Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТӘТЕР‑АРЫҪЛАН, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл

ТӘТЕР‑АРЫҪЛАН, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Тәтер‑Арыҫлан а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 26 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 85 км алыҫлыҡта Тәтер й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1709 кеше; 1920 — 2275; 1939 — 1721; 1959 — 1043; 1989 — 1043; 2002 — 1035; 2010 — 996 кеше. Татарҙар...

ТӘТЕГӘС БЕЙ

ТӘТЕГӘС БЕЙ, Т ә т е г ә с  к е н ә з (?—1565), башҡорттарҙың юрматы ырыуы башлығы. Юрматы башҡорттарының нуғай мырҙаларына ҡаршы көрәшен етәкләй. “Юрматы ырыуы шәжәрәһе”нә ярашлы, 1554 й. Т.б. Ҡармыш һ.б. бейҙәр м‑н бергә юрматыларҙың Мәскәү дәүләте составына инеү шарттары т‑да һөйләшеүҙәр алып бара...

ТӘРЖЕМӘНОВ Кашшафетдин

ТӘРЖЕМӘНОВ Кашшафетдин (1877—1943), дин әһеле. “Мәржәниә” мәҙрәсәһен (Ҡазан) тамамлаған. 1904 й. алып имам‑хатип, Ҡазандың 11‑се мәсетендә мөҙәрис. 1917 й. башлап Эске Рәсәй һәм Себер мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты ҡазыйы (ҡара: Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты), бер үк ваҡытта 1921—22...

ТӘРЕ ЙӨРӨШТӘРЕ

ТӘРЕ ЙӨРӨШТӘРЕ, христиандарҙың (протестанттарҙан башҡа) дини йолаһы; руханиҙарҙың һәм диндарҙарҙың ҡорамдар, монастырҙар тирәләй, бер ҡорамдан икенсеһенә йәки берәй билдәләнгән урынға, тәреләр, иконалар һәм дини байраҡтар (ҡара: Православие) йәки статуялар (ҡара: Католицизм) һ.б. изге әйберҙәр күтәреп,...

ТӘРӘНЙЫЛҒА, Туймазы р‑нындағы ауыл

ТӘРӘНЙЫЛҒА, Туймазы р‑нындағы ауыл, Татар‑Олҡан а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. Т.-Көнс. табан 29 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 81 кеше; 1939 — 217; 1959 — 212; 1989 — 147; 2002 — 188; 2010 — 189 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты бар. Ауылға 1906...

ТӘПӘРЕШ, Шишмә р‑нындағы ауыл

ТӘПӘРЕШ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Сыуалкип а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 45 км һәм Шөңгәккүл т. юл ст. К.-Көнс. табан 15 км алыҫлыҡта Тәпәреш й. (Өршәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1475 кеше; 1920 — 1719; 1939 — 1074; 1959 — 856; 1989 — 464; 2002 — 468; 2010 — 437 кеше. Татарҙар йәшәй...

ТӘПӘН, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

ТӘПӘН, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Рауил а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 25 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 73 км алыҫлыҡта Оло Ҡыҙыл й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 313 кеше; 1920 — 315; 1939 — 224; 1959 — 224; 1989 — 268; 2002 — 288; 2010 — 316 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

ТӘҢРЕЛЕК

ТӘҢРЕЛЕК (төркисә тәңре — күк йөҙө, хоҙай, әмир), монгол һәм төрки ҡәбиләләрҙең дини инаныуҙары. Б.э.т. 2‑се мең йыллыҡ аҙ. — 1‑се мең йыллыҡ башында барлыҡҡа килгән, тип фараз ителә. Т. нигеҙендә тәбиғәттең йәнле икәненә һәм кешенең үҙен уратып алған тәбиғәт м‑н яҡын бәйләнештә булыуына ышаныу ята...

ТӘҢКӘҒУҘАҠ

ТӘҢКӘҒУҘАҠ, а л а с у ҡ (Hedysarum), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 150 төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә, Төньяҡ Африкала һәм Төньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төкһөҙ, төҙ йәки күтәрелеүсән, бейеклеге 10—150 см. Япраҡтары...

ТӘНӘЙ, Фёдоровка р‑нындағы ауыл

ТӘНӘЙ, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Тәнәй а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.-Көнб. 8 км һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 71 км алыҫлыҡта Иҙәк й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1300 кеше; 1920 — 1372; 1939 — 718; 1959 — 614; 1989 — 418; 2002 — 440; 2010 — 446 кеше. Сыуаштар йәшәй...

