Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЛАНДШАФТАРҘЫҢ БЕЙЕКЛЕК БҮЛКӘТЛЕГЕ

ЛАНДШАФТАРҘЫҢ БЕЙЕКЛЕК БҮЛКӘТЛЕГЕ, ландшафтарҙың тауҙарҙағы бейеклектең үҙгәрә барыуына ҡарап тәбиғи зоналар һымаҡ алмашыныуы. Абс. бейеклек үҫкән һайын һауа температураһы, яуым‑төшөм миҡдары, атмосфера баҫымы, болотлолоҡ үҙгәрә. Климат шарттары, рельеф формалары үҙгәреү м‑н тупраҡ, аҡма шарттары, үҫемлектәр,...

ЛАНДШАФТЫ ӨЙРӘНЕҮ ҒИЛЕМЕ

ЛАНДШАФТЫ ӨЙРӘНЕҮҒИЛЕМЕ, физик географияның ҡатмарлы тәбиғи һәм тәбиғи-антропоген геогр. системаларын (тәбиғи‑терр. комплекстар), географик ландшафтарҙың барлыҡҡа килеүен, төҙөлөшөн һәм динамикаһын, хужалыҡ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә уларҙың үҫеше, урынлашыуы һәм үҙгәреүе закондарын өйрәнгән бүлеге. 20...

ЛАПҠАН, һаҙлыҡ

ЛАПҠАН, Ҡармасан й. басс. һаҙлыҡ. Кушнаренко р‑ны Гуровка а. төньяҡҡа табан 4 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 150 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 1 м, эшкәртелмәгән торф запасы 365 мең м3. Башлыса ер өҫтө һыуҙары м‑н туйына. Аҡ ҡайын, ҡаҙ үләне, ҡара ерек, күрән, тал, һаҙ ҡырҡбыуыны,...

ЛАПТЕВ Владимир Викторович

ЛАПТЕВ Владимир Викторович (5.10.1937, Сызрань ҡ. — 7.2.2022, Өфө ҡ.), инженер‑геофизик. Техник фәндәр кандидаты (1967). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1982), РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1997). И.М.Губкин исемендәге Мәскәү нефтехимия һәм газ сәнәғәте...

ЛАПТЕВ М.А. ЙОРТО

ЛАПТЕВ М.А. ЙОРТО, тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы, ҡала төҙөлөшө ҡомартҡыһы. Өфөлә урынлашҡан (Гоголь урамы, 27). 1913 й. сауҙагәр‑урман сәнәғәтсеһе М.А.Лаптев заказы, архитектор А.А.Щербачёв проекты б‑са төҙөлә. 20 б. башындағы усадьба архитектураһы өлгөһө булып тора (баҡса, беседка, мунса, бассейн,...

ЛАПЫШТЫ ЗАВОДЫ

ЛАПЫШТЫ ЗАВОДЫ, 1897 й. Верхнеурал өйәҙе Ҡатай улусы башҡорттары ерендә Лапышты й. (Оло Инйәр й. ҡушылдығы) буйында С.П.Дервиз суйын иретеү заводы булараҡ нигеҙ һала. Хужалары: Дервиз, Инйәр тау сәнәғәте акционерҙар йәмғиәте (1898 й. алып). Инйәр тау округына ингән. 1898 й. эшләй башлай. Домна мейесе,...

ЛАРИН Юрий Анатольевич

ЛАРИН Юрий Анатольевич (2.2.1922, Стәрлетамаҡ ҡ. — 27.7.1981, Өфө ҡ.), артиллерист, өлкән лейтенант (1952). Дан орденының тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Офицерҙар составын камиллаштырыу курстарын тамамлаған (1949). 1938—39 йй. “Динамо” спорт йәмғиәте (Өфө ҡ.) инструкторы булып эшләй. 1940 й....

ЛАРИОНОВ Александр Леонтьевич

ЛАРИОНОВ Александр Леонтьевич, хәрби эшмәкәр. Ген.‑майор. Дворяндарҙан. Крәҫтиәндәр һуғышын (1773—75) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. 1773 й. алып Ҡазан губернаһының һәм Ырымбур губернаһының гарнизон командалары обер-кригскомиссары. 1774 й. ғин. башлап Ҡазан улан корпусы командиры. Кама аръяғында һәм Ҡазан даруғаһының көнбайышында...

ЛАРИОНОВ Николай Геннадьевич

ЛАРИОНОВ Николай Геннадьевич (11.12.1939, Өфө), актёр. РСФСР‑ҙың атҡ. артисы (1979). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1963). М.Горький ис. Владивосток драма театры эргәһендәге Театр студияһын тамамлаған (1963; Г.И.Антошенков курсы). 1960 й. алып Мари АССР‑ының Респ. урыҫ драма театры (Йошкар-Ола), 1961...

ЛАСКИН Иван Андреевич

ЛАСКИН Иван Андреевич [1.11.1901, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Васильевка а. (БР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны) — 1.7.1988, Минск], хәрби эшмәкәр. Ген.-лейтенант (1943). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Хәрби мәктәпте (Киев, 1923), М.В.Фрунзе ис. Хәрби акад. (Мәскәү, 1934), К.Е.Ворошилов ис. Юғары хәрби акад....

