Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ПАРАФИН

ПАРАФИН (нем. Paraffin), нефть продукты, башлыса мол. м. 300— 400 булған нормаль төҙөлөшлө туйынған C18—C35углеводородтар ҡатышмаһы. П. составында ш. уҡ изопарафин, нафтен‑ароматик, нафтен углеводородтары бар. Төҫһөҙ кристалл (tиреү 45—65°C, тығыҙлығы 880—915 кг/м3) йәки шыйыҡлыҡ (tҡайнау 180—360°C);...

ПЕКТАР

ПЕКТАР (голландса pek — ыҫмала), ыҫмала (һәүерташлы, пиролиз, кокслаштырыу, ярым кокслаштырыу һ.б.) йәки дегет (ағас, торф) ҡыуыу ҡалдыҡтары. Ҡара төҫтәге ҡаты (ҡайһы берҙә ҡуйы йәбешкәк) масса; һуғылғанда ҡабырсаҡҡа оҡшаш урын барлыҡҡа килтереп һына, туҡтауһыҙ ҡулланғанда һығылмалы була. Сеймалға бәйле...

ПЕКТИНДАР

ПЕКТИНДАР (гр. péktós — йомарланған), полисахаридтар, галактурон к‑таһы полимерҙары, унда карбоксиль төркөмдәренең бер өлөшө метил спирты м‑н этерификациялана, гидроксиль төркөмдәре моносахарид ҡалдыҡтарынан тармаҡланған ян сылбырының берләштереү нөктәһе булыуы мөмкин. Бөтә ер өҫтө үҫемлектәрендә (һутлы...

ПЕНТАПЛАСТ

ПЕНТАПЛАСТ, поли‑3,3‑бис‑(хлорметил) оксациклобутан, поли‑3,3‑бис‑ (хлорметил)оксетан. Төҫһөҙ термопласт, мол. м. 70—200 мең. Һыу, күп органик эреткес һәм агрессив мөхиттәр тәьҫиренә, —60° алып 120°С тиклем т‑рала күп тапҡыр ҡулланыуға тотороҡло; йөкләнеш булғанда ултырыу һәм шыуыу һәләте, ышҡылыу коэф....

ПИПЕРАЗИН

ПИПЕРАЗИН, С4Н10N2, гексагидропиразин, диэтилендиамин, гетероциклик берләшмә. Төҫһөҙ кристаллик матдә, tиреү 104°С, tҡайнау 145°С, һыуҙа насар, этил спиртында яҡшы эрей, һауалағы углекислый һ.б. әсе газдарҙы еңел йота. Көслө нигеҙ, П. кристаллик гексагидрат барлыҡҡа килтерә (tиреү 44°С). Алкиллаштырыу,...

ПИРЕТРОИДТАР

ПИРЕТРОИДТАР, инсектицидтар, пиретрум составында булған (киптерелгән һәм онтаҡҡа ҡырылған долмат ромашкаһы сәскәлеге) тәбиғи пиретриндарҙың синтетик аналогы (хризантема к‑таһы эфирҙары) төркөмө. П. кешеләргә, йылы ҡанлы хайуан‑ дарға аҙ ағыулы. 1‑cе быуын П. (аллетрин, фенотрин һ.б.) яҡтылыҡта тиҙ окислана,...

ПИРИТ КӨЙҘӨРМӘЛӘРЕ

ПИРИТ КӨЙҘӨРМӘЛӘРЕ, көкөрт колчеданын көйҙөрөү юлы м‑н алынған көкөрт кислотаһын етештереү ҡалдығы. Ҡаты ыуалып торған онтаҡ (к‑таның һәр тоннаһына 0,575 т барлыҡҡа килә), көкөрттөң төп күләмен бүлеп алғандан һуң мейес, утилизатор ҡаҙан, циклон, электр фильтрҙары ҡатламдарынан эҙмә‑эҙлекле бушатыла....

ПИРОЛИЗ

ПИРОЛИЗ (гр. pýr — ут, lýsis — тарҡалыу, эреү), органик берләшмәләрҙең юғары т‑рала деструктив әүерелештәре. Ағас, нефть һ.б. сеймал, органик ҡалдыҡтар П. айырыла. Ағас П. — ҡоролай ҡыуыу, 450°C тиклем һауаһыҙ ҡыҙҙырғанда тарҡалыу; унда ирекле радикаль реакциялар бара. Технологик схемаһы: сеймалды киҫәктәргә...

ПИРОМЕЛЛИТ ДИАНГИДРИДЫ

ПИРОМЕЛЛИТ ДИАНГИДРИДЫ, бензол‑1,2,4,5‑тетракарбон к‑таһының диангидриды. Төҫһөҙ кристалл, tҡайнау 287°С, tиреү 397—400°С. Ацетонда, диметилсульфоксидта, диметилформамидта, һыуҙа эрей. 330°С тиклем тарҡалмай, спирттар м‑н — ҡатмарлы эфирҙар, аминдар м‑н — имидтар, һыуҙа йылытҡанда моноангидрид, пиромеллит...

ПИРОТЕХНИК СОСТАВТАР

ПИРОТЕХНИК СОСТАВТАР, яныуы яҡтылыҡ, йылылыҡ, тауыш, төтөн, реактив пиротехник эффекттар м‑н оҙатылған матдәләр ҡатышмаһы. Яғыулыҡтан (юғары т‑ралыларҙа — башлыса магний, алюмин, уларҙың иретмәләре; төтөн сығара торғандарында — кәрәсин, бензин, мазут, крахмал, ағас оно, металл вағы һ.б.), окисландырыусынан...

