Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠАҘМАШ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

ҠАҘМАШ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Амангилде а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 22 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 74 км алыҫлыҡта Оло Ҡаҙмаш й. (Оло Ҡыҙыл й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 387 кеше; 1920 – 747; 1939 – 630; 1959 – 461; 1989 – 465; 2002 – 333; 2010 –...

ҠАҘМАШ УРТА МӘКТӘБЕ

ҠАҘМАШ УРТА МӘКТӘБЕ, Әбйәлил р‑нында урынлашҡан. 1907 й. яңы ысуллы мәктәп булараҡ асыла. 1930 й. башлап 7 йыллыҡ, 1957 й. — башланғыс, 1964 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1989 й. хәҙ. статусын ала. Ағас эше һәм тегеү оҫтаханалары, спорт залы бар. 1930 й. алып мәктәпте 2 меңдән ашыу кеше тамамлаған...

ҠАҘИР, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

ҠАҘИР, Ҡалмаҡ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Волостновка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 30 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 43 км алыҫлыҡта Мәнеү й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 180 кеше; 1920 — 219; 1939 — 154; 1959 — 165; 1989 — 129; 2002 — 140; 2010 — 127 кеше....

ҠАҘҘАР

ҠАҘҘАР, ҡаҙ һымаҡтар отрядының өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған ҡоштар. 30 төрө билдәле, Европала, Азияла, Төньяҡ Америкала һәм Африкала таралған. БР‑ҙа 8 төрө осрай (аҡ маңлайлы ҡаҙ, аҡ ҡаҙ, сыбар ҡаҙ, ала ҡаҙ, аҡ яңаҡлы ҡаҙ, этала ҡаҙ, ҡара ҡаҙ; сәңкелдәк ҡаҙ). Кәүҙә оҙонлоғо 60—100 см, ауырлығы яҡынса...

ҠАҘАЯҠ, Иглин р‑нындағы ауыл

ҠАҘАЯҠ, Иглин р‑нындағы ауыл, Красный Восход а/с ҡарай; Куйбышев т. юлы разъезы (Өфө—Златоуст участкаһы). Район үҙәгенән Т.‑Көнс. табан 93 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. – 165 кеше; 1939 – 275; 1959 – 1271; 1989 – 627; 2002 – 712; 2010 – 878 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ...

ҠАҘАЯҠ

ҠАҘАЯҠ (Pteridium), гиполепис һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған абаға һымаҡтар заты. 8 төрө билдәле, сүллек, дала һәм поляр райондарҙан башҡа бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда ябай Ҡ. үҫә. Бейеклеге 50—120 см булған оҙон тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Япрағы (вайялары) оҙон һаплы, асыҡ йәшел төҫтә, тиресәле,...

ҠАҘАРМА, Кушнаренко р‑нындағы ауыл

ҠАҘАРМА, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Иҫке Туҡмаҡлы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 29 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 52 км алыҫлыҡта Кәрәкә й. (Ҡармасан й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1896 й. — 1202 кеше; 1920 – 1552; 1939 – 1360; 1959 – 885; 1989 – 533; 2002 – 524; 2010 – 510 кеше. Татарҙар...

ҠАҘАНСЫ, Баҡалы р‑нындағы ауыл

ҠАҘАНСЫ, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Иҫке Кәстәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 22 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 98 км алыҫлыҡта Шәрәшле й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1307 кеше; 1920 – 1747; 1939 – 1400; 1959 – 934; 1989 – 445; 2002 – 419; 2010 – 327 кеше. Урыҫтар йәшәй...

ҠАҘАНЛЫТАМАҠ, Бәләбәй р‑нындағы ауыл

ҠАҘАНЛЫТАМАҠ, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Донской а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 27 км һәм Глуховская т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 16 км алыҫлыҡта Мәҡсүт й. (Өҫән й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 197 кеше; 1920 – 333; 1939 – 432; 1959 – 297; 1989 – 146; 2002 – 137; 2010 – 133 кеше. Татарҙар...

ҠАҘАНЛЫҠ ЯҒЫУЛЫҒЫ

ҠАҘАНЛЫҠ ЯҒЫУЛЫҒЫ (шыйыҡ хәлдәге). Ҡ.я. нефть, һәүерташ һәм күмер мазуттарынан булғандарға, ауыр нефттәргә бүләләр. Нефть ҡалдыҡтарын (гудрон, крекинг ҡалдыҡтары, мазут, асфальтһыҙлаштырыу процесы асфальты һ.б.) крекинг һәм кокслаштырыуҙың газойль фракциялары м‑н ҡушып алалар. Ҡ.я. Башҡортостандың бөтә...

ҠАҘАНҒОЛ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл

ҠАҘАНҒОЛ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Ҡаҙанғол а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 24 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 545 кеше; 1920 – 655; 1939 – 464; 1959 — 420; 1989 – 396; 2002 – 382; 2010 – 441 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ...

