Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТАҘЛАР, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

ТАҘЛАР, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Таҙлар а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 10 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 64 км алыҫлыҡта Кесе Һүрәм й. тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 184 кеше; 1920 — 226; 1939 — 468; 1959 — 615; 1989 — 1173; 2002 — 1109; 2010 — 1119 кеше. Башҡорттар,...

ТАҘЛАР СТАНЦИЯҺЫ АУЫЛЫ, Ҡырмыҫҡалы р нындағы ауыл

ТАҘЛАР СТАНЦИЯҺЫ АУЫЛЫ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Яңы Ҡыйышҡы а/с ҡарай; т. юл станцияһы. Район үҙәгенән К.‑Көнс. табан 16 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 80 кеше; 1959 — 229; 1989 — 89; 2002 — 116; 2010 — 69 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға 20 б. 30‑сы йй. Куйбышев т. юлының...

ТАҘАРТЫУ ҠОРОЛМАЛАРЫ

ТАҘАРТЫУ ҠОРОЛМАЛАРЫ, производство, ямғыр, хужалыҡ‑көнкүреш ағынты һыуҙарында булған бысраҡты таҙартыр өсөн инженер ҡоролмалары йыйылмаһы. Ағынты һыуҙарҙы таҙартыу производствола файҙаланыу йәки һыу объекттарына ағыҙыу маҡсатында башҡарыла. Бысраныу кимәленә һәм таҙартыуҙың талап ителгән дәрәжәһенә...

ТАҘ, племя

ТАҘ, т а ҙ л а р, башҡ. ҡәбиләһе. Табынырыу-ҡәбилә берләшмәһе составына ингән. Тамғалары: . Этник яҡтан б.э. 2‑се мең йыллығы башында Арал буйына күсеп килгән Саян-Алтай ҡалҡыулығының монгол һәм төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. “Таҙ” этнонимы ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, нуғай, төрөкмән, үзбәктәрҙә билдәле. Алтын...

ТАҘ БАТЫР

ТАҘ БАТЫР, Т а ҙ, фольклор персонажы, башҡ. әкиәттәре геройы. Кинйә малайҙың ҡушаматы, “аңра”, “иҫәр” һүҙҙәренең синонимы булып ҡулланыла. Юмористик әкиәттәрҙә (“Таҙ”, “Баҙарсы таҙ” һ.б.) Таҙ изге күңелле, яҡшы ниәттәр м‑н йәшәгән һантый итеп күрһәтелә: туңған ҡарсыҡ икән тип, түмәрҙе кейендерә; атҡа...

ТАДИАШВИЛИ Ольга Семёновна

ТАДИАШВИЛИ Ольга Семёновна (29.8.1928, Владикавказ — 23.4.2001, Өфө), архитектор. БР‑ҙың атҡ. архитекторы (1992). Архитекторҙар союзы ағзаһы (1962). Әзербайжан политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (Баҡы, 1953) “БашНИПИнефть” ин‑тының төҙөлөш бүлегендә архитектор, 1972 й. алып өлкән һәм 1981—84 йй. төп...

ТАДИАШВИЛИ Валентин Георгиевич

ТАДИАШВИЛИ Валентин Георгиевич (1.12.1921, Владикавказ — 25.2. 1993, Өфө), архитектор. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Әзербайжан политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (Баҡы, 1953) “БашНИПИнефть” ин‑тында архитектор, 1954 й. алып өлкән архитектор һәм бер үк ваҡытта архитектура төркөмөнөң өлкән инженеры, 1971...

ТАҒАНОВ Ғәлимйән Ғирфан улы

ТАҒАНОВ Ғәлимйән Ғирфан улы, Т а ғ а н Ғ. [1.1.1892, Ырымбур губ. Силәбе өйәҙе Тәңреғол а. (Ҡурған өлк. Әлмән р‑ны) — 29.6.1948, Гамбург ҡ., Германия], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, этнограф, музей белгесе. Иҡт. ф. д‑ры (1929). Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Тифлис прапорщиктар...

ТАГАРИЕВ Рәшит Зәки улы

ТАГАРИЕВ Рәшит Зәки улы [3.12. 1952, БАССР‑ҙың Байҡыбаш р‑ны Тигермән а. (БР‑ҙың Ҡариҙел р‑ны)], педагог. Пед. ф. д‑ры (1992), проф. (1992). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2000), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1989), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1995), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2012)....

ТАВРИЧАНКА, Әлшәй р‑нындағы ауыл

ТАВРИЧАНКА, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Ҡыҙыл а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. К.‑Көнс. табан 58 км алыҫлыҡта Ҡоро Ҡыҙыл й. (Өршәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 263 кеше; 1920 — 316; 1939 — 400; 1959 — 565; 1989 — 808; 2002 — 734; 2010 — 635 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй...

