Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ГЛИНКИН Игорь Михайлович

ГЛИНКИН Игорь Михайлович (23.2.1923, Өфө — 6.9.2007, шунда уҡ), инженер-технолог. РСФСР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1974). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1951) 1993 й. тиклем “Гидравлика” Өфө агрегат пр‑тиеһында эшләй: цех контроле бюроһы нач., махсус конструкторлыҡ бүлеге нач., баш контролёр, 1956 й. алып...

ГЛИЦЕРИН

ГЛИЦЕРИН (гр. glykeros — тәмле),1,2,3‑триоксипропан, пропантриол-1,2,3, HOCH2CH(OH)‑CH2OH, өсатомлы спирт. Хайуан һәм үҫемлек майҙары составына инә; Г. сығарылмалары (моно‑, ди‑ һәм триглицеридтар) төрлө биол. процестарҙа ҡатнаша (ҡара: Липидтар). Төҫһөҙ, еҫһеҙ, татлы, сироп һымаҡ шыйыҡлыҡ; tиреү 17,9°С,...

ГЛОБУЛЯРИЯ

ГЛОБУЛЯРИЯ, йомрогөл (Globularia), глобулярия һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 20‑нән ашыу төрө билдәле, Төньяҡ Африкала һәм Европала таралған. Башҡортостанда һипкелле Г. үҫә. 10—30 см бейеклектәге күп йыллыҡ үлән үҫемлеге. Һабағы төҙ, тармаҡһыҙ. Япрағы ябай; һабаҡ япраҡтары ваҡ, ланцет рәүешендә,...

ГЛУМИЛИН, ауыл, Өфө составында

ГЛУМИЛИН, ауыл, 1932 й. алып Өфө составында. Ауылға 17 б. башында Ф.С.Тарбеевҡа (дворян Тарбеевтар нәҫеленән) Сутолока й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында бүләк итеп бирелгән ерҙәрҙә Фёдоровский (Тарбеевский) утары булараҡ нигеҙ һалына. 18 б. 2-се ярт. яңы хужа А.В.Коптеваның исеме м-н Анненково (Аннинский)...

ГЛУМИЛИНДАР

ГЛУМИЛИНДАР, дворяндар нәҫеле. Василий Филиппович Г., титулярный советник. 18 б. һуңғы сирегендә рус армияһында, подпоручик (1792). 18 б. аҙ. алып Өфө өйәҙе Анненково а. (ҡара: Глумилин) хужаһы була. Уның улы — Михаил Васильевич Г., надворный советник. Бөгөлмә өйәҙенең Яковлевка а., 19 б. 50‑се йй....

ГЛУХАРЁВ Василий Геннадиевич

ГЛУХАРЁВ Василий Геннадиевич (15.4.1980, Октябрьский ҡ.), спортсы. Спорт ориентиры б-са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2001). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2004). ӨДНТУ‑ны тамамлаған (2009). 3-сө ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (Октябрьский ҡ.; тренерҙары В.М.Лукьянов, Ю.М.Лукьянов, И.Г.Шешенин). Шәхси...

ГЛУХОВСКАЯ СТАНЦИЯҺЫ АУЫЛЫ

ГЛУХОВСКАЯ СТАНЦИЯҺЫ АУЫЛЫ, Бәләбәй р‑нында, Шаровка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. табан 23 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. – 102 кеше; 1939 – 173; 1959 – 221; 1989 – 157; 2002 – 138; 2010 – 93 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп бар. Ауылға 1892 й. Бәләбәй өйәҙендә Һамар‑Златоуст...

ГЛУХОВСКОЙ ШИФАХАНАҺЫ АУЫЛЫ, Бәләбәй р‑нында

ГЛУХОВСКОЙ ШИФАХАНАҺЫ АУЫЛЫ, Бәләбәй р‑нында, Максим Горький а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 26 км һәм Глуховская т. юл ст. Көнб. табан 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 252 кеше; 1959 — 550; 1989 — 621; 2002 — 634; 2010 — 657 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ...

ГЛУШАРИН Иларий Казимирович

ГЛУШАРИН Иларий Казимирович (25.1.1895, Польша батшалығының Слупцы ҡ. – 22.8.1963, Өфө), актёр, режиссёр. БАССР-ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1945). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1937). 1916 й. алып — Мәскәүҙең төрлө драма коллективтары, 1918—36 йй. Белоруссия, Рәсәй, Украина һ.б. театрҙарының актёры,...

ГНЕЙС

ГНЕЙС (нем. Gneis), метаморфик тау тоҡомо. Ялан шпаты, кварц, биотит, мөгөҙ обманкаһынан һ.б. тора. Тәүге тоҡомдарҙың сығышы буйынса ортогнейстар, парагнейстар, ҡара төҫтәге минералдар составы буйынса амфиболлы, биотитлы, гранатлы, кианитлы һ.б. айырыла. Структураһы гранобластлы, порфиробластлы; текстураһы...

