Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КОММУНИСТИК ИНТЕРНАЦИОНАЛ БАШҠАРМА КОМИТЕТЫ

КОММУНИСТИК ИНТЕРНАЦИОНАЛ БАШҠАРМА КОМИТЕТЫ (КИБК), Коммунистик Интернационалдың (Коминтерн; 1919—43 йй. төрлө илдәрҙең коммунистик ойошмаларын берләштергән халыҡ-ара ойошма) конгрестар саҡырылмаған арала етәксе органы. 1941 й. окт. Коминтерн учреждениелары Мәскәүҙән Башҡортостанға эвакуациялана. Респ....

КОММЕРЦИЯ ҺӘМ ХОҠУҠ ИНСТИТУТЫ

КОММЕРЦИЯ ҺӘМ ХОҠУҠ ИНСТИТУТЫ, дәүләт ҡарамағында булмаған юғары уҡыу йорто. Өфөлә урынлашҡан. 1995 й. асыла. Ин‑т составына 5 каф., китапхана инә. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә бухгалтер анализы, иҫәбе һәм аудиты, ойошма менеджменты һөнәрҙәре б‑са алып барыла. Уҡытыусылар араһында...

КОММЕРЦИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ

КОММЕРЦИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ, урта дөйөм һәм проф. белем биреү уҡыу йорто. 1912 й. 25 авг. Коммерция уҡыу йорттары т‑да положениеға ярашлы (1896) Өфө үҙ-ара кредитлау йәмғиәте тарафынан Өфөлә асыла. Сауҙа һәм сәнәғәт министрлығы ҡарамағында була. Йәмәғәт һәм шәхси аҡса иҫәбенә тотола. Бөтә ҡатлам балалары ла...

КОММЕРЦИЯ БАНКЫҺЫ

КОММЕРЦИЯ БАНКЫҺЫ, коммерция нигеҙендә банк операцияларын һәм килешеүҙәрен башҡарыусы финанс-кредит учреждениеһы; банк системаһының түбәнге кимәле элементы (ҡара: Банкылар). К.б. пай һәм акциялар башланғысында ойошторола ала; устав капиталын төҙөү ысулы б‑са (дәүләт, сит ил капиталы ҡатнашлығында, берлектәге,...

КОМЛЕВ Пётр Александрович

КОМЛЕВ Пётр Александрович (4.6.1921, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Воскресенский а., хәҙ. БР‑ҙың Благовещен р‑ны Воскресенка а., — 20.2.1945, Латвия ССР‑ы), лётчик, өлкән лейт. (1944). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Энгельс хәрби авиация пилоттар мәктәбен тамамлаған (1942). 1940 й....

КОМИССАРОВ Гурий Иванович

КОМИССАРОВ (Иванов) Гурий Иванович (3.10.1883, Ҡазан губ. Ядринск өйәҙе Богатырёво а. — 25.2.1969, Киров өлк. Санчурск ҡсб), тыуған яҡты өйрәнеүсе. Дини тәғлимәт канд. (1913). Ҡазан дини акад. тамамлағандан һуң (1913) Өфө уҡыу йорттарында, 1926—41 йй. Ҡазанда, 1942—57 йй. Санчурскиҙа уҡыта. Сыуаштарҙың...

КОМИССАРОВ Владилен Дмитриевич

КОМИССАРОВ Владилен Дмитриевич (25.10.1937, Балахна ҡ. — 25.8. 2002, Өфө), химик. Химия ф. д‑ры (1990), проф. (1992). МДУ‑ны тамамлаған (1960). 1967 й. алып Органик химия ин‑тында эшләгән (1974 й. башлап лаб. мөдире), бер үк ваҡытта 1992 й. — БДУ‑ның физик химия һәм химик экология каф. мөдире. Фәнни...

КОМЕТАЛАР

КОМЕТАЛАР (гр. kometes — оҙон сәсле), Ҡояш системаһының ныҡ һуҙылған орбиталары буйлап хәрәкәт итеүсе күк есемдәре. Үҙәгендә төйөрө (ядро) булған аҙ ғына яҡтыртыусы томанлы объект күренешендә булалар. К. ядроһы — туңған һыуҙан, углеродлы газдан, метан һәм аммиактан, туҙан өлөшсәләренән һәм ташлы матдәләрҙән...

КОМЕДИЯ

КОМЕДИЯ (гр. komos — күңелле процессия һәм ode — йыр), драматургияның коллизиялар, ваҡиғалар һәм характерҙар комик формала характерланған, сатира һәм юмор м‑н һуғарылған төп жанрҙарының береһе (драма һәм трагедия м‑н берлектә). “Ғосмания” мәҙрәсәһе шәкерттәре тарафынан яҙылған һәм ҡуйылған “Ғизаләм”...

КОМАРОВ ТИМЕР МӘҒДӘНЕ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ ҺӘМ КӨНЬЯҠ УРАЛ ТАУ ЗАВОДТАРЫ АКЦИОНЕРҘАР ЙӘМҒИӘТЕ

КОМАРОВ ТИМЕР МӘҒДӘНЕ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ ҺӘМ КӨНЬЯҠ УРАЛ ТАУ ЗАВОДТАРЫ АКЦИОНЕРҘАР ЙӘМҒИӘТЕ, 1900 й. С.‑Петербургта Урал-Волга металлургия акционерҙар йәмғиәте ҡатнашлығында К.Д.Бенардаки (ҡара: Бенардакиҙар), П.Г.Дарси (идара рәйесе), Ф.Р.Ломбардо һ.б. тарафынан ойошторола. 1916 й. тиклем Урал-Волга металлургия...

КОМАРОВ Сергей Сергеевич

КОМАРОВ Сергей Сергеевич (27.7.1944, Чкалов ҡ.), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2000), проф. (2007). БР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (2002). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1966) ш. уҡ эшләй, 1972 й. алып бер үк ваҡытта ӨДАТУ эргәһендәге Махсуслаштырылған авиация ҡоролмалары КБ етәксеһе. 2008—09 йй. ӨДИСА‑ла:...

КОМАРОВ Владимир Леонидович

КОМАРОВ Владимир Леонидович (23.9.1930, Чита ҡ. — 2.9.1974, Өфө ҡ.), геолог‑геофизик. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1972). Ҡазан университетын тамамлаған (1954). 1957 й. алып Бөтә Союз геофизика ҒТИ‑ның Волга‑Урал филиалында эшләй, 1959 й. — Өфө ҒТИ‑нда лаборатория мөдире, 1970 й. — Бөтә Союз...

КОМАРОВ В.М. ИСЕМЕНДӘГЕ БАЛАЛАР ИЖАДЫ ҺАРАЙЫ

КОМАРОВ В.М. ИСЕМЕНДӘГЕ БАЛАЛАР ИЖАДЫ ҺАРАЙЫ, 1936 й. Өфө пионерҙар йорто булараҡ ойошторола, 1958 й. алып Өфө Пионерҙар һарайы, 1986 й. — Респ. Пионерҙар һарайы, 1992 й. — Өфө ҡала Пионерҙар һарайы, 1995 й. — Өфө ҡала балалар ижады һарайы; 1967 й. Комаров В.М. исеме бирелә. 380 урынлыҡ тамаша залы,...

КОЛЬЦОВА Элеонора Моисеевна

КОЛЬЦОВА Элеонора Моисеевна (9.3.1946, Өфө), математик. Техник ф. д‑ры (1993), проф. (1996). РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2004). Томск ун‑тын тамамлаған (1970). 1964—65 йй. 20‑се почта йәшниге пр‑тиеһында эшләй (Өфө). 1970 й. алып Мәскәүҙә: Машиналар эшләү проект‑конструкторлыҡ технология...

КОЛЬЦОВ Александр Алексеевич

КОЛЬЦОВ Александр Алексеевич (9.10.1924, Һамар ҡ. — 22.5.2011, Өфө), инженер-электрик. Техник ф. д‑ры (1971), проф. (1973). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ленинград политехник ин‑тын тамамлаған (1950). 1960 й. алып ӨНИ‑лә эшләй (1966 й. тиклем производство процестарын автоматлаштырыу каф. мөдире), 1975 й. —...

КОЛЫБАН, һаҙлыҡ

КОЛЫБАН, Ҡармасан й. басс. һаҙлыҡ. Кушнаренко р‑ны Ҡаҙарма а. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 6 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 85 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 1,0 м, иң ҡалыны — 3,3 м. Туйыныуы ҡатнаш. Аҡ ҡайын, ат ҡуҙғалағы, ҡаҙ үләне, ҡара ҡарағат, ҡыҙыл балан, тал, һаҙ ҡырҡбыуыны, ябай...

КОЛЧАК Александр Васильевич

КОЛЧАК Александр Васильевич (4.11.1874, С.‑Петербург губ. Александровское а. — 7.2.1920, Иркутск ҡ.), хәрби эшмәкәр, гидрограф, Рәсәйҙең Юғары хакимы (1918 й. 18 нояб. — 1920 й. 5 ғин.). Адмирал (1918). Дворяндарҙан. 1904—05 йй. рус-япон һуғышында, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы....

КОЛХОЗ‑СОВХОЗ ТЕАТРҘАРЫ

КОЛХОЗ‑СОВХОЗ ТЕАТРҘАРЫ, ауыл халҡын хеҙмәтләндереү өсөн тәғәйенләнгән дәүләт күсмә театрҙары. Башҡортостанда 20 б. 30‑сы йй. башында башлыса һәүәҫкәр драма түңәрәктәренән ойошторола: Баймаҡ (1932; ҡара: Сибай башҡорт драма театры), Ауырғазы (ҡара: Салауат башҡорт драма театры), Дүртөйлө (икеһе лә —...

КОЛХОЗ

КОЛХОЗ, коллектив хужалыҡ, а.х. производствоһын бергә алып барыу өсөн берләшкән крәҫтиәндәрҙең кооператив ойошмаһы. Илдә тәүге коллектив хужалыҡтар 1918 й. барлыҡҡа килә башлай. Уларҙың матди‑техник базаһы айырым крәҫтиән хужалыҡтарының төп етештереү сараларын дөйөмләштереү һөҙөмтәһендә булдырыла. Коллектив...

КОЛПАКОВ Яков

КОЛПАКОВ Яков (яҡынса 1720 — 13.1.1772, Ырымбур губ. Яйыҡ ҡаласығы), Яйыҡ казак ғәскәренән Уложенный комиссия депутаты. Старшина. Комиссияға Яйыҡ, Илек һәм Һаҡмар казактарының йөкләмәләрҙе кәметеү, Яйыҡ казактарына эш хаҡын арттырыу, Ырымбур казак ғәскәре м‑н аҫаба башҡорттар араһында ергә ҡағылышлы...