Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

САНИТАРИЯ АВИАЦИЯҺЫ

САНИТАРИЯ АВИАЦИЯҺЫ, махсусашығыс медицина ярҙамы хеҙмәте; һауа һәм ер өҫтө санитария транспорт сараларын файҙаланып, алыҫ райондарҙағы халыҡҡа юғары квалификациялы ашығыс һәм планлы консультатив мед. ярҙамы күрһәтә (табиптарҙы, ҡан һәм уның компоненттарын, тиҙ мед. йөктәрен килтерә, ауырыуҙарҙы үҙәк...

САНИТАРИЯ‑ЭПИДЕМИОЛОГИЯ ХЕҘМӘТЕ

САНИТАРИЯ‑ЭПИДЕМИОЛОГИЯ ХЕҘМӘТЕ, санитария‑эпидемиология күҙәтеүе, санитария‑иҫкәртеү һәм эпидемияға ҡаршы саралар эшләгән һәм үткәргәндәүләт органдары һәм учреждениелары системаһы. Өфө губ. С.‑э.х. земство медицинаһының бер структураһы булараҡ 19 б. 2‑се ярт. формалаша башлай. 1910 й. өйәҙ һәм ҡала...

САФУАНОВА Гүзәл Шағбан ҡыҙы

САФУАНОВА Гүзәл Шағбан ҡыҙы (19.9.1960, Сибай ҡ.), терапевт. Медицина фәндәре докторы (2004), профессор (2007). БР‑ҙың атҡаҙанған табибы (2010), БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2005). БДМИ‑ны тамамлаған (1983), 1990 й. алып БДМУ‑ның өҫтәмә профессиональ белем биреү институтында уҡыта: 2013 й. башлап...

СӘСӘК

СӘСӘК, Poxviridae ғаиләһе вирустары тыуҙырған кеше һәм хайуандарҙың киҫкен инфекцион ауырыуы. Кеше С. Натураль С. — кешегә генә хас булған айырыуса ҡурҡыныс вирус ауырыуы. Тыуҙырыусылары — РНК‑лы вирустар, тышҡы мөхиттә тотороҡлолар. С. (был ауырыуҙы үткәргән һәм вакцинацияланғандарҙы иҫәпкә алмағанда)...

СЕЙ ЯРА АУЫРЫУЫ

СЕЙ ЯРА АУЫРЫУЫ, хроник, ҡабатланып торған ауырыу, ашҡаҙан йәки бөйән эсәгенең лайлалы тиресәһендә сей яра барлыҡҡа килеүе хас. С.я.а. хеликобактериаль инфекция м‑н ассоциацияланған һәм ассоциацияланмаған төрҙәргә; бер нисә ауырыу м‑н бергә барған, яңғыҙ һәм күмәккә айырып ҡарайҙар. Агрессияның дөйөм...

СИНУСИТТАР

 СИНУСИТТАР (лат. sinus — ҡыуышлыҡ), танауҙың лайлалы тиресәһенең, ҡайһы берҙә өҫтәмә ҡыуышлыҡтарының һөйәк көптәре шешеүе. Кеше С. Түбәндәге төрҙәргә айырыла: гайморит (өҫкө яңаҡ ҡыуышлығының шешеүе), фронтит (маңлай ҡыуышлығының шешеүе), этмоидит (рәшәткәле һөйәк күҙәнәктәренең шешеүе) һәм сфеноидит...

СИРИНГОМИЕЛИЯ

СИРИНГОМИЕЛИЯ (гр. syrinx — көпшә, көпшәле ҡыуышлыҡ һәм myelos — мейе), нервы системаһының башлыса арҡа мейеһе зарарланған мультифакториаль хроник дегенератив ауырыуы; унда ҡыуышлыҡтар барлыҡҡа килеү, глия таралыу һәм яйлап көсәйә барыу м‑н характерлана. Ауырыу тыумыштан (генетик сәбәптәр арҡаһында,...

СИФИЛИС

СИФИЛИС, хроник, системалы ҡабатланып торған йоғошло ауырыу, башлыса енси юл аша йоға. Тыуҙырыусыһы — Treponema pallidum (төҫһөҙ трепонема). Инфекция көнкүреш йәки трансплацентар (тыумыштан бул- ған С.) юл м‑н йоғоуы мөмкин. Беренсел (6—8 аҙна), икенсел (2— 5 йыл) һәм өсөнсөл (бер нисә йылдан унлаған...

СКАРЛАТИНА

СКАРЛАТИНА (итал. scarlattina), киҫкен инфекцион ауырыу. Тыуҙырыусыһы: А төркөмөнә ҡараған гемолитик стрептококк, тышҡы мөхит шарттарына тотороҡло, дезинфекция саралары тәьҫирендә үлә. Йышыраҡ 3—10 йәштәге балалар ауырый. Типик (еңел, уртаса ауырлыҡта һәм ауыр) һәм атипик (юйылған, гипертоксик, экстрабуккаль)...

СКОЛИОЗ

СКОЛИОЗ (гр. scoliosis — кәкрәйеү), умыртҡалыҡтың фронталь, торсия м‑н, сагитталь һәм горизонталь йүнәлештәрҙә кәкрәйеп формаһы боҙолоуы. Барлыҡҡа килеү сәбәптәре б‑са диспластик (тоташтырғыс туҡыманың системалы дисплазияһы), тыумыштан (умыртҡаның үҫеш аномалияһы), нейро‑мускул (үҙәк нервы системаһы...

СОКОЛОВТАР

СОКОЛОВТАР, табиптар. Николай Иванович С. (1809—1859, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1865 йәки 1870), лекарь. Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1836). Төньяҡ Кавказда табип булып хеҙмәт иткән, Ырымбур губ. Троицк__өйәҙе Мейәс ҡасабаһы (хәҙ. Мейәс ҡ.) пр‑тиеларында эшләгән. Уның улы Яков Николаевич С. (1854—1919, Бәләбәй...

СТОМАТОЛОГИЯ

СТОМАТОЛОГИЯ (гр. stoma — ауыҙ, тишек һәм ...логия), тештәр, ауыҙ ҡыуышлығы, яңаҡтар һәм бит, муйын ситтәре ауырыуҙарын өйрәнгән һәм уларҙы диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү ысулдарын эшләгән клиник медицина өлкәһе. Терапевтик, хирургик, ортопедик С., пародонтология, ортодонтия һәм балалар С. айырыла....

СУД МЕДИЦИНАҺЫ

СУД МЕДИЦИНАҺЫ, медицинаның тәфтиш һәм суд практикаһында мед. һәм биол. проблемаларҙы өйрәнеүсе бүлеге. С.м. бурыстары: хоҡуҡ һаҡлау органдарына эштең (енәйәти, гражданлыҡ, административ хоҡуҡ боҙоу) хәл‑шарттарын асыҡлауҙа булышлыҡ итеү; һаулыҡ һаҡлауҙы камиллаштырыу (ауырыуҙар һанын һәм үлем осрағын...