ГНОСЕОЛОГИЯ

ГНОСЕОЛОГИЯ (гр. gnosis — танып белеү һәм ...логия), танып белеү теорияһы, философияның танып белеү мөмкинлектәрен, сығанаҡтарын, формаларын һәм ысулдарын, уның дөрөҫ һәм ысын булыу шарттарын өйрәнә торған бүлеге. Г. сигендә эпистемология — фәнни танып белеү т‑дағы тәғлимәт айырыла. Г. онтология, эстетика,...

ГНУСИН Александр Фёдорович

ГНУСИН Александр Фёдорович (24.12.1919, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Топкий Ключ ҡсб — 20.7.2007, Одесса ҡ., Украина), артиллерист, полковник (1975). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Рязань хәрби артиллерия уч‑щеһын (Ҡаҙаҡ ССР‑ы Талғар а., 1941), Офицерҙар составын камиллаштырыу үҙәк...

ГОБЕЛЕН

ГОБЕЛЕН (фр. gobelin), ҡулдан һуғылған балаҫ-картина. Атамаһы буяусы  Гобелендар (15 б.) фамилияһынан. Традицион рәүештә Көнб. Европа классик Г. туҡыу оҫтаһы тарафынан рәссамдың төҫлө ҡатырғаһы б‑са ебәк һәм йөн ептәрҙән, нығытыусы арҡаулыҡ ептәр файҙаланып (туҡымала аралыҡ ҡалдырмай), горизонталь йәки...

ГОГОЛЬ Николай Васильевич

ГОГОЛЬ Николай Васильевич (20.3.1809, Полтава губ. Оло Сорочинцы а. — 21.2.1852, Мәскәү), урыҫ яҙыусыһы. “Диканька эргәһендәге утарҙа кистәр” (“Вечера на хуторе близ Диканьки”; 1831—1832), “Танау” (“Нос”; 1835), “Шинель” (1842) повестары, “Үле йәндәр” (“Мёртвые души”; 1842—1855) поэма-романы, “Ревизор”...

ГОЛДОБИН Сергей Анатольевич

ГОЛДОБИН Сергей Анатольевич (22.9.1954, Горький ҡ. — 21.1.2011, Өфө), архитектор. РФ‑тың почётлы (2005), БР‑ҙың атҡ. (1992) архитекторы. Архитекторҙар союзы ағзаһы (1985). В.П.Чкалов ис. Горький инженерлыҡ-төҙөлөш ин‑тын тамамлағандан һуң (1976) “Башкиргражданпроект” ин‑тының 5‑се оҫтаханаһы архитекторы,...

ГОЛДОБИНА Светлана Борисовна

ГОЛДОБИНА Светлана Борисовна (21.2.1953, Горький ҡ.), архитектор. Архитекторҙар союзы ағзаһы (1985). В.П.Чкалов ис. Горький инженерлыҡ-төҙөлөш ин‑тын тамамлағандан һуң (1976) “Башкиргражданпроект” ин‑ты архитекторы, 1990 й. алып С.А.Голдобиндың “Архпроект” ЯАЙ оҫтаханаһының төп архитекторы, 2005 й. —...

ГОЛИВАНОВ Владимир Степанович

ГОЛИВАНОВ Владимир Степанович (15.3.1939, Армавир ҡ.— 26.8.2010, Өфө), тренер.  Хәҙерге бишбәйге б-са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1991), СССР‑ҙың спорт мастеры (1965), бөтә союз категориялы судья (1980). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (2004). Волгоград физик культура ин‑тын тамамлаған (1967). Армия...

ГОЛИКОВ Владимир Дмитриевич

ГОЛИКОВ Владимир Дмитриевич (3.2.1939, БАССР-ҙың Әлшәй р‑ны Аксёнов а.), социолог. Социол. ф. д‑ры (1992), проф. (1994). ӨАИ‑ны тамамлаған (1969). 1959 й. алып ӨПЭЗ‑дың төп технологы, лаб. нач., 1981 й. — ӨДНТУ‑ның ғилми‑тикшеренеү үҙәге хеҙм‑ре, 1993 й. — ӨДАТУ уҡытыусыһы. Фәнни тикшеренеүҙәре хеҙмәт...

ГОЛИЦЫН Владимир Васильевич

ГОЛИЦЫН Владимир Васильевич (9.7.1878, Волынск губ. — 1945 й. һуң, Австралия), Аҡтар хәрәкәте эшмәкәре. Рус армияһы ген.-лейт.(1919). Дворяндарҙан. Ҡытайҙағы 1899—1901 йй. Ихэтуань ихтилалын баҫтырыуҙа, 1904—05 йй. рус-япон һуғышында, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Александр хәрби...

ГОЛИЦЫН Пётр Михайлович

ГОЛИЦЫН Пётр Михайлович (15.12.1738 — 11.11.1775, Мәскәү), хәрби эшмәкәр, кенәз. Флигель-адъютант (1762), ген.-поручик (1775). 1756—63 йй. Ете йыллыҡ һуғышта, 1768—74 йй. рус-төрөк һуғышында, 1768—72 йй. Речь Посполитаяла Бар конфедерацияһын һәм Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) барышында баш күтәреүселәрҙең...