Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЯМАЛЕТДИН Мәүлит

ЯМАЛЕТДИН Мәүлит (ысын исеме Ямалетдинов Мәүлитбай Байгилде улы; 5.3.1947, БАССР‑ҙың Учалы районы Аһылай а. — 8.11.2020, Учалы ҡ.), яҙыусы, ҡурайсы. БР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1983). А.М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институты эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы (Мәскәү ҡ.,...

ЯҠУПОВА Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы

ЯҠУПОВА Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы (24.6.1948, БАССР‑ҙың Ғафури районы Сәйетбаба а.), яҙыусы. БР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1992). БДУ‑ны тамамлаған (1976). 1967 й. алып (өҙөклөк менән) “Звезда” гәзите (1976 й. башлап бүлек мөдире, 1980 й. — мөхәррир урынбаҫары), 1984...

ЮНЫСОВА Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы

ЮНЫСОВА (Иҙелбаева) Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы (10.9.1948, БАССР‑ҙың Әлшәй р‑ны Һарыша.),шағирә. БР‑ҙың халыҡ шағиры (2015), РФ‑тың (2005) һәм БАССР‑ҙың (1989) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре, БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2000). Яҙыусылар­ союзы­(1974), Журналистар­ союзы (1979) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлаған (1971). 1970 й....

ШЕКСПИР Уильям

ШЕКСПИР Уильям (23.4.1564, Стратфорд‑он‑Эйвон ҡ., Англия — 23.4. 1616, шунда уҡ), инглиз шағиры, драматург. “Венера һәм Адонис” (“Венера и Адонис”; 1593), “Лукреция” (1594) поэмалары, “Сонеттар” (“Сонеты”; 1609) шиғырҙар йыйынтығы, “Ричард III” (1593), “Йәйге төндәге төш” (“Сон в летнюю ночь”; 1596),...

ШӘКҮР (Шәкүров) Рәшит Закир улы

ШӘКҮР (Шәкүров) Рәшит Закир улы [11.1.1937, БАССР‑ҙың Әлшәй районы Яңы Абдрахман а. (БР‑ҙың Стәрлетамаҡ районы)], тел белгесе, төркиәтсе, шағир, публицист. Филология фәндәре докторы (1998), профессор (2012). БР‑ҙың халыҡ шағиры (2021). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт...

ШӘҒӘЛИЕВ Рамаҙан Нурғәли улы

ШӘҒӘЛИЕВ Рамаҙан Нурғәли улы (1.2.1935, Силәбе өлк. Ҡоншаҡ р‑ны Мөслим а. — 20.2.2010, Силәбе ҡ.), шағир. РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1989). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1986). 1959—95 йй. “Мечел” мәҙәниәт һәм техника һарайының (Силәбе) “Айгөл” татар һәм башҡорт үҙешмәкәр халыҡ коллективы етәксеһе....

ШАФИҠОВ Ғәзим Ғәзиз улы

ШАФИҠОВ Ғәзим Ғәзиз улы (1.10. 1939, Фрунзе — 29.1.2009, Өфө), яҙыусы, тәржемәсе, публицист. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1989). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1977). БДУ‑ны (1962), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑ты эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы (Мәскәү, 1983) тамамлаған. 1962 й. алып “Ленинсы” гәз. эшләй,...

ЧВАНОВ Михаил Андреевич

ЧВАНОВ Михаил Андреевич (25.7.1944, БАССР-ҙың Салауат районы Иҫке Михайловка а., хәҙер БР-ҙың шул уҡ районы Малаяҙ а.), яҙыусы. БР‑ҙың халыҡ яҙыусыһы (2021). РФ‑тың (2002), БР‑ҙың (1994) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, СССР‑ҙың ер аҫты разведкаһы отличнигы (1967). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1976). БДУ-ны...

ХӨСӘЙЕНОВ Ғайса Батыргәрәй улы

ХӨСӘЙЕНОВ Ғайса Батыргәрәй улы [10.4.1928, БАССР-ҙың Өфө кантоны Үтәгән а. (БР-ҙың Ҡырмыҫҡалы районы) — 27.7.2021, Өфө ҡ., тыуған ауылында ерләнгән], әҙәбиәт белгесе, яҙыусы. БР ФА академигы (1991), филология фәндәре докторы (1971), профессор (1972). БР-ҙың халыҡ яҙыусыһы (2008). РФ-тың (1992) һәм БАССР-ҙың...

ХӨСӘЙЕНОВ Айҙар Гайдар улы

ХӨСӘЙЕНОВ Айҙар Гайдар улы (27.2.1965, БАССР-ҙың Ейәнсура р-ны Күгәрсен а.), шағир, драматург, тәржемәсе. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1999). БАХИ-ны (1987), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин-тын (1995, Мәскәү) тамамлаған. 1989—90 йй. Яңы Өфө НЭЗ-ының “Нефтепереработчик” (“Нефть эшкәртеүсе”) гәз., 1996—98 йй. “Башҡортостан”...

