Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТУПРАҠТЫҢ АГРОФИЗИК ҮҘЕНСӘЛЕКТӘРЕ

ТУПРАҠТЫҢ АГРОФИЗИК ҮҘЕНСӘЛЕКТӘРЕ, тупраҡтың физик торошон ҡылыҡһырлай, үҫемлектәрҙең үҫеү һәм үҫеш шарттарын билдәләй. Т.а.ү. структур состав, сағыштырма һәм күләм ауырлығы, көпшәклелек, дым, һауа, йылы һыйышлыҡ һ.б. инә. Т.а.ү. тупраҡтың механик составына, ундағы серетмә миҡдарына, игенселек системаһына...

ТУПРАҠТЫ МИНИМАЛЬ ЭШКӘРТЕҮ

ТУПРАҠТЫ МИНИМАЛЬ ЭШКӘРТЕҮ, ерҙе миним. энергетик сығымдар м‑н эшкәртеү. Тупраҡты һыу һәм ел эрозияһынан һаҡлауға, серетмәнең тарҡалыу интенсивлығын түбәнәйтеүгә, машина һәм тракторҙарҙың йөрөү системалары тәьҫиренән тупраҡтың артыҡ тығыҙланыуын кәметеүгә һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреүгә булышлыҡ...

ТУПРАҠТЫ КУЛЬТУРАЛАШТЫРЫУ

ТУПРАҠТЫ КУЛЬТУРАЛАШТЫРЫУ, тупраҡтың насар агрономик үҙенсәлектәрен яҡшыртыу. Т.к. тупраҡтың уңдырышлылығын күтәреүҙең төрлө ысулдарын үҙ эсенә ала. Тупраҡты серетмә һәм биол. азот м‑н байыҡтырыу органик ашламалар индереү, сәсеү әйләнешенә ҡуҙаҡлы культуралар өҫтәү, ҡуҙаҡлыларҙы йәшел ашлама итеп үҫтереү,...

ТУПРАҠТЫ КӘҪЕН ӘЙЛӘНДЕРМӘЙ ЭШКӘРТЕҮ

ТУПРАҠТЫ КӘҪЕН ӘЙЛӘНДЕРМӘЙ ЭШКӘРТЕҮ, тупраҡты ҡатламын әйләндермәй йомшартыу. Тупраҡ өҫтөндә ҡамылдың (70—80%‑ҡа тиклем) һ.б. үҫемлек ҡалдыҡтарының һаҡланыуын тәьмин итә. Ел эрозияһына ҡаршы, баҫыуҙарҙа ҡарҙы (ҡара: Ҡар тотоу) һәм ҡар һыуын тотоу өсөн һөҙөмтәле. Т.к.ә.э. технологияһы тупраҡты 3—4 йылға...

ТУПРАҠТЫ БОНИТИРОВКАЛАУ

ТУПРАҠТЫ БОНИТИРОВКАЛАУ, тупраҡ сифатын төп а.х. культураларының күп йыллыҡ уңыш биреү күрһәткестәрен сағыштырып баһалау. Ергә иҡт. баһа биреүҙә, ер кадастрын алып барыуҙа, мелиорация үткәреүҙә, игенселек системаһын камиллаштырыуҙа һ.б. осраҡтарҙа ҡулланыла. Т.б. тупраҡтың механик составы, серетмә һәм...

ТУПРАҠТЫ АГРОПРОИЗВОДСТВО ЙӘҺӘТЕНӘН ТӨРКӨМЛӘҮ

ТУПРАҠТЫ АГРОПРОИЗВОДСТВО ЙӘҺӘТЕНӘН ТӨРКӨМЛӘҮ, тупраҡ типтарын, ярым типтарын, төрҙәрен һәм төрлөлөгөн экологик формалашыу шарттары, уңдырышлылыҡ кимәле, агротехник һәм мелиорация саралары, файҙаланыу йәки һаҡлау төрҙәре б‑са төркөмдәргә берләштереү. Ауыл хужалығы ерҙәре структураһын оптимизациялау...

ТУПРАҠҠА ЭЗБИЗ ИНДЕРЕҮ

ТУПРАҠҠА ЭЗБИЗ ИНДЕРЕҮ, күп а.х. культуралары өсөн зарарлы булған артыҡ әселекте бөтөрөү өсөн тупраҡҡа эзбизле ашламалар индереү; әсе тупраҡҡа химик мелиорация үткәреү ысулы. Тупраҡтың һеңдереү комплексында водород һәм алюмин иондарын кальций һәм магний иондары м‑н алмаштырыуға нигеҙләнгән, һөҙөмтәлә...

ТУПРАҠҠА ГИПС ИНДЕРЕҮ

ТУПРАҠҠА ГИПС ИНДЕРЕҮ, күп а.х. культуралары өсөн зарарлы булған артыҡ һелтелелекте бөтөрөү өсөн тупраҡҡа гипс, фосфогипс индереү; тоҙло тупраҡтарға химик мелиорация үткәреү ысулы. Тупраҡтың һеңдереү комплексында натрий иондарын кальций иондары м‑н алмаштырыуға нигеҙләнгән, һөҙөмтәлә тупраҡтың агрофизик...

ТУПРАҠ ЭРОЗИЯҺЫ

ТУПРАҠ ЭРОЗИЯҺЫ, тупраҡтың ҡар һәм ямғыр һыуҙарынан (һыу эрозияһы), елдән (ел эрозияһы, йәки дефляция) ашалып тарҡалыуы, ҡуҙғатылып күсерелеүе. Һыуҙан булған Т.э. битләүҙәрҙә барлыҡҡа килә, яҫы (өҫкө) һәм һыҙыҡлы (йыуынты, йырынлы) төрҙәре айырыла. Елдән булған Т.э. төрлө типтағы рельефта үҫешә, тупраҡтың...

