Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СУКОВАТОВ Николай Иванович

СУКОВАТОВ Николай Иванович (20.6.1921, Томск губ. Осиновка а. — 24.5.1992, Өфө), Советтар Союзы Геройы (1943). Подполковник. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Боровичи хәрби уч‑щеһын тамамлаған (1956). Менделеево т. юл ст. (Пермь өлк.) эшләгән. 1940 й. алып Совет Армияһында. 1941 й. нояб. башлап Үҙәк, 1‑се...

СУҠБАЕВ Сәләхетдин Хөсәйен улы

СУҠБАЕВ Сәләхетдин Хөсәйен улы (10.6.1935, БАССР‑ҙың Өфө районы Нөрлө а. — 17.2.2021, Өфө ҡ., тыуған яғында ерләнгән), журналист. БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1974), ТВ һәм радио отличнигы (1984). Журналистар союзы ағзаһы (1964). БДУ‑ны тамамлаған (1960). 1962 й. алып “Башҡортостан” ДТРК‑ның...

СУҠМАРБАШ, күк сәскә

СУҠМАРБАШ, к ү к с ә с к ә (Centaurea), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 550‑нән ашыу төрө билдәле, Евразияла, Америкала, Африкала, Австралияла таралған. Башҡортостанда 12 төрө үҫә: болон С., ҡытыршы С., рус С., тарҙаҡай С., тартәңкә С. һәм башҡалар. Бер, ике йәки күп йыллыҡ үлән. Һабағы...

СУҠМЫЙЫҠ МЕЛИТТУРГА

СУҠМЫЙЫҠ МЕЛИТТУРГА (Melitturga clavicornis), яры ҡанатлылар отрядының андренидалар ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Евразияның уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә (Көньяҡ Европанан алып Монголияға тиклем) таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 1,3—1,5 см, ҡара төҫтә, ҡыҫҡа һорғолт‑һары төҫтәге төктәр менән ҡапланған. Башы...

СУҠРАҠЛЫ ҠАЛАСЫҒЫ

СУҠРАҠЛЫ ҠАЛАСЫҒЫ, 8 б. 2‑се ярт. — 9 б. археологик ҡомартҡыһы. Шишмә р‑ны Суҡраҡлы а. көнсығышҡа ҡарай 1,5 км алыҫлыҡта Дим й. уң ярында урынлашҡан. 1973 й. С.М.Васюткин, В.С.Горбунов тарафынан асыла һәм өйрәнелә. Ҡаласыҡ 2 ур м‑н һаҡланған. Керамика муйындары соҡорло биҙәк, ҡыя һыҙыҡтар, тамсы рәүешендәге...

СУҠРАҠЛЫ, Шишмә р‑нындағы ауыл

СУҠРАҠЛЫ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Дурасов а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 31 км һәм Шөңгәккүл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 7 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 271 кеше; 1959 — 233; 1989 — 150; 2002 — 129; 2010 — 130 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡырҡ-Өйлө- Мең улусы...

СУҠТУРҒАЙ

СУҠТУРҒАЙ (Bombycilla garrulus), турғай һымаҡтар отрядының суҡтурғайҙар ғаиләһенәҡараған ҡош. Евразияның төньяғында һәм Төньяҡ Америкала таралған. Күсәр ҡош, күптәре Башҡортостанда ҡышлай. Кәүҙә оҙонлоғо 19—23 см, ауырлығы 40— 83 г (инә заттар вағыраҡһәм асығыраҡ төҫтә), ҡанатыныңҡоласы 30— 38 см. Ҡауырһын...

СУЛПАН, Әлшәй р‑нындағы ауыл

СУЛПАН, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Ҡыҙыл а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. К.‑Көнс. табан 54 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 112 кеше; 1959 — 270; 1989 — 152; 2002 — 144 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй. Халҡы “Красный клин” ЯСЙ‑нда эшләй. Клуб бар. Ауылға 20 б. 30‑сы йй. Таһир с‑зы...

СУЛПАН, Әлшәй р‑нындағы ауыл

СУЛПАН, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Ҡыҙыл а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. К.‑Көнс. табан 54 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 112 кеше; 1959 — 270; 1989 — 152; 2002 — 144; 2010 — 117 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Ауылға 20 б. 30‑сы йй. Таһир с‑зы ойошторолған ваҡытта С‑здың...

СУЛПАН, планета

СУЛПАН, З ө һ р ә, Ҡояш системаһының Ҡояштан алыҫлығы б‑са икенсе урында торған һәм Ергә иң яҡын планетаһы. Ҡояштан уртаса алыҫлығы 107,5 млн км (0,72 а.б.). Сидерик әйләнеү периоды 224,7 тәүлек. Күсәре тирәләй әйләнеү периоды 243 тәүлек. С. әйләнеү күсәренең орбита буйлап хәрәкәте яҫылығына ауышлығы...

