Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СИГЕҮ

СИГЕҮ (ҡайыу), кейемде һәм көнкүреш әйберҙәрен ҡулдан (энә, һирәгерәк ырғаҡ м‑н) йәки машинала яһалған орнаменталь биҙәктәр (ҡара: Орнамент) м‑н биҙәү. Башҡорттарҙа С. — төрки‑ислам художество мәҙәниәтенә барып тоташҡан биҙәү- ҡулланма сәнғәтенең традицион төрө. Башҡортостандың бөтә терр‑яһында таралған...

СИГАЕВА Наталия Николаевна

СИГАЕВА Наталия Николаевна (17.11. 1942, Томск өлк. Каргасок а.), химик. Химия ф. д‑ры (2001), проф. (2007). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2008). Урал дәүләт ун‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1966) Резина сәнәғәте ҒТИ‑ның Свердловск филиалында эшләгән. 1976 й. алып БДУ‑ла (1981 й. башлап өлкән ғилми...

СИГАЕВА Наталия Николаевна

СИГАЕВА Наталия Николаевна (17.11.1942, Томск өлкәһе Каргасок а. — 6.3.2021, Өфө ҡ.), химик. Химия фәндәре докторы (2001), профессор (2007). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2008). Урал дәүләт университетын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1966) Резина сәнәғәте ҒТИ‑ның Свердловск филиалында эшләгән....

СИБИРЯК Сергей Владимирович

СИБИРЯК Сергей Владимирович (6.11.1955, Өфө — 26.6.2009, шунда уҡ), иммунолог. Мед. ф. д‑ры (1996), проф. (2000). БДМИ‑ны тамамлаған (1979). 1980 й. алып Өфөнөң ашығыс мед. ярҙамы станцияһында эшләй, 1982 й. — Органик химия ин‑тының өлкән инженеры, 1984 й. башлап БДМИ‑ла уҡыта, 1992 й. алып Бөтә Рәсәй...

СИБИРЦЕВ Николай Михайлович

СИБИРЦЕВ Николай Михайлович (1.2.1860, Архангельск ҡ. — 20.7. 1900, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Воздвиженский а., хәҙ. БР‑ҙың Әлшәй р‑ны Воздвиженка а.), тупраҡ белгесе. Проф. (1894). С.‑Петербург ун‑тын тамамлаған (1882). Фәнни һәм генетик тупраҡ ғилеменә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. С. тарафынан В.В.Докучаев...

СИБӘҘЕ, Яңауыл р‑нындағы ауыл

СИБӘҘЕ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Асауҙыбаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 25 км алыҫлыҡта Байман й. (Гәрә й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 592 кеше; 1920 — 698; 1939 — 536; 1959 — 459; 1989 — 198; 2002 — 169; 2010 — 146 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар....

СИБӘҒӘТУЛЛИН Нур Ғасим улы

СИБӘҒӘТУЛЛИН Нур Ғасим улы (29.11.1953, БАССР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Суйынсы а.), кардиохирург. Мед. ф. д‑ры (2001), проф. (2008). ТР‑ҙың атҡ. табибы (2013), БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2007). БДМИ‑ны тамамлаған (1977). 1978 й. алып — Дәүләкән үҙәк район дауаханаһында (1982 й. башлап бүлек мөдире), 1985—2001...

СИБӘҒӘТОВ Радик Ғәли улы

СИБӘҒӘТОВ Радик Ғәли улы (29.5. 1934, БАССР‑ҙың Балтас р‑ны Иҫке Балтас а. — 6.5.2005, Өфө), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (1988), проф. (1990). БР‑ҙың (1993) һәм ТР‑ҙың (2004) атҡ. фән эшмәкәре, РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2002). Бөрө пед. ин‑тын (1958), Ленинград Юғары партия мәктәбен...

СИБАЙ”, халыҡ йыры

“СИБАЙ”, “С и б а й  к а н т о н”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Көйҙө тәүге тапҡыр 1894 й. С.Г.Рыбаков Ырымбур губ. Орск өйәҙе 1‑се Этҡол а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) Б.Ғ.Юлыевтан яҙып ала һәм үҙенең “Урал мосолмандарының көнкүреш тасуирламаһы менән музыкаһы һәм йырҙары” китабында баҫтыра. Йырҙың варианттарын...

СИБАЙ, ҡала

СИБАЙ, БР‑ҙағы ҡала һәм т. юл станцияһы. Башҡортостандың Урал аръяғының көньяғында, Өфөнән көньяҡ‑көнсығышҡа 464 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) көньяҡ‑көнбайышҡа табан 95 км алыҫлыҡта Ҡарағайлы й. (Төйәләҫ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Майҙаны —154 км2. Халҡы (мең кеше): 1939 — 2,4;...

СИБАЙ ЭЛЕКТР БҮЛЕҮ СЕЛТӘРҘӘРЕ

СИБАЙ ЭЛЕКТР БҮЛЕҮ СЕЛТӘРҘӘРЕ, электр энергияһын БР‑ҙың Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла р‑ндары ҡулланыусыларына, ш. иҫ. “Башмедь” ЯСЙ‑на, “Сибай элеваторы” ААЙ‑на, Учалы тау‑байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалына ебәреүҙе тәьмин итә. Оператив‑диспетчерлыҡ хеҙмәте Сибай ҡ. урынлашҡан, район диспетчерлыҡ...

СИБАЙ ЭЛЕВАТОРЫ, ААЙ

СИБАЙ ЭЛЕВАТОРЫ, ААЙ. Сибай ҡ. урынлашҡан. Составына 2 элеватор (1957 й., 1974 й. асылған), складтар һ.б. инә. 5 магазины, икмәкханаһы, ашханаһы, фасовкалау цехы һ.б. бар. 2013 й. 203 кеше эшләгән. С.э. дөйөм һыйҙырышлығы — 220 мең т, механизацияланған 15 ҡабул итеү нөктәһе һәм тәүлегенә100 т/сәғ. тиклем__иген...

СИБАЙ ФИЛАРМОНИЯҺЫ

СИБАЙ ФИЛАРМОНИЯҺЫ. 1993 й. ҡала филармонияһы булараҡ асыла, 1995 й. алып Башҡорт филармонияһы филиалы, 1998 й. башлап Сибай дәүләт филармонияһы, 2013 й. Сибай концерт‑театр берекмәһе составына инә. С.ф. тәүге ижади коллективы “Сибай” бейеү ансамбленән (етәксеһе — БР‑ҙың атҡ. артисы Г.В.Аҡназарова),...

СИБАЙ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ

СИБАЙ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү, урман м‑н файҙаланыуҙы көйләү эштәрен башҡарған. 1948 й. Ҡана, Күркәтау һәм Шанский урман пункттарын берләштергән Ҡананикольский урман хужалығы булараҡ нигеҙ һалына; 1978 й. алып С.у.с.х., 1998 й. башлап ААЙ, 2007 й. ябыла. Составына Ҡананикольский...

СИБАЙ СӘНҒӘТ КОЛЛЕДЖЫ

СИБАЙ СӘНҒӘТ КОЛЛЕДЖЫ, 1997 й. Сәнғәт училищеһы филиалы булараҡ асыла, 2005 й. хәҙерге статусын ала. 2020 й. К.А.Вәлиев исеме бирелә. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә актёрлыҡ сәнғәте, вокал сәнғәте, һынлы сәнғәт, музыкаль инструменттарҙа (халыҡ оркестры инструменттары, ҡыллы, тынлы һәм һуҡма оркестр инструменттары,...

СИБАЙ ПОЛИТЕХНИК КОЛЛЕДЖЫ

СИБАЙ ПОЛИТЕХНИК КОЛЛЕДЖЫ, 1959 й. Баймаҡ тау‑механика техникумы филиалы булараҡ асыла, 1962 й. алып тау‑байыҡтырыу техникумы (1966 й. тиклем киске), 1994 й. — С.п.к., 2013 й. — Сибай сауҙа‑иҡт. колледжы м‑н ҡушылғандан һуң Сибай күп профилле һөнәр биреү колледжы. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә мәғлүмәт эшкәртеүҙең...

СИБАЙ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ

СИБАЙ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ, 1963 й. пед. уч‑щеһы булараҡ асыла, 1994 й. хәҙ. статусын ала. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә башланғыс кластарҙа уҡытыу, мәктәпкәсә белем биреү, өҫтәмә белем биреү педагогикаһы, музыка белеме, ғәмәли информатика, физик культура б‑са алып барыла. Ағас эше һәм слесарлыҡ оҫтаханалары,...

СИБАЙ МУЗЕЙЫ

СИБАЙ МУЗЕЙЫ. 1969 й. ойошторола, 1991 й. алып Милли музей филиалы, 2006 й. — Сибай тарих- тыуған яҡты өйрәнеү музейы. Экспозицияһы 1995 й. асыла. Музей фондында 8 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. 7 ырыуҙың ҡатын‑ҡыҙҙар кейеме (ҡара: Башҡорт кейеме) коллекцияһы, нумизматик коллекция, 118 см оҙонлоҡтағы...

СИБАЙ МЕДИЦИНА КОЛЛЕДЖЫ

СИБАЙ МЕДИЦИНА КОЛЛЕДЖЫ, 1959 й. Салауат мед. уч‑щеһының (ҡара: Салауат медицина колледжы) фельдшерлыҡ бүлеге базаһында мед. уч‑щеһы булараҡ асыла, 2005 й. хәҙ. статусын ала. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә дауалау эше, акушерлыҡ эше, шәфҡәт туташы эше һөнәрҙәре б‑са алып барыла. Китапханаһы, компьютер класы,...

СИБАЙ ЛИЦЕЙЫ №9

СИБАЙ ЛИЦЕЙЫ №9, 1981 й. 9‑сы урта мәктәп булараҡ асыла, 1997 й. алып 9‑сы мәктәп‑лицей, 2000 й. хәҙ. статусын ала. Тамаша, күргәҙмә, лекция, бейеү, спорт, тренажёр һәм уҡыу залдары, компьютер һәм мед. кабинеттары, китапханаһы, тыуған яҡты өйрәнеү, лицей тарихы һәм хәрби дан музейҙары, тиры, слесарлыҡ,...