Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КЕСЕ БАЙЫҠ, Ишембай р‑нындағы ауыл

КЕСЕ БАЙЫҠ, Ишембай р‑нындағы ауыл, Байғужа а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 11 км һәм Салауат т. юл ст. Көнс. табан 34 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 137 кеше; 1920 — 183; 1939 — 174; 1959 — 140; 1989 — 95; 2002 — 104; 2010 — 148 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар. Ауылға 19 б. уртаһында...

КЕСЕ АРҠА, һырт

КЕСЕ АРҠА, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Ишембай р‑ны буйлап Өпәй һәм Һарғай йй. (Рәүҙәк й. ҡушылдыҡтары) араһында меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 9 км, киңлеге 2—4 км, абс. бейеклеге 609 м. 5 түбәһе айырылып тора. Рельефы тигеҙ, уйпатлыҡтар м‑н ҡатмарланған. Төньяҡ өлөшөндә 10 м тәрәнлектәге...

КЕСЕ АЛЛАҒЫУАТ, ауыл, Салауат ҡ. эсендә

КЕСЕ АЛЛАҒЫУАТ, ауыл, 1978 й. алып Салауат ҡ. эсендә. Ауылға 1926—27 йй. Стәрлетамаҡ кантонында ш. уҡ кантондың Аллағыуат а. кешеләре нигеҙ һала. Халҡы: 1939 й. — 655; 1959 — 1229 кеше. 1978 й. Стәрлетамаҡ р‑нының Наумовка а/с ҡараған. Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов...

КЕРПЕКЛЕ ФАБРОНИЯ

КЕРПЕКЛЕ ФАБРОНИЯ (Fabronia ciliaris), мүк һымаҡтар төрө. Аҡһыл йәшел төҫтәге ҡуйы йоҡа кәҫлек барлыҡҡа килтергән ян-яҡ емешле күп йыллыҡ бер өйлө мүк. Һабағы йәйенке, оҙонлоғо 1 см әҙерәк. Япрағы йомортҡа формаһында, ҡырҡа тарайған, оҙон осло, сите эре киртләсле. Епсәһе нескә, япраҡтың урта тирәһендә...

КЕРПЕКЛЕ СЕЛӘҮСЕНДӘР

КЕРПЕКЛЕ СЕЛӘҮСЕНДӘР, төклө селәүсендәр (Turbellaria), яҫы ҡорттар класы. 12 отряды, 3,5 меңдән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда бер нисә тиҫтә төрө бар. Оҙонлоғо миллиметрҙан алып бер нисә см тиклем, кәүҙәһе яҫы, оҙон, керпекле эпителий м‑н ҡапланған; төҫө һары, йәшел, ал,...

КЕРҘӘШТӘР

КЕРҘӘШТӘР, ебәрелмеш, килмешәк, әтәмбәй, башҡ. йәмғиәтенең социаль структураһында башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен (ҡара: Аҫабалыҡ) керҙәшлеккә алыу нигеҙендә формалашҡан халыҡ категорияһы. Теге йәки был ҡылыҡтары, ш. иҫ. башҡорт ихтилалдарында (17—18 бб.) ҡатнашҡаны өсөн ергә аҫабалыҡ хоҡуғын (ҡара: Башҡорттарҙың...

КЕРҘӘШЛЕК

КЕРҘӘШЛЕК, аҫаба башҡорттар (ҡара: Аҫаба) м‑н күскенселәрҙең төрлө категориялары (ҡара: Керҙәштәр) араһындағы мөнәсәбәттәрҙе көйләгән соц. институт. Тәүҙә ул ергә аҫабалыҡ хоҡуғын (ҡара: Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы) юғалтҡан башҡорттарға ғына, 17 б. алып К. иҫәбенә башҡ. улустарында хужалыҡ алып барыу...

КЕРБЕЛЬ Лев Ефимович

КЕРБЕЛЬ Лев Ефимович (7.11.1917, Чернигов губ. Семёновка а. — 14.8. 2003, Мәскәү), скульптор. СССР‑ҙың (1977) һәм РСФСР‑ҙың (1967) халыҡ рәссамы. СССР Художество акад. академигы (1975). Соц. Хеҙмәт Геройы (1985). СССР‑ҙың Рәссамдар союзы ағзаһы (1942). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. В.И.Суриков ис. Мәскәү...

КЕРӘШЕНДӘР

КЕРӘШЕНДӘР, Волга-Урал төбәге татарҙары составындағы этноконфессиональ төркөм. К. һаны 2002 й. РФ‑та — 24668, БР‑ҙа — 4510. Нигеҙҙә, ТР‑ҙа, Удмурт Респ., БР‑ҙа һәм Силәбе өлк. йәшәйҙәр. БР‑ҙа Баҡалы районында тупланғандар. К. теле татар теленең урта диалектына (Ҡазан аръяғы К., Түбәнге Кама буйы К.,...

КЕРӘҮЛЕ‑ИЛЮШКИН, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл

КЕРӘҮЛЕ‑ИЛЮШКИН, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Керәүле‑Илюшкин а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. Көнс. табан 23 км алыҫлыҡта Керәүле й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 423 кеше; 1920 — 683; 1939 — 751; 1959 — 530; 1989 — 595; 2002 — 601; 2010 — 678 кеше. Сыуаштар...

