Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СЫНБУЛАТОВ Хәйретдин Мостаҡ улы

СЫНБУЛАТОВ Хәйретдин Мостаҡ улы [5.3.1905, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Әбүбәкер а. (БР‑ҙың Хәйбулла р‑ны) – 5.1.1969, шунда уҡ], хужалыҡ эшмәкәре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1929 й. алып Хәйбулла р‑нында эшләгән: 1934 й. башлап “Игенсе” к‑зы рәйесе, 1937–38 йй. Һаҡмар МТС‑ы дир., 1939–41 йй. – район башҡарма...

СУСҠАСЫЛЫҠ

СУСҠАСЫЛЫҠ, сусҡа үрсетеү; малсылыҡ тармағы. С. төп йүнәлеше – ит. Сусҡа ите – ветчина, бекон, колбаса һ.б. әҙерләү өсөн, тиреһе – аяҡ кейеме һәм эйәр‑өпсөн етештереүҙә, шырты бумала, щёткалар яһағанда ҡулланыла. Башҡортостанда 1880 й. тиклем С. үҙ аллы ҡулланыу характерын йөрөтә. Сусҡалар аҙ продуктив...

СУДАН ҮЛӘНЕ

СУДАН ҮЛӘНЕ, судан соргоһы (Sorghum Sudanense), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек. Бер йыллыҡ үлән. Һабағы цилиндр формаһында, тигеҙ япраҡланған, шыма, быуындары яҡшы үҫешкән, бейеклеге 1,8—3 м. Япрағы ланцет формаһында, шыма, сите бер аҙ ҡытыршы, оҙонлоғо 40—65 см, киңлеге 2,5—4,0 см. Сәскәлеге —...

СТӘРЛЕТАМАҠ СОРТ ҺЫНАУ УЧАСТКАҺЫ

СТӘРЛЕТАМАҠ СОРТ ҺЫНАУ УЧАСТКАҺЫ. Сорттар һынау, Башҡортостандың бөтә ауыл хужалығы зоналарында асыҡ грунттағы йәшелсә культураларының һәм картуфтың сорттарын һәм гибридтарын һайлап алыу һәм үҫтерергә тәҡдим итеү м‑н шөғөлләнә. 1953 й. ойошторола. Стәрлетамаҡ р‑ны Косяковка а. урынлашҡан. Һөрөнтө ерҙәрҙең...

СӨЛӘЙМӘНОВ Солтанморат Миңлеғәли улы

СӨЛӘЙМӘНОВ Солтанморат Миңлеғәли улы (15.2.1926, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Әпсәләм а., хәҙ. БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны Иҫке Әпсәләм а., — 13.2.2007, Ташкент), агроном. А.х. ф. д‑ры (1991), проф. (1991). Б.В. һуғышында һәм 1945 й. совет- япон һуғышында ҡатнашыусы. Ташкент а.х. ин‑тын тамамлаған (1963)....

СӨЛӘЙМӘНОВ Килдебай Сөләймән улы

СӨЛӘЙМӘНОВ Килдебай Сөләймән улы (27.1.1943, БАССР‑ҙың Хәйбулла районы Йомағужа а. — 23.3.2021, БР-ҙың шул уҡ районы Яңы Украинка а.), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973). 1958—2003 йй. Хәйбулла районының “Таналыҡ” МУАХП‑нда эшләй: 1959 й. алып һауынсы, 1967 й. — малсы, 1984 й. башлап һәм 2001 й. — бригадир,...

СӨГӨЛДӨР

СӨГӨЛДӨР (Beta), алабута һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бер, ике һәм күп йыллыҡ үҫемлек заты. 15 төрө билдәле, башлыса Европала һәм өлөшләтә Америка, Азия, Африкала таралған. Башҡортостанда ябай тамыраҙыҡлы (аш С., мал С., шәкәр С.) һәм япраҡлы (мангольд) С. үҫтерәләр. Ике йыллыҡ үҫемлектәр. Һабаҡтары төҙ,...

СОЯ

СОЯ (Glycine), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 10 төрө билдәле, Африка, Көньяҡ‑Көнсығыш Азия һәм Американың дымлы тропиктарында, субтропиктарында таралған. Башҡортостанда ябай С. үҫтерелә. Бер йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, ныҡ тармаҡлы, ҡыуаҡ барлыҡҡа килтерә, бейеклеге 1,5 м тиклем. Япрағы өсәрле....

СОРТТАРҘЫ РАЙОНЛАШТЫРЫУ

СОРТТАРҘЫ РАЙОНЛАШТЫРЫУ, а.х. культураларының юғары продуктив сорттарын, гибридтарын һайлап алыу һәм уларҙы үҫтереүҙең терр. сиктәрен билдәләү. Сорт һынау һөҙөмтәләре б‑са хужалыҡ‑биол. билдәләр стандартын үткән сорттар һәм гибридтар районлаштырыла. С.р. РСФСР субъекттарының тупраҡ-климат зоналары б‑са...

СОРТТАР ҺЫНАУ

СОРТТАР ҺЫНАУ, а.х. культураларының сорттарын һәм гибридтарын хужалыҡ‑биол. билдәләр комплексы, үҙенсәлектәре б‑са өйрәнеү, бөтә яҡлап баһалау һәм а.х. производствоһы шарттарында үҫтереү өсөн уларҙың яраҡлылығын, хужалыҡта файҙаһын (стандарт м‑н сағыштырғанда) билдәләү. Киңәйтелгән (өйрәнеү ваҡытын...

