Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МИНЕРАЛЬ ҺЫУ СЫҒАНАҠТАРЫ

МИНЕРАЛЬ ҺЫУ СЫҒАНАҠТАРЫ, минераль һыуҙарҙың тәбиғи инештәре. М.һ.с. минераль ләмдәрҙең барлыҡҡа килеүе м‑н бергә бара. Башҡортостандың Урал алдында М.һ.с. пермь, һирәгерәк карбондың карбонатлы һәм сульфатлы тоҡомдарына тура килә, составында сульфатлы кальций, сульфат‑хлорид, кальций‑натрий һәм хлоридлы...

МИНЕРАЛЬ ҺЫУ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ

МИНЕРАЛЬ ҺЫУ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ, гидравлик яҡтан бер‑береһенә бәйле булған ярыҡ‑юлаҡ системаларының һәм ҡатлам коллекторҙарының сикләнгән майҙанлы өлөштәре, уларҙың сиктәрендә гидрогеол. факторҙарҙың йоғонтоһо аҫтында минераль һыуҙарҙы курорттарҙа файҙаланыу һәм шешәләргә тултырыу сәнәғәте өсөн һайлап алыуға...

МИНЕРАЛЬ ҺЫУҘАР

МИНЕРАЛЬ ҺЫУҘАР, составында биол. актив минераль компоненттарҙың күп булыуы м‑н характерланған һәм махсус физик‑химик үҙенсәлектәре (химик состав, т‑ра, радиоактивлыҡ һ.б.) булған ер аҫты (ҡайһы берҙә ер өҫтө) һыуҙары. Сәнәғәт (350 г/л тиклем минераллашҡан тоҙло һыуҙар) һәм дауалау (эсәр һәм бальнеологик...

МИНЗӘЛӘ ӨЙӘҘЕ

МИНЗӘЛӘ ӨЙӘҘЕ, 1781 й. Өфө наместниклығы составында ойошторола. Өйәҙгә Өфө провинцияһының төньяҡ‑көнсығыш, Ҡазан провинцияһының ш. уҡ исемле губернаһының көнсығыш өлөштәре инә. 1796 й. алып Ырымбур губернаһы, 1865 й. — Өфө губернаһы составында. 18 б. аҙ. көнбайышта һәм төньяҡта — Вятка наместниклығы,...

МИНЗӘЛӘ, ҡала

МИНЗӘЛӘ, ҡала (1781 й. алып). 1645 й. байлар улусы башҡорттары ерҙәрендә Минзәлә й. (Ыҡ й. ҡушылдығы) һул ярында (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1584—86) ҡәлғә булараҡ нигеҙ һалына. Өфө өйәҙе, 17 б. уртаһынан Кама аръяғы һыҙығы (ҡара: Кама аръяғы сик һыҙығы) составында, 18 б. 1‑се сирегенән Өфө провинцияһының...

МИНИН Геннадий Дмитриевич

МИНИН Геннадий Дмитриевич (27.10.1940, Свердловск ҡ. — 30.9.2019, Өфө ҡ.), санитар табип. Медицина фәндәре докторы (1998). РФ‑тың (2003) һәм БАССР‑ҙың (1990) атҡаҙанған табибы, СССР‑ҙың (1986) һәм БР‑ҙың (2000) һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Рәсәй Дәүләт санитария‑эпидемиология хеҙмәтенең почётлы хеҙмәткәре...

МИНИСТРҘАР СОВЕТЫ

МИНИСТРҘАР СОВЕТЫ, 1946— 93 йй. Башҡортостан Респ. дәүләт власының юғары башҡарма һәм күрһәтмә биргән органы. БАССР МС‑ы “СССР Халыҡ Комиссарҙары Советын — СССР Министрҙар Советы, союздаш һәм автономиялы республикаларҙың Халыҡ Комиссарҙары Советтарын союздаш һәм автономиялы республикаларҙың Министрҙар...

МИНИСТРЛЫҠ МӘКТӘПТӘРЕ

МИНИСТРЛЫҠ МӘКТӘПТӘРЕ, м и н и с т р л ы ҡ у ч и л и щ е л а р ы, Рәсәйҙә Халыҡ мәғарифы министрлығының башланғыс уҡыу йорттары. 1869 й. алып “өлгөлө” 1 класлы (уҡыу 3 йыл булған) һәм 2 класлы (5 йыл) башланғыс министрлыҡ мәктәптәре булараҡ асылып, башланғыс мәктәптәрҙә уҡытыу- тәрбиә эшенең өлгөһөнә...

МИНЙӘР ЗАВОДЫ

МИНЙӘР ЗАВОДЫ, 1771 й. Себер даруғаһының Шайтан-Көҙәй улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Минйәр й. буйында И.Б.Твердышев һәм И.С.Мясников тарафынан тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: 1783 й. алып И.И.Бекетова (ҡара: Бекетовтар), 19 б. 20‑се йй. аҙ. — А.Д.Балашов, 1837 й....

МИНЙӘР СВИТАҺЫ

МИНЙӘР СВИТАҺЫ, өҫкө рифейҙың урындағы стратиграфик бүлексәһе. Минйәр ҡ. (Силәбе өлк.) янындағы Минйәр һәм Эҫем йй. үҙәнендә О.П.Горяинова айырып күрһәтә (1931). Ултырмалар Горяинова (1931), А.И.Олли (1948), В.И.Козлов (1982,__ 1986) һ.б. тарафынан тасуирлана. Свита ҡатламдары Башҡорт мегантиклинорийының...

МИНКИН Искәндәр Фәйзрахман улы

МИНКИН Искәндәр Фәйзрахман улы (23.11.1925, Кронштадт ҡ. — 29.8. 1998, Өфө), архитектор. БАССР-ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1975). Архитекторҙар союзы ағзаһы (1970 й. алып). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ленинград инженерлыҡ-төҙөлөш ин‑тын тамамлағандан һуң (1950) 1958 й. тиклем һәм 1960—77 йй. БашНИПИнефть архитекторы,...

МИНОМЁТ ПОЛКТАРЫ

МИНОМЁТ ПОЛКТАРЫ, 1942 й. февр.—июнендә СССР‑ҙың Оборона ХК бойороғо б‑са БАССР‑ҙың Бүздәк р‑нында 120—123‑сө айырым М.п. булараҡ ойошторола. Полк составына 2 дивизион ингән. Авг.—сент. М.п. Юғары баш командалығы резервында торған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 1943—44 йй. Ленинградты обороналауҙа (120‑се...

МИНОРАТ

МИНОРАТ (лат. minor — кесе), милектең өлөшләтә йәки тулыһынса вариҫтарҙың кесеһенә күсеү формаһы. М. сәйәси власты һәм вазифаны вариҫлыҡҡа алыу м‑н бәйле түгел. Йола хоҡуғы нормалары б‑са, башҡорттарҙа кинйә ул ата-әсәһен тәрбиәләргә, кейәүгә сыҡмаған апай-һеңлеләрен ҡарарға, уларҙы мәһәр м‑н тәьмин...

МИНСКЕР Карл Самойлович

МИНСКЕР Карл Самойлович (14.6. 1929, Киев — 23.5.2003, Өфө), химик. БР ФА акад. (1991), химия ф. д‑ры (1967), проф. (1969). РСФСР‑ҙың (1987) hәм БАССР‑ҙың (1977) атҡ. фән эшмәкәре, СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1973). Мәскәү нескә химия технологияhы ин‑тын тамамлағандан һуң (1952) Түб. Новгород өлк. Дзержинск...

МИНУАРЦИЯ

МИНУАРЦИЯ (Minuartia), ҡәнәфер һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 130 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың субарктик һәм уртаса бүлкәттәрендә, һирәгерәк субтропиктарҙың һәм тропиктарҙың тауҙарында таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Бер, күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары күп һанлы, тармаҡлы,...

МИНҺАЖЕВ Гайдар Ғиләж улы

МИНҺАЖЕВ Гайдар Ғиләж улы (2.6.1936, Ҡазан ҡ.), стоматолог, хирург. Медицина фәндәре докторы (1988), профессор (1990). РФ‑тың (1998) һәм БАССР‑ҙың (1987) атҡаҙанған табибы, СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). Ҡазан медицина институтын тамамлаған (1964). 1968 й. алып Республика клиник дауаханаһында, 1980 й. —...

МИНҺАЖЕВ Ғ. ИСЕМЕНДӘГЕ ҠЫЙҒЫ БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ТЕАТРЫ

МИНҺАЖЕВ Ғ. ИСЕМЕНДӘГЕ ҠЫЙҒЫ БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ТЕАТРЫ, Ҡ ы й ғ ы р а й о н м ә ҙ ә н и ә т й о р т о н о ң М и н һ а ж е в Ғ . и с е м е н д ә г е б а ш ҡ о р т х а л ы ҡ т е а т р ы. Ҡыйғы р‑ны Үрге Ҡыйғы а. урынлашҡан. 1934 й. колхоз‑совхоз театры булараҡ ойошторола, 1959 й. хәҙ. һәм “халыҡ” исемен йөрөтә,...

МИНҺАЖЕВ Ғималетдин Минһаж улы

МИНҺАЖЕВ Ғималетдин Минһаж улы [21.5.1889, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Иҙрис а. (БР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны) – 19.9.1955, Өфө], актёр. РСФСР‑ҙың халыҡ (1949) һәм атҡ. (1944), БАССР‑ҙың халыҡ (1935) артисы. 1918 й. алып Златоуст ҡ. һәүәҫкәр драма түңәрәктәрендә эшләй, 1920 й. Златоуст эшсе һәм һалдат депутаттарының...

МИНҺАЖЕТДИНОВ Марат Хәләф улы

МИНҺАЖЕТДИНОВ Марат Хәләф улы (18.5.1934, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Ҡобағош а. — 2.7.1972, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Байым а., тыуған яғында ерләнгән), әҙәбиәт белгесе, фольклорсы. Филол. ф. канд. (1964). М.М.Минһажетдинованың улы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1959) шунда уҡ эшләй (1965— 67 йй. филол. ф‑ты деканы...

МИНҺАЖЕТДИНОВА Лира Нәбиулла ҡыҙы

МИНҺАЖЕТДИНОВА Лира Нәбиулла ҡыҙы (23.8.1935, Ҡазан), терапевт, кардиолог. Мед. ф. д‑ры (1984), проф. (1984). РФ‑тың (1996) һәм БАССР‑ҙың (1990) атҡ. фән эшмәкәре, БР‑ҙың атҡ. табибы (1995), Рәсәйҙең почётлы кардиологы (2007). Тереғоловтар нәҫеленән. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1960) 1964 й. тиклем Респ....