Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ФЛЮОРИТ

ФЛЮОРИТ (лат. Fluorum — фтор), п л а в и к ш п а т ы, фторидтар класы минералы, CaF2. Составына ерҙә һирәк элементтар ҡушылмалары инә. Кристалдары куб, октаэдр формаһында. Айырым кристалдар, ҡушылмалар, друзалар, бөртөклө, бағаналы, сүсле агрегаттар рәүешендә осрай. Ф. тупраҡлы төрө — ратовкит. Үтә...

ФИЛИМОНОВ Леонид Иванович

ФИЛИМОНОВ Леонид Иванович (22.7.1935, БАССР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Вишнёвка а.), тау инженеры, дәүләт эшмәкәре. БР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1998), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1985), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1982), РФ яғыулыҡ‑энергетика комплексының почётлы хеҙм‑ре (1998). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1959)...

ФЕРСМАН Александр Евгеньевич

ФЕРСМАН Александр Евгеньевич (27.10.1883, С.‑Петербург — 20.5.1945, Сочи ҡ.), геохимик‑минералог. СССР ФА акад. (1919; 1926—29 йй. вице‑президент), проф. (1910). Мәскәү ун‑тын тамамлаған (1907). Фәнни эшмәкәрлеге файҙалы ҡаҙылмалар минералогияһына, геохимияһына, геологияһына һ.б. арналған. Ф. тарафынан...

ФАНЕРОЗОЙ

ФАНЕРОЗОЙ (гр. phanerós — асыҡтан‑асыҡ һәм zōé — тормош), ф а н е р о з о й э о н ы, ф а н е р о з о й э о н о т е м а һ ы, Ер геологияһы тарихының иң ҙур этабы. 542 млн йыл дауам итә. Америка геологы Дж.Чедвик тарафынан 1930 й. айырып күрһәтелә. Палеозой, мезозой, кайнозойға бүленә. Ф. алда кембрий...

ФАМЕН ЯРУСЫ,

ФАМЕН ЯРУСЫ, девондың өҫкө бүлегенең өҫкө бүлексәһе. Франс ярусында ята, турней ярусы м‑н ҡаплана. А. Дюмон тарафынан Арден тауҙарында айырып күрһәтелә (1855), Фамен (Бельгия) төбәге исеме м‑н аталған. Стратотибы эзбизташтарҙан, ҡомташтарҙан, һәүерташтарҙан тора. Ф.я. ултырмалары БР терр‑яһында киң...

ФАЙҘАЛЫ ҠАҘЫЛМАЛАРҘЫ ГЕОХИМИК ЭҘЛӘҮ ЫСУЛДАРЫ

ФАЙҘАЛЫ ҠАҘЫЛМАЛАРҘЫ ГЕОХИМИК ЭҘЛӘҮ ЫСУЛДАРЫ файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтарын табыу маҡсатында геосфераларҙа химик элементтарҙың йәки уларҙың тәбиғи берләшмәләренең арауыҡта таралыу законлыҡтарын өйрәнеүгә нигеҙләнә. Геол. эҙләнеү маҡсатында тикшерелгән матдәгә бәйле литохимик, гидрохимик, атмохимик...

ФАЙҘАЛЫ ҠАҘЫЛМАЛАРҘЫ БАЙЫҠТЫРЫУ

ФАЙҘАЛЫ ҠАҘЫЛМАЛАРҘЫ БАЙЫҠТЫРЫУ, сәнәғәт өсөн ҡиммәтле йәки артабанғы металлургия, химик һ.б. эшкәртеүгә яраҡлы продукттар алыу өсөн минераль сеймалды беренсел эшкәртеү процестары йыйылмаһы. Ф.ҡ.б. ҡулланыу б.э. тиклем 4 мең йыл элек башлана.  Ф.ҡ.б. төп ысулдарына гравитация менән байыҡтырыу (айырыла...

ФАЙҘАЛЫ ҠАҘЫЛМАЛАР ЗАПАСТАРЫ

ФАЙҘАЛЫ ҠАҘЫЛМАЛАР ЗАПАСТАРЫ, Ер аҫтындағы һәм өҫтөндәге файҙалы ҡаҙылмаларҙың геология‑разведка эштәре мәғлүмәттәре буйынса билдәләнгән күләме. РФ‑та Ф.ҡ.з. өйрәнелеү дәрәжәһенә ҡарап 4 категорияға айырыла: А, В, С1 һәм С2. Тәүге өс категорияһы — разведкаланған запастарҙы, һуңғыһы алдан баһаланған...

ФАЙҘАЛЫ ҠАҘЫЛМАЛАР

ФАЙҘАЛЫ ҠАҘЫЛМАЛАР, ер ҡабығының тәбиғи минераль ҡатламдары, химик составы һәм физик үҙсәнлектәре уларҙы милли иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында һөҙөмтәле ҡулланырға мөмкинлек бирә. Ф.ҡ. янар, металл, металл булмаған төрҙәргә; минераль һәм сөсө ер аҫты һыуҙарына, термаль газдарға бүленә. Янар Ф.ҡ. углеводород...

ФАЗЛЫЕВ Рәбис Тимерхан улы

ФАЗЛЫЕВ Рәбис Тимерхан улы (19.4.1937, БАССР‑ҙың Шаран р‑ны Ерекле а. — 19.4.2012, Бөгөлмә ҡ.), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1980). ТР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1993), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1990). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1959) Татарстан нефть ғилми‑тикшеренеү һәм проект ин‑тында...