КЕРӘН

КЕРӘН (Armoracia), әүернә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 3 төрө билдәле, Европала һәм Төньяҡ Азияла таралған. Башҡортостанда ауыл, йәки ябай К. үҫә. Йыуан итләс тамырлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, тармаҡлы, бейеклеге 50—150 см. Тамыр яны япраҡтары розеткала, оҙон һаптарҙа, эре, оҙонса йәки...

КЕРАТИТ

КЕРАТИТ (гр. кeras — мөгөҙ), күҙ мөгөҙсәһенең шешеүе. К. йоғошло (бактериаль, вируслы, бәшмәк һ.б.), травматик, аутоиммун, нейропаралитик һ.б. төрҙәргә бүләләр. Ябай герпес һәм аденовирустар, ш. уҡ бактериялар (кокктар) тыуҙырған йоғошло К. таралған. Контакт, гематоген юлдар аша һәм йәрәхәтләнгән ваҡытта...

КЕРАМИКА

КЕРАМИКА (гр. keramike — көршәк яһау сәнғәте), балсыҡтарҙы һәм уларҙың минераль өҫтәмәләр, ш. уҡ металл оксидтары һ.б. органик булмаған берләшмәләр м‑н ҡатышмаларын яндырып уҡмаштырылған әйберҙәр һәм материалдар. Балсыҡтың һығылмалығы боронғо замандан уҡ билдәле. Тәүҙә К. төп төрө һауыт-һаба булған....

КЕРАМИК ТӨҘӨЛӨШ МАТЕРИАЛДАРЫ

КЕРАМИК ТӨҘӨЛӨШ МАТЕРИАЛДАРЫ, сеймал составына бәйле рәүештә балсыҡты 800—1000°С йәки 1100—1200°С т‑рала уҡмаштырып алынған, металл булмаған материалдар. Структураһы б‑са ҡаты (күҙәүлеге 5—30%; кирбес, черепица, к‑таларға сыҙамлы һәм канализация торбалары) һәм нескә (күҙәүлеге 5%‑тан аҙ; эс яҡтан биҙәү...

КЕР ЙЫУЫУ ЙОРТО

КЕР ЙЫУЫУ ЙОРТО, халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү пр-тиеһы, керҙе йыуыу һәм артабанғы эшкәртеү м‑н шөғөлләнә; кер йыуыу өсөн бина. Керҙе йыйыу һәм оҙатыу, үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереү ысулы м‑н йыуыу, әйберҙәргә ваҡ ремонт яһау һ.б. хеҙмәттәр күрһәтә. Ҡорамалдары: кер йыуыу машиналары, центрифугалар, киптереү...

КЕНИГ Вильгельмина Генриховна

КЕНИГ Вильгельмина Генриховна (24.6.1913, Одесса ҡ. — 2.3.2002, Өфө), архитектор. Архитекторҙар союзы ағзаһы (1955). Одесса граждандар һәм коммуналь төҙөлөш инженерҙары ин‑тын тамамлаған (1939). 1940 й. алып Башҡортостанда эшләй: 1941 й. — Өфө, Черниковск ҡҡ. проект һәм төҙөлөш ойошмалары, 1944—68 йй....

КЕНДЕКТАМАҠ, Туймазы р‑нындағы ауыл

КЕНДЕКТАМАҠ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Николаевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 21 км һәм Ҡандра т. юл ст. К.‑Көнб. табан 22 км алыҫлыҡта Кендек й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында, Һамар—Өфө—Силәбе автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 760 кеше; 1920 — 797; 1939 — 521; 1959 — 590; 1989 — 458;...

КЕНӘЗ МИХАИЛ ҠОРОС-ТУП ФАБРИКАҺЫ

КЕНӘЗ МИХАИЛ ҠОРОС-ТУП ФАБРИКАҺЫ, 1859 й. ҡаҙна тарафынан Златоуст (Косотур) заводы эргәһендә нигеҙ һалына. Хужалары: ҡаҙна; 1917 й. һуң национализациялана. Златоуст тау заводы округына ингән. 1860 й. эшләй башлай. Составында сеймал, ҡорос ҡойоу, сүкеү, быраулау һәм бер нисә ярҙамсы цех була. 3 пар...

КЕНӘЗ

КЕНӘЗ, ҡәбилә йәки ҡәбиләләр берләшмәһе юлбашсыһы, 9—16 бб. Рәсәйҙә дәүләт йәки дәүләт берәмеге м‑н идара итеүсе, һуңыраҡ нәҫелдән күсә килгән почётлы титул. Шәжәрәләр һәм башҡа тарихи сығанаҡтар б‑са, башҡорттарҙа — ырыу йәки ырыуҙар берләшмәһе (ҡара: Башҡорт ырыуҙары берләшмәләре), ырыуҙар башлығының...

КЕМБРИЙ АЛДЫ

КЕМБРИЙ АЛДЫ, протозой, криптозой, фанерозойҙан алда булған Ерҙең геологик тарихындағы бик ҙур этап. Ер ҡабығының боронғо ҡатлауҙарын һәм уларҙың барлыҡҡа килеү ваҡытын кәүҙәләндерә. Яҡынса 3,5 млрд йыл дауам итә. 1838 й. А.Седжвик тарафынан айырып күрһәтелә. Ике акротемаға бүленә: аҫҡы К.а. — архей...