ҠАҘАН

ҠАҘАН, сығарылыусы газдарҙың, технологик процестарҙың, яғыулыҡ яндырыу, электр энергияһы әүерелеүе ваҡытында бүленеп сыҡҡан йылылыҡты файҙаланып, юғары баҫым аҫтында пар йәки эҫе һыу алыр өсөн ҡоролма. Ярҙамсы ҡорамалдары (һыу һәм яғыулыҡ әҙерләү системалары, автоматика, газ һәм һауа үткәргестәре, арматуралы...

ҠАҘАҠТАР

ҠАҘАҠТАР, халыҡ, Ҡаҙағстандың төп халҡы. Ҡ. һаны Ҡаҙағстанда 1989 й. — 6,5 млн, 2006 й. — 9,01 млн, 2009 й. — 10,1 млн кеше, РСФСР‑ҙа 1989 й. — 636 мең, 2002 й. РФ‑та — 654 мең, БР‑ҙа — 4,1 мең, ошоға ярашлы 2010 й. — 647,7 һәм 4,3 мең кеше. Ҡ. БР‑ҙың Мәләүез, Салауат, Стәрлетамаҡ р‑ндарында тупланып...

ҠАҘАҠЛАР, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

ҠАҘАҠЛАР, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Өсбүлә а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 19 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 139 км алыҫлыҡта Яубазы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 840 кеше; 1920 – 984; 1939 – 748; 1959 – 485; 1989 — 258; 2002 – 247; 2010 – 223 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

ҠАҘАҠЛАР‑ҠОБАУ, Бүздәк р‑нындағы ауыл

ҠАҘАҠЛАР‑ҠОБАУ, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Кәпәй-Ҡобау а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. К.‑Көнб. табан 22 км алыҫлыҡта Кирсән й. (Сәрмәсән й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 525 кеше; 1920 – 702; 1939 – 526; 1959 – 352; 1989 – 241; 2002 – 217; 2010 – 240 кеше. Башҡорттар йәшәй...

ҠАҘАҠЛАР ҠАЛАСЫҠТАРЫ

ҠАҘАҠЛАР ҠАЛАСЫҠТАРЫ, Бахмут мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. 5—7 бб. ҡарайҙар. Дүртөйлө р‑ны Ҡаҙаҡлар а. эргәһендә Яубазы й. уң ярында урынлашҡандар. 3 ҡаласыҡ табылған. Ҡ.ҡ.I ауылдан төньяҡ-көнбайышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1973 й. С.М.Васюткин тарафынан асыла, 1980 й. В.А.Иванов һәм...

ҠАҘАҠҠОЛ, Учалы р‑нындағы ауыл

ҠАҘАҠҠОЛ, Учалы р‑нындағы ауыл, Миндәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 75 км һәм Уралтау т. юл ст. Көнс. табан 13 км алыҫлыҡта Миндәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 279 кеше; 1920 – 385; 1939 — 464; 1959 – 436; 1989 – 136; 2002 – 157; 2010 – 117 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

ҠАҘАҠБАЕВ Филүз Хәсән улы

ҠАҘАҠБАЕВ Филүз Хәсән улы (31.7.1971, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Түб. Бикбирҙе а.), бейеүсе. БР‑ҙың халыҡ (2008) һәм атҡ. (2000) артисы. Өфө хореография уч‑щеһын (1990; педагогы М.Ә.Кәримов), Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт акад. (2010; педагогы Е.С.Понькина) тамамлаған. 1990 й. алып (өҙөклөк м‑н) Ғәскәров...

ҠАҘАҠБАЕВ Мөхәмәтйән Абдулла улы

ҠАҘАҠБАЕВ Мөхәмәтйән Абдулла улы [22.12.1924, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Һаҡмар‑Наҙарғол а. (БР‑ҙың Хәйбулла р‑ны) — 6.6.2017, шунда уҡ], йырсы, сәсән. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1949—84 йй. Хәйбулла р‑нының “Һаҡмар” к‑зында эшләй. Башҡ. традицион башҡарыу мәктәбенең сағыу вәкилдәренең береһе. Репертуарында...

ҠАҘАҠ ТЕЛЕ

ҠАҘАҠ ТЕЛЕ, ҡыпсаҡ төркөмөнә (ҡара: Ҡыпсаҡ телдәре) ҡараған төрки телдәрҙең береһе. Ҡаҙаҡтарҙың милли теле, Ҡаҙағстандың дәүләт теле. Шулай уҡ Ҡаҙағстан м‑н күрше булған РФ өлкәләрендә, Ҡырғыҙстанда, Тажикстанда, Төркмәнстанда, Үзбәкстанда, Афғанстанда, Иранда, Ҡытайҙа, Монголияла, Фәләстанда, Төркиәлә...