Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТХЭКВОНДО

ТХЭКВОНДО, спорт төрө, ҡул һәм аяҡ м‑н һуғыу ҡулланылған ҡара-ҡаршы көрәш. Бөтә донъя тхэквондо федерацияһы талаптарына ярашлы кёруги (яңғыҙ көрәш) һәм пхумсэ (техник комплекс) б‑са ярыштар үткәрелә. Башҡортостанда Т. үҫеше 1990 й. Өфөлә БДУ эргәһендә, “Юлдаш” физик культура йортонда, Өфө авиация техникумында...

УҠ АТЫУ

УҠ АТЫУ, атыу спорты төрө, 4 дистанцияла (30 м алып 90 м тиклем) 36 уҡ м‑н стационар сәпкә (диам. 80—122 см) тейҙереү б‑са ярыш. Башҡортостанда У.а. үҫеше 1969 й. Бөрө пед. ин‑ты эргәһендә тәүге секция асылыуға бәйле, унда 1973 й. “Буревестник” ДСО‑һы эргәһендә У.а. б‑са ДЮСШ ойошторола. 1976 й. Мәләүез...

УРЫҪ ЛАПТАҺЫ

УРЫҪ ЛАПТАҺЫ, спорт төрө, туп һәм бита м‑н халыҡ команда уйыны. Уйындың маҡсаты — уйынса юғарыға ырғыткан тупты бита м‑н ҡаршы яҡҡа булдыра алған тиклем алыҫыраҡ һуғып, ҡаршы яҡҡа йүгерергә, ҡаршы яҡтар тупты тотоп йүгереүсегә тейҙерергә тейеш. Уңышлы йүгереп килгән өсөн командаға мәрәй өҫтәлә. Тейешле...

УШУ

УШУ (ҡытайса — хәрби оҫталыҡ), спорт төрө, шәхесте үҫтереүҙең традицион ҡытай системаһы, уға физик күнегеүҙәр һәм көрәш ысулдары комплексы инә. У. ярыштар таолу (оҙон һәм ҡыҫҡа ҡорал төрҙәре м‑н, ҡоралһыҙ, күпбәйгеләр б‑са комплекстар) һәм саньшоу (спорт алыштары) б‑са үткәрелә. Башҡортостанда У. үҫешә...

ФӘЙЕЗОВ Рөстәм Шәриф улы

ФӘЙЕЗОВ Рөстәм Шәриф улы (4.11.1950, Өфө), тренер. Бобслей б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2001). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (1998). БДУ‑ны тамамлаған (1979). 1986 й. алып “Спартак” ДСО‑һының Башҡ‑н өлкә советы тренеры, 1987 й. — БР профсоюздары спорт йәмғиәтенең, 1994 й. — БР юғары спорт оҫталығы...

ФӘЙЗУЛЛИН Нияз Нурғәли улы

ФӘЙЗУЛЛИН Нияз Нурғәли улы (26.5.1984, ТАССР‑ҙың Аҙнаҡай ҡсб), спортсы. Бокс б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2006). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2009). “Ринг Башкортостана” спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары С.Т.Аслаев, А.Н.Макаров). Рәсәй чемп. (2009), “Олимпия өмөттәре” Рәсәй чемпионаты...

ФӘТҠУЛЛИН Илдар Раил улы

ФӘТҠУЛЛИН Илдар Раил улы (16.10.1982, Өфө), спортсы. Трамплиндан саңғыла һикереү б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2001). Урал физик культура ун‑тын тамамлаған (2006). Трамплиндан саңғыла һикереү һәм саңғы буйынса икебәйге СДЮШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе; 1999—2008 йй. Юғары спорт оҫталығы мәктәбе,...

ФЕХТОВАНИЕ

ФЕХТОВАНИЕ (нем. fechten — алышыу, көрәшеү), рапира, ҡылыс һәм шпага м‑н ҡара‑ҡаршы көрәште үҙ эсенә алған спорт төрө. Башҡортостанда Ф. 20 б. 50‑се йй. алып үҫешә. 1959 й. Өфө йәштәр спорт мәктәбе эргәһендә (ҡара: Юғары спорт оҫталығы мәктәбе) Ф. бүлеге асыла. 1965 й. Ф. б‑са секциялар Өфө Пионерҙар...

ФИГУРАЛЫ ШЫУЫУ

ФИГУРАЛЫ ШЫУЫУ, спорт төрө, боҙҙа музыкаға төрлө фигуралар яһау б‑са конькиҙа ярыш. Яңғыҙ ир‑егеттәр һәм ҡатын‑ҡыҙҙар шыуыуы, парлы шыуыу, боҙҙа спорт бейеүҙәре һ.б. айырыла. Башҡортостанда Ф.ш. үҫеше 20 б. 40‑сы йй. “Динамо” физкультура‑спорт йәмғиәте эргәһендә тәүге секция (етәкс. М.П.Трифонов) асылыуға...

