Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠАЛЫУ, һырт

ҠАЛЫУ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт, Оло Ҡалыу һырты армыты. Ишембай р‑ны Кәбәс а. киңлегенән алып Нөгөш й. уң яры буйлап Ишембай һәм Бөрйән р‑ндары аша Яланайры й. тамағы киңлегенә тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 26 км, киңлеге 4 км., абс. бейеклеге 771 м.  700 м тиклем бейеклектәге...

ҠАЛЫН

ҠАЛЫН, ҡалын алыу, башҡорттарҙа ҡалым малы биреүгә бәйле традицион туй йолаһы. Кәләш яғында төп туй тантаналары (ҡара: Туй) уҙғандан һуң кейәү яғында үткәрелгән. Көньяҡ, үҙәк һәм көньяҡ-көнбайыш райондарҙа туйҙан һуң йәки 2—3 йыл эсендә, көнсығыш райондарҙа йәштәр никахлашҡанға тиклем, ҡоҙалауҙан һуң...

ҠАЛЫМ

ҠАЛЫМ, ҡ а л ы н, төрки һәм монгол халыҡтарында кәләш өсөн хаҡ түләү, йола хоҡуғы нормаларына барып тоташа. Никахҡа инеү өсөн төп шарттарҙың береһе булған. Башҡорттарҙа Ҡ. күләме ҡоҙалау ваҡытында һөйләшелгән һәм ике яҡтың соц.-иҡт. хәленән сығып билдәләнгән. Ҡ. ярайһы уҡ ҙур өлөшөн мал (ниндәй мал...

ҠАЛУЙ, Учалы р‑нындағы ауыл

ҠАЛУЙ, Кәкүк, Учалы р‑нындағы ауыл, Амангилде а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 58 км һәм Уралтау т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 32 км алыҫлыҡта Миндәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 195 кеше; 1920 — 267; 1939 — 164; 1959 — 138; 1989 — 99; 2002 — 130; 2010 — 134 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб...

ҠАЛТЫМАН, Иглин р‑нындағы ауыл

ҠАЛТЫМАН, Иглин р‑нындағы ауыл, Ҡалтыман а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Иглин т. юл ст. К. табан 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 289 кеше; 1920 — 429; 1939 — 416; 1959 — 231; 1989 — 523; 2002 — 516; 2010 — 530 кеше. Белорустар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт...

ҠАЛТЫ, һырт

ҠАЛТЫ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Белорет р‑ны буйлап Байғулла й. (Төлмәй й. ҡушылдығы) башынан Манышты й. (Инйәр й. ҡушылдығы) киңлек ағымына тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Абс. бейеклеге 725 м. Һыртты Төлмән й. ике өлөшкә бүлә: төньяҡ (оҙонлоғо 6 км, киңлеге 3,5 км тиклем) һәм...

ҠАЛТАСЫ, ауыл, Ҡалтасы р‑ны үҙәге

ҠАЛТАСЫ, ауыл, Ҡалтасы р‑ны (1930—32 йй., 1935—63 йй. һәм 1964 й. алып) һәм Ҡалтасы а/с үҙәге. Өфөнән Т.‑Көнб. 202 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 56 км алыҫлыҡта Ҡалтасы й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында, Краснохолмский—Николо-Берёзовка автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1939 й. —...

ҠАЛТАСЫ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ

ҠАЛТАСЫ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү, урманды файҙаланыуҙы көйләү пр‑тиеһы. 1946 й. “Ҡыҙыл Танып”, “Боевик”, “Еңеү” артелдәре базаһында Ҡалтасы район яғыулыҡ пр‑тиеһы булараҡ ойошторола, 1953 й. алып Ҡалтасы район сәнәғәт комбинаты, 1974 й. — Ҡалтасы ағас-таҡта әҙерләү пункты,...

ҠАЛТАСЫ СОРТ ҺЫНАУ УЧАСТКАҺЫ

ҠАЛТАСЫ СОРТ ҺЫНАУ УЧАСТКАҺЫ. Башҡортостандың төньяҡ урман‑дала зонаһы шарттарында үҫтереү өсөн иген, ҡуҙаҡлы иген һәм мал аҙығы культураларының сорттарын һынау, сорттарын һәм гибридтарын һайлап алыу һәм үҫтерергә тәҡдим итеү м‑н шөғөлләнә. 1937 й. ойошторола. Ҡалтасы р‑ны Кейебәк а. урынлашҡан. Сорт...