ТӘМҪИЛ

ТӘМҪИЛ (ғәр.), йыш ҡына аллегорияға ҡоролған ҡыҫҡа шиғри хикәйә. Хайуан, предмет, абстракт төшөнсәләр (яҡшылыҡ, яуызлыҡ, ялҡаулыҡ һ.б.) ҡатнашыусылар булып сығыш яһай. Т. нигеҙендә ысынбарлыҡта булып үткән реаль күренештәр һәм ваҡиғалар булырға мөмкин. Мәҫәлдән айырмалы рәүештә, унда мораль булыуы мотлаҡ...

ТӘМЛӘТКЕС КУЛЬТУРАЛАР

ТӘМЛӘТКЕС КУЛЬТУРАЛАР, составында хуш еҫле матдәләр булған үҫемлектәр. Йәшелсә культураларына ҡарай. Ҡара борос (борос һымаҡтар ғаиләһенән), ҡәнәфер ағасы (мирт һымаҡтар), дәрсен ағасы, лавр (икеһе лә — лавр һымаҡтар), мөшкәт (мөшкәт һымаҡтар), имбир, кардамон (икеһе лә — имбир һымаҡтар), ваниль (әшәлсә...

ТӘЛМӘРЙЕНДӘР

ТӘЛМӘРЙЕНДӘР (Rana), ҡойроҡһоҙ ер‑һыу хайуандары заты. 220‑нән ашыу төрө билдәле. Евразияла, Төньяҡ һәм Үҙәк Америкала, Африкала, Австралия һәм Көньяҡ Американың төньяғында таралған. БР‑ҙа 4 төрө бар. Һоро Т. (осло моронло Т. һәм үлән Т.) ҡара төҫтәге сикә табы бар, йәшел Т. (күл Т. һәм быуа Т.) тапһыҙ....

ТӘЛМӘРЙЕН ТӘҢКӘҺЕ

ТӘЛМӘРЙЕН ТӘҢКӘҺЕ, һ ы у т ә ң к ә (Lemna), һыутәңкә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 10 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда өс өлөшлө Т.т. һәм бәләкәй Т.т. үҫә. Һыу өҫтөндә йөҙгән йәки һыу эсендә булған, оҙон еп рәүешендәге тамырлы күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары үҫешеп...

ТӘЛГӘШЛЕ АБАҒА

ТӘЛГӘШЛЕ АБАҒА (Botrychium), тәлгәшле абаға һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 40 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә: виргин Т.а., күп айырмалы Т.а., тәлгәшле абаға. Күп йыллыҡ абағалар, бейеклеге 5—40 см, ҡыҫҡа тамырһабаҡлы һәм йыуан итләс тамырлы. Япраҡтары...

ТӘКӘРЛЕК, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

ТӘКӘРЛЕК, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Тәкәрлек а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 6 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 117 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 813 кеше; 1920 — 930; 1939 — 841; 1959 — 571; 1989 — 304; 2002 — 246; 2010 — 255 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

ТӘКӘЙ, Иглин р‑нындағы ауыл

ТӘКӘЙ, Иглин р‑нындағы ауыл, Надеждин а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 50 км һәм Көҙәй т. юл ст. К.-Көнс. табан 11 км алыҫлыҡта Баш й. (Эҫем й. ҡушылдығы) буйында, Һамар—Өфө—Силәбе автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 621 кеше; 1920 — 734; 1939 — 785; 1959 — 365; 1989 — 145; 2002 — 141; 2010...

ТӘКӘЕВ Данис Солтан улы

ТӘКӘЕВ Данис Солтан улы (10.11.1940, БАССР‑ҙың Иглин районы Иҫке Ҡобау а. — 9.9.2008, Стәрлетамаҡ ҡ., БР‑ҙың Иглин районы Яңы Ҡобау а. ерләнгән), тел белгесе. Филология фәндәре докторы (2000), профессор (1995). РФ‑тың (1998) һәм БАССР‑ҙың (1990) атҡаҙанған уҡытыусыһы, БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре...

ТӘКӘ, Мәсетле р‑нындағы ауыл

ТӘКӘ, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Ростов а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 28 км һәм Красноуфимск т. юл ст. (Свердловск өлк.) К.‑Көнс. табан 136 км алыҫлыҡта Усмашлы й. (Әй й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 418 кеше; 1939 — 360; 1959 — 432; 1989 — 361; 2002 — 346; 2010 — 331 кеше. Башҡорттар...

ТӘЖРИБӘ ХУЖАЛЫҒЫ

ТӘЖРИБӘ ХУЖАЛЫҒЫ, Өфө р‑нындағы ауыл, Ҡыҙылъяр а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 23 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 292 кеше; 1989 — 137; 2002 — 160; 2010 — 149 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Ауылға 1929 й. Малсылыҡ б‑са зона тәжрибә станцияһы ҡасабаһы булараҡ...