Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МАЛИКОВ Рәмил Фәрүҡ улы

МАЛИКОВ Рәмил Фәрүҡ улы (20.1.1951, БАССР‑ҙың Бөрйән р‑ны Иҫке Собханғол а.), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1998), проф. (2000). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1998), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2008). СДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1972) шунда уҡ эшләй, 1974 й. алып БДПУ‑ла 2003 й. — Проф....

МАЛИКОВ Рәйеф Сәлих улы

МАЛИКОВ Рәйеф Сәлих улы (24.8.1952, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Иҫке Дөмәй а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Дөмәй а.), хужалыҡ эшмәкәре. РФ‑тың атҡ. машиналар эшләүсеһе (2003). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1974) Төмән мотор з‑дында эшләй. 1977—2013 йй. (өҙөклөк м‑н) “Нефтекама автозаводы” ААЙ‑нда: цех нач. урынбаҫары,...

МАЛИКОВ Марат Фәйзелҡадир улы

МАЛИКОВ Марат Фәйзелҡадир улы (2.2.1937, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Түб. Йәркәй а.), хоҡуҡ белгесе. Юридик ф. д‑ры (1992), проф. (1992). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1998), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1992). Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1965) Ҡалтасы һәм Тәтешле р‑ндарында халыҡ судьяһы,...

МАЛИКОВ Борис Зөфәр улы

МАЛИКОВ Борис Зөфәр улы (29.10.1947, Көньяҡ Сахалин ҡ.), юрист. Юридик ф. д‑ры (2004), проф. (2006). БДУ‑ны тамамлаған (1974). 1975 й. алып БАССР ЭЭМ‑ы системаһында эшләй. 1990 й. башлап (өҙөклөк м‑н) ӨЮИ‑ла: 1992 й. тиклем өлкән ғилми хеҙм‑р, 1996 й. алып холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт хоҡуғы каф. нач. урынбаҫары....

МАЛИЕВСКИЙ Олег Артурович

МАЛИЕВСКИЙ Олег Артурович (18.5.1966, Өфө ҡ.), балалар эндокринологы. Медицина фәндәре докторы (2002), профессор (2005). РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2016). В.А.Малиевскийҙың игеҙәге. БДМИ‑ны тамамлаған (1989), 1994 й. алып шунда уҡ уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге балаларҙа эндокрин ауырыуҙарҙы, ш. иҫ....

МАЛИЕВСКИЙ Виктор Артурович

МАЛИЕВСКИЙ Виктор Артурович (18.5.1966, Өфө), педиатр. Мед. ф. д‑ры (2006), проф. (2007). О.А.Малиевскийҙың игеҙәге. БДМИ‑ны тамамлаған (1989), 1994 й. алып шунда уҡ эшләй, бер үк ваҡытта 2001— 04 йй. Респ. балалар клиник дауаханаһында бүлек мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге ревматология һәм кардиология мәсьәләләренә...

МАЛИЕВ Николай Михайлович

МАЛИЕВ Николай Михайлович (14.4.1841, Сембер ҡ. — 1906), этнограф, антрополог. Мед. д‑ры (1874). Статский советник. Мед.- хирургия акад. тамамлаған (С.‑Петербург, 1864). 1869 й. алып Ҡазан ун‑тының анатомия каф. прозекторы ярҙамсыһы, 1875 й. — прозекторы, 1888 й. — анатомия каф. мөдире, 1895 й. — Томск...

МАЛЕЕВ Александр Петрович

МАЛЕЕВ Александр Петрович (1869—?), Өфө губернаһынан 2‑се Дәүләт думаһы (1907) депутаты. Халыҡ- социалистик хеҙмәт партияһы ағзаһы. Өфө дини семинарияһын тамамлаған. Өфө губерна земство башҡармаһында хеҙмәт иткән. Думала халыҡ социалистары фракцияһы ағзаһы. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. И.А.Душина, Г.В.Мордвинцев Тәрж....

МАЛАЯҘ, ауыл, Салауат р‑нының үҙәге

МАЛАЯҘ, ауыл, Салауат р‑нының (1935—63 йй. һәм 1965 й. алып) һәм Салауат а/с үҙәге. Өфөнән Т.‑Көнс. табан 183 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) 29 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. буйында, Кропачёво—Мәсәғүт—Әшит, Малаяҙ— Үрге Ҡыйғы—Яңы Балаҡатай— Үңкерҙе (Силәбе өлк.) автомобиль юлдарында урынлашҡан....

МАЛАХОВ Михаил Андреевич

МАЛАХОВ Михаил Андреевич [20.10.1923, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Болотин а. (БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны) — 6.11.1988, ш. уҡ р‑ндың Трудовка а.], Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1932 й. алып Ауырғазы р‑нының Париж коммунаһы ис. к‑зында эшләй. 1941 й. башлап Ҡыҙыл Армияла. 1942 й. майынан...

