Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МЕТРОЛОГИЯ

МЕТРОЛОГИЯ (гр. meјtron — үлсәү һәм …логия), үлсәүҙәр, уларҙың берҙәмлеген тәьмин итеү ысулдары һәм саралары, талап ителгән теүәллеккә өлгәшеү алымдары т‑дағы фән. 3 бүлекте үҙ эсенә ала: теоретик, закон сығарыу һәм практик (ғәмәли). Теоретик М. берәмектәр системаһын, эталондарҙы, үлсәү һөҙөмтәләрен...

МЕТРИКА КЕНӘГӘЛӘРЕ

МЕТРИКА КЕНӘГӘЛӘРЕ, революцияға тиклемге Рәсәйҙә гражданлыҡ хәле акттары теркәлә торған исемлектәр. Православныйҙарға (ҡара: Православие) — 1722 й., лютерандарға — 1764 й., католиктарға (ҡара: Католицизм) — 1826 й., мосолмандарға (ҡара: Ислам) — 1828 й., йәһүдтәргә (ҡара: Иудаизм) — 1835 й., расколсыларға...

МЕТИЛЭТИЛКЕТОН

МЕТИЛЭТИЛКЕТОН, 2‑бутанон, СН3СОС2Н5, ацетон еҫле төҫһөҙеңел осоусан шыйыҡса; tиреү ‑86,3°С, tҡайнау 79,6°С; һыу м‑н азеотроп ҡатнашма барлыҡҡа килтерә, органик эретеүселәр м‑н ҡатнаша, тоҡаныу концентрацияһы 1,97—10,2%. Күҙ, танау, тамаҡтың лайлалы тиресәләрен әсеттерә, ПДК 200 мг/м3. М. өсөн алифатик...

МЕТИЛ СПИРТЫ

МЕТИЛ СПИРТЫ, метанол, а ғ а с с п и р т ы, СН3ОН, төҫһөҙ, еҫе м‑н этил спиртына оҡшаған шыйыҡса, tҡайнау 64,5°С, тығыҙлығы 792,4 кг/м3. 6,72—36,5% миҡдарҙа һауа м‑н шартлаусан ҡатнашма барлыҡҡа килтерә; tтоҡаныу 15,6°С. Һыу һәм органик эреткестәр м‑н һәйбәт ҡатнаша. Һелтеле металдар м‑н — метилаттар,...

МЕТЕОРОЛОГИЯ СТАНЦИЯҺЫ

МЕТЕОРОЛОГИЯ СТАНЦИЯҺЫ, гидрометеорология хеҙмәтенең атмосфераның Ер йөҙө м‑н тәьҫир итешеүе ваҡытында унда барған физик процестарҙың торошон һәм үҙгәреүен билдәләү өсөн тәғәйенләнгән күҙәтеү бүлексәһе. Метеорологик шарттарҙың бөтә төрҙәре б‑са прогноз әҙерләү өсөн мәғлүмәт алыу, насар һауа торошо т‑да...

МЕТЕОРОЛОГИЯ

МЕТЕОРОЛОГИЯ (гр. meteјōra — атмосфера күренештәре һәм ...логия), Ерҙең атмосфераһы һәм унда барған процестар т‑дағы фән. Атмосфера физикаһы, динамик һәм синоптик метеорология, авиация метеорологияһы, спутник метеорологияһы, актинометрия, атмосфера электры, аэрология, агрометеорология һ.б. бүленә. Геофизика,...

МЕТЕОРИТТАР

МЕТЕОРИТТАР, йыһан арауығынан Ер өҫтөнә килеп төшкән есемдәр. М. — Ерҙең атмосфераһында тулыһынса янып бөтмәгән метеор ҡалдыҡтары. 3 төп класҡа бүленә: тимер (сидериттар), тимер‑таш (сидеролиттар йәки литосидериттар) һәм таш М. (аэролиттар). М. исемде улар төшкән урынға иң яҡын торама йәки геогр. объект...

МЕТЕОРҘАР

МЕТЕОРҘАР (гр. meteјōros — һауала кәйелеп осҡан), йыһан матдәһе өлөшсәләре Ер атмосфераһының өҫкө ҡатламдарына ингәндә күҙәтелгән күренеш. Метеор есеменең атмосфера м‑н тәьҫир итешеүе һөҙөмтәһендә ут балҡып китә, ул ҡыҫҡа ваҡытлы ионлашҡан газ эҙе ҡалдыра, шуға күрә М. “атылған йондоҙ” тип атайҙар....

МЕТАТЕЗА

МЕТАТЕЗА (гр. metајthesis — күсереп ҡуйыу), өндәрҙең комбинаторлы үҙгәрештәренең бер төрө, һүҙҙә өндәрҙең йәки ижектәрҙең үҙ-ара урындарын алмашыуы. Башҡорт телендә М. айырыуса консонантизм өсөн хас булып тора; 1) башҡорт теленең фонетик системаһының тарихи үҙгәрештәрендә, мәҫ.: боронғо төрки “яғмур”...

МЕТАН

МЕТАН, һ а ҙ г а з ы, р у д н и к г а з ы, CH4, туйынған углеводородтарҙың гомологик рәтенең 1‑се вәкиле, углеводород газдарҙың төп компоненты. Вулкан газдарында осрай, Сатурн һәм Юпитер атмосфералары метандан тора. Органик матдәләр серегәндә, нефть һәм нефть продукттарын термик эшкәрткәндә, таш күмерҙе...

