбур губ. Троицк өйәҙе Ғәлиәхмәр а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны) — 14.3.1989, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Ҡобағош а.], әкиәтсе. Тыуған ауылындағы мәҙрәсәлә белем ала. Фольклорҙы яҡшы белә, нәфис һүҙ оҫтаһы була. Унан 60‑сы йй. М.Х.Минһажетдинов 30‑ға яҡын әкиәт яҙып...

МИНҺАЖЕТДИНОВА Лира Нәбиулла ҡыҙы

МИНҺАЖЕТДИНОВА Лира Нәбиулла ҡыҙы (23.8.1935, Ҡазан), терапевт, кардиолог. Мед. ф. д‑ры (1984), проф. (1984). РФ‑тың (1996) һәм БАССР‑ҙың (1990) атҡ. фән эшмәкәре, БР‑ҙың атҡ. табибы (1995), Рәсәйҙең почётлы кардиологы (2007). Тереғоловтар нәҫеленән. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1960) 1964 й. тиклем Респ....

МИНҺАЖЕТДИНОВ Марат Хәләф улы

МИНҺАЖЕТДИНОВ Марат Хәләф улы (18.5.1934, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Ҡобағош а. — 2.7.1972, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Байым а., тыуған яғында ерләнгән), әҙәбиәт белгесе, фольклорсы. Филол. ф. канд. (1964). М.М.Минһажетдинованың улы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1959) шунда уҡ эшләй (1965— 67 йй. филол. ф‑ты деканы...

МИНҺАЖЕВ Ғималетдин Минһаж улы

МИНҺАЖЕВ Ғималетдин Минһаж улы [21.5.1889, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Иҙрис а. (БР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны) – 19.9.1955, Өфө], актёр. РСФСР‑ҙың халыҡ (1949) һәм атҡ. (1944), БАССР‑ҙың халыҡ (1935) артисы. 1918 й. алып Златоуст ҡ. һәүәҫкәр драма түңәрәктәрендә эшләй, 1920 й. Златоуст эшсе һәм һалдат депутаттарының...

МИНҺАЖЕВ Ғ. ИСЕМЕНДӘГЕ ҠЫЙҒЫ БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ТЕАТРЫ

МИНҺАЖЕВ Ғ. ИСЕМЕНДӘГЕ ҠЫЙҒЫ БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ТЕАТРЫ, Ҡ ы й ғ ы р а й о н м ә ҙ ә н и ә т й о р т о н о ң М и н һ а ж е в Ғ . и с е м е н д ә г е б а ш ҡ о р т х а л ы ҡ т е а т р ы. Ҡыйғы р‑ны Үрге Ҡыйғы а. урынлашҡан. 1934 й. колхоз‑совхоз театры булараҡ ойошторола, 1959 й. хәҙ. һәм “халыҡ” исемен йөрөтә,...

МИНҺАЖЕВ Гайдар Ғиләж улы

МИНҺАЖЕВ Гайдар Ғиләж улы (2.6.1936, Ҡазан ҡ.), стоматолог, хирург. Медицина фәндәре докторы (1988), профессор (1990). РФ‑тың (1998) һәм БАССР‑ҙың (1987) атҡаҙанған табибы, СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). Ҡазан медицина институтын тамамлаған (1964). 1968 й. алып Республика клиник дауаханаһында, 1980 й. —...

МИНУАРЦИЯ

МИНУАРЦИЯ (Minuartia), ҡәнәфер һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 130 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың субарктик һәм уртаса бүлкәттәрендә, һирәгерәк субтропиктарҙың һәм тропиктарҙың тауҙарында таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Бер, күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары күп һанлы, тармаҡлы,...

МИНСКЕР Карл Самойлович

МИНСКЕР Карл Самойлович (14.6. 1929, Киев — 23.5.2003, Өфө), химик. БР ФА акад. (1991), химия ф. д‑ры (1967), проф. (1969). РСФСР‑ҙың (1987) hәм БАССР‑ҙың (1977) атҡ. фән эшмәкәре, СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1973). Мәскәү нескә химия технологияhы ин‑тын тамамлағандан һуң (1952) Түб. Новгород өлк. Дзержинск...

МИНОРАТ

МИНОРАТ (лат. minor — кесе), милектең өлөшләтә йәки тулыһынса вариҫтарҙың кесеһенә күсеү формаһы. М. сәйәси власты һәм вазифаны вариҫлыҡҡа алыу м‑н бәйле түгел. Йола хоҡуғы нормалары б‑са, башҡорттарҙа кинйә ул ата-әсәһен тәрбиәләргә, кейәүгә сыҡмаған апай-һеңлеләрен ҡарарға, уларҙы мәһәр м‑н тәьмин...

МИНОМЁТ ПОЛКТАРЫ

МИНОМЁТ ПОЛКТАРЫ, 1942 й. февр.—июнендә СССР‑ҙың Оборона ХК бойороғо б‑са БАССР‑ҙың Бүздәк р‑нында 120—123‑сө айырым М.п. булараҡ ойошторола. Полк составына 2 дивизион ингән. Авг.—сент. М.п. Юғары баш командалығы резервында торған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 1943—44 йй. Ленинградты обороналауҙа (120‑се...

МИНКИН Искәндәр Фәйзрахман улы

МИНКИН Искәндәр Фәйзрахман улы (23.11.1925, Кронштадт ҡ. — 29.8. 1998, Өфө), архитектор. БАССР-ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1975). Архитекторҙар союзы ағзаһы (1970 й. алып). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ленинград инженерлыҡ-төҙөлөш ин‑тын тамамлағандан һуң (1950) 1958 й. тиклем һәм 1960—77 йй. БашНИПИнефть архитекторы,...