Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠУРҒАШЛЫ, Бөрйән р‑нындағы ауыл

ҠУРҒАШЛЫ, Бөрйән р‑нындағы ауыл, Байназар а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 26 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 120 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 136 кеше; 1989 — 316; 2002 — 341; 2010 — 307 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп‑балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ...

ҠУРҒАШЛЫ, Ғафури р‑нындағы ауыл

ҠУРҒАШЛЫ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Ташбүкән а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. табан 16 км һәм Аҡкүл т. юл ст. 46 км алыҫлыҡта Ҡурғашлы й. (Егән й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 30 кеше; 1959 — 118; 1989 — 503; 2002 — 429; 2010 — 280 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, клуб, китапхана,...

ҠУРМАС

ҠУРМАС, башҡорт аш-һыуының традицион аҙығы. Бүрәт, ҡаҙаҡ, монгол, сыуаш, татар, үзбәк һ.б. халыҡтарҙың аш-һыуында осрай. Башҡорттар Ҡ. бойҙайҙан, арпанан, һирәкләп арыштан, борсаҡтан һ.б. яһай. Бөтөн орлоҡтарҙы майланған ҡаҙанда ҡуралар йәки ҡыҙҙыралар. Ҡоро килеш ашайҙар, һаҡлыҡҡа әҙерләйҙәр. Иҙелгән...

ҠУРПЫСЫҠ

ҠУРПЫСЫҠ (Scolopax rusticola), сәпсәү һымаҡтар отрядының һаралйындар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙәһе тығыҙ, йомро, оҙонлоғо яҡынса 35 см, ауырлығы 270—305 г. Ҡауырһын ҡапламы өҫ яҡтан ерәнһыу көрән, ҡара, көрән, һоро таплы, аҫ яҡтан һорғолт охра төҫөндә, көрән арҡыры тулҡынлы....

ҠУРСАЕВ Хәмзә Ибраһим улы

ҠУРСАЕВ Хәмзә Ибраһим улы [15.6.1929, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Юлыҡ а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 14.4.2009, Сибай ҡ.], актёр. РСФСР‑ҙың атҡ. (1986), БАССР‑ҙың халыҡ (1979) һәм атҡ. (1969) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1954). Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлаған (1966; И.Х. Йомағолов курсы). 1944—2004...

ҠУРСАҠ ТЕАТРЫ

  ҠУРСАҠ ТЕАТРЫ. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры 1932 й. Өфөлә ойошторола. Театр составына урыҫ (1932 й. алып) һәм башҡ. (1933 й. алып) труппалары инә. Ойоштороусыһы һәм беренсе художество етәксеһе — М.Н. Елгаштина (1932—55). Тәүҙә труппала А.Г.Давидсон (1‑се дир., ир‑егет ролдәрен башҡарыусы), Елгаштина,...

ҠУРСАУИ Ғәбденнасир

ҠУРСАУИ Ғәбденнасир (яҡынса 1771—76 йй., Ҡазан губ. Ҡурса а. — 1812 й. сент., Истанбул), мосолман дин белгесе. Вятка губ. Маскара а. һәм Бохара ҡ. мәҙрәсәләрҙәуҡый. Тыуған ауылындағы мәсеттә имам-хатип һәм мөҙәрис булып хеҙмәт итә. 1807—08 йй. Бохарала мосолман руханиҙары һәм ғалимдары м‑н дини тәғлимәт...

ҠУРСАУЛЫҠ

ҠУРСАУЛЫҠ, махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре категорияһы, уның эсендәге тәбиғәт комплекстары һәм объекттар хужалыҡ ҡулланылышынан тулыһынса сығарыла. Тәбиғәт төрлөлөгөн тәбиғи хәлендә, үҫемлек һәм хайуандарҙың генофондын, йәнһеҙ тәбиғәттең уникаль объекттарын һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән, ландшафт өлгөһө...

ҠУРТАШТАУ

ҠУРТАШТАУ, Уралтау һыртының тау түбәһе. Белорет ҡ. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 9 км алыҫлыҡта ята. Абс. бейеклеге 1019 км, оҙонлоғо 1,2 км, киңлеге 0,6 км. Көмбәҙгә оҡшаш формала. Битләүҙәре текә, түбәһендә ҡаялы тау ҡалдыҡтары бар. Һәүәнәк метаморфик комплексы кварциттарынан һәм кристалл һәүерташтарынан...

ҠУРТЫМ

ҠУРТЫМ, килешеү нигеҙендә хаҡ түләп мөлкәткә ваҡытлыса эйә булыу һәм уны файҙаланыу. Килешеү предметы — ер участкалары һ.б. айырым тәбиғәт объекттары, биналар, ҡоролмалар, пр‑тиелар, ҡорамалдар, транспорт саралары һ.б. күсемле һәм күсемһеҙ милек. Башҡортостанда Ҡ. үҙенсәлекле формаһы булып керҙәшлек...

