Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СТЕРЕОРЕГУЛЯР ПОЛИМЕРҘАР

СТЕРЕОРЕГУЛЯР ПОЛИМЕРҘАР. С.п. макромолекулалары бер төрлө йәки законға ярашлы сиратлашҡан төрлө стереоизомерҙарҙан (ҡара: Полимерҙар стереоизомерияһы, Стереохимия) тора. Сығышы б‑са тәбиғи (аҡһымдар, гуттаперча, нуклеин кислоталары, тәбиғи каучук һ.б.) һәм синтетик (полибутадиен, полиизопрен, полипропилен...

СПИРТТАР

СПИРТТАР, туйындырылған (алкоголдәр), туйындырылмаған (енолдар), углерод атомдарының ароматик ҡулсаһы (фенолдар) молекулаларында 1 йәки бер нисә гидроксил (ОН) төркөмлө углеводород сығарылмалары. С. өсөн ИЮПАК номенклатураһы б‑са (метанол, этанол һ.б.), тривиаль (метил спирты — ағас, этиллы‑шарап һ.б.)...

СОРБЦИЯ

СОРБЦИЯ (лат. sorbeo — һеңдерәм), ҡаты матдәләр, шыйыҡса тарафынан (сорбент) тирә‑яҡ мөхиттән төрлө газдарҙы, шыйыҡсаларҙы (сорбат йәки сорбтив) һеңдереү. Абсорбция (шыйыҡ сорбенттың матдәне тотош күләме м‑н һеңдереүе), окклюзия (газ мөхитенән ҡаты матдәне йәки иретмәне тотош масса м‑н һеңдереү), адсорбция...

СОПОЛИМЕРҘАР

СОПОЛИМЕРҘАР, макромолекулаларында төрлө типтағы сомономер быуындары булған полимерҙар. Регуляр булмаған йәки статистик (быуындарҙың төркөмләнеүе осраҡлы, композицион‑төрлө), регуляр (билдәле ҡабатланыусы, композицион‑бер төрлө); ялғаулы, блоксополимерҙар (мономерҙарҙың 1 йәки бер нисә төрлө быуыны...

СОДА

СОДА, күмер к‑таһының натрий тоҙҙарының техник атамаһы. Кальцинирланған сода, кристаллик (натрий карбонаты кристаллогидраттары, тығыҙлығы 1250 кг/м3), сәй, йәки аш С. (натрий гидрокарбонаты, тығыҙлығы 2200 кг/м3) айырыла. Каустик сода — натрий гидроксидының техник атамаһы. Натрий гидрокарбонаты — төҫһөҙ...

СМОГ

СМОГ (ингл. smog), ҙур ҡалаларҙа, сәнәғәт үҙәктәрендә һауаның антропоген ташландыҡтар м‑н ныҡ бысраныуы. Ҡышҡы (лондон) — төтөн һәм сәнәғәт газ ҡалдығы ҡушылмаһы булған ҡуйы томанды (нигеҙҙә, көкөрт диоксидлы), йәйге (лос‑анджелес) — юғары концентрациялы зәһәр газ һәм аэрозолдәр япмаһын (нигеҙҙә, озон...

СИНТЕТИК ШЫЙЫҠ ЯҒЫУЛЫҠ

СИНТЕТИК ШЫЙЫҠ ЯҒЫУЛЫҠ, мотор яғыулығының бер төрө; ҡаты яғыулыҡтарҙың термохимик тарҡалыуы йәки газификацияһы м‑н алынған һәм эске яныулы двигателдәрҙә ҡулланылған углеводородтарҙың ҡатмарлы ҡатышмалары. Ҡаты яғыулыҡтарҙың (күбеһенсә һоро күмер, янар һәүерташ, һирәгерәк таш күмер, торф) 3 стадиялы...

СИНТЕТИК МАЙ СПИРТТАРЫ

СИНТЕТИК МАЙ СПИРТТАРЫ, бер атомлы С6—С20спирттары. Һыуҙа күбеһенсә эремәй, этил спиртында, эфирҙа яҡшы эрей; тиҙ ҡабына, мол. м. артыу м‑н шартлау ҡурҡынысы кәмей. С—О, О—Н бәйләнештәре өҙөлөү м‑н реакцияларға инә. С.м.с. актив металдар (натрий, калий, магний, алюмин) м‑н бәйләнешкә инеп — тоҙҙар (алкоголяттар),...

СИНТЕТИК МАЙ КИСЛОТАЛАРЫ

СИНТЕТИК МАЙ КИСЛОТАЛАРЫ, нефтехимия сеймалынан алынған, 6‑нан да кәм булмаған углерод атомынан торған алифатик рәттәге синтетик карбон к‑талары. Туйындырылған, күбеһенсә нормаль һәм изо‑төҙөлөшлө, составында ди‑, гидроксиһәм кетокарбон к‑талары һ.б. берләшмә ҡушылмалары булған монокарбон к‑таларының...

СИНТЕТИК КАУЧУКТАР

СИНТЕТИК КАУЧУКТАР, резина алыуҙа ҡулланылған эластомерҙар. Ҡулланыу өлкәһе б‑са дөйөм һәм махсус тәғәйенләнешле С.к. айырыла. С.к. айырым төркөмдәре: һыуҙағы дисперсиялар (латекстар), шыйыҡ (резинаға оҡшаш материалдар барлыҡҡа килтереп ҡатыусы олигомерҙар), тултырылған (тултырғыстар һәм пластификаторҙар...