ЛАТВИЯ

ЛАТВИЯ, Латвия Республикаһы, Көнсығыш Европалағы, Балтик буйындағы дәүләт. Майҙаны — 64,6 мең км2. Баш ҡалаһы — Рига. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 2,22 млн кеше (2011): латыштар (59%), урыҫтар (27%), белорустар (3,6%) һ.б.; 270 башҡорт йәшәй (2011). Рәсми тел — латыш теле. Диндарҙарҙың күпселеге —...

ЛАТЕКСТАР

ЛАТЕКСТАР, макромолекулаларының глобуляр агрегаттары өҫкө йөҙҙә актив матдәләр м‑н стабилләштерелгән полимерҙарҙың йәки сополимерҙарҙың һыуҙағы йәки коллоидтағы дисперсияһы. Сығышы б‑са тәбиғи, синтетик һәм яһалма Л. айырыла. Синтетик Л. полимер төҙөүсеһенең тәбиғәте б‑са эластомер һәм термопластиктарға,...

ЛАТИН АЛФАВИТЫ

ЛАТИН АЛФАВИТЫ, латин яҙмаһының хәрефтәр системаһы. Л.а. грек яҙмаһы (көнбайыш-грек варианты) базаһында б.э.т. 4—3 бб. Боронғо Римда барлыҡҡа килә, грек яҙмаһының күпселек хәрефтәре үҙҙәренең тәүге мәғәнәһен һәм яҙылышын һаҡлап ҡалған. “G” (ге) латин хәрефе грек яҙмаһының “К” (каппа), “Q” (ку) — “S”...

ЛАТИПОВ Әхәт Фәсхетдин улы

ЛАТИПОВ Әхәт Фәсхетдин улы [10.2.1933, БАССР‑ҙың Ҡырғыҙ‑Миәкә р‑ны Тауҡай‑Гәйнә а. (БР‑ҙың Миәкә р‑ны)], быраулаусы. БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1981), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1976), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1980). 1953 й. алып (өҙөклөк м‑н) “Башзападнефтеразведка” тресының (Октябрьский ҡ.)...

ЛАТИПОВ Валерий Мәркәз улы

ЛАТИПОВ Валерий Мәркәз улы (16.2.1956, Ишембай ҡ.), инженер‑ төҙөүсе. Техник ф. д‑ры (1998), проф. (1999). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2008). М.К.Латиповтың улы. ӨДНТУ-ны тамамлағандан һуң (1978) шунда уҡ эшләй: 2002 й. алып төҙөлөш конструкциялары каф. мөдире, бер үк ваҡытта хужалыҡ иҫәбендәге “Стройтехэкспертиза...

ЛАТИПОВ Ғабдрахман Хәким улы

ЛАТИПОВ Ғабдрахман Хәким улы [1917, Өфө губернаһының шул уҡ исемле өйәҙе Иҫке Бәшир а. (БР‑ҙың Саҡмағош районы) — 25.1.1945, Бреслау ҡ. (Германия) янында, Вроцлав ҡ. (Польша) ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1943 й. майынан Ялан, Көньяҡ-Көнбайыш, 3‑сө, 2‑се һәм 1‑се...

ЛАТИПОВ Ҡотдос Ҡәниф улы

ЛАТИПОВ Ҡотдос Ҡәниф улы [14.7.1923, БАССР‑ҙың Дыуан кантоны Яңы Мишәр а. (БР‑ҙың Мәсетле р‑ны) — 23.12.2016, Мәскәү], лётчик, полк. (1974). Советтар Союзы Геройы (1946). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Свердловск хәрби авиация пилоттар мәктәбен (1941) һәм В.И.Ленин ис. Хәрби‑сәйәси акад. (Мәскәү, 1952)...

ЛАТИПОВ Мәркәз Каррам улы

ЛАТИПОВ Мәркәз Каррам улы [18.3. 1926, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Балтай а. (БР‑ҙың Туймазы р‑ны) — 17.1.1999, Өфө], хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1976), СССР‑ҙың нефть сығарыу сәнәғәте отличнигы, СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1974). Львов политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1950) “Башнефть”...

ЛАТИПОВ Ринат Закир улы

ЛАТИПОВ Ринат Закир улы (5.8. 1942, БАССР‑ҙың Балтас р‑ны Уҫман а.), хирург. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2000). БР‑ҙың атҡ. табибы (2000), БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2012). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1966) Өфө р‑нында эшләй: район дауаханаһында (Яңы Черкассы ҡсб), 1968 й. алып “Дмитриевский” с‑зының...

ЛАТИПОВ Ринат Ниғмәтйән улы

ЛАТИПОВ Ринат Ниғмәтйән улы (9.2.1947, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Яңы Ихсан а.), тренер. Велосипед спорты б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (1997), СССР‑ҙың спорт мастеры (1968). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (1994). Ярославль пед. ин‑тын тамамлаған (1976). 1974 й. алып “Нефтсе” спорт комб‑ты, 1979 й. —...