Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТӨНЬЯҠ-КӨНБАЙЫШ ДИАЛЕКТ

ТӨНЬЯҠ-КӨНБАЙЫШ ДИАЛЕКТ, башҡорт теле диалекттарының береһе. БР‑ҙың Асҡын, Баҡалы, Балтас, Благовар, Благовещен, Борай, Бүздәк, Бәләбәй, Дүртөйлө, Илеш, Йәрмәкәй, Краснокама, Кушнаренко, Ҡариҙел, Мишкә, Саҡмағош, Туймазы, Тәтешле, Шаран, Яңауыл р‑ндарында, ш. уҡ улар м‑н сиктәш ТР, Пермь крайы һәм Свердловск...

ТӨНЬЯҠ ҮЛӘНДЕ, күл

ТӨНЬЯҠ ҮЛӘНДЕ, Урал й. басс. күл. Әбйәлил р‑ны Үләнде а. эргәһендә урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны 3,0 км2, оҙонлоғо 2,2 км, уртаса киңлеге 1,3 км, уртаса тәрәнлеге 1,5 м (макс. — 3,5 м), һыу күләме 4,8 млн м3. Йылайыр свитаһының грауваккаларында һәм карбон габбро‑диабаздарында барлыҡҡа килгән; соҡоро...

ТӨНЬЯҠ УРМАН‑ДАЛА ЗОНАҺЫ

ТӨНЬЯҠ УРМАН‑ДАЛА ЗОНАҺЫ, Архангел (көнсығыш өлөшөнән тыш), Асҡын, Балтас, Благовещен, Борай, Иглин, Краснокама, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Мишкә, Нуриман, Тәтешле, Яңауыл р‑ндары һәм Бөрө р‑нының бер өлөшө (Ағиҙел й. уң яры) а.х. терр‑яларын үҙ эсенә ала. Ер майҙаны (мең га): 2972,5, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр— 664,...

ТӨНЬЯҠ КАВКАЗ ИТ‑ЙӨН ТОҠОМО

ТӨНЬЯҠ КАВКАЗ ИТ‑ЙӨН ТОҠОМО, һарыҡтарҙың ярым нәҙек йөнлө, ит‑йөн йүнәлешле тоҡомо. 1944—60 йй. Ставрополь крайында ставрополь тоҡомо һарыҡтарын линкольн һәм ромни‑марш тоҡомо тәкәләренән ҡасырыу, һуңынан ҡатнаш тоҡомло малдарҙың 1‑се быуынын һайлап алыу һәм уларҙы “үҙ эсендә” үрсетеү юлы м‑н сығарыла....

ТӨНЬЯҠ ИҠТИСАДИ ТӨБӘК

ТӨНЬЯҠ ИҠТИСАДИ ТӨБӘК, Башҡортостан Республикаһының Асҡын, Ҡариҙел, Нуриман административ райондарын берләштерә. Иҡтисади төбәктең майҙаны — 8840 км2 (БР майҙанының 6,2%‑ы). 2007 й. халыҡ һаны — 73 мең кеше (респ. халҡы һанының 1,8%‑ы), 1990—2002 йй. 1,7%-ҡа кәмегән (БР б‑са 3,6%‑ҡа артҡан). Төбәктә...

ТӨНЬЯҠ ЗАВОДЫ

ТӨНЬЯҠ ЗАВОДЫ, 1735 й. Себер даруғаһының Терһәк, Һалйот һәм Һеңрән улустары башҡорттарының ерҙәрендә Төньяҡ й. (Кама й. басс.) буйында ҡаҙна тарафынан тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: ҡаҙна, 1759 й. алып А.Ф.Турчанинов, 1787 й. һәм 1864 й. — Турчаниновтар (1832—61 йй. П.Д.Соломирский,...

ТӨНЬЯҠ БОҪҠОН ЙӨҘЛӘҮ ТАШЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ

ТӨНЬЯҠ БОҪҠОН ЙӨҘЛӘҮ ТАШЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ, Баймаҡ р‑ны Күсей а. көнсығышҡа табан 7 км алыҫлыҡта урынлашҡан. В.В.Какауллин, Ю.А.Болотин (1977), Д.Н.Сәлихов, С.Ш.Йосопов (1977), Р.К.Хәлимов (2004) тарафынан өйрәнелә. Төйәләҫ интрузив комплексы долериты һәм габброһының ваҡ, ҡатмарлы формалы есемдәренән тора....

ТӨНЬЯҠ АМАНГИЛДЕ ЙӨҘЛӘҮ ТАШЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ

ТӨНЬЯҠ АМАНГИЛДЕ ЙӨҘЛӘҮ ТАШЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ, Әбйәлил р‑ны Рысҡужа а. төньяҡҡа табан 3 км алыҫлыҡта урынлашҡан. В.В.Голота (1991), Л.Г.Ғүмәров, В.Ф.Королёв (2002) тарафынан өйрәнелә. Йөҙләү таштары аҫҡы девондың һорғолт аҡ, һарғылт аҡ, аҡһыл һоро, аҡ һәм ҡараһыу һоро мәрмәрләнгән эзбизташтарынан тора; юғары...

ТӨН МИЛӘҮШӘҺЕ

ТӨН МИЛӘҮШӘҺЕ (Platanthera), әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 50‑нән ашыу (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 200‑гә тиклем) төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда ике япраҡлы Т.м. үҫә. 2 оҙон бүлбе тамырлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 20—55 см. Һабағы...

