Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ПЕТРОВ Олег Юрьевич

ПЕТРОВ Олег Юрьевич (17.3.1967, Өфө), спортсы. Бобслей б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2000). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1994). Урал физик культура акад. тамамлаған (1998). “Батыр” спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (ауыр атлетика б‑са тренеры Л.Н.Копнин). 1991—2006 йй. Юғары спорт оҫталығы...

ПЕТРОВ Михаил Петрович

ПЕТРОВ Михаил Петрович [17.11. 1904, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Иҫке Шәрәшле а. (БР‑ҙың Баҡалы р‑ны) — 15.8.1967, Винница ҡ.], полковник. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. “Выстрел” РККА‑ның командирҙар составын камиллаштырыу юғары атыу‑тактика курстарын (Солнечногорск ҡ., 1943),...

ПЕТРОВ Михаил Ефимович

ПЕТРОВ (Ланде) Михаил Ефимович (15.12.1920, Каинск ҡ. — 20.4.1986, Өфө), һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мед. ф. д‑ры (1973). РСФСР‑ҙың (1979) һәм БАССР‑ҙың (1966) атҡ. табибы, СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1948) ӨМЭПБ‑ның мед.‑санитария бүлегенең...

ПЕТРОВ Евгений Владимирович

ПЕТРОВ Евгений Владимирович (25.5.1978, Белово ҡ.), спортсы. Велосипед спорты буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1999), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2001). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1999). Себер физик культура академияһын тамамлаған (Омск ҡ., 2001). 1998—2011 йй. “Ағиҙел” олимпия...

ПЕТРОВ Дмитрий Васильевич

ПЕТРОВ Дмитрий Васильевич (1.2.1985, Өфө ҡ.), спортсы. Фехтование буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2006). Урал физик культура академияһын тамамлаған (2007). 19‑сы СДЮСШОР тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Л.Р.Грушина), 2003—09 йй. Уҡыу‑күнекмәләр үҙәге №464 өсөн сығыш яһай. Шәхси зачётта Рәсәй...

ПЕТРОВ Григорий Кузьмич

ПЕТРОВ Григорий Кузьмич [19.12.1931, БАССР-ҙың Яңы Ҡарамалы р-ны Мәсәле а. (БР-ҙың Ауырғазы р-ны) — 17.9.2016, Мәскәү], Соц. Хеҙмәт Геройы (1973). СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1971). 1950 й. башлап “Башкирнефтеразведка” тресында (Бөрө ҡ.): быраулаусы, 1953 й. алып быраулау мастеры, 1960 й. башлап бригадир;...

ПЕТРОВ Борис Ильич

 ПЕТРОВ Борис Ильич (28.8.1929, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Баженовка а., хәҙ. БР‑ҙың Бәләбәй р‑ны Баженов а., — 23.8.2004, Өфө), агроном, хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). Иҡт. ф. канд. (1973). БАССР‑ҙың атҡ. агрономы (1966), РСФСР‑ҙың а.х. отличнигы (1969), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы...

ПЕТРАЧКОВ Павел Анатольевич

ПЕТРАЧКОВ Павел Анатольевич (30.8.1979, Омск ҡ. — 4.2.2010, Чечен Респ. Алхазурово а. янында, Пенза ҡ. ерләнгән), Рәсәй Федерацияһы Геройы (2010). Лейтенант (2008). 1999—2000 йй. һәм 2004— 10 йй. Төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Пенза пед. ун‑тын тамамлаған (2007). 1998—2000 йй. һәм 2004...

ПЁТР I

ПЁТР I, Б ө й ө к П ё т р I (30.5. 1672, Мәскәү — 28.1.1725, С.‑Петербург), Романовтар нәҫеленә ҡараған Рәсәй батшаһы (1682 й. 27 апр. алып) һәм императоры (1721 й. 22 окт. алып). Батша Алексей Михайловичтың кесе улы. Һалым йыйыу өсөн прибыльщиктар вазифаһын булдыра, уларҙың эшмәкәрлеге башҡорт ихтилалы...

ПЁТР (Екатериновский Фёдор), дин әһеле, Өфө һәм Минзәлә епискобы

ПЁТР (донъяуи исеме Екатериновский Фёдор; 1810 й. һәм 1815 й. араһы, Һарытау губ. — 27.5.1889, Мәскәү), дин әһеле, Өфө һәм Минзәлә епискобы (1869—76). Дини тәғлимәт канд. (1845). Архимандрит (1852). Монахлыҡ ҡабул иткән (1841). Һарытау дини семинарияһын (1840), Мәскәү дини акад. (1844) тамамлаған. 1844...

ПЁТР (Варламов Пётр Яковлевич), священномученик

ПЁТР [ысын исеме Варламов Пётр Яковлевич; 1897, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Дияш а. (БР‑ҙың Баҡалы р‑ны) — 11.3.1930, Өфө], священно‑мученик. Священник дәрәжәһен ҡабул иткән (1919). 1915 й. алып псаломсы, 1919 й. — Стәрлетамаҡ кантоны  Преображеновка а. Ҡазан Богородица сиркәүенең настоятеле. Сиркәүҙәр һәм...

ПЕТИШЕВА Виктория Анатольевна

ПЕТИШЕВА Виктория Анатольевна (17.5.1974, Бөрө ҡ.), әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. д‑ры (2008), проф. (2008). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2009). А.А.Петишевтың ҡыҙы. Бөрө пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1996) шунда уҡ эшләй: 2008 й. алып уҡытыу‑методик эштәр б‑са проректор, 2012 й. — урыҫ филол. каф. мөдире,...

ПЕТИШЕВ Анатолий Андреевич

ПЕТИШЕВ Анатолий Андреевич (1.11.1937, Ҡаҙаҡ ССР‑ы Лозовая а.), әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. д‑ры (1992), проф. (1992). БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (1998), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2007). Бөрө пед. ин‑тын тамамлаған (1964). 1963 й. алып Бөрө р‑нының Пономарёвка 8 йыллыҡ,...

ПЕСЧАНЫЙ, Өфө р‑нындағы ауыл

ПЕСЧАНЫЙ, Өфө р‑нындағы ауыл, Булгаков а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 26 км һәм Өршәк т. юл ст. К.‑Көнб. табан 9 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 94 кеше; 1959 — 226; 1989 — 200; 2002 — 174; 2010 — 181 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Ауылға 20 б. 30‑сы йй. А.Д.Цюрупа ис. с‑з ойошторолған...

ПЕСЧАНЫЙ 22

ПЕСЧАНЫЙ 22, йылҡы борсағы сорты. 1996 й. З.М.Шәрипҡолова, Н.В.Руднев, Р.З.Ғәлимуллин тарафынан (БНИИЗиС) Бөтә Рәсәй үҫемлекселек ҒТИ (С.‑Петербург) өлгөһөнән шәхси һайлап алыу ысулы м‑н сығарыла. Сорт украин экологик төркөмөнә ҡарай. Күп һабаҡлы ҡыуаҡ. Һабағы 90 см тиклем бейеклектә, төҙ, 5—6 быуын...

ПЕСТРЯЕВ Андрей Михайлович

ПЕСТРЯЕВ Андрей Михайлович (5.12.1969, Фирғәнә ҡ.), спортсы. Бокс б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1991). 42‑се ПТУ‑ның бокс секцияһы (Стәрлетамаҡ ҡ.; тренеры М.М.Ғәлләмов), “Хеҙмәт резервтары” ДСО‑һы (Өфө; тренеры Р.М.Ғибәҙуллин) тәрбиәләнеүсеһе. СССР халыҡтары спартакиадаһы чемп. (1991),...

ПЕСТРИКОВ Станислав Васильевич

ПЕСТРИКОВ Станислав Васильевич (20.8.1938, Киров өлк. Медянка ст.), химик. Химия ф. д‑ры (1985), проф. (2007). БР‑ҙың атк. химигы (2008). Урал дәүләт ун‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1960) Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда эшләй: 1970 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, лаб. мөдире, 1988 й. — бүлек мөдире....

ПЕСТИЦИДТАР

ПЕСТИЦИДТАР (лат. pestis — йоғошло ауырыу һәм caedo — юҡҡа сығарыу), ауыл хужалығы һәм урман культуралары ауырыуҙары һәм ҡоротҡостары, ҡый үләндәре, амбар ҡоротҡостары, кеше һәм хайуандарҙың инфекцион ауырыуҙарын таратыусылар һ.б. м‑н көрәшеүҙең химик саралары. Тәғәйенләнеше б‑са гербицидтар, зооцидтар,...

ПЕСТЕРЕВ Владимир Николаевич

ПЕСТЕРЕВ Владимир Николаевич (13.2.1940, Бөрө ҡ. — 23.11.2003, Сорғот ҡ.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1986). Төмән өлк. почётлы нефтсеһе (1986). 1958 й. алып “Башвостокнефтеразведка” тресыныңскважиналар һынау контораһы, 1959 й. — Ҡалтасы быраулау контораһы, 1961 й. — “Арланнефть” нефть промыслаһы идаралығының...

ПЕСНЯ КУРАЯ

ПЕСНЯ КУРАЯ, ҡытай шыҡтымы сорты. 20 б. 90‑сы йй. аҙ. Л.Н. Миронова, Л.Ә.Төхвәтуллина, А.А.Реут (Ботаника баҡса‑институты) тарафынан Amabilis Superbissima сортын ирекле һеркәләндереү ысулы м‑н сығарыла. Йыш ултыртылған ҡыуаҡ, бейеклеге 55 см тиклем. Һабағы нәҙек, антоциан төҫөндә. Япрағы уртаса оҙонлоҡта,...