Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ПРЕОБРАЖЕНСКИЙ Евгений Алексеевич

ПРЕОБРАЖЕНСКИЙ Евгений Алексеевич (3.2.1886, Орёл губ. Болхов ҡ. — 13.7.1937), совет партия‑дәүләт эшмәкәре. 1903 й. алып РСДРП ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1905—08 йй. Мәскәү, Брянск, Орёл, Өфө, Златоуст ҡҡ. революцион эшмәкәрлек м‑н шөғөлләнә. 1909—17 йй. һөргөндә була. 1918—19 йй. РКП(б)‑ның...

ПРЕСЛАУ

ПРЕСЛАУ м е т а л д а р ҙ ы, һығылмалылығы сағыштырмаса бәләкәй булған металдарҙың һәм иретмәләрҙең формаһын уларҙың емерелмәйенсә деформацияланыуын юғары дәрәжәлә тәьмин итә торған пластик деформация ысулы. Башлыса горизонталь гидравлик престарҙа әҙерләмәләрҙе йылытып башҡарыла. Металлургияла П. —...

ПРИБЕЛЬСКИЙ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

ПРИБЕЛЬСКИЙ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Прибельский а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 24 км һәм Шәкәр заводы т. юл ст. Көнс. табан 5 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 3365 кеше; 1989 — 4148; 2002 — 4959; 2010 — 4859 кеше. Урыҫтар, башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). П. Ҡарлыман...

ПРИБОРҘАР ЭШЛӘҮ

ПРИБОРҘАР ЭШЛӘҮ, үлсәү, иҫәпләү, контролдә тотоу, автоматлаштырыу сараларын һәм идара итеү системаларын етештергән машиналар эшләү тармағы; фән һәм техника өлкәһе. Башҡортостанда авиация, автомобиль, геофизика приборҙары эшләнә. Авиация П.э. 1941 й. Өфөгә поршенлы авиация двигателдәре өсөн ҡабыҙыу системалары...

ПРИБЫЛОВ Владимир Васильевич

ПРИБЫЛОВ Владимир Васильевич [28.12.1934, БАССР‑ҙың Бәләбәй р‑ны Ляхов а. (БР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны) — 5.12.2006, Өфө], актёр. РСФСР‑ҙың (1982), БАССР‑ҙың (1978) халыҡ артисы, БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1973). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1970). Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1967; Ш.М.Мортазина...

ПРИИСКЫЛАР ҺӘМ РУДНИКТАР

ПРИИСКЫЛАР ҺӘМ РУДНИКТАР, тау‑ҡаҙылма сәнәғәтенең һибелмә ятҡылыҡтарҙы үҙләштереү (прииск), ер аҫтынан мәғдән, тау‑химия сеймалы һәм төҙөлөш материалдары сығарыу (рудник) пр‑тиелары. Ярҙамсы цехтар һәм ҡоролмалар комплексын (ваҡлау‑сортлау һәм байыҡтарыу ф‑калары, механика цехтары һ.б.) үҙ эсенә ала....

ПРИМАКИН Иван Васильевич

ПРИМАКИН Иван Васильевич (8.11. 1923, Петроград губ. Маилковы Горки а. — 8.11.1982, Туймазы ҡ.), лётчик, капитан. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Молотов пилоттар хәрби авиация мәктәбен (Пермь ҡ., 1942) тамамлаған. 1939 й. алып 381‑се з‑дта (Ленинград) эшләй. 1940 й. башлап...

ПРИПЛОДНЫЙ ЛОГ

ПРИПЛОДНЫЙ ЛОГ, һуң бронза быуаты археологик ҡомартҡыһы. Силәбе өлк. Троицк р‑ны Подгорный а. көнбайышҡа табан 4 км алыҫлыҡта Уй й. һул ярында урынлашҡан. 1978 й. Т.С.Малютина тарафынан асыла һәм өйрәнелә. Ҡурғанлы (диам. 8—16 м, бейеклеге 0,1—0,6 м) һәм түңәрәк формаһындағы таш кәртәле ҡәберлектәргә...

ПРИСАДКАЛАР

ПРИСАДКАЛАР, аҙ күләмдә мотор яғыулыҡтарына (0,1%‑ҡа тиклем), техник майҙарға (25%‑ҡа тиклем), битумдарға, шыйыҡ металдарға уларҙың эксплуатация үҙенсәлектәрен арттырыу һәм оҙаҡ ваҡыт һаҡлар өсөн ҡушыла торған матдәләр. Яғыулыҡ өсөн тәғәйенләнгән П. — яныуҙы яҡшыртҡан (антидетонаторҙар һәм инициациялаған,...

ПРИТЧА

ПРИТЧА (кинәйәле хикәйә, нәсихәтле хикәйә), фольклор һәм әҙәби жанр, ҡыҫҡа дидактик‑аллегорик хикәйә. Йөкмәткеһе һәм функцияһы б‑са П. мәҫәлгә яҡын, әммә, унан айырмалы рәүештә, билдәле бер контекста ғына мәғәнәһе була, шуға күрә унда үҫешкән сюжет хәрәкәте булмай һәм ябай сағыштырыуға тиклем ябайлаша...