ТУПРАҠ ҒИЛЕМЕ

ТУПРАҠ ҒИЛЕМЕ, тупраҡтың барлыҡҡа килеүе (генезисы), үҫеше, төҙөлөшө, составы, үҙенсәлектәре, геогр. таралыу законлыҡтары, уңдырышлылығының формалашыуы һәм уны рациональ файҙаланыу т‑дағы фән. Геоботаника, география, геология, геоморфология, зоология, климатология, математика, микробиология, физика,...

ТУПРАҠ

ТУПРАҠ, е р, генетик яҡтан бәйле горизонттарҙан торған һәм тере организмдар, һыу, һауа, т‑ра тәьҫире аҫтында өҫкө литосфера ҡатламдарының үҙгәреүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән тәбиғи органоген‑минераль ҡатлам; уңдырышлылыҡҡа эйә. Т. барлыҡҡа килеү факторҙарының (инә тоҡом, климат, үҫемлектәр һәм хайуандар...

ТУҢЛЫҠ ТУПРАҒЫ

ТУҢЛЫҠ ТУПРАҒЫ, т о р ф л ы - с е р е м т ә л е  т а у ‑ у р м а н  т у п р а ғ ы, Өфө яйлаһында фрагментар рәүештә таралған. Тәүге тапҡыр гидрогеолог А.Г.Лыкошин тарафынан табыла (1952). Т.т. барлыҡҡа килеүе плейстоцендың дымлы һәм һалҡын климаты м‑н бәйле (2,5 млн йыл). Даими туңлыҡ һыу киҫелеше кимәленән...

ТУҠТАРОВ Варис Рәфҡәт улы

ТУҠТАРОВ Варис Рәфҡәт улы (9.6. 1959, БАССР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Ҡарағош а.), зооинженер. Биол. ф. д‑ры (2001), проф. (2002). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2015). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1986) шунда уҡ эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре умартасылыҡҡа, бал ҡорто ауырыуҙарына, экологияға арналған. Т. тарафынан...

ТУЙМАЗЫ ҠОШСОЛОҠ ФАБРИКАҺЫ

ТУЙМАЗЫ ҠОШСОЛОҠ ФАБРИКАҺЫ, ААЙ, “Урал‑Волга буйы агросәнәғәт төркөмө” ЯСЙ составына инә. Туймазы р‑ны Дуҫлыҡ а. урынлашҡан. Т.ҡ.ф. составына төп етештереү цехтары: сәнәғәт көтөүе, себеш үҫтереү, ҡош салыу, йомортҡаны сорттарға айырыу, йомортҡа онтағы киптереү; ярҙамсы цехтар: ремонт-механика, ремонт‑төҙөлөш,...

ТУГАЙ

ТУГАЙ, судан үләне сорты. 1978 й. Ә.Н.Биктимеров (БНИИСХ) тарафынан Бродская 2, Казанская, Камышенская скороспелая, Лунинская, Пензенская ранняя сорттарынан алынған үҙенән‑үҙе һеркәләнеүсе линияларҙы ҡатмарлы гибридлаштырыу ысулы м‑н сығарыла. Һабағы төҙ, бейеклеге 180—200 см, 5—7 быуын араһы бар, йығылмай....

ТРИТИКАЛЕ

ТРИТИКАЛЕ (Triticale), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты; бойҙай м‑н арыш гибриды. Ҡырағай рәүештә осрамай. Бер йыллыҡ үҫемлек. Һабағы — 3—6 быуын араһы булған цилиндр формаһындағы һалам, бейеклеге 80—180 см. Япрағы сиратлы, ултырма. Сәскәлеге — ҡатмарлы башаҡ. Емеше — яланғас бөртөксә, июль...

ТОРОН

ТОРОН, үҫемлектәрҙең торон бәшмәктәре тыуҙырған инфекцион ауырыуы. Иң ҙур зыянды иген культураларына килтерә. Емшәндәрен, башаҡтарын, һеперткеләрен, сәкәндәрен, һабаҡтарын, япраҡтарын зарарлай, улар споралы ҡара массаға әүерелә. Башҡортостанда бойҙайҙың, арпаның, һолоноң саң һәм ҡаты Т.; арыштың һабаҡ...

ТОПИНАМБУР

ТОПИНАМБУР, е р  г р у ш а һ ы (Helianthus tuberosus), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек. Тыуған ере — Төньяҡ Америка, унда Т. культураға индерелә. Төньяҡ Америкала, Белоруссияла, Францияла, Рәсәйҙең бер нисә төбәгендә, ш. иҫ. Башҡортостанда үҫтерелә. Ер аҫты үренделәрендә (столондарында) аҡ,...

ТОМАТ

ТОМАТ, п о м и д о р (Lycopersicon), эт ҡарағаты һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бер йәки күп йыллыҡ үлән һәм ярым ҡыуаҡ заты. 3 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 7) төрө билдәле: перу Т., төклө Т., ябай йәки ысын Т. Ҡырағай рәүештә Көньяҡ Америкала, Канар утрауҙарында осрай. Ябай Т. бер йыллыҡ йәшелсә культураһы...

ТОЛСТОЛОБИКТАР

ТОЛСТОЛОБИКТАР (Hypophthalmichthynae), карп һымаҡтар отрядының карптар ғаиләһенә ҡараған балыҡтарҙың 2 заты. Сөсө һыуҙа өйөр булып йәшәүсе балыҡтар, Көнсығыш Азия йылғаларында Амур й. алып Ҡытайҙың көньяғына тиклем таралған. Кәүҙә оҙонлоғо — 100 см тиклем, ауырлығы — 40 кг тиклем. Кәүҙәһе орсоҡ һымаҡ,...