ҠУРТЫМ

ҠУРТЫМ, килешеү нигеҙендә хаҡ түләп мөлкәткә ваҡытлыса эйә булыу һәм уны файҙаланыу. Килешеү предметы — ер участкалары һ.б. айырым тәбиғәт объекттары, биналар, ҡоролмалар, предприятиелар, ҡорамалдар, транспорт саралары һ.б. күсемле һәм күсемһеҙ милек.   Башҡортостанда Ҡ. үҙенсәлекле формаһы булып керҙәшлек...

ҠУРТЫМ ПРЕДПРИЯТИЕҺЫ

ҠУРТЫМ ПРЕДПРИЯТИЕҺЫ, дәүләт, муниц. пр‑тиелар йәки уларҙың структура берәмеге мөлкәтен ҡуртымға алыу нигеҙендә ойошторолған пр‑тие. Ҡ.п. статусы, ҡуртым килешеүенә ҡул ҡуйылғандан һуң, ҡуртымға алыусыларға пр‑тие мөлкәтен тапшырыу мәленән бирелә. Үҙенең уставына ярашлы, Ҡ.п. идара итеү формаһын,  хеҙм‑рҙәрҙе...

ҠУҪА ЗАВОДЫ

ҠУҪА ЗАВОДЫ, 1789 й. Себер даруғаһы Әйле һәм Сырҙы улустары башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә Ҡуҫа й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында Л.И.Лугинин (ҡара: Лугининдар) суйын иретеү һәм тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һала. Хужалары: Лугининдар, 1798 й. алып Дәүләт ассигнация банкыһы, 1811 й. башлап...

ҠУТЫРБАШ

ҠУТЫРБАШ (Knautia), ҡарут һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, Европаның, Көнбайыш Азияның һәм Төньяҡ Африканың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә. Ике йәки күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, ябай, бейеклеге 30— 200 см. Япраҡтары ҡапма-ҡаршы, ҡауырһын һымаҡ...

ҠУШ ТОЯҠЛЫЛАР

ҠУШ ТОЯҠЛЫЛАР, айырытояҡлылар (Artiodactyla), имеҙеүселәр отряды. 8—9 ғаиләһе, яҡынса 180 төрө билдәле. БР‑ҙа 2 ярым отрядтан 4 төрө (көйшәмәүселәр — ҡабан, көйшәүселәр — ҡоралай, марал, мышы) бар. Кәүҙә оҙонлоғо 150 см алып (ҡоралай) 3 м тиклем (мышы), ауырлығы 60—400 кг (ата хайуандар эрерәк). Кәүҙәһе...

ҠУШАЕВ Хафиз Ҡушай улы

ҠУШАЕВ Хафиз Ҡушай улы [15.10. 1888, Ырымбур губ. Силәбе өйәҙе Сәләй а. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Көҙәш а.), хәҙ. Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны — 27.9.1937, Мәскәү], дәүләт эшмәкәре. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә уҡыған. 1909—17 йй. рус армияһында. 1919—21 йй. Арғаяш кантоны хәрби комиссары...

ҠУШАЕВА Рабиға Йәнғол ҡыҙы

ҠУШАЕВА Рабиға Йәнғол ҡыҙы [1901, Һамар губ. Хәсән а. (Һамар өлк. Оло Чернигов р‑ны) — 1937, Мәскәү өлк.], ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте эшмәкәре. 1916 й. алып Бөрйән а. мәктәбе (Һамар губ.) уҡытыусыһы. 1‑се Бөтә башҡ. ҡоролтайы (ҡара: Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары) делегаты. 1919 й. башлап РКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә...

ҠУШАЛЫҠЫУАҠ I

ҠУШАЛЫҠЫУАҠ I, тимер быуат археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 5 б. ҡарай. Сибай ҡ. көньяҡ-көнбайышҡа табан 12 км алыҫлыҡта, Ҡушалыҡыуаҡ шишмәһе (Төйәләҫ й. басс.) сығанағынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта Ирәндек һыртының көнсығыш итәгендә урынлашҡан. 2003 й. Ирәндек археология һәм этнография...

ҠУШЙЫЛҒА, Бишбүләк р‑нындағы ауыл

ҠУШЙЫЛҒА, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Ҡушйылға а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 41 км һәм Аксаков т. юл ст. Көнс. табан 25 км алыҫлыҡта Мәнәүез й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2007 кеше; 1920 — 2475; 1939 — 1487; 1959 — 1266; 1989 — 916; 2002 — 907; 2010 — 759 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Урта мәктәп,...

ҠУШКҮЛ НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ

ҠУШКҮЛ НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ, Ҡариҙел һәм Благовещен р‑ндары терр‑яһында урынлашҡан. Пермь- Башҡ. көмбәҙенең көньяҡ өлөшөнә тура килә. Изометрик формала (17×18 км). Ятыштары структуралы литология тибында. Урта һәм өҫкө девон ҡомташтары, ш. уҡ турней һәм фамен ярустары эзбизташтары нефтле. Ултырмалар ятышы...