МАЛАХОВ Александр Александрович

МАЛАХОВ Александр Александрович (28.2.1906, Архангел губ. Михайловское а. — 12.6.1991, Өфө), тау инженеры. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1960), проф. (1968). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Тау ин‑тын тамамлаған (Пшибрам ҡ., Чехословакия Респ., 1935). 1968—78 йй. Геология ин‑тының лаб. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре...

МАЛАХИТ

МАЛАХИТ (грекса malàche — мальва), карбонаттар класы минералы, Cu2[CO3](OH)2. Составында 57,4% баҡыр бар. Кристалдары энәле йәки призма формаһында. Агрегаттары: бөрө һымаҡ, онтаҡлы һәм тупраҡлы массалар (“баҡыр йәшеллеге”). Төҫө йәшел, ебәк кеүек ялтыр. Ҡатылығы 3,5—4,0; тығыҙлығы 3900—4100 кг/м3....

МАЛАКСИС

МАЛАКСИС (Malaxis), әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 300 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда һыңар япраҡлы М. үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы төбөндә бүлбе һымаҡ йыуан, бейеклеге 8—30 см. Япрағы, ғәҙәттә, яңғыҙ, оҙонса йәки йомортҡа формаһында, оҙон һап булып тарая,...

МАЛАКОЛОГИЯ

МАЛАКОЛОГИЯ (гр. malakion — моллюск һәм ...логия), зоологияның моллюскыларҙы өйрәнеүсе бүлеге. Башҡортостанда М. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 30‑сы йй. Башҡортостан комплекслы экспедицияһы ваҡытында башлана, уның ҡатнашыусылары Ағиҙел й. ҡабырсаҡтарын (В.В.Властов), перламутр запастарын (Д.И.Мансветов),...

МАЛАЙ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

МАЛАЙ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Ҡамышлы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 28 км һәм Таҙлар т. юл ст. К.‑Көнс. табан 3 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 363 кеше; 1920 – 426; 1939 – 515; 1959 – 406; 1989 – 237; 2002 – 318; 2010 – 265 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ...

МАЛАЙ‑МУЙНАҠ, Учалы р‑нындағы ауыл

МАЛАЙ‑МУЙНАҠ, Учалы р‑нындағы ауыл, Мансур а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 45 км һәм Шартым т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 13 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 264 кеше; 1920 — 344; 1939 — 351; 1959 — 338; 1989 — 142; 2002 — 143; 2010 — 108 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар. Ауылға Себер...

МАЛАЙ МУЙНАҠ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

МАЛАЙ МУЙНАҠ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Һүрәм а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 18 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 72 км алыҫлыҡта Оло Һүрәм й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 120 кеше; 1920 — 124; 1939 — 101; 1959 — 96; 1989 — 82; 2002 — 98; 2010 — 96 кеше. Башҡорттар йәшәй...

МАЛ ЧУМАҺЫ

МАЛ ЧУМАҺЫ, инфекцион ауырыуҙар төркөмө, башлыса киҫкен үтә, клиник билдәләре күп, йоғошло, үлем м‑н тамамлана. Ауырыуҙы үҙенсәлекле вирустар тыуҙыра. Ауырыу мал‑тыуар араһында киҙеү рәүешендә тарала, йылдың төрлө миҙгелендә барлыҡҡа килә, бөтә йәш төркөмөнә ҡараған малды зарарлай. Сусҡа чумаһы. Классик...

МАЛ АҘЫҠТАРЫ

МАЛ АҘЫҠТАРЫ, ауыл хужалығы малдарын ашатыу өсөн ҡулланылған үҫемлек, хайуан, микробиол. һәм химик сығышлы продукттар. М.а. бер нисә төп төркөмгә бүленә. Йәшел мал аҙыҡтары, консерваланған йәшел М.а. (сенаж, силос, химик консерваланған йәшел мал аҙыҡтары), тәбиғи киптерелгән үлән (бесән, бесән оно),...

МАЛ АҘЫҒЫ ҮҪЕМЛЕКТӘРЕ

МАЛ АҘЫҒЫ ҮҪЕМЛЕКТӘРЕ, хайуандар яратып ашаған ҡырағай үҫемлектәр һәм мал аҙығы культуралары. Үҫемлектең аҙыҡ ҡиммәте уның туҡлыҡлылығы, хайуандар тарафынан ашалыуы, япраҡлылығы, көтөүлектәрҙә һәм сабынлыҡтарҙа таралғанлығы м‑н билдәләнә. Ҡырағай төрҙәрҙән М.а.ү. булып бесән, сенаж һ.б. мал аҙыҡтары...