Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТӘБИҒИ БЕРЛӘШМӘЛӘР ХИМИЯҺЫ

ТӘБИҒИ БЕРЛӘШМӘЛӘР ХИМИЯҺЫ, үҫемлек, хайуан һәм микроб күҙәнәктәренән бүленеп алынған органик берләшмәләрҙе (башлыса ҡатмарлы структуралы) өйрәнгән фән. Биохимия, биоорганик химия, молекуляр биология м‑н тығыҙ бәйле. Т.б.х. төп маҡсаттары: тәбиғи берләшмәләрҙе табыу (организмдар йәшәйешенең аралаш йәки...

ТӘБИҒИ КАУЧУК

ТӘБИҒИ КАУЧУК, (C5H8)n составлы юғары молекулалы углеводород, изопрендың полимеры булараҡ ҡарала. Каучуклы үҫемлектәрҙең (башлыса бразилия гевеяһы) һөт һымаҡ һутында йәки уларҙың ҡабығы һәм япраҡтарының күҙәнәктәрендә айырым ҡушымта сифатында бар. Т‑ра ‑70°С булғанда һығылмалылығын юғалта, 80°С ирей...

ТӘБИҒИ СҮСТӘР

ТӘБИҒИ СҮСТӘР, н а т у р а л ь с ү с т ә р, еп һәм туҡыу әйберҙәре алыр өсөн ҡулланылған тәбиғи сығанаҡлы оҙон һығылмалы һәм ныҡ есемдәр. Органик (аҡһымлы — йөн, ебәк; целлюлозалы — джут, етен, сүс, мамыҡ, ҡара: Целлюлоза) һәм органик булмаған (минераль сүс — асбест) Т.с. айырыла. Т.с. сикләнгән оҙонлоҡ...

ТӘЖРИБӘ ПРОИЗВОДСТВОҺЫ

ТӘЖРИБӘ ПРОИЗВОДСТВОҺЫ, продукцияның яңы төрҙәрен йәки инновацион технологик процестарҙы барлыҡҡа килтереү б‑са тәж.‑конструкторлыҡ йәки фәнни‑тикшеренеү эштәренең һуңғы этабы. Ғәмәли фәнни тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләрен сәнәғәт шарттарына макс. рәүештә яҡынайтылған, әммә бәләкәйерәк масштабта тикшереү...

ТЕРЕГӨМӨШ

ТЕРЕГӨМӨШ (Hydrargyrum), Hg, Д.И.Менделеев периодик системаһының II төркөм химик элементы. Тәбиғәттә 7 тотороҡло изотобы бар. Т. 35 минералы билдәле (төп — киноварь, Т. сульфиды), кварцта, халцедонда, сульфидлы минералдарҙа, карбонаттарҙа, слюдаларҙа изоморф ҡушылма барлыҡҡа килтерә; алтынлы һоро тимер,...

ТЕРЕФТАЛОИЛХЛОРИД

ТЕРЕФТАЛОИЛХЛОРИД, С6Н4(СОCl)2, терефталь (бензол-1,4-дикарбон) к‑таһы дихлорангидриды. Ҡырҡыу еҫле төҫһөҙ кристалл, tиреү 82 °С, tҡайнау 266 °С, t тоҡаныу152 °С (асыҡ тигелдә); шыйыҡ хәлдә тығыҙлығы 1325 кг/м3 (90°С). Диэтил эфирҙа, бензолда, ацетонда, дүрт хлорлы углеродта, бензинда эрей. Һыуҙа, кислоталарҙың...

ТЕРМИК КРЕКИНГ

ТЕРМИК КРЕКИНГ, нефть фракцияларын юғары т‑рала эшкәртеү; был осраҡта углеводород молекулаларында атом‑ара бәйләнештәрҙең өҙөлөү реакцияһы бара һәм мол. м. аҙыраҡ булған берләшмәләр барлыҡҡа килә. Процесс т‑ра 400—600°С һәм баҫым 2—4 МПа булғанда үткәрелә; ауыр сеймал м‑н рециркуляцион еңел газойль...

ТЕРМОПЛАСТАР

ТЕРМОПЛАСТАР, т е р м о п л а с т и к  м а с с а л а р, пластик массалар төрө, күп тапҡыр йомшартыла һәм ҡабаттан эшкәртелә ала. Реактопластарҙан айырмалы рәүештә изделиелар формалағанда Т. өс үлсәмле структура (ҡара: Ҡораулы полимерҙар) барлыҡҡа килтермәй, ҡуйы ағыусан хәлгә күсеү һәләтен һаҡлай. Химик...

ТЕРПЕНДАР

ТЕРПЕНДАР, молекулалары C5H8 изопрен быуындарынан төҙөлгән углеводородтар. Үҫемлектәр туҡымаһында, ҡайһы бер бактерия һәм бәшмәктәрҙең йәшәйеш продукттарында, бөжәктәрҙең секрет бүленделәрендә табылған. Изопрен быуындарының һаны б‑са моно‑, сескви‑ (бер ярымлыҡ Т.), ди‑, три‑ (гормондар, стериндар),...

ТЕТРАЭТИЛСВИНЕЦ

ТЕТРАЭТИЛСВИНЕЦ, (С2Н5)4Рb. Төҫһөҙ, уртаса осоусан шыйыҡса, парҙары аҙ концентрацияла татлы емеш‑еләк еҫле, күп концентрацияла насар еҫле; t иреү ‑130°С, t ҡайнау 80°С (т.б. б‑са 13 мм), тығыҙлығы 1650 кг/м3; һыуҙа эремәй, органик эреткестәр м‑н ҡушыла. Бүлмә т‑раһында яй, яҡтыла һәм 100°С юғарыраҡ...

ТИМЕР

ТИМЕР (Ferrum), Fe, Д.И.Менделеев периодик системаһының VIII төркөм химик элементы. Тәбиғәттә 4 тотороҡло изотобы билдәле, радиоактив изотоптары бар. Көлһыу көмөш төҫөндәге һығылмалы металл, tиреү 1534 °С, t ҡайнау 2870 °С, тығыҙлығы 7874 кг/м3. 769 °С тиклем магнит үҙенсәлектәрен һаҡлай; артабан йылытҡанда...

ТИРЕ

ТИРЕ, һыйыр малы, ваҡ мал, дөйә, болан, ат, сусҡа, ш. уҡ ҡайһы бер диңгеҙ имеҙеүселәре, ҡоштар, рептилиялар, балыҡтар тиреһенең урта ҡатламынан (дерма) махсус химик технология м‑н эшкәртеп алынған материал. Эшкәртелгән Т. ныҡ (тиҙ йыртылмай), һығылмалы, тышҡы йөҙө шыма, төҫө матур була, ферменттар,...

ТОҘ КИСЛОТАҺЫ

ТОҘ КИСЛОТАҺЫ, хлорлы водород к‑таһы, HCl, көслө бер нигеҙле к‑та, хлорлы водородтың һыу эретмәһе. Ҡырҡыу еҫле, төҫһөҙ шыйыҡса, техник Т.к. хлор, тимер тоҙҙары ҡушылмалары булғанға һарғылт йәшел төҫтә. Макс. ҡуйылығы яҡынса 36%, тығыҙлығы 1180 кг/м3; һауала “төтәй”. Химик яҡтан актив, кире нормаль потенциалы...

ТОЛУОЛ

ТОЛУОЛ, метилбензол, С6Н5СН3, ароматик углеводородтарҙың типик төрө. Нефттә, таш күмер, ҡарағай ыҫмалаһы составында бар. Яна торған ароматик еҫле төҫһөҙ шыйыҡса; t иреү ‑94,99 °С, t ҡайнау 110,62 °С, t тоҡаныу 4 °С; тығыҙлығы 866,9 кг/м3, һауа м‑н ҡушылмаһының шартлау сиге күләмгә 1,27—7,0%, үҙенән‑үҙе...

