Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КИНОФИЛЬМҒА ДУБЛЯЖ ЯҺАУ

КИНОФИЛЬМҒА ДУБЛЯЖ ЯҺАУ, дөрөҫ мәғәнәүи тәржемә м‑н фильмдың фонограммаһын икенсе телдә әҙерләү. К.д.я. техникаһы айырым фразалар һәм телмәр темпы дауамлылығын ике телдә лә тигеҙләштереүҙе күҙ уңында тота. 20 б. 40‑сы йй. аҙ. Башҡортостанда башҡорт теленә дубляж яһалған беренсе нәфис фильмдар барлыҡҡа...

КИНОТЕАТРҘАР

КИНОТЕАТРҘАР, кинофильмдар күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән учреждениелар. Кино күрһәтеүҙе тәьмин итәләр, фильмдарға реклама яһайҙар, кинофестивалдәр, кинопремьералар, тематик кино сеанстары үткәрәләр. 1908 й. Өфөлә бер нисә эшҡыуар стационар кино залдары аса: “Генераль Электро‑биограф”, “Мираж”, “Экспресс”,...

КИНО СЕЛТӘРЕ

КИНО СЕЛТӘРЕ, халыҡҡа фильмдар күрһәтеү м‑н шөғөлләнгән мәҙәни‑тамаша пр‑тиелары йыйылмаһы. Кинотеатрҙарҙан, клубтарҙағы киноҡоролмаларҙан һәм күсмә кинонан тора. К.с. составына уҡытыуҙа, тикшеренеүҙәрҙә, производствола ҡулланған киноҡоролмалар, һәүәҫкәр кинопроекторҙар инмәй. Өфөлә тәүге кино 1901 й....

КИНЙӘКӘЙ, Ишембай р‑нындағы ауыл

КИНЙӘКӘЙ, Ишембай р‑нындағы ауыл, Скворчиха а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 22 км һәм Салауат т. юл ст. К.‑Көнс. табан 40 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 671 кеше; 1920 — 672; 1939 — 515; 1959 — 429; 1989 — 315; 2002 — 307; 2010 — 261 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ...

КИНЙӘКӘЕВ Шамил Кәлимулла улы

КИНЙӘКӘЕВ Шамил Кәлимулла улы (15.3.1951, Өфө), цирк артисы, акробат, эквилибрист. БР‑ҙың халыҡ (1996), БАССР‑ҙың атҡ. (1990) артисы. Өфө циркы эргәһендәге Башҡ. цирк студияһын тамамлаған (1973). 1969 й. алып Өфө циркы эргәһендәге Башҡ. циркы коллективында униформист, 1973 й. — акробат, 1993—2013 йй....

КИНЙӘКӘЕВ Әхтәм Рәхмәтулла улы

КИНЙӘКӘЕВ Әхтәм Рәхмәтулла улы (1.1.1922, БАССР‑ҙың Бәләбәй өйәҙе Бүздәк а., хәҙер БР‑ҙың Бүздәк районы Иҫке Бүздәк а., — 18.1.2017, Өфө ҡ.), тау инженеры‑геолог. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), геология‑минералогия фәндәре докторы (1966), профессор (1969). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1982),...

КИНЙӘҒОЛОВ Барый Исмай улы

КИНЙӘҒОЛОВ Барый Исмай улы [1.6.1948, БАССР‑ҙың Боҙаяҙ р‑ны Иҫке Йәнбәк а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 25.6.2018, Өфө], дәүләт эшмәкәре. Юридик ф. д‑ры (2004). БР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1996), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1981). БДУ‑ны (1971), Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад. (2001) тамамлаған....

КИНЙӘБУЛАТОВА Кәтибә Кәрим ҡыҙы

КИНЙӘБУЛАТОВА Кәтибә Кәрим ҡыҙы [15.9.1920, АСБР‑ҙың Арғаяш кантоны Мәүлит а. (Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны) — 17.6.2012, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], шағирә. БАССР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1980). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1956). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын (1944), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑ты эргәһендәге...

КИНЙӘБУЛАТОВ Ирек Лотфый улы

КИНЙӘБУЛАТОВ Ирек Лотфый улы (15.7.1938, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Абдулла а. – 2.6.2016, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), шағир. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2001). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1973). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1967) БАССР МС‑ының Радиотапшырыуҙар һәм ТВ б‑са ком‑ты мөхәррире, 1968 й. алып...

КИНЙӘБУЛАТ, Ишембай р‑нындағы ауыл

КИНЙӘБУЛАТ, Ишембай р‑нындағы ауыл, Байғужа а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 15 км һәм Салауат т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 31 км алыҫлыҡта Тәйрүк й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 729 кеше; 1920 — 854; 1939 — 927; 1959 — 756; 1989 — 793; 2002 — 950; 2010 — 1058 кеше. Башҡорттар...