ПЛАСТИЗОЛДӘР

ПЛАСТИЗОЛДӘР, паста барлыҡҡа килтергән полимерҙарҙың органик шыйыҡсаларҙағы концентрациялы дисперсияһы, унда йылытҡанда улар бүртә. Бүлмә т‑раһында ағыусанлығын һаҡлау һәләтенә бәйле техник (1—2 аҙ‑ нанан артмай) һәм тауар (6 айға тиклем) П. айырыла. П. составына башлыса эмульсион поливинилхлорид, винилхлорид...

ПЛАСТИК МАЙҘАР

ПЛАСТИК МАЙҘАР, мазь йәки паста һымаҡ майлағыс материалдар. Аҙ көсөргәнештәрҙә йәки улар булмағанда ҡаты матдә үҙсәнлектәрен ала (формаһын һаҡлай, вертикаль өҫкө йөҙҙәрҙән ағып төшмәй), киҫкен мәлдә (структур каркастың ныҡлығы сигенән юғары; башлыса 0,1—0,5, һирәгерәк 2—3 кПа) тиксотроп әүерелештәр...

ПЛАСТИКАТ

ПЛАСТИКАТ, поливинилхлорид нигеҙендәге термопласт. Пластификатор (полимер ауырлығынан 30—120%), термостабилизаторҙар, майҙар, ҡайһы берҙә ут стабилизаторҙары, антиоксиданттар, пигменттар, синтетик буяуҙар, тултырғыстар, антипиренарҙы үҙ эсенә ала. Химик тәбиғәтенә һәм компоненттар булыуына ҡарап атмосфераға,...

ПОЛИАМИДТАР

ПОЛИАМИДТАР, төп сылбырҙа ҡабатланған амид —CO—NH—төркөмдәре булған полимерҙар. Синтетик (алифатик, ароматик), тәбиғи (аҡһымдар, пептидтар) була. Төҫһөҙ ҡаты кристалл (кристаллашыу дәрәжәһе 40—60%) йәки аморф термопластар, мол. м. 20—100 мең, алифатиктарҙың tиреү 150—260°С, ароматиктарҙың 400°С һәм...

ПОЛИАРИЛЕНФТАЛИДТАР

ПОЛИАРИЛЕНФТАЛИДТАР, төп сылбырында ароматик, гетероароматик фрагменттар булған һәм кардалы фталид төркөмсәле һыҙыҡлы полимерҙар. Юғары термототороҡло (tтарҡалыу 440°С һәм юғары), йылыға сыҙамлы (tбыялаланыу 180°С һәм юғары), 200°С тиклем т‑рала һыу, концентрациялы һелте эретмәләре, аммиак, тоҙ к‑таһы...

ПОЛИАЦЕТИЛЕН

ПОЛИАЦЕТИЛЕН, [—CH=CH—]n, цис‑, транс‑конфигурацияларҙа икеләтә бәйләнешле эйәртеү системаһы булған һыҙыҡлы полимер. Ҡара төҫтәге онтаҡ, һоро төҫтәге күҙәнәкле материал, алтын йәки көмөш төҫтәге плёнка. Аморф (тығыҙлығы 780 кг/м3), кристаллы (790—1160 кг/м3, кристалл үлсәме 2—5 нм), эре кристаллы (1150—1200...

ПОЛИВИНИЛХЛОРИД

ПОЛИВИНИЛХЛОРИД, [—CH2— —CHCl—]n, винилхлорид полимеры. Төҫһөҙ термопласт, мол. м. 10—150 мең, тығыҙлығы 1350—1430 кг/м3, кристаллашыу дәрәжәһе 8—10%, tбыялаланыу 75—80°С, ағыусанлыҡ т‑раһы 150— 220°С. Ағыулы түгел, янмай, дихлорэтанда, тетрагидрофуранда, диметилформамидта, циклогексанонда һ.б. эрей,...

ПОЛИИЗОБУТИЛЕН

ПОЛИИЗОБУТИЛЕН, [—СН2— —С(СН3)2—]n, изобутилен полимеры. Түбән (мол. м. 5—50 мең; ҡуйы шыйыҡса) һәм юғары (мол. м. 70 меңдән юғары; эластомер) молекуляр П. айырыла. Ағыулы түгел, тиҙ тоҡаныусан, газ һәм парҙы насар үткәрә, йылыға һәм яҡтылыҡҡа тотороҡло. Күп кенә эреткестәрҙә, минераль майҙарҙа эрей,...

ПОЛИИЗОПРЕН

ПОЛИИЗОПРЕН, [—СН2—С(СН3)= =СН—СН2—]n, изопрен полимеры. 6 стереоизомеры бар: цис‑, транс‑конфигурацияларҙа 1,4‑, 1,2‑, 3,4‑П. Тәбиғәттә 1,4‑цис‑П. (тәбиғи каучук), 1,4‑транс‑П. (балата, гуттаперча) рәүешендә осрай. Мол. м. 5 мең — 2 млн, тығыҙлығы 910—920 кг/м3, tбыялаланыу —70°С яҡын, тигеҙ tиреү...

ПОЛИКОНДЕНСАЦИЯ

ПОЛИКОНДЕНСАЦИЯ (поли... һәм конденсация), өҫтәмә түбән молекуляр матдәләр (һыу, галогенлы водород, спирт һ.б.) бүленеп сығыу м‑н барған би‑ йәки полифункциональ берләшмәләр тәьҫир итешеүе һөҙөмтәһендә полимерҙар барлыҡҡа килеү процесы. Гомо‑ (1 йәки 2 мономер төрө ҡатнаша) һәм со‑ (2‑нән күберәк) П.;...