ХӘМИД (Хәмиҙуллин) Ризуан Мирхәбибулла улы

ХӘМИД (Хәмиҙуллин) Ризуан Мирхәбибулла улы (24.10.1941, БАССР‑ҙың Йәрмәкәй районы Уҫман‑Ташлы а. — 17.9.2017, Ҡазан ҡ.), драматург. ТССР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1991). Ҡазан педагогия институтын (1971), ГИТИС эргәһендәге Юғары театр курстарын (1979), М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институты эргәһендәге...

ХӘЗИӘХМӘТОВ Шамил Сафуан улы

ХӘЗИӘХМӘТОВ Шамил Сафуан улы (8.9.1941, БАССР‑ҙың Өфө районы Алексеевка а. — 22.12.2012, Өфө ҡ.), яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1982). ӨНИ‑не тамамлаған (1967). 1960 й. алып Омск ҡ., Үзбәк ССР‑ының, Печора ҡ. төрлө предприятиеларында; 1970 й. башлап “Башсантехмонтаж” тресында эшләй. 1985—88 йй. “Вечерняя...

ФИЛИППОВ Александр Павлович

ФИЛИППОВ Александр Павлович [7.11.1932, БАССР‑ҙың Мораҡ р‑ны Йомағужа а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) — 15.10.2011, Өфө], яҙыусы, журналист. БР‑ҙың халыҡ шағиры (2004). БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1992). Журналистар союзы (1957), Яҙыусылар союзы (1965) ағзаһы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлағандан...

ФЁДОРОВ Евгений Александрович

ФЁДОРОВ Евгений Александрович (15.1.1897, Ковен губ. Видзы а. — 2.4.1961, Ленинград), яҙыусы. Бала сағы Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Магнитная станицаһында үтә. Граждандар һуғышы осоронда В.И.Чапаев командалығындағы бригада составында эскадрон командиры булып хеҙмәт итә, ағалы‑ҡустылы Кашириндар һәм...

ФЁДОРОВ Александр Митрофанович

ФЁДОРОВ Александр Митрофанович (6.7.1868, Һарытау ҡ. — 1949, София), яҙыусы. “Мираҫ” (“Наследство”; 1899), “Тәбиғәт” (“Природа”; 1906) романдары, “Көнсығышҡа” (“На Восток”; 1904), “Океан аръяғына” (“За океан”; 1909) юл очерктары китаптары, “Сонеттар” (“Сонеты”; 1911) шиғырҙар йыйынтығы һ.б. авторы....

ФЕДИН Константин Александрович

ФЕДИН Константин Александрович (12.2.1892, Һарытау ҡ. — 15.7.1977, Мәскәү), яҙыусы. Соц. Хеҙмәт Геройы (1967). СССР ФА акад. (1958). 1959 й. алып СССР Яҙыусылар союзы идараһы секретары, 1971—77 йй. рәйесе. “Ағалы‑ҡустылы” (“Братья”; 1927—1928), “Тәүге шатлыҡтар” (“Первые радости”; 1945), “Ғәҙәти булмаған...

ФӘЙЗИ Мирхәйҙәр Мостафа улы

ФӘЙЗИ (Фәйзуллин) Мирхәйҙәр Мостафа улы (19.10.1891, Орск ҡ. эргәһендәге Күкшел утары — 9.7. 1928, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Баймаҡ а., хәҙ. Баймаҡ ҡ.), драматург. Орск ҡалаһындағы мәсет эргәһендәге (1902—05), “Хөсәйениә” (1907) мәҙрәсәләрендә уҡый. 1919 й. алып мәҙәни‑ағартыу эшмәкәрлеге м‑н шөғөлләнә,...

ФӘЙЗИ Әхмәт Әхмәтсафа улы

ФӘЙЗИ (Фәйзуллин) Әхмәт Әхмәтсафа улы (26.2.1903, Өфө — 11.8. 1958, Ҡазан), яҙыусы. РСФСР‑ҙың (1957) һәм ТАССР‑ҙың (1953) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1934). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1922 й. алып Төркөстан АССР‑ы, Өфө мәғариф учреждениеларында эшләй; 1924—26 йй. Донбаста мәҙәни‑ағартыу...

ФАЗЛЫЙ Камил

ФАЗЛЫЙ Камил (ысын исеме Фазлетдинов Камил Нәжми улы; 15.2.1949, БАССР‑ҙың Бәләбәй р‑ны Туҙлыҡыуыш а.), яҙыусы. БР‑ҙың атҡ. уҡытыусыһы (2005), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1994). Яҙыусылар союзы (1997), Журналистар союзы (2005) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) Туҙлыҡыуыш урта мәктәбендә эшләй (1983—94 йй....

ФАДЕЕВ Александр Александрович

ФАДЕЕВ Александр Александрович (11.12.1901, Тверь губ. Кимры а. — 13.5.1956, Мәскәү), яҙыусы. 1939—44 йй. һәм 1954—56 йй. СССР Яҙыусылар союзы идараһы секретары, 1946—54 йй. рәйесе. “Ҡыйралыш” (“Разгром”; 1927), “Һуңғы удэге” (“Последний из удэге”; 1—4‑се бүлектәр; 1929—1940), “Йәш гвардия” (“Молодая...