ТӨН КҮГӘРСЕНЕ

ТӨН КҮГӘРСЕНЕ, т ы р ы л д а ҡ  ҡ у р а й с ы (Caprimulgus europaeus), төн күгәрсене һымаҡтар отрядының ысын төн күгәрсендәре ғаиләһенә ҡараған ҡош. Төньяҡ Африкала, Евразияла (Көнбайыш Европанан алып Байкал аръяғына һәм Үҙәк Ҡытайға тиклем) таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 26—28 см, ауырлығы 60—110 г....

ТӨН КҮБӘЛӘКТӘРЕ

ТӨН КҮБӘЛӘКТӘРЕ (Myotis), ярғанаттар ярым отрядының шымаморондар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүселәр заты. Яҡынса 100 төрө билдәле, киң таралған. БР‑ҙа 5 төрө бар. Кәүҙә оҙонлоғо 3,4—7 см, ауырлығы 4,5—25 г, ҡанат ҡоласы 19—35 см; инә заттар эрерәк. Йөнө ҡуйы, оҙон, төптәре ҡара, арҡаһы ҡарағусҡыл һоронан,...

ТӨМӘНӘК, Туймазы р‑нындағы ауыл

ТӨМӘНӘК, Туймазы р‑нындағы ауыл, Төмәнәк а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 11 км алыҫлыҡта Әгер й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1931 кеше; 1920 — 2426; 1939 — 1477; 1959 — 1051; 1989 — 902; 2002 — 936; 2010 — 1070 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002)....

ТӨМӘН ӨЛКӘҺЕ

ТӨМӘН ӨЛКӘҺЕ, РФ субъекты. Көнбайыш Себер тигеҙлегендә урынлашҡан. Коми Респ., Красноярск крайы, Ҡаҙағстан, Ҡурған өлкәһе, Омск өлкәһе, Свердловск өлкәһе, Томск һәм Архангельск өлк. м‑н сиктәш. Үҙәге — Төмән ҡалаһы. 1944 й. 14 авг. ойошторолған. Ханты-Манси авт. округы — Юграны һәм Ямал-Ненец авт. округын...

ТӨЛМӘЙ, йылға

ТӨЛМӘЙ, йылға, Инйәр й. уң ҡушылдығы. Силәбе өлк. Кварц тауынан көнсығышҡа табан 2 км алыҫлыҡта башлана. Силәбе өлк. һәм БР‑ҙың Белорет р‑ны буйлап төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ‑көнбайышҡа ҡарай аға. Инйәр й. (тамағынан 126 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 62 км, басс. майҙаны 585 км2. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына....

ТӨЛКӨТАМАҠ, Иглин р‑нындағы ауыл

ТӨЛКӨТАМАҠ, Иглин р‑нындағы ауыл, Красный Восход а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 94 км һәм Ҡаҙаяҡ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 8 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 153 кеше; 1939 — 193; 1959 — 222; 1989 — 112; 2002 — 128; 2010 — 101 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Ауылға 20 б. башында...

ТӨЛКӨСУРА АЛДАҒОЛОВ

ТӨЛКӨСУРА АЛДАҒОЛОВ (? — 1739 й. сент.), Өфө провинцияһының Минзәлә ҡаласығы, хәҙ. Минзәлә ҡ.), башҡорт ихтилалдары (1735—40) етәкселәренең береһе. Себер даруғаһы Көҙәй улусы башҡорто. Батыр. Шул уҡ улустың старшинаһы. 1736 й. башында Өфө тирәһендә һуғышҡан. 14 февр. Себер даруғаһының Тәкәй а. янында...

ТӨЛКӨЛӘР

ТӨЛКӨЛӘР (Vulpes), эттәр ғаиләһенә ҡараған имеҙеүселәр заты. 9 төрө билдәле. Евразияла, Африкала, Төньяҡ Америкала таралған. БР‑ҙа йәшәгән ябай Т. кәүҙәһе 50—90 см, ҡарһаҡтыҡы 50—60 см оҙонлоҡта. Т. ауырлығы 2,2— 10 кг, ата Т. эрерәк. Йөнө ҡуйы, ҡарһаҡтыҡы аҡҡһыл, ерәнһыу көрән төҫтә, ҡорһағы бысраҡ...

ТӨЛКӨҒОЙРОҠ

ТӨЛКӨҒОЙРОҠ (Alopecurus), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, уртаса, субарктик һәм субантарктик бүлкәттәрҙә, тропик тауҙарында таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Күп һәм бер йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ йәки күтәрелеүсән, бейеклеге 20—100 см тиклем. Япраҡтары тура,...

ТӨЛДӨ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл

ТӨЛДӨ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Төлдө а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.-Көнс. 11 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 65 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 825 кеше; 1920 — 718; 1939 — 667; 1959 — 620; 1989 — 419; 2002 — 328; 2010 — 273 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты,...

ТӨЛГӨҘБАШ, Асҡын р‑нындағы ауыл

ТӨЛГӨҘБАШ, Асҡын р‑нындағы ауыл, Асҡын а/c ҡарай. Район үҙәгенән Т. 18 км һәм Чернушка т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 79 км алыҫлыҡта Асҡын й. (Төй й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 345 кеше; 1939 — 462; 1959 — 427; 1989 — 262; 2002 — 267; 2010 — 265 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй...