Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ГЕТЕРОТРОФТАР

ГЕТЕРОТРОФТАР (гр. geteros — бүтән, башҡа һәм гр. trophe — аҙыҡ), углерод сығанағы итеп тышҡы мөхиттән органик матдәләрҙе ҡулланыусы организмдар. Г. бөтә хайуандар, бәшмәктәр, хлорофилһыҙ үҫемлектәр, күпселек бактериялар ҡарай. Г. күҙәнәктәрендә, ҡағиҙә булараҡ, йәшел пигмент — хлорофилл — юҡ; Г. үҙҙәренең...

ГЕСТЕ Василий Иванович

ГЕСТЕ Василий Иванович [ысын исеме Гесте Вильям; 1753 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1763 йәки 1769), Шотландия — 4.6.1832 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1834), С.‑Петербург], архитектор. 1784 й. алып Рәсәйҙә йәшәй һәм эшләй. 1811—31 йй. үҙәк һәм көньяҡ Рәсәй, Урал һәм Себер ҡалаларын планлаштырыу, яңынан планлаштырыу,...

ГЕРЧИКОВ Анатолий Яковлевич

ГЕРЧИКОВ Анатолий Яковлевич (29.4.1943, Куйбышев өлк. Куйбышев ҡ.), физик-химик. Химия ф. д‑ры (1995), проф. (1998). Почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2005). Һарытау ун‑тын тамамлаған (1965). 1969—91 йй. һәм 1993 й. алып БДУ‑ла эшләй (2003—10 йй. химия ф‑ты деканы), 1991—93 йй. Органик химия...

ГЕРЦИН ЙЫЙЫРСЫҠЛЫҒЫ

ГЕРЦИН ЙЫЙЫРСЫҠЛЫҒЫ, варисция йыйырсыҡлығы, варис йыйырсыҡлығы, ер ҡабығының горизонталь ҡыҫылыуы менән бәйле булған һәм йыйырсыҡлы тау системаларын барлыҡҡа килтергән, палеозойҙың икенсе яртыһындағы геологик процестарҙың йыйылмаһы. Уралда Г.й. өҫкө девонда башлана, пермдә бигерәк көслө була, иртә мезозойҙа...

ГЕРПЕТОЛОГИЯ

ГЕРПЕТОЛОГИЯ (гр. herpeton — һөйрәлеүсе һәм ...логия), зоологияның ер‑һыу хайуандарын һәм һөйрәлеүселәрҙе өйрәнгән бүлеге. Ер-һыу хайуандары т‑дағы фән батрахология (гр. batrachos — тәлмәрйен һәм ...логия) тип атала. Г. ер-һыу хайуандары һәм һөйрәлеүселәрҙең систематикаһы, морфологияһы, анатомияһы,...

ГЕРПЕС

ГЕРПЕС (гр. herpes — тимрәү), инфекцион ауырыуҙар төркөмө. Кеше Г. тыуҙырыусы — Herpesviridae ғаиләһенә ҡараған ДНК‑лы вирустар, кеше организмында ғүмерлеккә урынлашыуға (персистирланыуға) һәм иммунитет дефициты фонында ауырыуҙың төрлө формаларын тыуҙырыуға һәләтле. Вирустың 8 тибы билдәле, кеше өсөн...

ГЕРОНТОЛОГИЯ

ГЕРОНТОЛОГИЯ (гр. geron, эйәлек килештә gerontos — ҡарт һәм ...логия), организмдың (ш. иҫ кеше организмының) ҡартайыу процесын, уның биол., мед. (гериатрик), соц., психологик., гигиеник һ.б. аспекттарын өйрәнгән фән. Гериатрия, герогигиена һәм геронтопсихологияны үҙ эсенә ала. Г. б‑са тикшеренеүҙәр...

ГЕРОДОТ

ГЕРОДОТ [б.э.т. 490 й. һәм 480 й. араһы, Галикарнас ҡ., Кесе Азия — б.э.т. яҡынса 425 й., Афина (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Фурия ҡ., Көньяҡ Италия)], боронғо грек тарихсыһы. Донъя мәҙәниәтенә “тарих атаһы” булараҡ инеп ҡалған. Б.э.т. 5 б. 50—40‑сы йй. Кесе Азия, Төньяҡ-Көнсығыш Африка, Көньяҡ-Көнсығыш...

ГЕРМЕТИКЛАШТЫРЫУСЫ СОСТАВТАР

ГЕРМЕТИКЛАШТЫРЫУСЫ СОСТАВТАР, герметиктар, агрегаттарҙа, приборҙарҙа, конструкцияларҙа, ш. иҫ. төҙөлөш конструкцияларында тоташҡан урындарҙы, йөйҙәрҙе тығыҙландырыу һәм ярыҡтарҙы бөтөрөү өсөн ҡулланылған ҡуйырып ағыусы материалдар. Тәбиғи (битумдар, гудрондар нигеҙендә) һәм синтетик (полисульфидтар,...

ГЕРМАШ Владимир Михайлович

ГЕРМАШ Владимир Михайлович (25.11.1928, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Яңы Александровка а.), инженер-технолог. РСФСР-ҙың атҡ. химигы (1988), БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1985). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1951) Өфө НЭЗ‑нда эшләй (1953 й. алып производство бүлеге нач. – баш инженер урынбаҫары). 1959 й. башлап...

