Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

НӘФИС ТЕКСТИЛЬ СӘНҒӘТЕ

НӘФИС ТЕКСТИЛЬ СӘНҒӘТЕ, башҡорттарҙың традицион көнкүрешендә туҡылған һәм туҡылмаған материалдарҙан эшләнгән төрлө әйберҙәр; уларҙы биҙәү; хәҙ. заман биҙәү- ҡулланма сәнғәте бүлеге. Башҡортостанда Н.т.с. үҙенсәлектәренең формалашыуы тәбиғәт, климат шарттарына, хужалыҡтың традицион формаларына бәйле...

НӘФИС МЕТАЛЛ СӘНҒӘТЕ

НӘФИС МЕТАЛЛ СӘНҒӘТЕ, башҡорттарҙың традицион көнкүрешендә һәм хужалығында ҡулланылған, металдан эшләнгән төрлө тәғәйенләнештәге әйберҙәр; уларҙы нәфис эшкәртеү; биҙәү-ҡулланма сәнғәте бүлеге. Башҡортостанда металл әйберҙәр энеолит дәүерендә барлыҡҡа килә. Металды биҙәүҙең традицион төрҙәрен етештереү...

НӘФИС ЛАК СӘНҒӘТЕ

НӘФИС ЛАК СӘНҒӘТЕ, ағастан, папье-машенан йәки металдан эшләнгән, рәсем, ҡайһы берҙә инкрустация м‑н биҙәлгән, лак м‑н ҡапланған әйберҙәр. Н.л.с. төп үҙенсәлектәре — шымартылған өҫтөң ялтырап тороуы, фон, рәсем һәм инкрустация төҫтәренең ҡапма‑ҡаршылығы; әйберҙәр йыйнаҡ һәм зиннәтле, ғәҙәттә, уларға...

НӘФИС ҠУРСАҠ СӘНҒӘТЕ

НӘФИС ҠУРСАҠ СӘНҒӘТЕ, биҙәү- ҡулланма сәнғәте әйберҙәре һәм бүлеге. Н.ҡ.с. традицион ҡурсаҡ өлгөләрен заманға яраҡлаштырыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Тибы б‑са уйынсыҡ, театр, экспозицион, сувенир, интерьер ҡурсаҡтарҙы айырып йөрөтәләр. БР‑ҙың проф. биҙәү-ҡулланма сәнғәтендә Н.ҡ.с. ҡарата ҡыҙыҡһыныу...

НӘФИС КҮН СӘНҒӘТЕ

НӘФИС КҮН СӘНҒӘТЕ, башҡорттарҙың традицион көнкүрешендә һәм хужалығында ҡулланылған, йәнлек тиреһенән әҙерләнгән төрлө тәғәйенләнештәге әйберҙәр; уларҙы нәфис эшкәртеү; хәҙ. заман биҙәү-ҡулланма сәнғәте бүлеге. Башҡортостанда башлыса малсылыҡ м‑н шөғөлләнеү уның көнсығышында, айырыуса Урал аръяғында,...

НӘФИС КЕРАМИКА СӘНҒӘТЕ

НӘФИС КЕРАМИКА СӘНҒӘТЕ, махсус составлы балсыҡтан яндырып эшләнгән нәфис сәнғәт әйберҙәре (фарфор, фаянс, терракота, көршәк); биҙәү-ҡулланма сәнғәте төрө. Башҡортостанда неолит дәүеренән алып билдәле (ҡара: Керамика). Респ. рәссамдарының Н.к.с. м‑н ҡыҙыҡһыныуы 20 б. 50‑се йй. урталарында барлыҡҡа килә...

НӘФИС КЕЙЕҘ СӘНҒӘТЕ

НӘФИС КЕЙЕҘ СӘНҒӘТЕ, башҡорттарҙың традицион көнкүрешендә ҡулланылған, һарыҡ (һирәкләп — дөйә) йөнөнән эшләнгән төрлө әйберҙәр; уларҙы матур итеп биҙәү; хәҙ. заман биҙәү-ҡулланма сәнғәте бүлеге. Кейеҙ баҫыу технологияһы, уны ҡулланыу өлкәһе һәм традицион биҙәү алымдары боронғо төркиҙәр сәнғәтенә барып...

НӘФИС АҒАС СӘНҒӘТЕ

НӘФИС АҒАС СӘНҒӘТЕ, башҡорттарҙың традицион көнкүрешендә һәм хужалығындағы төрлө тәғәйенләнештәге ағас (ҡайын,__ ҡарама, имән, йүкә, уҫаҡ һ.б.), ш. уҡ туҙ, оро, ҡайыр, сыбыҡ, һалабаш, ҡурыз ҡулланып эшләнгән әйберҙәр; уларҙы нәфис эшкәртеү. Ағастың күп, ныҡ һәм ш. уҡ ваҡытта эшкәртеүҙә еңел булыуы,...

НАЗАРОВ Михаил Алексеевич

НАЗАРОВ Михаил Алексеевич [24.5.1927, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Ҡананикольский а. (БР‑ҙың Йылайыр р‑ны) — 29.8.2019, Өфө], рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2002). Рәссамдар союзы ағзаһы (1981). Башҡ. театр-художество уч‑щеһын (1951; педагогтары Б.Ф.Лалетин, А.Э.Тюлькин), Эстония художество ин‑тын (Таллин,...

МОСОЛМАН КАЛЛИГРАФИЯҺЫ

МОСОЛМАН КАЛЛИГРАФИЯҺЫ, биҙәү сәнғәтенең бер төрө; ул башҡорттарҙың художестволы мәҙәниәтендә ислам таралғандан һуң барлыҡҡа килә. Башҡортостанда М.к. ҡулъяҙма китаптарҙа (ш. иҫ. Ҡөрьәндә), шәжәрәләрҙә, шамаилдарҙа ҡулланыла. М.к. өлгөләре ш. уҡ бинаның фасадтары һәм интерьерҙары (ҡара: Килем мәсете,...

МОНУМЕНТАЛЬ СӘНҒӘТ

МОНУМЕНТАЛЬ СӘНҒӘТ, пластик сәнғәт төрө; тәғәйен архитектура йәки тәбиғи мөхит өсөн ижад ителгән, улар м‑н үҙ‑ара идея‑образды сағылдырған әҫәрҙәрҙе үҙ эсенә ала. М.с. әҫәрҙәре үҙ ваҡытының дөйөм соц. һәм фәлс. идеяларын сағылдыра, күренекле шәхес йәки мөһим ваҡиға т‑да иҫтәлектәрҙе мәңгеләштерә; уларҙа...

МИҘАЛ ЭШЛӘҮ СӘНҒӘТЕ

МИҘАЛ ЭШЛӘҮ СӘНҒӘТЕ, тәңкәләр һәм миҙалдар эшләү. Б.э.т. 8—7 бб. Лидияла һәм Боронғо Грецияла тәңкәләр яһай башлағандан һуң барлыҡҡа килә; 14—15 бб. Италияла мөһим ваҡиғаға йәки шәхескә арналған рельефлы биҙәкле һәм яҙыулы түңәрәк металл рәүешендәге бүләк итеп һәм иҫтәлеккә бирелә торған билдә — миҙал...

МАСЛЕННИКОВА Татьяна Александровна

МАСЛЕННИКОВА Татьяна Александровна (10.8.1964, Рәүҙе ҡ.), сәнғәт белгесе. Сәнғәт ғилеме д‑ры (2011). Рәссамдар союзы ағзаһы (2000). БДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1986) 32‑се урта мәктәптә, 1987—89 йй. Респ. урта һынлы сәнғәт мәктәп‑интернатында, 1992 й. алып БДПИ‑ла уҡыта. 1996—2002 йй. һәм 2006 й. ғинуарынан...