ТАВРИОН

ТАВРИОН (донъяуи исеме Батозский Тихон Данилович; 28.7.1898, Харьков губ. Краснокутск ҡ. — 13.8. 1978, Изге Троица монастыры Спасо‑Преображение пустыны, Латвия ССР‑ының Валгунде ҡсб), дин әһеле. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. Архимандрит (1927). Монахлыҡ ҡабул иткән (1920). 1926 й. алып Марк Изге...

ТАВАСИЕВ Сосланбек Дафаевич

ТАВАСИЕВ Сосланбек Дафаевич (25.12.1894, Терек өлк. Фаснал а. — 10.4.1974, Мәскәү), скульптор. Төньяҡ Осетия (1955) һәм Башҡорт (1967) АССР‑ҙарының халыҡ рәссамы. СССР Рәссамдар союзы ағзаһы (1935). Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Ленинград юғары художество‑техник ин‑тын тамамлаған (1927; педагогы...

ТАБЫШ

ТАБЫШ, продукция (хеҙмәт) һатыуҙан алынған килемдең етештереү һәм һатыу сығымдарынан артыуы; предприятиеларҙың һәм эшҡыуарҙарҙың хужалыҡ итеү эшмәкәрлегендәге финанс һөҙөмтәләренең төп күрһәткесе. Продукттарҙы (хеҙмәттәрҙе) һатыуҙан килгән төшөм м‑н етештереү факторҙары сығымдарының суммаһы араһындағы...

ТАБЫН, племя

ТАБЫН, 1) башҡорттарҙың ырыу-ҡәбилә берләшмәһе. Бишул, бәҙрәк, ҡумрыҡ, ҡыуаҡан, табын, һырҙы ҡәбиләләрен үҙ эсенә алған. 12 б. аҙ. — 13 б. башында барлыҡҡа килгән. 17—19 бб. берләшмә көнбайышта — Сирмешән й. үҙәнен, Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) түбәнге ағымын; көньяҡта — Туҡ, Кесе Уран, Оло Ырғыҙ һәм Кәмәлек...

ТАБЫН, Ғафури р‑нындағы ауыл

ТАБЫН, Ғафури р‑нындағы ауыл, Табын а/с үҙәге; пристань. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 12 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Көнс. табан 32 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 3064 кеше; 1920 — 4252; 1939 — 3442; 1959 — 2560; 1989 — 1931; 2002 — 2153; 2010 — 1827 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта...

ТАБЫН ҠӘЛҒӘҺЕ

ТАБЫН ҠӘЛҒӘҺЕ, Т а б ы н, 1736 й. 14 июлендә сауҙагәр И.Д. Утятниковтың тоҙ промыслаһы янында, Тоҙйылға й. Ағиҙелгә ҡойған урында, башҡорт ихтилалдары (1735—40) барышында башҡорттарҙан тартып алынған ерҙәрҙә И.К.Кириловтың күрһәтмәһе б‑са төҙөлгән. Башҡа мәғлүмәттәргә ярашлы, Т.ҡ. Нуғай даруғаһының...

ТАБЫН ҠАЛАСЫҒЫ

ТАБЫН ҠАЛАСЫҒЫ, Ҡара Абыҙ мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 4—3 бб. ҡарай. Ғафури р‑ны Табын а. көньяҡ-көнсығышҡа табан 4 км алыҫлыҡта Тоҙйылға й. һул ярындағы һыу баҫмай торған ҡалҡыулыҡта урынлашҡан. 20 б. 20‑се йй. М.И.Касьянов тарафынан асыла, 1956 й. Һ.В.Йосопов, 1975 й. В.А.Иванов, 1978...

ТАБЫН КАНТОНЫ

ТАБЫН КАНТОНЫ, 1919 й. 20 мартында Стәрлетамаҡ өйәҙенең Архангел (бер өлөшө), Бишҡайын, Богоявленск, Боҙаяҙ, Дыуан-Табын, Кесе Табын, Кәлсер-Табын, Меркетле улустарынан һәм Өфө өйәҙенең Бишауыл-Уңғар, Биштәкә улустарынан АСБР составында барлыҡҡа килә. 1917 й. ойошторолған авт. Башҡортостандың Т.к. сиктәре...

ТАБЫН БОЖЬЯ МАТЕРЬ ИКОНАҺЫ

ТАБЫН БОЖЬЯ МАТЕРЬ ИКОНАҺЫ. Һул ҡулына сабый Иисусты күтәргән Богородицаның йөҙөн һүрәтләгән икона; һары‑көрән төҫтә, византия яҙмаһы м‑н төшөрөлгән. Ҡазан Божья Матерь иконаһына оҡшаш. Үлсәме 106х74 см. Риүәйәт б‑са, ике тапҡыр (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, өс тапҡыр) — 1580 йй. Вознесение пустыны эргәһендә...

ТАБЫЛДЫ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл

ТАБЫЛДЫ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Күндерәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 22 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 65 км алыҫлыҡта Ҡоро Күндерәк й. (Күндерәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 638 кеше; 1920 — 603; 1939 — 577; 1959 — 458; 1989 — 352; 2002 — 359; 2010 — 306...