СОЛТАНАЕВ Хәмит Рахман улы

СОЛТАНАЕВ Хәмит Рахман улы [31.5.1900, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Ниғмәтулла а. (БР‑ҙың Әлшәй р‑ны) — 26.4.1994, Өфө], зоотехник. А.х. ф. кандидаты (1940). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1960). “Ғәлиә” мәҙрәсәһен (1918), К.А.Тимирязев ис. Мәскәү а.х. акад. (1928) тамамлаған. 1929 й. башлап ТАССР‑ҙың Игенселек...

СЛИВА

СЛИВА (Prunus), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған ағас йәки ҡыуаҡлыҡ заты. 30‑ҙан ашыу төрө билдәле, Евразияның, Төньяҡ Американың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда уссури С. һәм ҡытай С. төрҙәренә ҡараған сорттар үҫтерелә. Бейеклеге 2,5—3,5 м булған ағас йәки ҡыуаҡ. Япрағы йомортҡа йәки кире...

СИЛОС КУЛЬТУРАЛАРЫ

СИЛОС КУЛЬТУРАЛАРЫ, силос әҙерләү өсөн үҫтерелгән үҫемлектәр. С.к. кукуруз, судан үләне, сорго, көнбағыш, топинамбур, топинсолнечник, күп йыллыҡ һәм бер йыллыҡ үләндәрҙең ҡуҙаҡлы‑ҡыяҡлы ҡатышмалары, амарант һ.б. инә. Ҡатнаш силос өсөн картуф бүлбеләре, кишерҙең, ҡабаҡтың, ташҡабаҡтың мал аҙығы сорттары,...

СИЛОС

СИЛОС (исп. silos, күплектә silo — ер аҫты бинаһы, иген һаҡлау өсөн соҡор), һутлы мал аҙығы, үҫемлектәрҙең йәшел массаһын анаэроб шарттарҙа консервалау ярҙамында әҙерләнә. Силослау өсөн силос культураларының йәшел массаһы ҡулланыла, уларҙы үҫешенең иң уңайлы фазаларында сабып алалар, ваҡлайҙар (массаның...

СИҘӘМ ҺӘМ ҠАЛДАУ ЕРҘӘР

СИҘӘМ ҺӘМ ҠАЛДАУ ЕРҘӘР, һөрөү һәм а.х. культуралары сәсеү өсөн яраҡлы ерҙәр. С.һ.ҡ.е. һөрөнтө ер һәм а.х. культуралары сәсеүлектәре майҙанын киңәйтеү өсөн төп резерв иҫәпләнә; улар 20 б. 50—60‑сы йй. Ҡаҙағстанда, Волга буйы, Урал, Көнбайыш һәм Көнсығыш Себер райондарында күпләп үҙләштерелгән. Сиҙәм...

СИДЕРАЦИЯ

СИДЕРАЦИЯ, тупраҡты органик матдә һәм азот м‑н байытыу өсөн ергә сидераттарҙың йәшел массаһын һөрөп күмдереү. Йәшел ашламаларҙы ҡулланғанда тупраҡтың агрофизик үҙенсәлектәре, тупраҡтың агрохимик үҙенсәлектәре яҡшыра, тупраҡтың биологик активлығы арта. Йәшел ашламаның һөҙөмтәлелеге тиреҫтекенә оҡшаған...

СЕРЕТМӘ

СЕРЕТМӘ (лат. humus — ер, тупраҡ), с е р е м т ә, тупраҡтың юғары молекуляр органик матдәләр комплексы. Үҫемлек, хайуан һәм бактерия ҡалдыҡтарының тарҡалыу продукттары сереү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. С. составына гумин, гематомелан к‑талары, фульвокислоталар, гумин һәм специфик булмаған берләшмәләр...

СЕНАЖ

СЕНАЖ, киптерелгән (50—55% дымлылыҡҡа тиклем) үләндәрҙән әҙерләнгән, анаэроб шарттарҙа консерваланған мал аҙығы. С. әҙерләү өсөн күп йыллыҡ һәм бер йыллыҡ үләндәр (башлыса ҡуҙаҡлылар һәм уларҙың ҡыяҡлылар м‑н ҡатышмалары), иген фуражы культураларының ҡуҙаҡлы- ҡыяҡлы ҡатышмалары ҡулланыла. С. соҡорҙа...

СЕЛЕКЦИЯ

СЕЛЕКЦИЯ (лат. selectio — һайлап алыу), үҫемлек сорттарын һәм гибридтарын, хайуан тоҡомдарын, микроорганизмдарҙың таҙа культураларын (штамдарын) сығарыу; агрономия һәм зоотехния бүлеге. С. ысулдары: һайлап алыу (артабан үрсетеү өсөн яңы формалар һайлау), гибридлаштырыу (төрлө нәҫелле организмдарҙы ҡушыу),...

СЕЙӘ

СЕЙӘ (Cerasus), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 150‑нән ашыу төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда ҡыуаҡ С., йәки ҡыр С. үҫә. Бейеклеге 1,5—2,0 м булған ҡыуаҡлыҡ. Япрағы оҙонса-эллиптик формала, нигеҙе шына һымаҡ, сите ваҡ киртләсле....