КӨНЬЯҠ БАШҠОРТОСТАН РӘССАМДАРЫ АССОЦИАЦИЯҺЫ

КӨНЬЯҠ БАШҠОРТОСТАН РӘССАМДАРЫ АССОЦИАЦИЯҺЫ, Рәссамдар союзы эргәһендәге ижади ойошма. 1996 й. Салауат ҡ. ойошторола, Ишембай, Күмертау, Мәләүез, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡҡ., Мәләүез һәм Стәрлетамаҡ р‑ндары рәссамдарын берләштерә. Ассоциацияны булдырыуҙың инициаторҙары һәм ойоштороусылары — К.Ғ.Ғөбәйҙуллин...

КИТАП ГРАФИКАҺЫ

КИТАП ГРАФИКАҺЫ, китаптың художество төҙөлөшөн эшләү системаһы, ул китапты иллюстрациялауҙы, кәрәкле шрифты һайлауҙы, дөйөм ҡоролошто (төпләү, китап тышы, супертышлыҡ һ.б.) һәм биҙәүҙе (авантитул, титул бите, виньетка, башбиҙәк һ.б.) үҙ эсенә ала. Революцияға (1917) тиклем Башҡортостанда К.г. ике йүнәлеше:...

КЕЙЕМДЕҢ ҺЫҘМАҺЫН ҺӘМ МОДЕЛЕН ӘҘЕРЛӘҮ СӘНҒӘТЕ

КЕЙЕМДЕҢ ҺЫҘМАҺЫН ҺӘМ МОДЕЛЕН ӘҘЕРЛӘҮ СӘНҒӘТЕ, проф. биҙәү-ҡулланма сәнғәте; художество ҡиммәткә эйә автор кейеме тегеү. БР‑ҙа рәссамдарҙың автор кейеменә музей экспонаты булараҡ ҡыҙыҡһыныуҙары 20 б. 90‑сы йй. барлыҡҡа килә. Был сәнғәт өсөн халыҡ традицияларына эйәреү (А.Д.Кирдякин, О.В.Лыкасов, В.М.Шибаева)...

КАРИКАТУРА

КАРИКАТУРА (итал. caricatura, caricare — тейәү, арттырыу), тормоштағы хәл‑ваҡиғалар м‑н фантастик күренештәрҙе берләштереү, кешегә хас һыҙаттарҙы арттырып һәм көсәйтеп күрһәтеү, көтөлмәгән сағыштырыуҙар һәм оҡшатыуҙарҙы файҙаланыу юлы м‑н комик тәьҫиргә ирешелгән һүрәт; һүрәтләү сатираһының төп формаһы...

ЙӘНЕКӘЕВ Таң Ғүмәр улы

ЙӘНЕКӘЕВ Таң Ғүмәр улы (1.10.1948, Өфө ҡ.), сценограф. РФ‑тың халыҡ рәссамы (2021), РФ‑тың (1994) һәм БАССР‑ҙың (1980) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Рәссамдар союзы ағзаһы (1977), Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1979). Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән. В.И.Суриков исемендәге Мәскәү художество институтын тамамлаған...

ИШЕМҒОЛОВ Дамир Нуретдин улы

ИШЕМҒОЛОВ Дамир Нуретдин улы (1.2.1943, БАССР‑ҙың Хәйбулла р‑ны Бәләкәй Әбеш а.), рәссам. БР‑ҙың халыҡ (2014)  һәм атҡ. (2001) рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1993). С.Н.Ишемғоловтың ҡустыһы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлаған (1971; педагогтары Л.Ф.Мөғтәбаров, К.П.Чаругин). 1975—95 йй. Башҡ‑н ижади-производство...

ИШБУЛАТОВ Рәхим Усман улы

ИШБУЛАТОВ Рәхим Усман улы (7.4.1911, Ырымбур губ. ш. уҡ өйәҙе Ғәбйәлил а., хәҙ. Ырымбур өлк. Ҡыуандыҡ р‑ны Башҡорт Ҡансыраһы а., — 18.6.1967, Өфө), рәссам. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1961). Рәссамдар союзы ағзаһы (1939). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Башҡ. сәнғәт техникумын тамамлаған (1934; педагогтары...