ҠАЛТАСЫ РАЙОНЫ

ҠАЛТАСЫ РАЙОНЫ, БР‑ҙың төньяҡ‑көнбайышында урынлашҡан. Төньяҡта — Яңауыл, көнсығышта — Борай, көньяҡта — Дүртөйлө, көнбайышта Краснокама р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола, район составына Бөрө кантоны өйәҙҙәре инә (ҡара: Административ район). 1963 й. 1 февр. бөтөрөлә, терр‑яһы Яңауыл р‑нына...

ҠАЛТАЙ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл

ҠАЛТАЙ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Шәрип а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 20 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 50 км алыҫлыҡта Мишеҙе й. (Ҡармасан й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2308 кеше; 1920 — 2472; 1939 — 2136; 1959 — 1227; 1989 — 719; 2002 — 682; 2010 — 437 кеше. Башҡорттар,...

ҠАЛТАЙ, Краснокама р‑нындағы ауыл

ҠАЛТАЙ, Краснокама р‑нындағы ауыл, Мүзәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 24 км һәм Әмзә т. юл ст. К. табан 3 км алыҫлыҡта Әмзә й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 191 кеше; 1920 — 201; 1939 — 165; 1959 — 150; 1989 — 105; 2002 — 104; 2010 — 124 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Ауылға...

ҠАЛПАҠ, тау

ҠАЛПАҠ, тау. Межгорье ҡ. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 9,4 км алыҫлыҡта, Көньяҡ Урал ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан. Абс. бейеклеге 1194 м, оҙонлоғо 2 км, төньяҡ өлөшөнөң киңлеге 0,6 км, көньяҡ — 1,2 км. Оҙонса формала. Төньяҡ‑көнсығыш битләүе һөҙәк, көньяҡ‑көнбайышы — текә. Урта рифейҙың машаҡ свитаһы...

ҠАЛПАҠ

ҠАЛПАҠ, башҡорттарҙың традицион баш кейеме (ҡара: Башҡорт кейеме). Ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙ Ҡ. булған. Ирҙәр Ҡ. баҫып эшләнгән йәки дүрт ҡыйыҡлап, һирәгерәк ике оҙонса ярым түңәрәктән тегелгән, түбәһе конус йәки ярымшар рәүешендә булған, аҫҡы яғы киң, ике яҡҡа айырылып торған (тар ситлеләре өҫкә ҡайтарылып,...

ҠАЛМЫЯБАШ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл

ҠАЛМЫЯБАШ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Ҡалмыябаш а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 15 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 60 км алыҫлыҡта Ҡалмыя й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 415 кеше; 1920 — 363; 1939 — 381; 1959 — 313; 1989 — 368; 2002 — 413; 2010 — 351 кеше. Мариҙар...

ҠАЛМЫҠТАР

ҠАЛМЫҠТАР (үҙ атамаһы хальмг), халыҡ, Ҡалмыҡстандың төп халҡы. Ҡ. һаны 1989 й. Ҡалмыҡ АССР‑ында — 146,3 мең, РСФСР‑ҙа — 165,8 мең, 2002 й. РФ‑та — 173,9 мең, ш. иҫ. БР‑ҙа — 70; 2010 й. ошоға ярашлы 183,4 мең һәм 44 кеше. Ҡ. теле алтай телдәре ғаиләһенең монгол тармағына ҡарай, Ҡ. күпселеге ҡалмыҡ һәм...

ҠАЛМАШБАШ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл

ҠАЛМАШБАШ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Ҡалмашбаш а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 19 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 49 км алыҫлыҡта Ҡалмаш й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1838 кеше; 1920 — 2257; 1939 — 959; 1959 — 1090; 1989 — 878; 2002 — 843; 2010 — 774 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002)....

ҠАЛМАШ, Шишмә р‑нындағы ауыл

ҠАЛМАШ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Йәрми а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 15 км алыҫлыҡта Ҡалмаш й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2022 кеше; 1920 — 2184; 1939 — 2080; 1959 — 1645; 1989 — 795; 2002 — 721; 2010 — 686 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп,...

ҠАЛМАШ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл

ҠАЛМАШ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Ҡалтасы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 7 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 51 км алыҫлыҡта Сәүләш й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 940 кеше; 1920 — 964; 1939 — 876; 1959 — 753; 1989 — 548; 2002 — 627; 2010 — 503 кеше. Мариҙар йәшәй (2002)....

ҠАЛМАШ, йылға

ҠАЛМАШ, йылға, Сәрмәсән й. һул ҡушылдығы. Саҡмағош р‑ны Ҡашҡар а. эргәһендә башлана, ш. уҡ район терр‑яһы буйлап көньяҡ‑көнбайыштан төньяҡ‑көнсығышҡа табан аға, Иҫке Ҡалмаш а. янында йүнәлешен көнсығышҡа үҙгәртә. Сәрмәсән й. (тамағынан 27 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 52 км, басс. майҙаны 410 км2. Башлыса...