ФИЗИК КУЛЬТУРА

ФИЗИК КУЛЬТУРА, йәмғиәттең дөйөм культураһының кеше һаулығын нығытыуға, физик мөмкинселектәрен үҫтереүгә һ.б. йүнәлтелгән бер өлөшө. Күмәк Ф.к. һәм дауалау физкультураһы айырыла. Башҡортостанда күмәк Ф.к. үҫеше 20 б. башында Өфө физик күнекмәләр яратыусылар йәмғиәте, 1907 й. Өфө уҡыу йорттары уҡыусыларын...

ФИЛИППОВ Юрий Евгеньевич

ФИЛИППОВ Юрий Евгеньевич (29.6.1951, Өфө), тренер. Самбо б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1985). Самбо (1971) һәм дзюдо (1974) б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры. Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу совет сауҙаһы ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1978). 6‑сы “Геркулес” СДЮСШОР‑ы һәм “Урожай” ДСО‑һы (тренеры Н.Д. Попов) тәрбиәләнеүсеһе....

ФИНК Любовь Петровна

ФИНК Любовь Петровна (29.7.1953, Өфө — 1.11.2010, шунда уҡ), тренер. Тау саңғыһы спорты б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1991). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (1998). Силәбе физик культура ин‑тын тамамлаған (1988). 1980 й. алып тренер‑уҡытыусы, 2002—08 йй. тау саңғыһы спорты б‑са СДЮШОР‑ҙың дир. урынбаҫары....

ФОМИЧЁВ Константин Николаевич

ФОМИЧЁВ Константин Николаевич (30.8.1977, Өфө), спортсы. Байдарка һәм каноэла ишеү б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1996), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2000). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1997). БДПИ‑ны тамамлаған (2000). Байдарка һәм каноэла ишеү б‑са СДЮШОР тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары...

ФРИСТАЙЛ

ФРИСТАЙЛ (ингл. free — ирекле һәм style — стиль), саңғы спорты төрө. Саңғы акробатикаһында (трамплиндан акробатик элементтар яһап һикереү), могулда (ҡытыршылы трассанан тау саңғыларында тиҙлеккә төшөү, мотлаҡ һикереү м‑н), ски‑кроста (төрлө вираждар, тулҡын һәм трамплиндар кеүек ҡарлы ҡаршылыҡтар булған...

ФУТБОЛ

ФУТБОЛ (ингл. foot — аяҡ, ball — туп), спорт төрө, ҡапҡалы махсус яланда туп м‑н команда уйыны. Башҡортостанда Ф. үҫеше 1907 й. Өфө уҡыу йорттары уҡыусыларын физик тәрбиәләү йәмғиәте асылыуға бәйле. 1912 й. Стәрлетамаҡ ҡ., 1913 й. — Бөрө ҡ. 20‑се йй. аҙ. — Бәләбәй ҡ., 30‑сы йй. аҙ. Ишембай р‑нының Ишембай...

ХӘБИРОВА Светлана Әсхәт ҡыҙы

ХӘБИРОВА Светлана Әсхәт ҡыҙы (12.3.1978, Стәрлетамаҡ ҡ.), спортсы. Ауыр атлетика б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1994), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2000). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1995). Урал физик культура акад. тамамлаған (2000). “Каучук” спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (Стәрлетамаҡ;...

ҺӘҮӘҪКӘР ЙҮГЕРЕҮСЕЛӘР КЛУБТАРЫ

ҺӘҮӘҪКӘР ЙҮГЕРЕҮСЕЛӘР КЛУБТАРЫ, йәмәғәт ойошмалары. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: сәләмәт йәшәү рәүешен, һауыҡтырыусы йүгереүҙе пропагандалау, ярыштар һәм киң спорт саралары үткәреү, халыҡты рухи һәм патриотик яҡтан тәрбиәләү. Башҡортостанда тәүге Һ.й.к. — “Эверест” 1983 й. Октябрьский ҡ. асыла (етәксеһе...

ЦУЛЫГИН Николай Леонидович

ЦУЛЫГИН Николай Леонидович (29.5.1975, Өфө ҡ.), спортсы. Шайбалы хоккей буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры (1995). БДПУ‑ны тамамлаған (2002). “Салауат Юлаев” СДЮШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.И.Воробьёв). “Салауат Юлаев” (1992—95, 1998—99, 2000—01, 2004—06), Үҙәк армия спорт клубы (Мәскәү ҡ., 1995), “Аҡ...

ЧАПАЛО Владимир Петрович

ЧАПАЛО Владимир Петрович (27.10. 1947, Стәрлетамаҡ ҡ. — 27.9.2017, шунда уҡ), спортсы. Мотоспорт б-са СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1973). БР-ҙың атҡ. физик культура хеҙм-ре (2007). П.Ф. Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин-тын тамамлаған (1980). ДОСААФ-тың спорт- техник клубы (Стәрлетамаҡ)...

ЧАРИКОВ Владимир Петрович

ЧАРИКОВ Владимир Петрович (23.10.1949, Өфө ҡ. — 17.1.2015, шунда уҡ), тренер. Шайбалы хоккей буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1992). БР‑ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1998). П.Ф.Лесгафт исемендәге Ленинград физик культура институтын тамамлаған (1977). Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы...