Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЙЫЙЫЛМА ТИМЕР-БЕТОН ҺӘМ БЕТОН КОНСТРУКЦИЯЛАР ҺӘМ ИЗДЕЛИЕЛАР СӘНӘҒӘТЕ

ЙЫЙЫЛМА ТИМЕР‑БЕТОН ҺӘМ БЕТОН КОНСТРУКЦИЯЛАР ҺӘМ ИЗДЕЛИЕЛАР СӘНӘҒӘТЕ, төҙөлөш материалдары сәнәғәте тармағы. Бетон һәм тимер‑бетондан йыйылма конструкциялар һәм изделиелар (төҙөлөш урҙалары, свайҙар, бағаналар, тоташтырғыстар, баҫмалар, баҫҡыс марштары һәм майҙансыҡтары, ҡойо өлөштәре, торба быуындары,...

ЙЫЙЫЛМА УРАЛ ОТРЯДЫ ПОХОДЫ

ЙЫЙЫЛМА УРАЛ ОТРЯДЫ ПОХОДЫ, 1918 й. 18 июленән 12 сент. тиклем ҡыҙылдар ғәскәренең Ырымбур губернаһы һәм Өфө губернаһы терр‑яһы аша ҡамауҙан сығыуы. Йыйылма Урал отряды составына Урал (ком. В.К.Блюхер), Көньяҡ (Н.Д.Каширин), Белорет (Н.Баранов), Верхнеурал (Ф.Г.Пичугин) һәм Троицк (Н.Д.Томин) отрядтары...

ЙЫЙЫН

  ЙЫЙЫН, 1) башҡорттарҙың халыҡ йыйылышы; ҡәбилә йәки ырыуҙың үҙидаралыҡ органы. Дөйөм халыҡ (барлыҡ ҡәбилә һәм ырыу, даруға һәм улус вәкилдәре саҡырылған) һәм урындағы (бер ҡәбилә йәки ырыуға ҡараған бөтә өлкән йәштәге ир‑ат йыйылған) Й. булған. Й. ҡарамағына һуғыш һәм солох мәсьәләләре, йола хоҡуғы,...

ЙЫЙЫРСЫҠЛЫ ПАРМЕЛИЯ

ЙЫЙЫРСЫҠЛЫ ПАРМЕЛИЯ (Parmelia ryssolea), пармелия һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған лишайник төрө. Талломы тармаҡлы, субстратҡа беркетелмәгән, ел ярҙамында тәгәрәп йөрөй. Өлөшсәләре тармаҡлы, мөйөш- цилиндр формаһында, урыны м‑н ялпаҡ, киңәйгән‑тупаҡланған остары бар. Талломының өҫкө һәм аҫҡы яғы көрәнһыу,...

ЙЫЛА

  ЙЫЛА, ҡарама (Ulmus), йыла һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 35‑тән ашыу төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса, һирәгерәк тропик бүлкәтендә таралған. Й. төрҙәре ялан ҡарамаһы, ҡарама, ҡарағас исемдәре м‑н билдәле. Башҡортостанда шыма ҡарама һәм йыла үҫә. Япраҡ ҡойоусы, күләгәгә сыҙамлы ағас,...

ЙЫЛАЙЫР ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ

ЙЫЛАЙЫР ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ “Венер”, 2002 й. төҙөлгән. 2002 й. 2 июлендә Германияла авиакатастрофала һәләк булған Венер Вәлиев исеме м‑н аталған. Й.й.м. уның ата‑әсәһе, айырым кешеләр, а.х. һәм сәнәғәт пр‑тиелары ярҙамы м‑н төҙөлә. Диниә назараты ҡарамағында тора. 2003 й. алып эшләй. Мәсет [15х8х18 м (манараһы...

ЙЫЛАЙЫР КАНТОНЫ

ЙЫЛАЙЫР КАНТОНЫ, 1922 й. 5 окт. Бөрйән‑Түңгәүер кантонының — 14, Ҡыпсаҡ‑Ете ырыу кантонының — 16, Үҫәргән кантонының 18 улусы нигеҙендә БАССР составында ойошторола. Төньяҡ‑көнбайышта Стәрлетамаҡ кантоны, төньяҡ-көнсығышта — Тамъян‑Ҡатай кантоны, көнсығышта — Силәбе губернаһы, көньяҡ‑көнсығышта, көньяҡта...

ЙЫЛАЙЫР ҠӘЛҒӘҺЕ

ЙЫЛАЙЫР ҠӘЛҒӘҺЕ, Йылайыр, 1755 й. Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Ялан Йылайыры й. уң ярында нығытмалы хәрби торама булараҡ нигеҙ һалына. Исеме йылғанан алынған. 1773 й. гарнизон составында 70‑кә яҡын һалдат иҫәпләнә. Й.ҡ. аша Ырымбур—Екатеринбург тракты үткән. Крәҫтиәндәр...

ЙЫЛАЙЫР ПЕДАГОГИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ

ЙЫЛАЙЫР ПЕДАГОГИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ, 1930 й. Йылайыр кантонының пед. курстары нигеҙендә пед. техникумы булараҡ асыла, 1936 й. башлап Й.п.у. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп (1947—52) уҡыу бүлектәрендә башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәре б‑са алып барыла. Училищела тиҙләтелгән пед. курстары эшләгән. Йыл һайын...

ЙЫЛАЙЫР РАЙОНЫ

ЙЫЛАЙЫР РАЙОНЫ, БР‑ҙың көньяғында урынлашҡан. Төньяҡта — Бөрйән, көнсығышта — Баймаҡ, көньяҡ‑көнсығышта һәм көньяҡта — Хәйбулла, көньяҡ‑көнбайышта — Ейәнсура, көнбайышта Күгәрсен р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола, район составына Йылайыр кантоны улустары инә (ҡара: Административ район)....

