Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ДИАЛЕКТИКА

ДИАЛЕКТИКА (гр. dialegomai — әңгәмәләшәм), тәбиғәт, йәмғиәт һәм кеше аңының үҫеш закондарын аңлатыу һәм тасуирлауҙың фәнни‑филос. ысулы. Д. метафизикаға (әйбер һәм күренештәрҙе үҙгәрешһеҙ, бербереһенә бәйләнмәгән тип фекерләү алымы) ҡаршы ҡуйыла. Диалектик концепция Боронғо Грецияла барлыҡҡа килеп,...

ДӘҮЛӘТҠОЛОВ Әхмәт Хажмөхәмәт улы

ДӘҮЛӘТҠОЛОВ Әхмәт Хажмөхәмәт улы (17.7.1944, БАССР‑ҙың Архангел районы Муллаҡай а.), философ. Философия фәндәре докторы (1999), профессор (2001). БР‑ҙың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2004), РФ-тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2012). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1970) Архангел...

ДАМИНДАРОВА Фәниә Вәли ҡыҙы

ДАМИНДАРОВА Фәниә Вәли ҡыҙы (22.3.1949, БАССР‑ҙың Учалы районы Мишкә а.), философ. Философия фәндәре докторы (2011), профессор (2012). БР‑ҙың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2019). БДУ‑ны (1972), Свердловск Юғары партия мәктәбен (1988) тамамлаған. 1966 й. алып Наурыҙ урта мәктәбендә эшләй, 1975 й. —...

ДАЛЛАКЯН Карлен Ашотович

ДАЛЛАКЯН Карлен Ашотович (17.4.1958, Баҡы ҡ.), философ. Философия фәндәре докторы (1999), профессор (2003). Урал дәүләт университетын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1981) Ереван табиптар камиллаштырыу институтында, 1986—93 йй. Ереван урыҫ һәм сит телдәр педагогия институтында эшләй. 1999 й. алып...

ҒИЛӘЖЕТДИНОВ Йәүҙәт Мәхмүт улы

ҒИЛӘЖЕТДИНОВ Йәүҙәт Мәхмүт улы [15.4.1930, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Арыҫлан а. (БР‑ҙың Шишмә районы) — 30.8.2011, Өфө ҡ.], философ, социолог. Философия фәндәре докторы (1975), профессор (1976). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980). Урта Азия университетын тамамлағандан һуң (Ташкент ҡ., 1952) Ташкент...

ҒӘЛИУЛЛИНА Ғәлимә Садиҡ ҡыҙы

ҒӘЛИУЛЛИНА Ғәлимә Садиҡ ҡыҙы (31.1.1953, Ҡурған өлкәһе Ҡамышлы а.), философ. Философия фәндәре докторы (1992). Силәбе мәҙәниәт институтын тамамлағандан һуң (1974) Өфө һәм Ырымбур ҡҡ. китапханаларында эшләй. 1980 й. алып Силәбе мәҙәниәт институтында уҡыта, 1992 й. башлап Төбәк сәйәсәтен координациялау...

ҒӘЛИМОВ Баязит Сабирйән улы

ҒӘЛИМОВ Баязит Сабирйән улы (26.5.1942, БАССР-ҙың Маҡар районы Кинйәбулат а. (БР‑ҙың Ишембай районы), философ. Философия фәндәре докторы (1989), профессор (1990). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), РФ юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1997). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1965) 2018 й. тиклем шунда...

ГНОСЕОЛОГИЯ

ГНОСЕОЛОГИЯ (гр. gnosis — танып белеү һәм ...логия), танып белеү теорияһы, философияның танып белеү мөмкинлектәрен, сығанаҡтарын, формаларын һәм ысулдарын, уның дөрөҫ һәм ысын булыу шарттарын өйрәнә торған бүлеге. Г. сигендә эпистемология — фәнни танып белеү т‑дағы тәғлимәт айырыла. Г. онтология, эстетика,...

ВИЛДАНОВА Гүзәл Булат ҡыҙы

ВИЛДАНОВА Гүзәл Булат ҡыҙы (28.6.1975, БАССР‑ҙың Учалы районы Яңы Байрамғол а.), философ. Философия фәндәре докторы (2010). БДПИ‑ны тамамлаған (1996). 1999 й. алып БДУ‑ла уҡыта (2013 й. тиклем Сибай институтында). Фәнни тикшеренеүҙәре гносеология һәм онтология, социаль эшмәкәрлек, социаль процестар...

ВИЛДАНОВ Хәниф Сәлим улы

ВИЛДАНОВ Хәниф Сәлим улы (23.3.1970, БАССР‑ҙың Учалы районы Илсе а.), философ. Философия фәндәре докторы (2010). У.С.Вилдановтың ҡустыһы. БДПИ‑ны тамамлаған (1997). 1994—99 йй. Илсе урта мәктәбендә (1995 й. алып тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары) эшләй. 2001 й. башлап БДУ‑ның Сибай институтында:...

ВИЛДАНОВ Урал Сәлим улы

ВИЛДАНОВ Урал Сәлим улы (4.11.1956, БАССР‑ҙың Учалы районы Илсе а.), философ. Философия фәндәре докторы (2000), профессор (2001). Х.С.Вилдановтың ағаһы. Урал дәүләт университетын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1983 й.) БДУ‑ла, 1985 й. алып ӨАИ‑ла, 1990 й. башлап БДПИ‑ла уҡыта; 1992—98 йй. — БДУ‑ың...

ВӘЛИТОВ Октябрь Кәли улы

ВӘЛИТОВ Октябрь Кәли улы [25.10.1934, БАССР‑ҙың Мораҡ районы Күгәрсен а. (БР‑ҙың Күгәрсен районы)], философ, журналист. Тарих фәндәре кандидаты (1969), философия фәндәре докторы (2000), профессор (2002). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004), БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1984), РФ‑тың почётлы...

ВӘЛИЕВ Дамир Жәүәт улы

ВӘЛИЕВ Дамир Жәүәт улы (2.1.1940, Силәбе өлкәһе Этбай а. — 28.5.2002, Өфө ҡ., Силәбе өлкәһе Яңы Субыл а. ерләнгән), философ, йәмәғәт эшмәкәре. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), философия фәндәре докторы (1984), профессор (1987). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1990). Свердловск юридик институтын тамамлаған...

ВАЛЬКОВ Алексей Алексеевич

ВАЛЬКОВ Алексей Алексеевич (11.9.1954, Өфө ҡ.), философ. Философия фәндәре докторы (2001), профессор (2005). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1982) 2019 й. тиклем шунда уҡ эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре милләт идеяһын социаль‑философик аңлау проблемаларына арналған.    Х е ҙ м.: Идея нации в свете русской социально‑философской...

БОНДАРЕНКО Виктор Николаевич

БОНДАРЕНКО Виктор Николаевич (7.7.1953, Петухово ҡ.), философ. Философия фәндәре докторы (1996), профессор (1997). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1976) БАССР‑ҙың Ҡыйғы районы мәктәптәрендә уҡытыусы, 1980 й. алып СДПИ‑ла, 1984—92 йй. һәм 1996 й. алып БДУ‑ла уҡыта, 2001 й. — БДАУ‑ҙың философия һәм социология...

ӘХМӘҘИЕВ Әлим Әхәт улы

ӘХМӘҘИЕВ Әлим Әхәт улы [8.9.1952, БАССР‑ҙың Йомағужа районы (БР‑ҙың Күгәрсен районы) Йомағужа а.], социолог, политолог. Философия фәндәре докторы (1993), профессор (1994). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2012). Әнүәр Ә.Әхмәҙиевтең ҡустыһы. БДУ‑ны тамамлаған (1975). 1981 й. алып Бөрө педагогия институтында...

ӘХЛАҠ

ӘХЛАҠ (лат. moralis — әхлаҡлы), ижт. аңдың бер төрө, изгелек м‑н яуызлыҡ араһында һайлау һәм традицияларға, йәмәғәтселек фекеренәһәм кешенең аңына (намыҫына) таянып, йәмғиәттә кешеләрҙең тәртибен көйләгән соц. институт. Этика тарафынан өйрәнелә. Әҙәп Ә. тәртибе (кешеләрҙең реаль эштәре) м‑н билдәләнә....

ӘБДИЕВ Рифғәт Фәйез улы

ӘБДИЕВ Рифғәт Фәйез улы [22.12. 1926, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Боҙаяҙ а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы районы) — 6.4.2019, Мәскәү ҡ.], философ. Философия фәндәре докторы (1996). ӨАИ‑ны (1948), Ф.Э.Дзержинский исемендәге Артиллерия академияһын (Мәскәү ҡ., 1952) тамамлаған. 1948 й. алып “Уралмаш” заводында...

АТЕИЗМ

АТЕИЗМ (грек. а... һәм theos — алла), дини хөрәфәттәрҙе һәм табыныуҙы инҡар итеүҙең һәм донъялағы йәшәйештең һәм кешенең үҙ аллы ҡиммәтен раҫлауҙың тарихи йәһәттән төрлө формалары. Революцияға (1917) тиклемге Башҡортостанда динде тәнҡитләү хөр фекерлелек һәм фекерләү азатлығы сиктәренән ситкә сыҡмай...

АҢ, кешенең ысынбарлыҡты идеаль төшөнөү

АҢ, кешенең ысынбарлыҡты идеаль төшөнөү, белеү, фекер итеү һәләте; философия, психология һәм социологияның төп төшөнсәләренең береһе. А. шәхси һәм ижт.; кешеләр араһындағы барлыҡ мөнәсәбәттәрҙә сағылыш ала һәм сәйәси, хоҡуҡи, әхлаҡи, дини, ғилми һ.б. булараҡ билдәләнергә мөмкин. Урыҫ дини филос. (С.Н.Булгаков,...