Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МӘҠСҮТ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

МӘҠСҮТ, Ҡ о й о, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Мәҡсүт а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 50 км һәм Төйлөгән т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Көнс. табан 46 км алыҫлыҡта Һаҙ й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 411 кеше; 1920 — 570; 1939 — 547; 1959 — 793; 1989 — 1051; 2002 — 1090; 2010 — 1003...

МӘҠСҮТ, Йылайыр р‑нындағы ауыл

МӘҠСҮТ, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Ҡашҡар а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 26 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 92 км алыҫлыҡта Ялан Йылайыры й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й.— 200 кеше; 1920 — 312; 1939 — 270; 1959 — 175; 1989 — 127; 2002 — 131; 2010 — 83 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб...

МӘҠСҮТ, Бөрйән р‑нындағы ауыл

МӘҠСҮТ, В а ш а ш, Бөрйән р‑нындағы ауыл, Ырғыҙлы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 49 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 188 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында, Башҡортостан милли паркы терр‑яһында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 456 кеше; 1920 — 431; 1939 — 181; 1959 — 157; 1989 — 115; 2002 — 119;...

МӘҠСҮТ МЕТАМОРФИК КОМПЛЕКСЫ

МӘҠСҮТ МЕТАМОРФИК КОМПЛЕКСЫ, юғары баҫымлы тау тоҡомдарының урындағы стратиграфик бүлексәһе. Йылайыр районы Мәҡсүт а. эргәһендә Д.Г.Ожиганов тарафынан айырып күрһәтелә (1941). А.А.Алексеев, С.С.Горохов, Н.Л.Добрецов, О.А.Захаров, Д.Д.Криницкий, В.М.Криницкая, В.И.Ленных, В.Н.Пучков һ.б. тарафынан өйрәнелә....

МӘҠӘЛ

МӘҠӘЛ, телмәрҙә ҡулланылған, грамматик һәм логик яҡтан тотороҡло, ритмик яҡтан ойошҡан, өгөт-нәсихәт биргән хикмәтле һүҙ, тормош тәжрибәһе м‑н һыналған дөйөм фекерҙе ҡыҫҡа формала аңлатҡан фольклор жанры. Тормош күренештәренә хисле‑экспрессив баһа бирә, аналогия принцибы б‑са бер нисә мәғәнәлә ҡулланыла...

МӘКТҮБ

МӘКТҮБ (ғәр.), айырым шәхескә (конкрет йәки абстракт) йәки бер төркөм кешеләргә шиғри мөрәжәғәт (хат) рәүешендә яҙылған әҫәр, әҙәби жанр. М. авторҙың эске донъяһы һәм хистойғолары сағылыш таба. М. жанрына 19 б. — 20 б. башында Аҡмулла, Ә.Ҡарғалы, Ш.Зәки, С.С.Яҡшығолов, Я.Ғ.Йомаев, Ш.Бабич, М.Ғафури,...

МӘКТӘПКӘСӘ БЕЛЕМ БИРЕҮ

МӘКТӘПКӘСӘ БЕЛЕМ БИРЕҮ, дөйөм белем биреү системаһының балаларҙы тыуғандан алып мәктәпкә барғансы тәрбиәләү һәм уҡытыуҙы үҙ эсенә алған өлөшө. М.б.б. бурыстары: балаларҙы, шәхес итеп ҡарап, уларҙың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлау, интеллектуаль һәм физик үҫешен тәьмин итеү, бала үҫешендә тайпылыштарҙы төҙәтеү,...

МӘКТӘПКӘСӘ БАЛАЛАР УЧРЕЖДЕНИЕЛАРЫ

МӘКТӘПКӘСӘ БАЛАЛАР УЧРЕЖДЕНИЕЛАРЫ, сабый (2 айлыҡтан 3 йәшкә тиклемге) һәм мәк‑ тәпкәсә йәштәге (3‑тән 6—7 йәшкә тиклемге) балаларҙы дөйөм тәрбиәләү өсөн тәғәйенләнгән белем биреү учреждениелары. М.б.у. тәрбиәләү принциптары тәрбиәне гуманлаштырыуға һәм һәр балаға айырым мөнәсәбәт күрһәтеүгә йүнәлтелгән....

МӘКТӘП-ИНТЕРНАТТАР

МӘКТӘП-ИНТЕРНАТТАР, ғаиләгә бала тәрбиәләүҙә ярҙам күрһәтеү, уларҙа үҙ аллы йәшәү тәжрибәһе булдырыу, соц. яҡлау һәм ижади һәләттәрҙе үҫтереү маҡсатында ойошторолған, уҡыусылар йәшәй торған уҡытыу-тәрбиә учреждениелары. КПСС ҮК һәм СССР МС‑ының 1956 й. 15 сент. “Мәктәп-интернаттар ойоштороу тураһында”...