КИНЙӘБУЛАТ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

КИНЙӘБУЛАТ, Ҡарағайтуғай, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Һүрәм а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.-Көнс. 21 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 75 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 171 кеше; 1920 — 235; 1939 — 218; 1959 — 200; 1989 — 159; 2002 — 175; 2010 — 183 кеше. Башҡорттар йәшәй...

КИНЙӘБУЛАТ НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ

КИНЙӘБУЛАТ НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ, Ишембай р‑ны терр‑яһында урынлашҡан. Ағиҙел депрессияһының үҙәк өлөшөндә урынлашҡан, оҙонлоғо 6 км, киңлеге 1,2 км булған антиклиналь йыйырсыҡҡа тура килә. Ятыштары көмбәҙле, массив, көнсығышта тектоник һаҡланған. Әртә ярусының ярыҡлы эзбизташтарында нефть бар. Ултырмалар...

КИНЙӘБАЙ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл

КИНЙӘБАЙ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Керәүле‑Илюшкин а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. К.‑Көнс. табан 35 км алыҫлыҡта Наҡаҫ й. (Һаҡмар й. басс.) буйында, Наҡаҫбаш заказнигы терр‑яһында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 250 кеше; 1920 — 282; 1939 — 314; 1959 — 279; 1989 — 176; 2002 — 223;...

КИНЙӘБАЕВ Рәлиф Мөстәҡим улы

КИНЙӘБАЕВ Рәлиф Мөстәҡим улы (1.1.1957, БАССР‑ҙың Стәрлебаш районы Ҡабыҡҡыуыш а.), драматург. БР‑ҙың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1990  й. алып). Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлаған (1980). 1981 й. алып Стәрлебаш районы Ҡалҡаш урта мәктәбе директоры....

КИНЙӘАБЫҘ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл

КИНЙӘАБЫҘ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Свобода а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. К.‑Көнб. табан 33 км алыҫлыҡта Кесе Көйөргәҙе й. (Оло Юшатыр й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 317 кеше; 1920 — 299; 1939 — 269; 1959 — 176; 1989 — 179; 2002 — 157; 2010 — 147 кеше. Башҡорттар...

КИНЙӘ АРЫҪЛАНОВ МУЗЕЙЫ

КИНЙӘ АРЫҪЛАНОВ МУЗЕЙЫ, Көйөргәҙе р‑ны Кинйәабыҙ а. урынлашҡан. 2001 й. Милли музей филиалы булараҡ ойошторола, 2006 й. хәҙ. статусын ала. Музей фондында 900‑ҙән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. Ғәли Ғ.Ибраһимовтың “Кинйә” романының беренсе һәм киләһе баҫмалары (1977, 1982, 1987; бөтәһе лә — Өфө), Кинйә...

КИНЙӘ АРЫҪЛАНОВ

КИНЙӘ АРЫҪЛАНОВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёвтың баш полковнигы. Нуғай даруғаһы Бошман-Ҡыпсаҡ улусы башҡорто. Шул уҡ улустың старшинаһы, абыҙ. Арыҫлановтар нәҫеленән. 1770 й. Бошман-Ҡыпсаҡ улусында Кинйә а. (Кинйәабыҙ; хәҙ. БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны) нигеҙ һала. Община башҡорттары...

КИНЗИН Рәшит Кинйә улы

КИНЗИН Рәшит Кинйә улы [15.11.1923, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Бишәүләр а. (БР‑ҙың Салауат р‑ны) — 12.9.2002, Өфө], хужалыҡ эшмәкәре. РСФСР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1983). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1946 й. алып Салауат р‑нында эшләй: ВЛКСМ-дың район ком‑ты, 1948 й. башлап хеҙмәтсәндәр депутаттары район...

КИНЕМАТОГРАФСЫЛАР СОЮЗЫ

КИНЕМАТОГРАФСЫЛАР СОЮЗЫ, ижади берекмә. 1994 й. Өфө ҡ. БР‑ҙың К.с. булараҡ ойошторола, 1997 й. алып РФ К.с. Башҡортостан филиалы, 1998 й. — Башҡортостан республикаһы К.с., 2002 й. — РФ К.с. төбәк бүлеге, 2011 й. алып Башҡортостандың “РФ кинематографсылар союзы” дөйөм Рәсәй йәмғиәт ойошмаһының Башҡортостан...

КИНЕЛЬСКИЙ Дан

КИНЕЛЬСКИЙ Дан [ысын исеме Иҙрисов Абдулла Мәхмүтйән улы; 15.12.1896, Һамар губ. Боғорослан өйәҙе Иҫке Ҡолшәрип а. (Ырымбур өлк. Әсекәй р‑ны) — 5.11.1982, БАССР-ҙың Иглин р‑ны Рәсмәкәй а., БАССР-ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Иҫке Ҡыйышҡы а. ерләнгән], педагог. БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1949), РСФСР‑ҙың...