ҮРГЕ КАМА УЙПАТЛЫҒЫ

ҮРГЕ КАМА УЙПАТЛЫҒЫ, Волга-Кама антеклизаһы эсендәге беренсе дәрәжәле ҙур кире тектоник структура. В.Д.Наливкин тарафынан айырып күрһәтелә (1956). Э.Э.Фотиади (1958), А.А.Клевцова (1971), Р.О.Хачатрян (1979) тарафынан өйрәнелә. Палеозой ултырмаларында айырыла. Уйпатлыҡ тура мөйөшлө, төньяҡ-көнбайышҡа...

УЧАЛЫ БАҠЫР КОЛЧЕДАНЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ

УЧАЛЫ БАҠЫР КОЛЧЕДАНЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ, Магнитогорск мегасинклинорийының төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. 1939 й. “Башзолото” тресы һәм Бөтә Союз геол. ин‑тының (Ленинград) геол.‑геофизик ревизия партияһы тарафынан асыла. Ятҡылыҡ базальт нигеҙендә барлыҡҡа килгән эффузив‑экструзив риодацит вулкан көмбәҙҙәре (улар...

УРАЛТАУ ЗОНАҺЫ

УРАЛТАУ ЗОНАҺЫ, У р а л т а у а н т и к л и н о р и й ы, Көньяҡ Уралдың ҙур ыңғай тектоник структураһы. Д.Г.Ожиганов тарафынан айырып күрһәтелә, А.А.Алексеев, С.С.Горохов, Н.Л.Добрецов, А.А.Захаров, О.А.Захаров, В.И.Козлов, Д.Д. һәм В.М.Криницкийҙар, И.В.Ленных һ.б. тарафынан өйрәнелә. Төп Урал һынылышының...

УРАЛ АЛДЫ БӨГӨЛӨ

УРАЛ АЛДЫ БӨГӨЛӨ, Уралдың алғы йыйырсыҡтары һәм Көнсығыш Европа платформаһы араһында урынлашҡан 1‑се дәрәжәле кире тектоник структура. Моғажарҙан алып Баренц диңгеҙе ярҙарына тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 2000 км, респ. сиктәрендә 525 км, киңлеге 70 км тиклем. Ҡаратау ҡалҡыуы төньяҡ...

ТУРНЕЙ ЯРУСЫ

ТУРНЕЙ ЯРУСЫ, карбондың аҫҡы бүлегенең аҫҡы бүлексәһе. Фамен ярусында ята, визе ярусы м‑н ҡаплана. 19 б. 60‑сы йй. Бельгияла айырып күрһәтелә, исеме Турне ҡ. алынған. БР‑ҙың платформалы өлөшөндә һәм Уралдың көнбайыш битләүендә (бында турней быуатында Кама‑Кинәле бөгөлдәре системаһы үҫеше ултырма тоҡомдар...

ТУҠАН ТИМЕР МӘҒДӘНЕ ЯТҠЫЛЫҒЫ

ТУҠАН ТИМЕР МӘҒДӘНЕ ЯТҠЫЛЫҒЫ, БР‑ҙа иң ҙуры. Белорет р‑нында урынлашҡан, Башҡорт мегантиклинорийының үҙәк өлөшөнә тура килә. Егәҙе-Комаров свитаһының һәм әүжән свитаһы аҫҡы өлөшөнөң күмер‑балсыҡ һәүерташтары һәм карбонаттары буйлап ашалыу ҡатлауы мәғдән һыйҙырыусы булып тора. Оҙонлоғо бер нисә йөҙ метрҙан...

ТУЙМАЗЫ НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ

ТУЙМАЗЫ НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ, донъяла ҙур ятҡылыҡтарҙың береһе. ТР һәм БР‑ҙың Туймазы р‑ны терр‑яһында урынлашҡан. Көньяҡ Татар көмбәҙе сиктәрендә Туймазы антиклиналь структураһына (40х20 км) тура килә. Ятыштары көмбәҙ ҡатлаулы, структуралы‑литологик, литологик. Урта һәм өҫкө девондың терриген ҡатламдарында...

ТРОИЦК АЛТЫН ПРИИСКЫЛАРЫ

ТРОИЦК АЛТЫН ПРИИСКЫЛАРЫ, Троицк өйәҙендә Уй й. үрге ағымында урынлашҡан. 1834 й. алып Барын‑Табын, Ҡара‑Табын һәм Күбәләк улустары башҡорттарының ерҙәрендә И.В.Жуковский тарафынан “Т.а.п.” компанияһы ойошторолғандан һуң эшләй башлай. Алтын Балбыҡ, Благодатный, Викторовка, Казнахтин, Россыпный, Труд,...

ТӨП УРАЛ ҺЫНЫЛЫШЫ

ТӨП УРАЛ ҺЫНЫЛЫШЫ, ер ҡабығы тәрәнлегенә Урал йыйырсыҡлы өлкәһен палеоконтиненталь һәм палеоокеан секторҙарға бүлгән һынылыш. Уралдың бөтөн һуҙымында күҙәтелә. Көнсығышта ауыу мөйөшө 30°—80°. А.В.Пейве тарафынан Ерҙең мантияһына тәрән үтеп ингән төпкөлдәге һынылыштарҙың тектоник бер төрө булараҡ айырып...

ТӨНЬЯҠ БОҪҠОН ЙӨҘЛӘҮ ТАШЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ

ТӨНЬЯҠ БОҪҠОН ЙӨҘЛӘҮ ТАШЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ, Баймаҡ р‑ны Күсей а. көнсығышҡа табан 7 км алыҫлыҡта урынлашҡан. В.В.Какауллин, Ю.А.Болотин (1977), Д.Н.Сәлихов, С.Ш.Йосопов (1977), Р.К.Хәлимов (2004) тарафынан өйрәнелә. Төйәләҫ интрузив комплексы долериты һәм габброһының ваҡ, ҡатмарлы формалы есемдәренән тора....