Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АЗАМАТОВ Марат Мостафа улы

АЗАМАТОВ Марат Мостафа улы (16.11.1941, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Саҡмағош а. — 4.4.2002, Өфө), тренер. Шайбалы хоккей б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1978). БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1978), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1994). Д.М.Азаматовтың ҡустыһы. П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын тамамлаған...

АЗАМАТОВ Дамир Мостафа улы

АЗАМАТОВ Дамир Мостафа улы (5.5.1940, БАССР‑ҙың Саҡмағош районы Саҡмағош а. — 27.11.2020, Өфө ҡ.), философ. Философия фәндәре докторы (1986), профессор (1987). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1992), РФ юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2003). М.М.Азаматовтың ағаһы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1963)...

АЖНАКИН Александр Григорьевич

АЖНАКИН Александр Григорьевич (22.10.1924, Пенза губернаһы Марфин а. — 22.4.1999, Өфө ҡ.), төҙөүсе. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1974). 1941—45 йй. Өфө моторҙар эшләү заводында, 1949 й. алып 3‑сө төҙөлөш тресында эшләй, 1964—85 йй. 4‑се махсус төҙөлөш идаралығы начальнигы. СССР МС‑ы премияһы лауреаты...

АЖДАҺА

АЖДАҺА, башҡорт мифологияһында күп башлы ут бөркөп торған яуыз зат. “Әхмәт батыр менән Хоҙайбирҙе батыр”, “Меңйәшәр аждаһаны еңеүсе егет” һ.б. әкиәттәр персонажы. Иран мифологияһындағы Ажи-Дахака персонажына барып тоташа. Йылғаларҙа, күлдәрҙә, тарлауыҡтарҙа һәм мәмерйәләрҙә йәшәй. Башҡорттарҙың ышаныуҙары...

АҘЫҠ-ТҮЛЕК СӘНӘҒӘТЕ

АҘЫҠ-ТҮЛЕК СӘНӘҒӘТЕ, туҡланыу продукттары, ш. уҡ йыуыу саралары, парфюмерия-косметика һәм тәмәке изделиелары сығарыу б‑са сәнәғәт тармаҡтары йыйылмаһы. БР‑ҙа аҙыҡ‑тәм сәнәғәте, балыҡ сәнәғәте, ит сәнәғәте, май, сыр яһау һәм һөт сәнәғәтенән тора (ҡара: табл.). Өфөлә А.‑т.с. 19 б. 50‑се йй. аҙ. үҫешә...

АҘЫҠ-ТӘМ СӘНӘҒӘТЕ

АҘЫҠ-ТӘМ СӘНӘҒӘТЕ, аҙыҡ-түлек сәнәғәте тармағы. БР‑ҙа кондитер сәнәғәте, ликёр-араҡы сәнәғәте, макарон сәнәғәте, май эшкәртеү сәнәғәте, парфюмерия-косметика сәнәғәте, һыра ҡайнатыу сәнәғәте, йәшелсә-емеш сәнәғәте, шәкәр сәнәғәте, икмәк бешереү сәнәғәте, алкоголһеҙ эсемлектәр производствоһынан һ.б. тора...

АҘЫҠ ӨҪТӘМӘЛӘРЕ

АҘЫҠ ӨҪТӘМӘЛӘРЕ, аҙыҡ продукттарының етештереү технологияһын, структураһын, физик‑химик һәм органолептик үҙенсәлектәрен яҡшыртыу, һаҡлау ваҡыттарын оҙайтыу, биол. һәм аҙыҡ ҡиммәтен арттырыу өсөн аҙыҡ‑түлек составына индерелеүсе тәбиғи йәки синтетик матдәләр. А.ө. консерванттар (бензой, ҡырмыҫҡа һ.б....

АҘЫҠ КИСЛОТАЛАРЫ

АҘЫҠ КИСЛОТАЛАРЫ, аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә консервалау саралары сифатында, ашамлыҡтарға әскелтем тәм биреү өсөн ҡулланылыусы карбон кислоталары. Иң билдәлеләре — лимон, һөт, шарап, аскорбин (С витамины) к‑талары, уксус кислотаһы. Башҡортостанда тәбиғи уксусты “Сталк” пр‑тиеһында сығаралар, уксус к‑таһын —...

АҘНАЛЫ, Белорет р‑нындағы ауыл

АҘНАЛЫ, Белорет р‑нындағы ауыл, Әзекәй а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 16 км һәм Сермән т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 4 км алыҫлыҡта Ҡаран й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 481 кеше; 1920 — 542; 1939 — 303; 1959 — 267; 1989 — 379; 2002 — 414; 2010 — 415 кеше. Башҡорттар йәшәй...

АҘНАҠАЕВА Рәйлә Шәрәфи ҡыҙы

АҘНАҠАЕВА Рәйлә Шәрәфи ҡыҙы (18.10.1952, Чкалов өлк. Ҡыуандыҡ р‑ны ш. уҡ исемле ҡсб, хәҙ. Ҡыуандыҡ ҡ.), йырсы (лирик‑колоратуралы сопрано). БР‑ҙың халыҡ артисы (1992). ӨДСИ‑не тамамлаған (1982; Р.Ғ.Ғәлимуллина класы). 1983 й. алып Башҡ. филармонияһы солисткаһы, бер үк ваҡытта 1997 й. — ӨДСА‑ла уҡыта....