СУЛПЫ, традицион биҙәүесе

СУЛПЫ, ҡатын‑ҡыҙҙың ике яҡтан төшөп торған суҡ рәүешендәге традицион биҙәүесе. Башҡорттарҙа С. көмөштән, һирәгерәк баҡырҙан йә башҡа металдан эшләнгән. Түңәрәк, ромб йә өсмөйөш формаһындағы бер нисә пластинанан, Башҡортостандың төньяҡ һәм көнбайыш райондарында филигранлы медальондарҙан (улар дүңгәләк...

СУЛТАНМАГОМЕДОВ Султанмагомед Магомедтагирович

СУЛТАНМАГОМЕДОВ Султанмагомед Магомедтагирович (11.4.1965, Дағстан АССР‑ы Уриб а.), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (2004). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2015). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1991) шунда уҡ эшләй: 2004 й. алып үткәргес торба транспорты ф‑ты деканы, бер үк ваҡытта 2013 й....

СУЛЫМ‑ТӨРКИ ТЕЛЕ

 СУЛЫМ‑ТӨРКИ ТЕЛЕ, с у л ы м т е л е, төрки телдәрҙең береһе (уйғыр төркөмө). Сулымдарҙың милли теле. Томск өлк. Асин, Зырян, Тегульдет р‑ндарында, Красноярск крайының Тюхтет р‑нында таралған. Һөйләшеүселәр һаны — 300‑гә яҡын кеше (2002). Хаҡас теленә яҡын. Хәҙ. С.‑т.т. көндәлек аралашыу теле булып...

СУЛЬФОКИСЛОТАЛАР

СУЛЬФОКИСЛОТАЛАР, с у л ь ф о н к и с л о т а л а р ы, RSO3H дөйөм формулалы берләшмәләр (R — алкил, арил, гетероцикллы радикал). Тәбиғәттә һирәк осрай, алифатик таурин, цистеин к‑таһы (хайуандар организмында матдәләр алмашыныу метаболиттары) һәм ароматик аэругинозин В айырып алынған. Радикалдың тибына,...

СУЛЬФОКСИДТАР

СУЛЬФОКСИДТАР, дөйөм формулаһы RR¼"SO булған (R,R’ — алкил, аралкил, арил һ.б. радикалдар) органик берләшмәләр. Тәбиғәттә һарымһаҡта (аллиин), редис орлоҡтарында (сульфофарен), әүернә һымаҡтар үҫемлектәре ғаиләһендә (изотиоцианаттар) табылған. Төҫһөҙ, аҙ осоусан шыйыҡ, кристаллик матдәләр; органик эреткестәрҙә...

СУЛЬФОНДАР

СУЛЬФОНДАР, RR’SO2 дөйөм формулалы (R һәм R’ — алкил‑, алкенил‑, алкинил‑, арил‑радикалдар) көкөрторганик берләшмәләре. Шулай уҡ икеләтә һәм өсләтә сульфондар билдәле. Тәбиғәттә һирәк осрай; ҡайһы бер хайуандарҙың ҡанында һәм бөйөр өҫтө биҙҙәрендә диметилсульфон табылған. С. — төҫһөҙ, башлыса кристаллик...

СУМАРА, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл

СУМАРА, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Кәлтәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 38 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 90 км алыҫлыҡта Тере Танып й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 29 кеше; 1939 — 1079; 1959 — 1066; 1989 — 254; 2002 — 195; 2010 — 148 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер- акушерлыҡ...

СУМАРОКОВТАР

СУМАРОКОВТАР, С у м о р о к о в т а р, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Андрей Фёдорович һәм Иван Фёдорович С., Ҡазандан Өфөгә күсерелгәндәр һәм Өфө й. буйында 250 сирек ер күләмендә поместье оклады тәғәйенләп, 1628 й. түләүле хәрби хеҙмәткә (поместье һәм аҡсалата эш хаҡына) алынғандар....

СУМҒАН МӘМЕРЙӘҺЕ

СУМҒАН МӘМЕРЙӘҺЕ, Ҡ о т о ҡ - С у м ғ а н, БР‑ҙың иң оҙон мәмерйәһе. Ҡотоҡ төбәгендә урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, визе ярусы эзбизташтарында барлыҡҡа килгән. Көньяҡ‑көнбайыш һәм көньяҡ‑көнсығыш йүнәлешле горизонталь‑ауыш галереяларҙың, коридорҙарҙың һәм юлдарҙың 3 яруслы системаһынан тора. Оҙонлоғо...

СУПАЙ, Шаран р‑нындағы ауыл

СУПАЙ, Шаран р‑нындағы ауыл, Аҡбарыҫ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 6 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 38 км алыҫлыҡта Шалтыҡ й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 629 кеше; 1920 — 800; 1939 — 534; 1959 — 391; 1989 — 169; 2002 — 201; 2010 — 176 кеше. Мариҙар йәшәй (2002)....