ЙЫЛАЙЫР СВИТАҺЫ

ЙЫЛАЙЫР СВИТАҺЫ, өҫкө девондың стратиграфик бүлексәһе. Л.С.Либрович айырып күрһәтә (1932). Ултырмаларҙың тасуирламаһын Д.Г.Ожиганов (1933), И.В.Хворова (1939), Б.М.Келлер (1949), Е.В.Чибрикова (1977, 1997) һ.б. бирә. Б.М.Келлер был ултырмаларҙы яуымбай, әстәш, әүәшле, ямашлы, мәзит свиталарынан торған...

ЙЫЛАЙЫР СИНКЛИНОРИЙЫ

ЙЫЛАЙЫР СИНКЛИНОРИЙЫ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының эре синморф тектоник структураһы. Субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Төньяҡ‑көнбайышта Башҡорт мегантиклинорийы, көнсығышта Уралтау зонаһы менән сиктәш, көньяҡ‑көнбайышта Урал алды бөгөлөнә асыла. Оҙонлоғо 300 км, киңлеге 50 км тиклем. Арҡыры киҫелешендә...

ЙЫЛАЙЫР УРТА МӘКТӘБЕ

ЙЫЛАЙЫР УРТА МӘКТӘБЕ, Йылайыр р‑ны. 1880 й. сиркәү‑мәхәллә мәктәбе булараҡ асыла, 1913 й. алып юғары башланғыс уч‑ще, 1918 й. — 1‑се баҫҡыс мәктәп, 1928 й. — урта мәктәп, 1966 й. — Н.Р.Ириков ис. Й.у.м. 4 уҡыу оҫтаханаһы, а.х. машиналары, мәктәп музейы бар. Урта мәктәпте 4 меңдән ашыу кеше тамамлаған...

ЙЫЛАЙЫР ЯЙЛАҺЫ

ЙЫЛАЙЫР ЯЙЛАҺЫ, Көньяҡ Урал яйлаһы, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көньяғында, төньяҡта Ағиҙел й. киңлек ағымы, көньяҡта Гөбөрлө тауҙары, көнбайышта Оло Эйек й. үҙәне, көнсығышта Һаҡмар й. тиклемге арала урынлашҡан. Бейеклеге диңгеҙ кимәленән 300‑ҙән 600 м тиклем. Көнсығыш өлөшөндә рельефы тигеҙ, көнбайышында...

ЙЫЛАЙЫР, ауыл, Йылайыр р‑нының үҙәге

ЙЫЛАЙЫР, ауыл, Йылайыр р‑нының һәм Йылайыр а/с үҙәге (1930— 63 йй. һәм 1965 й. алып). Өфөнән К.-Көнс. 410 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 120 км алыҫлыҡта Йылайыр й. буйында, Магнитогорск—Ира, Йылайыр—Ҡананикольский—Иҫке Собханғол автомобиль юлдарында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1900 й. — 2,7;...

ЙЫЛАЙЫР, йылға

ЙЫЛАЙЫР, Урман Йылайыры, йылға, Һаҡмар й. уң ҡушылдығы. Йылайыр р‑ны Ҡыҙыл Ҡушыҡ утарынан төньяҡ‑көнсығышҡа табан 4 км алыҫлыҡта Уралтау һыртының көньяҡ битләүендә башлана. Йылайыр, Хәйбулла р‑ндары буйлап төньяҡтан көньяҡҡа табан аға. Һаҡмар й. (тамағынан 472 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 158 км, басс....

ЙЫЛАЙЫР, кратер

ЙЫЛАЙЫР, Марс өҫтөндәге кратер. Диам. 48 км. Планетаның көньяҡ ярымшарында урынлашҡан; координаттары: көньяҡ киңлектең 32,1° һәм көнбайыш оҙонлоҡтоң 33,0°. 1979 й. “Маринер-9” йыһан аппаратынан (АҠШ) фото төшөрөү ваҡытында асыла. Халыҡ-ара астрономия союзы тарафынан БАССР‑ҙың Йылайыр р‑ны Йылайыр а....

ЙЫЛАН

ЙЫЛАН, башҡ. ҡәбиләһе. Ырыу составы: иҙел‑Й., ҡыр‑Й., эске‑Й. Тамғалары — . Этник яҡтан Алтайҙың төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. Й. формалашыуына уларҙың ҡыпсаҡтар мөхитендә йәшәүе йоғонто яһай. 13—14 бб. йыландар Баҙы й. үҙәндәренә, Ағиҙел һәм Тере Танып йй. — түбәнге, Ыҡ (Кама й. ҡушылдығы) һәм Сөн йй....

ЙЫЛАН АБАҒАҺЫ

ЙЫЛАН АБАҒАҺЫ (Ophioglossum), йылан абағаһы һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 45 төрө билдәле, ике ярымшарҙа ла таралған. Башҡортостанда ябай Й.а. үҫә. Күп йыллыҡ үлән, бейеклеге 5—35 см. Тамырһабағы ҡыҫҡа, һутлы, оҙон итләс тамырлы. Япраҡтың (1—2) вегетатив (стериль) өлөшө бөтөн ситле, тупаҡ,...

ЙЫЛАН КӨПШӘҺЕ

ЙЫЛАН КӨПШӘҺЕ (Echium), күгәрсен күҙе һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, башлыса Урта диңгеҙ буйында, Атлантика утрауҙарында, Көньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда ябай Й.к. үҫә. Ике йыллыҡ ҡаты төклө үлән. Һабағы төҙ, ныҡ, ябай йәки тармаҡлы, бейеклеге 30— 100 см. Япрағы...