СИНТЕТИК ДАРЫУ БЕРЛӘШМӘЛӘРЕ

СИНТЕТИК ДАРЫУ БЕРЛӘШМӘЛӘРЕ, фармакол. активлыҡ күрһәткән һәм дарыуҙар әҙерләү өсөн тәғәйенләнгән химик берләшмәләр. Органик булмаған һәм органик С.д.б. айырыла. Органик булмаған С.д.б. Д.И.Менделеев периодик системаһы төркөмдәре б‑са классификациялана (мәҫ., водород перекисы С.д.б. VI төркөмөнә ҡарай),...

СИНТЕТИК БУЯУҘАР

СИНТЕТИК БУЯУҘАР, төрлө (күбеһенсә сүсле) материалдарға һәм изделиеларға төҫ биргән органик берләшмәләр. Буяуҙың төҫө молекулала хромофор төркөм булыуына бәйле [эйәртеүле икеләтә бәйләнешле__үҫешкән система һәм уға бәйләнгән электрон донорлы һәм (йәки) электрон акцепторлы төркөмдәр етә]. Хромофор системанан...

СӘНӘҒӘТ ҠАЛДЫҠТАРЫ

 СӘНӘҒӘТ ҠАЛДЫҠТАРЫ, производство йәки хеҙмәт итеү барышында барлыҡҡа килгән һәм файҙаланыуға яраҡһыҙ, ҡулланыу үҙенсәлектәрен бөтөнләй йәки бер аҙ юғалтҡан материалдар, матдәләр, изделиелар. Агрегат хәле б‑са газ (ҡара: Антропоген ташландыҡтар, Аэрозолдәр), шыйыҡ (ҡара: Ағынты һыуҙар), ҡаты (онтаҡтар,...

СӘНӘҒӘТ КАТАЛИЗЫ

СӘНӘҒӘТ КАТАЛИЗЫ, катализды химия, нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәтендә ҡулланыу. Донъя производствоһының дөйөм күләмендә барлыҡ продукцияның яҡынса 18%‑ын тәшкил иткән 300‑ҙән ашыу (дөйөм һандың 80—90%‑ы) каталитик процесс файҙаланыла. Органик булмаған синтезда — көкөрт кислотаһы, азот кислотаһы...

САХАРОЗА

САХАРОЗА, ҡамыш йәки сөгөлдөр шәкәре, иң мөһим дисахаридтарҙың береһе; үҫемлектәрҙең резервтағы матдәһе. Фотосинтез барышында барлыҡҡа килә, япраҡта, һабаҡта, тамырҙа, сәскәлә, емештә туплана. Төҫһөҙ кристалдар (15 төрө билдәле, формаһы кристаллашыу процесының шарттарына бәйле), һыуҙа яҡшы эрей, поляр...

РИФОРМИНГ

РИФОРМИНГ (ингл. reforming), юғары октанлы автомобиль бензиндары, ароматик углеводородтар (бензол һәм уның гомологтары), водород тотороҡло газ алыр өсөн нефттең бензинлы, лигроинлы фракцияларын эшкәртеү (ҡайнау сиктәре 60—180°С). Термик һәм каталитик (катализаторҙар булғанда водород баҫымы аҫтында)...

РЕСУРСТАРҘЫ ҺАҠЛАУСЫ ТЕХНОЛОГИЯ

РЕСУРСТАРҘЫ ҺАҠЛАУСЫ ТЕХНОЛОГИЯ, энергия сарыф итеүҙе, тәбиғәт ресурстарын тотоноуҙы (эйәрсен продукттарҙы тотоу һәм утилләштереү, ағынты һыуҙарҙы таҙартыу, таҙартылған һыуҙы киренән производство циклына ҡайтарыу һ.б.), төп һәм ярҙамсы материалдарға, күҙалланған сифат һәм талап ителгән хеҙмәт етештереүсәнлеге...

РЕКТИФИКАЦИЯ

РЕКТИФИКАЦИЯ (лат. rectus — тура, ябай һәм facio — эшләйем), шыйыҡ бинар йәки күп компонентлы ҡатышмаларҙы ҡайнау т‑раһы б‑са шыйыҡсаны парға һәм парҙарҙы конденсатҡа әйләндереп бүлеү ысулы. Азеотроплы (эреткес ҡатышмаға азеотроп ҡатышманың берәй компоненты м‑н айырыусы агент индереү), экстрактив (түбән...

РЕЗИНАЛАР ҺӘМ РЕЗИНА‑ТЕХНИК ИЗДЕЛИЕЛАР

РЕЗИНАЛАР ҺӘМ РЕЗИНА-ТЕХНИК ИЗДЕЛИЕЛАР, юғары һығылмалы, ҡайтмалы (йөҙәрләгән %‑ҡа) деформацияға һәләтле каучуктарҙың вулканизация продукттары. Р.һ.р.‑т.и. эшләр өсөн сеймал булып составында каучук (масса б‑са 20—60%), антиоксиданттар, активаторҙар, вулканизацияны тиҙләткестәр, вулканизациялаусы агенттар,...

РЕАКТИВ ЯҒЫУЛЫҠ

РЕАКТИВ ЯҒЫУЛЫҠ, һауалы реактив авиация двигателдәре һәм газ турбиналы двигателдәр өсөн яғыулыҡ итеп ҡулланылған алифатик (20—60%), нафтен (20—60%), ароматик (18,5—20%), туйындырылмаған алифатик (0,3—1%) углеводородтарҙың ҡатнашмаһы. Шыйыҡса, tҡайнау 170—315°С, тығыҙлығы 775—840 кг/ м3, яныу йылылығы...