ТӨҘӨЛӨШ КОНСТРУКЦИЯЛАРЫН УТТАН ҺАҠЛАУ

ТӨҘӨЛӨШ КОНСТРУКЦИЯЛАРЫН УТТАН ҺАҠЛАУ, төҙөлөш конструкцияларының утҡа сыҙамлығының талап ителгән сиген [янғын ваҡытында тотоусы һәм (йәки) кәртәләүсе функцияларҙы һаҡлау һәләтен юғалтмайынса ут тәьҫиренә ҡаршы тороу ваҡыты м‑н билдәләнә] тәьмин итеү. Т.к.у.һ. өсөн плита, табаҡ, ваҡ янмай торған киҫәкле...

ТӨҘӨЛӨШ МАТЕРИАЛДАРЫ

ТӨҘӨЛӨШ МАТЕРИАЛДАРЫ, сәнәғәт һәм граждан объекттары, ш. иҫ. автомобиль юлдары, тимер юлдар, төҙөлөшөндә файҙаланылған тәбиғи һәм яһалма материалдар. Дөйөм (төрлө төҙөлөш конструкцияларын төҙөгәндә, әҙерләгәндә ҡулланыла, мәҫ., цемент, бетон) һәм махсус (акустик материалдар, утҡа сыҙамлы, биҙәкләү материалдары...

ТРИАЛЛАТ

ТРИАЛЛАТ, авадекс БВ, системалы гербицид, тиокарбамин к‑таһының сығарылмаһы. Тәьҫир итеүсе төп матдә S‑2,3,3‑т рихлораллил‑N,N‑диизопропилтиокарбамат; кристаллик, насар еҫле, tиреү 30°C, һыуҙа насар эрей (9 мг/л), күп кенә органик эреткестәрҙә яҡшы эрей, фотототороҡло, металдарҙы тутыҡтырмай, дым булмаған...

ТУЙЫНДЫРЫЛҒАН БЕРЛӘШМӘЛӘР

ТУЙЫНДЫРЫЛҒАН БЕРЛӘШМӘЛӘР, с и к к е  б е р л ә ш м ә л ә р, молекула каркасы бер‑береһе м‑н бары тик бер ҡатлы (туйындырылған) бәйләнеш м‑н бәйле углерод атомдарынан торған органик берләшмәләр. Ациклик (асыҡ сылбырлы, төрлө тармаҡтары булыуы мөмкин) һәм алициклик берләшмәләр айырыла. Т.б. углеводород...

ТУЙЫНДЫРЫЛМАҒАН БЕРЛӘШМӘЛӘР

ТУЙЫНДЫРЫЛМАҒАН БЕРЛӘШМӘЛӘР, с и к һ е ҙ  б е р л ә ш м ә л ә р, молекулалар каркасында теүәл (С=С, С≡С) бәйләнештәр булған органик берләшмәләр. Теүәл бәйләнештәр характеры б‑са Т.б. икеләтә (олефиндар, циклоалкендар) һәм өсләтә (алкиндар, циклоалкиндар) бәйләнешле, теүәл бәйләнештәре һаны б‑са ике...

ТУЛЫЛАНДЫРЫЛҒАН ПОЛИМЕРҘАР

ТУЛЫЛАНДЫРЫЛҒАН ПОЛИМЕРҘАР, ҡаты, шыйыҡ йәки газ хәлендәге матдәләр (тултырғыстар) сағыштырмаса тигеҙ урынлашҡан өҙлөкһөҙ полимер фазалы (матрицалы) гетероген системалар. Тултырғыс сифатында аҡбур, тальк, ҡором, каолин, ағас оно, быяланан матдәләр, икенсел полимер сеймал һ.б. ҡулланыла. Сығышы б‑са...