АҘНАЙ, Ишембай р‑нындағы ауыл

АҘНАЙ, Ишембай р‑нындағы ауыл, Этҡол а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 28 км һәм Салауат т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 45 км алыҫлыҡта Хажи Шиҙеһе й. (Һәләүек й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 426 кеше; 1920 — 702; 1939 — 463; 1959 — 440; 1989 — 266; 2002 — 302; 2010 — 278 кеше. Башҡорттар...

АҘНАЙ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл

АҘНАЙ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Дим а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 33 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнб. табан 60 км алыҫлыҡта Өйәҙе й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 764 кеше; 1920 — 843; 1939 — 601; 1959 — 727; 1989 — 466; 2002 — 444; 2010 — 411 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп,...

АҘНАЙ ТОРАМАҺЫ

АҘНАЙ ТОРАМАҺЫ, тарих ҡомартҡыһы. 17—19 бб. ҡарай. Ишембай р‑ны Аҙнай һәм Хажы аа. араһында Хажи Шиҙеһе й. (Һәләүек й. ҡушылдығы) уң ярында урынлашҡан. 1997 й. урындағы халыҡ тарафынан табыла, 1998 й. ТТӘИ, Стәрлетамаҡ пед. ин‑ты һәм Мәҙәниәт министрлығының Ғилми‑производство үҙәгенең берлектәге экспедицияһы...

АҘНАЙ ҠӘБЕРЛЕГЕ

АҘНАЙ ҠӘБЕРЛЕГЕ, 13 б. археологик ҡомартҡыһы. Ишембай р‑ны Аҙнай а. төньяҡҡа табан 1 км алыҫлыҡта Хажи Шиҙеһе й. (Һәләүек й. ҡушылдығы) уң ярында урынлашҡан. 1998 й. БР Мәҙәниәт министрлығының Ғилми‑производство үҙәгенең разведка отряды тарафынан асыла; ТТӘИ, Стәрлетамаҡ пед. ин‑ты һәм Ғилми‑производство...

АҘНАЙ БЕЙ

АҘНАЙ БЕЙ, юрматы ҡәбиләһенең аҙнай ырыуы башлығы. “Юрматы ырыуы шәжәрәһе” б‑са, Тәтегәс бей һ.б. м‑н бергә юрматыларҙың Рус дәүләте составына инеү шарттары т‑да һөйләшеүҙәр алып бара (ҡара: Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы). Килешеү төҙөлгәндән һуң староста итеп тәғәйенләнә. А.б. нәҫеле Стәрлетамаҡ...

АҘНАҒОЛОВ Рафаил Ғәйнетдин улы

АҘНАҒОЛОВ Рафаил Ғәйнетдин улы (13.2.1941, Чкалов өлкәһе Үрге Үтәғол а. — 23.1.2015, Өфө ҡ.), тел белгесе, педагог-методист. Педагогия фәндәре докторы (2004), профессор (2009). БР‑ҙың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1998). Яҙыусылар союзы ағзаһы (2005). БДУ‑ны тамамлаған (1968). 1972 й. алып ТТӘИ‑лә...

АҘНАҒОЛ, Туймазы р‑нындағы ауыл

АҘНАҒОЛ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Татар‑Олҡан а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. Көнс. табан 16 км алыҫлыҡта Нөгөш й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1205 кеше; 1920 — 1557; 1939 — 873; 1959 — 484; 1989 — 238; 2002 — 240; 2010 — 258 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй...

АҘНАҒОЛ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

АҘНАҒОЛ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Теләүембәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 49 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 75 км алыҫлыҡта Наҡаҫ й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 290 кеше; 1920 — 400; 1939 — 262; 1959 — 304; 1989 — 210; 2002 — 221; 2010 — 180 кеше. Башҡорттар...

АҘНАҒОЛ, Белорет р‑ндағы ауыл

АҘНАҒОЛ, Белорет р‑ндағы ауыл, Сермән а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 34 км һәм Сермән т. юл ст. К.‑Көнб. табан 14 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 169 кеше; 1920 — 526; 1939 — 412; 1959 — 396; 1989 — 269; 2002 — 333; 2010 — 290 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

АҘНАҒОЛ ЫРЫҪҠОЛОВ

АҘНАҒОЛ ЫРЫҪҠОЛОВ, башҡорт ихтилалы (1662—64) етәкселәренең береһе. Себер даруғаһы Ҡыр‑Көҙәй улусы башҡорттарынан. Бикйән Туҡтамышев менән бергә шул уҡ даруғаның көнбайышында баш күтәреүселәр хәрәкәтенә етәкселек итә. Хөкүмәт вәкилдәре менән ихтилалды туҡтатыу тураһында һөйләшеүҙәрҙән баш тарта. 1663 й....