МЕТАМОРФИЗМ ФАЦИЯЛАРЫ

МЕТАМОРФИЗМ ФАЦИЯЛАРЫ, метаморфик тау тоҡомдарындағы билдәле шарттарға (литостатик баҫымға, т‑раға, осоусан компоненттарҙың парциаль баҫымына һәм метаморфизмдың башҡа факторҙарына) тиң булған тотороҡло минераль ассоциациялар. М.ф. т‑да төшөнсә П.Эскола тарафынан тәҡдим ителә һәм Д.С.Коржинский, Ф.Тернер,...

МЕТАМОРФИЗМ

МЕТАМОРФИЗМ (гр. metamorphoomai — үҙгәрәм, әйләнәм), ер ҡабығында ултырма һәм магматик (ш. уҡ бер‑бер артлы метаморфик) тау тоҡомдарының үҙгәреше, т‑ра, баҫым һәм осоусан компоненттар (һыу, углекислота һ.б.) тәьҫире аҫтында структура, текстура, минераль һәм йыш ҡына химик состав өлөшләтә йәки тулыһынса...

МЕТАЛҺЫҘЛАШТЫРЫУ

МЕТАЛҺЫҘЛАШТЫРЫУ н е ф т ь с е й м а л д а р ы н, составында күберәк ванадий, тимер һәм никель булған металлы берләшмәләрҙән таҙартыу. М. м‑н бер үк ваҡытта нефттең ҡалдыҡ фракцияларын (гудрон, мазут) азот һәм көкөрт булған берләшмәләрҙән, асфальтлы‑ыҫмалалы матдәләрҙән таҙартыу башҡарыла. Составында...

МЕТАЛЛУРГИЯ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ

МЕТАЛЛУРГИЯ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ, металлургия өсөн инженерҙар, техниктар һәм квалификациялы эшселәр әҙерләү системаһы; техник белем биреү тармағы. Мәғариф тармағы булараҡ 19 б. 2‑се ярт. формалаша, был ваҡытта тау эше белеме биреү ғәмәлдә тау эше белеме биреүгә, геология буйынса белем биреүгә һәм М.б.б.б....

МЕТАЛЛУРГИЯ

МЕТАЛЛУРГИЯ (гр. metallurgeјō — мәғдән сығарам, металл эшкәртәм), 1) тәбиғи сеймалдан һәм икенсе металл ингән продукттарҙан (ш. иҫ. металл материалдар, иретмәләр, изделиелар етештереү ҡалдыҡтарынан) металл етештереүҙе, иретмәләр алыуҙы, металдарҙы юғары һәм түбән т‑раларҙа эшкәртеүҙе (ҡара: Металдарҙы...

МЕТАЛЛОФИЗИКА

МЕТАЛЛОФИЗИКА, физиканың металл һәм иретмәләрҙең структураһын, уларҙа барған процестарҙы, физик һәм химик үҙенсәлектәрен өйрәнгән бүлеге. М. ҡаты есемдәр физикаһы составына инәһәм материалдарҙы өйрәнеү ғилеменең физик нигеҙе булып тора. М. металдарҙың, иретмәләрҙең төҙөлөшөһәм уларҙыңүҙенсәлектәре араһындағы...

МЕТАЛЛОГЕНИЯ

МЕТАЛЛОГЕНИЯ, ваҡыт һәм арауыҡ эсендә файҙалы ҡаҙылмаларҙың барлыҡҡа килеүен һәм урынлашыу законлыҡтарын өйрәнгән геология бүлеге. Дөйөм һәм төбәк (боронғо платформалар, йыйырсыҡлы өлкәләр, ҡуҙғалыусан бүлкәттәр үҫешенең башланғыс этаптары һ.б.), экзоген һәм эндоген (файҙалы ҡаҙылмаларҙың һәм геол....

МЕТАЛЛ ЭШКӘРТЕҮ

МЕТАЛЛ ЭШКӘРТЕҮ, металдарҙы әҙер изделие килеп сыҡҡанға тиклем эшкәртеү һәм яңынан эшкәртеү ысулдары. Эшкәртелә торған металға тәьҫир итеү төрөнә ҡарап металдарҙы термик эшкәртеү, металдарҙы баҫым ярҙамында эшкәртеү, ҡойоу, иретеп йәбештереү һәм паять итеү, металдарҙы ҡырып эшкәртеү, электрофизик‑химик...

МЕТАЛЛ ТӨҘӨЛӨШӨ

МЕТАЛЛ ТӨҘӨЛӨШӨ, айырым кристаллиттарҙың кристалл рәшәткәһе ориентацияларының өлгө күсәрҙәренә ҡарата законлы рәүештә бүленеүе. М.т. аксиаль, конус һәм сикләнгән төрҙәрен айыралар. Поликристаллы өлгөлә бер кристалл ориентацияһы күберәк булған осраҡта анизотропия барлыҡҡа килә (ҡара: Анизотроп материалдар)....

МЕТАЛЛ ҠЫРҠЫУ СТАНОГЫ

МЕТАЛЛ ҠЫРҠЫУ СТАНОГЫ, әҙерләмәләрҙе металл ҡырҡҡыс инструмент ярҙамында юныу юлы м‑н үлсәмләп эшкәртеү машинаһы. Эшкәртеү, ҡулланылған ҡырҡҡыс инструменттың төрө б‑са ҡырыу, быраулау һәм ҡырғыс, шымартыу һәм еренә еткереп шымартыу, ҡатнаш, теш һәм һырҙарҙы эшкәртеү, фрезерлау, юныу, соҡоу һәм һуҙыу,...