ПРИУРАЛЬЕ, Архангел р‑нындағы ауыл

ПРИУРАЛЬЕ, Архангел р‑нындағы ауыл, Тәүәкәс а/с ҡарай; т. юл станцияһы. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. табан 7 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1989 й. — 397; 2002 — 380; 2010 — 270 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). 2 балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар. Ауылға 1977 й. Куйбышев т. юлының Ҡарлыман—Белорет...

ПРИШИБ, Благовар р‑нындағы ауыл

ПРИШИБ, Благовар р‑нындағы ауыл, Алексеевка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 35 км һәм Благовар т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 51 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 252 кеше; 1939 — 437; 1959 — 326; 1989 — 1052; 2002 — 925; 2010 — 907 кеше. Урыҫтар, татарҙар, немецтар йәшәй (2002). П. — “Регион”...

ПРИЮТ РАЙОНЫ

ПРИЮТ РАЙОНЫ, БАССР‑ҙың көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан, төньяҡта һәм төньяҡ‑көнсығышта — Бәләбәй, көньяҡ‑көнсығышта һәм көньяҡта — Бишбүләк р‑ндары, көнбайышта ТАССР м‑н сиктәш булған. 1930 й. 20 авг. Бәләбәй кантоны улустарынан ойошторолған (ҡара: Административ район). 1932 й. 20 февр. бөтөрөлгән, терр‑яһы...

ПРИЮТ, Бәләбәй р‑нында ҡала тибындағы ҡасаба

ПРИЮТ, Бәләбәй р‑нында ҡала тибындағы ҡасаба, Приют ҡасаба советы үҙәге; т. юл станцияһы. Бәләбәй ҡ. К.‑Көнс. табан 26 км алыҫлыҡта Куйбышев т. юлында (Абдулла—Кропачёво участкаһы), Бәләбәй—Йәрмәкәй— Приют автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 104 кеше; 1920 — 606; 1939 — 1250; 1959 — 20468;...

ПРОВИНЦИЯ

ПРОВИНЦИЯ, 18 б. Рәсәйҙәге адм.‑терр. берәмек. Пётр I адм. реформалары һөҙөмтәһендә ойошторола, 1719 й. 29 майындағы указ м‑н губерналарҙың бер өлөшө итеп раҫлана. П. — өйәҙҙәргә, ҡайһы берҙәре дистрикттарға һәм киҫәктәргә бүленгән. П. үҙәге итеп ҙур торама пункт һайланған, унда П. төп учреждениелары...

ПРОВИТАМИНДАР

ПРОВИТАМИНДАР, витаминдарҙың биохимик элгәрҙәре. А (каротиноидтар), D (ҡайһы бер стериндар) төркөмө П. билдәле. Каротиноидтар (бактериялар, бәшмәктәр, ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәр тарафынан синтезланған пигменттар) — төҫлө емештәрҙә, стериндар үҫемлек продукттарында (эргостерин), кеше һәм хайуан тиреһенең...

ПРОГИМНАЗИЯЛАР

ПРОГИМНАЗИЯЛАР, Рәсәйҙәге тулы булмаған урта уҡыу йорттары, гимназияның башланғыс кластарына тап килгәндәр. Ирҙәр, ҡатын‑ҡыҙҙар, хәрби П. булған. Гимназияларҙың һәм прогимназияларҙың уставына (1864) һәм “Ҡатын‑ҡыҙҙар гимназиялары һәм прогимназиялары тураһында положение” ға (1870) ярашлы, 2‑се һәм 3‑сө...

ПРОГНОЗЛАУ

ПРОГНОЗЛАУ, милли иҡтисад үҫеше перспективаларын тикшереү. Соц., иҡт. һәм фәнни‑техник процестарҙы өйрәнеү, килеп сыҡҡан хәлде анализлау һәм баһалауҙы үҙ эсенә ала. П. етештереү факторҙарын рациональ файҙаланыу соц. етештереү һөҙөмтәлелеген күтәрергә; фәнни һәм етештереү эшмәкәрлегенең перспектив йүнәлештәрен,...

ПРОГРАММАЛАУ

ПРОГРАММАЛАУ, 1) махсус (ғилми, инженерлыҡ һ.б.) мәсьәләләрҙе хәл итеү операциялары тәртибен һүрәтләү процесы; 2) ғәмәли математиканың программаларҙы төҙөү, уларҙы тикшереү һәм яҡшыртыу алымдарын өйрәнгән өлкәһе; теоретик, системалы, ғәмәли П. һ.б. бүленә. Компьютер П. (мәғлүмәтте автоматик рәүештә...

ПРОГРАММАЛАУ ТЕЛЕ

ПРОГРАММАЛАУ ТЕЛЕ, эшләү эҙмә‑эҙлелеген билдәләгән алгоритмды компьютерға тапшырыу өсөн тәғәйенләнгән формаль тамғалар системаһы; алгоритмды программаға әйләндерә торған яһалма тел; программалау сараһы. П.т. юғары (ниндәйҙер бер телдән, ғәҙәттә, инглиз теленән, алынған һүҙҙәр төркөмө) һәм түбән (машинаға...