ГЕРМАНИЯ

ГЕРМАНИЯ, Германия Федератив Республикаһы, Үҙәк Европалағы дәүләт. Майҙаны — 357 мең км2. Баш ҡалаһы — Берлин. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 81,8 млн кеше (2010), 91,5%‑ы — немецтар. Рәсми теле — немец теле. Диндарҙары — протестанттар (34%), католиктар (34%) һ.б. БР м‑н Г. араһындағы бәйләнештәр...

ГЕРЕФОРД ТОҠОМО

ГЕРЕФОРД ТОҠОМО, һыйыр малының ит йүнәлешле тоҡомо. 18 б. аҙ. Англияла көтөүлектә оҙайлы ваҡыт аҫрау шарттарында урындағы малды һайлап алыу һәм иш һайлау ысулы м‑н сығарыла. Рәсәйгә Г.т. мал тәүге тапҡыр 20 б. 20‑се йй. аҙ. индерелә. Урындағы ҡаҙаҡ һәм ҡалмыҡ малдарын Г.т. м‑н ҡасырыу аша аҡ башлы ҡаҙаҡ...

ГЕРБТАР

ГЕРБТАР (полякса — herb, нем. erbe — мираҫ), эйәһенең тарихи традицияларын сағылдырыусы символик әһәмиәт бирелгән эмблемалар, фигуралар һәм предметтар берләшмәһе. Флагтарға, тәңкә аҡсаларға, мисәттәргә, рәсми документтарға һ.б. төшөрөлә. Дәүләт (дәүләттәр, идара иткән династиялар Г.), төбәк йәки өлкә...

ГЕРБИЦИДТАР ҺӘМ ҮҪЕМЛЕКТӘРҘЕҢ ҮҪЕҮЕН КӨЙЛӘГЕСТӘР ИНСТИТУТЫ

ГЕРБИЦИДТАР ҺӘМ ҮҪЕМЛЕКТӘРҘЕҢ ҮҪЕҮЕН КӨЙЛӘГЕСТӘР ИНСТИТУТЫ, 1964 й. Бөтә Союз үҫемлектәрҙе химик һаҡлау саралары ҒТИ‑ның Өфө филиалы булараҡ ойошторола, 1981 й. алып Бөтә Союз гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми-тикшеренеү технологик институты, 1993 й. башлап БР ФА‑ның тәж.-һынау...

ГЕРБИЦИДТАР

ГЕРБИЦИДТАР (лат. herba — үлән һәм caedo — үлтерәм), ҡый үләндәрен һ.б. кәрәкмәгән үҫемлектәрҙе бөтөрөү өсөн тәғәйенләнгән пестицидтар төркөмөнән химик препараттар. Г. ш. уҡ арборицидтарҙы (кәрәкмәгән ағас һәм ҡыуаҡтарҙы бөтөрөү өсөн) һәм альгицидтарҙы (ылымыҡтарға ҡаршы көрәшеү өсөн) индерәләр. Тотош...

ГЕРБАРИЙ

ГЕРБАРИЙ (лат. herba — үлән, үҫемлек), фәнни їйрєнеў һәм уљыу їсїн махсус йыйылған һәм киптерелгән үҫемлектәр коллекцияһы, ш. уҡ ул һаҡланған учреждение. Дөйөм (мәҫ., билдәле бер терр‑я флораһының Г.) һәм махсус (техник, дарыу үҫемлектәренең һ.б. Г.) Г. айырыла. Г. өсөн йыйылған үҫемлектәр ҡалын ҡағыҙ...

ГЕРАСИМОВА Лариса Павловна

ГЕРАСИМОВА Лариса Павловна (31.5.1960, Брянск өлк. Локоть ҡсб), стоматолог. Мед. ф. д‑ры (1998), проф. (2010). БР‑ҙың атҡ. табибы (2009). БДМИ‑ны тамамлаған (1982). 1983 й. алып Респ. балалар клиник дауаханаһының, 1999 й. Респ. стоматология поликлиникаһының бүлек мөдире булып эшләй, 2000 й. — БДМУ‑ла...

ГЕРАСИМОВ Константин Иванович

ГЕРАСИМОВ Константин Иванович (8.2.1910, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Кропачёво станцияһы ҡсб, хәҙ. Силәбе өлк. Әшә р‑ны Кропачёво ҡсб, — 11.6.1955, Өфө), рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1937). Башҡ. сәнғәт техникумын тамамлаған (1930; педагогтары А.П.Лежнев, Л.В.Лезенков). 30‑сы йй. Өфө урамдарын байрамдарға...

ГЕРАСИМОВ Иван Семёнович

ГЕРАСИМОВ Иван Семёнович [1894, Өфө губ. Минзәлә өйәҙе Яңы Спас а. (ТР‑ҙың Зәй р‑ны) – 1937], дәүләт эшмәкәре. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан ун‑тында уҡыған (1914 –18). 1919 й. алып Өфө хәрби комиссариатында сәйәси бүлек нач., Приуральский хәрби округының сәйәси идаралығы нач. урынбаҫары. 1921 й....

ГЕРАСИМОВ Иван Александрович

ГЕРАСИМОВ Иван Александрович (8.8.1921, АСБР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Пёстровка а., хәҙ. БР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Оло Аксаков а., — 4.6.2008, Киев), танкист, армия ген. (1977). Украина Геройы (1999). Б.В. һуғышында, 1945 й. совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. В.И.Ленин ис. 1‑се Ульяновск бронетанк уч‑щеһын...