МӘКТӘП ҒИЛЕМЕ

МӘКТӘП ҒИЛЕМЕ, мәктәп м‑н идара итеүҙең йөкмәткеһе һәм ысулдары, уның эшен белем биреү процесына ҡулай шарттар тыуҙырырлыҡ итеп ойоштороу т‑дағы фән. 19 б. башлап алып барыла. Мәғариф органдарының мәктәпкә уҡытыу-тәрбиә, адм.-хужалыҡ һәм пед. етәкселек итеү, мәктәптең эске етәкселеген тормошҡа ашырыу,...

МӘКТӘП

МӘКТӘП (ғәр. — яҙыша торған урын), Көнсығыш илдәрендә һәм рев‑цияға тиклемге Рәсәйҙә башланғыс мосолман мәктәбе. Башҡортостанда тәүге М. 17 б. 2‑се ярт. барлыҡҡа килә (ҡара: Дини белем биреү). Муллалар, имамдар һәм мәзиндәр тәҡдиме б‑са мәсеттәр ҡарамағында асылалар, айырым кешеләрҙең хәйриә аҡсаһына...

МӘКӘШ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл

МӘКӘШ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Мәкәш а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Көнб. табан 32 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 945 кеше; 1920 — 1103; 1939 — 784; 1959 — 750; 1989 — 619; 2002 — 634; 2010 — 782 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ...

МӘК

МӘК (Papaver), мәк һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 250 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың субарктик, уртаса, субтропик бүлкәттәрендә, Көньяҡ Америкала, Көньяҡ Африкала һәм Австралияла таралған. Башҡортостанда ҡыр М. үҫә. Һөт һымаҡһутлы бер йыллыҡүлән. Һабағы 30—60 см бейеклектә, төҙ, өҫкө...

МӘЙГӘШТЕ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

МӘЙГӘШТЕ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Буранғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 57 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) Көнб. табан 104 км алыҫлыҡта Оло Мәйгәште й. (Ҡағы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 154 кеше; 1959 — 332; 1989 — 208; 2002 — 232; 2010 — 234 кеше. Башҡорттар...

МӘЙӘРҘӘК, һырт

МӘЙӘРҘӘК, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Белорет р‑ны буйлап Буғанаҡ һәм Яндыҡ йй. араһында субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 14 км, киңлеге яҡынса 3—10 км, абс. бейеклеге 929 м (Яндыҡ тауы). 700— 900 м бейеклектәге 5 түбәһе айырылып тора (Шыршылы, Ыласынтау һ.б.). Битләүҙәре...

МӘЗИТОВА Әлиә Карам ҡыҙы

МӘЗИТОВАӘлиә Карам ҡыҙы (17.1. 1950, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Сыуалкип а.), химик. Химия ф. д‑ры (2000). Г.К.Әминеваның апаһы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1971) ӨДНТУ‑ла эшләй: 2002 й. алып ғәмәли химия һәм физика, 2015 й. — ғәмәли һәм тәбиғи-фәнни дисциплиналар каф. мөдире; бер үк ваҡытта 1994—96 йй. БР...

МӘЗИТОВ Йәүҙәт Йыһанур улы

МӘЗИТОВ Йәүҙәт Йыһанур улы (8.3.1943, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Үрнәк а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1985). 1960 й. алып Башҡ‑н респ. ҡулланыусылар йәмғиәте союзында, 1961—98 йй. “Салаватстрой” ААЙ‑нда эшләй: ташсы, 1965 й. алып бригадир, 1989 й. — мастер. БАССР ЮС‑ының 11‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1981,...

МӘЗИТОВ Ғәли Әхмәт улы

МӘЗИТОВ Ғәли Әхмәт улы [14.9. 1912, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Яңы Шах а. (БР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны) — 30.1.1993, Ялта ҡ.], лётчик, гвардия подполковнигы (1954). Советтар Союзы Геройы (1944). 1939 й. Көнбайыш Украинала һуғыштарҙа, 1939—40 йй. совет-финлянд һуғышында, Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Ҡазан хәрби...

МӘЗИТОВ Ғәзиз Юныс улы

МӘЗИТОВ Ғәзиз Юныс улы (25.8. 1935, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Баймаҡ ҡсб, хәҙ. Баймаҡ ҡ.), быраулау мастеры. 1952 й. алып Сибай ҡ. эшләй: 1954 й. тиклем МТС тракторсыһы; 1958—66 йй. һәм 1969—90 йй. “Башкиргеология” ПБ‑нда: 1961 й. алып быраулау мастеры, 1988 й. — Көньяҡ-Көнсығыш геол. разведка экспедиция...

МӘЗИТОВ Әмир Миңлевәли улы

МӘЗИТОВ Әмир Миңлевәли улы (5.6.1968, БАССР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Үрге Һаҙ а.), рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2010). Проф. (2014). Рәссамдар союзы ағзаһы (1996). 2‑се Өфө пед. уч‑щеһын (1988), ӨДСИ‑не (1995; педагогтары Ә.Ф.Лотфуллин, М.А.Назаров) тамамлаған. 1988— 90 йй. Учалы р‑ны Учалы а. балалар художество...